Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
24 Февраль 2025, 05:39

“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”

Ул тамашасылар күңелен йырлы ролдәре менән яуланы. Хәйретдин (“Йәш йөрәктәр”), Ғиззәт (“Еҙнәкәй”), Хәсән (“Йырланмаған йырым һин”) образдарының уңышы Алмаздың моңло тауышына ла бәйлелер, моғайын.

“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”
“Мин талантлымын, тиергә ярамай...”

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры матур спектаклдәре, талантлы шәхестәре менән бер рәттән йырсы актерҙары менән дә дан тота. Быуындар күсәгилешлеген иҫбатлап, һуңғы арала тағы ла яңы исемдәр асылды. Шуларҙың береһе – Алмаз ЙОСОПОВ. Ул тамашасылар күңелен йырлы ролдәре менән яуланы. Хәйретдин (“Йәш йөрәктәр”), Ғиззәт (“Еҙнәкәй”), Хәсән (“Йырланмаған йырым һин”) образдарының уңышы Алмаздың моңло тауышына ла бәйлелер, моғайын.

– Алмаз, артист яҙмышы бик ҡыҙыҡлы: кемдер театрға килеү менән төп роль ала ла йондоҙ булып балҡый. Ә кемгәлер үҙенең талантын йылдар буйы иҫбатларға тура килә. Белеүемсә, һинең дә театрҙа эш башлауыңа 11 йыл тулған һәм тамашасыға яңы-яңы асыла башланың, шикелле...
– Эйе, һәр кемдең үҙ яҙмышы. Шәхсән үҙем шулай яйлап асылыуымдан ҡәнәғәтмен. Әгәр театрға килеү менән төп ролдәр бирә башлаһалар, артабанғыларының тәме лә, ҡәҙере лә ҡалмаҫ ине. Дүрт йыл уҡып, диплом алғас, үҙеңде әҙер артист итеп тойоп, ниндәй ролде лә уйнай алам, тип театрға килеп инәһең. Әммә исемдәре билдәле мәшһүр артистарҙың эшләгәнен күргәс, үҙеңдең бер нимә лә белмәгәнеңде аңлайһың. Барыһы ла яңынан башлана: өйрәнәһең, әрләнәһең, эҙләнәһең. Тормош ағымынан ситкә тайпылып та алаһың. Тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөй торғас ҡына һөнәреңдең асылын аңлай башлайһың. Күмәк сәхнәләрҙә, бейеүҙәрҙә ҡатнаша-ҡатнаша торғас, бер бәләкәй генә эпизод роле эләгә. Шатлығыңдан уны ҙур итеп ҡабул итәһең, бар күңелеңде бирәһең. Шулай тәжрибә туплана-туплана өлгөрөп етһәң, режиссер төп роль тапшыра ла инде.
Театрҙағы тәүге төп ролем “Әсмә” спектаклендәге Янһары ине. Романтик образ ул, ә минең уға тиклем мөхәббәт геройҙарын уйнағаным булманы. Сығарыу бик ауыр бирелде: бөтөнләй сәхнәгә сыҡмаған кеше кеүек ҡатып ҡала инем. Бәлки, яуаплылыҡ тойғоһо ҡамасау­лағандыр. Тулҡынланыу ҙа булды. Был ҡылығым өсөн режиссер, яңы ғына эш башлаған артистар алдында оят ине. Эшләй-эшләй, олораҡ артистарҙың ярҙамы менән ролде атҡарып сыҡтым. Артабан “Еҙнәкәй” комедияһында уйнаным. “Йәш йөрәктәр” спектаклендә төп ролде уйнаған егет Милли йәштәр театрына эшкә киткәс, мине алдылар.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Дауамын "Шоңҡар"ҙың 2-се һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас