Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
3 Марта 2025, 04:09

“Үҙ-үҙеңде йәлләп йәшәргә ярамай...”

Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм егет башҡаларға үрнәк булып йәшәй. Азат үҙен бер кемдән дә кәм йә артыҡ итеп тоймай – тормош юлын ҡәҙимгесә үтә. Бары тик Аллаһы Тәғәлә биргән һәләтен юҡҡа-барға сарыф итмәй, үҙенең тәғәйенләнешен аңлап, ҡабул итеп алға бара.

“Үҙ-үҙеңде йәлләп  йәшәргә ярамай...”“Үҙ-үҙеңде йәлләп  йәшәргә ярамай...”
“Үҙ-үҙеңде йәлләп йәшәргә ярамай...”

Йырсы, композитор, музыкант Азат ИСҠУЖИНды сәнғәткә битараф булмаған һәр кем белә, ярата, ихтирам итә. Быға уның таланты ғына түгел, йәшәү рәүеше лә булышлыҡ иткәндер.
Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм егет башҡаларға үрнәк булып йәшәй. Азат үҙен бер кемдән дә кәм йә артыҡ итеп тоймай – тормош юлын ҡәҙимгесә үтә. Бары тик Аллаһы Тәғәлә биргән һәләтен юҡҡа-барға сарыф итмәй, үҙенең тәғәйенләнешен аңлап, ҡабул итеп алға бара.
Сәләмәт кеше, бәлки, һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләрҙең йәшәү рәүеше ниндәй көс (ә был физик ҡына түгел, рух һәм күңел көсө) талап иткәнен аңлап та етмәйҙер. Күрмәгәнгә күрһәтмәһен, ә күргәнгә сабырлыҡ бирһен Раббым, тип теләргә генә ҡала.

– Азат, һиндәге талант ҡайҙан килә? Билдәле шәхестәр араһында Исҡужин фамилиялылар йыш осрай. Һеҙҙең арала йырсылар, музыканттар бармы?
– Хәйбулла районы, ғөмүмән, тыуған ауылым Йәнтештән бик күп шәхестәр сыҡҡан, һәүәҫкәр таланттар ҙа күп. Әммә беҙ музыкаль ғаилә булманыҡ. Атай-әсәйем – ябай кешеләр, ике һеңлем дә йырламай. Береһе – Сибай институтының филология факультетын, кесеһе педагогия колледжын тамамланы. Әлфинә һеңлем шиғырҙар ҙа яҙа. Ә бына ҡәрсәйемдең бер туған ағаһы гармунда уйнаған, белгәнен йәштәргә, балаларға өйрәткән. Мине тышҡы ҡиәфәтемде лә, талантымды ла уға оҡшаталар. Әйткәндәй, ул да яҙмыш һынауына дусар булған кеше – аяҡтары йөрөмәгән, коляскала ултырған. Кемдән өйрәнгәндер, әйтә алмайым – сәғәт, радио төҙәткән.
– Республикала һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн махсус уҡыу йорттары күп кенә. Һин шуларҙың береһендә – Өфө ҡалаһының 28-се насар күреүселәр һәм һуҡырҙар өсөн махсус мәктәп-интернатта белем алғанһың...
– Күҙҙәрем күрмәгәнен ата-әсәйем нисектер ике йәшем тулғансы һиҙмәгән. Аҙаҡ табиптарға мөрәжәғәт итә башланылар, ныҡлы тикшереү үткәрҙеләр. Бигерәк тә Һәҙиә ҡәрсәйем күп йөрөттө. Уға Өфөлә һуҡырҙар өсөн махсус мәктәп-интернат барлығын әйткәндәр ҙә, ете йәшем тулғас, мине шунда алып килделәр. Атай-әсәйҙән бер көнгә лә айырылмаған, дауахананы иҫәпкә алмағанда, ауылдан бер ҡайҙа ла сыҡмаған баланың күңел кисерештәрен аңлайһығыҙҙыр: юл буйы шым ғына илап килдем. Ҡалдырырға ваҡыт еткәйне, әсәйемдең итәгенә йәбешеп алдым да ебәрмәйем. Ахырҙа, мине йәлләп, кире ауылға алып ҡайтып киттеләр.
Тәүҙә рәхәт ине, киләсәк тураһында уйлау юҡ. Тик 11 йәш тулыуға аң инә башланы. Йәштәштәрем, дуҫтарым уҡырға йөрөй, мәктәптә нимә эшләүҙәре тураһында һөйләйҙәр. Ә мин бер нимә белмәйем. Артабан нисек йәшәрмен, наҙан ҡалам бит, тигән уйҙар килә башланы. Ҡабат Өфөгә алып барыуҙарын һораным. Был юлы ла ауыр булды, әммә үҙ-үҙемә сабыр итәм тип һүҙ бирҙем. Уҡыу башланыуға үҙемдең өс йыл эсендә күпте юғалтыуымды аңланым. Йәштәштәрем был арауыҡта уҡырға, яҙырға, бер-береһе менән аралашырға, һуҡыр килеш ҡәҙимгесә йәшәргә, хатта ҡала буйлап йөрөргә өйрәнгән ине. Ә мин русса бер ауыҙ һүҙ белмәйем. Ярай әле янымда тәржемәсе кеүек йөрөгән дуҫым – Әбйәлил районының Нияҙғол ауылынан Артур Сурин булды. Ул аҙыраҡ күрә ине, белгәндәрен миңә өйрәтте. Ике-өс ай үтеүгә русса арыу уҡ һупалай башланым, һағыныуға ла өйрәндем кеүек. Шулай ҙа тәүге тапҡыр каникулға ҡайтыуымды һаман онотмайым. Тәрбиәсе апай билет алып, автобусҡа ултыртып ебәрҙе. Аҡъярға тиклем туғыҙ сәғәтлек юл. Телефон юҡ ваҡыт, әсәйгә хат яҙыуын-яҙҙылар ҙа ул, барып еткәнме-етмәгәнме, ҡаршы алырмы-юҡмы – белмәйем. Килеп еткәс, кешеләр автобустан төшөп бөттөләр, мин ултырам. Әсәй һуңлаңҡырап киткән икән, биш минуттай ваҡыт үткәс: “Маленький мальчик здесь?” – тип һорағанынан әсәйҙе танып, “Мин бында!” – тип илап ебәрҙем.
Һуңлап уҡырға килеүемдең тағы бер насар яғы булды: бармаҡтарым һиҙгерлеген юғалта төшкән ине. Һуҡырҙарға махсус Брайль алфавиты буйынса бармаҡ остары менән уҡырға, яҙырға өйрәтәләр. Бәләкәйҙәр һығылмалы була, тиҙ генә отоп ала. Ә мин әҙерәк “ҡата” төшкән инем.
– Интернаттағы балалар үҙең кеүек үк хәлдә булған, бер-берегеҙгә еңел өйрәнгәнһегеҙҙер. Ә бына ауыл балалары һинең һуҡыр булыуыңды аңлап ҡабул иттеме?
– Күршелә генә ике туған ағайҙарым йәшәне. Улар мине кескәй саҡтан ҡарап, ҡурсып ҡына йөрөттө. Ҡайҙа барһалар ҙа эйәртеп алалар. Һаман да хәтерләйем, улар хоккей уйнаһа, өшөй-өшөй тыңлап тора инем. Әммә бер ваҡытта ла ҡайтарығыҙ тип зарланманым. Шулай йөрөй торғас, башҡа балалар ҙа өйрәнеп китте, ағайҙарымдың эше булһа, үҙҙәре килеп уйнарға алып сыға инеләр. Беҙҙең Йәнтеш ауылында һәйбәт, киң күңелле, ярҙамсыл кешеләр йәшәй. Бер ваҡытта ла үҙемде кәм тойорлоҡ, оялырлыҡ ваҡиғалар булманы. Киреһенсә, маҡтап, хуплап ҡына торалар.
– Музыка менән үҙең ҡыҙыҡһындыңмы, әллә кемдеңдер өгөтләүе буйынса ғына шөғөлләнә башланыңмы?
– Һәләтем барлығын тәүҙә белмәнем. Интернатта тәрбиәселәр: “Ваҡытығыҙҙы бушҡа әрәм итмәгеҙ, нимә менән булһа ла шөғөлләнергә кәрәк”, – ти ине. Шуғалыр, һәр эшкә атлығып торҙоҡ. Беҙҙә дөйөм дәрестәрҙән тыш балалар Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең филиалында шөғөлләнде, мин дә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Йыр-моңға һөйөүҙе уҡытыусыларым тәрбиәләне, тип ышаныслы әйтә алам. Ул ваҡыттарҙы иҫләйем дә, көлкөм дә килә, ғорурланып та ҡуям. 50-ләп бала музыка менән шөғөлләнә, интернат һәр беребеҙҙе музыка ҡоралы менән тәьмин итте. Ә класс бүлмәләре етмәй. Кис һайын кем – бүлмәлә, кем – ял бүлмәһендә, кем уҡыу класында ниндәйҙер көй уйнай. Урын етмәгәндәр каридорға сыға, баҫҡыста ултырып та уйнап маташҡандар булды. Ниндәй шау-шыу булғанын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Ә уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең кеүек үк күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр ине.
Мине баян класына яҙҙылар. Тәүге уҡытыусым Гөлдәр апай Байғузина булды. Аҙаҡ Салауат Низаметдиновтың да остазы булған Дамир ағай Таһиров үҙенә алды. Улар, тамсылап-тамсылап тигәндәй, моңға һөйөү уятты, талантымды асты. Йыл ярым Салауат ағайҙың үҙендә лә белем алыу бәхете тейҙе миңә. Ул күберәк музыка теорияһынан уҡытты. Тыңлап ҡарағас та “Һинең һәләтең бар, минең дәрестәргә йөрө” – тине. Әйтеүемсә, мин уҡырға өс йылға һуңлап килгәйнем бит инде, йәшем апаруҡ ҡына, дөйөм дәрестәрҙә бәләкәйҙәр менән ултырам. Музыка буйынса ла улар менән йөрөгө килмәй. “Юҡ!” – тинем. Аҙаҡ, бындай бөйөк кеше менән аралашыу бәхетенән нисек баш тартмаҡ кәрәк, тип уйланым да, дәресенә инеп ултырҙым. Ул минең аңыма профессионализм, тигән төшөнсәне индерҙе. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат ағай бик иртә вафат булды.
– Музыка мәктәбен тамамлағандар барыһы ла сәнғәт юлынан китмәй. Һин ҡасан киләсәк һөнәреңде билдәләп, артист булам, тип хәл иттең?
– Музыкаль һәләтем булғас, минең алда тик бер генә юл ине – сәхнә. Сөнки башҡа ҡулымдан килерҙәй эш юҡ. Бер үкенесем бар: мәктәпте тамамлау менән Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға барманым. Иртә менән тороп дәрестәргә йөрөү, музыка мәктәбе, имтихандарға әҙерлек, физик мөмкинлектәре булмағандарға ябай ғына эште башҡарыу ҙа ҙур көс талап итә – арығайным. Етмәһә, атай-әсәй янына каникулдарға ғына ҡайтып йөрөйөм, һағындыра. Ҡыҫҡаһы, бер йыл ауылға ҡайтып ял итергә, йоҡо туйҙырырға, атай-әсәй янында булырға уйланым. Тәүҙә рәхәт ине, аҙаҡ эшһеҙлектән нисектер депрессияға бирелә башланым. Йәшәү темпынан тайпылған кеүек булдым. Өфөлә белем алһам, шунда уҡ эшкә урынлашыр инем, тип уйлап ҡуям. Аҙаҡ инде ҡабат Өфөгә сығырға ҡыйынһынып, Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға индем. Уҡытыусым Динар Ласыновтың, әлбиттә, һуҡырҙар менән эшләү тәжрибәһе юҡ ине, шулай ҙа бирә алған тиклем белем бирҙе, рәхмәтем ҙур.
Әммә Өфөлә ҡалмағанға үкенәм тип, шуны ғына уйлап, илап ултырам, тип әйткем килмәй. Диплом алғас, йыл ярым тыуған яҡтарымда – Аҡъяр мәҙәниәт йортонда эшләнем. Аҙаҡ, дуҫтарым саҡырғас, кире Сибайға күстем. Тәүҙә музыкант итеп алғайнылар, “Сулпан” балалар театрының өс спектаклен музыкаль яҡтан биҙәнем, аранжировкалар эшләнем. Хәҙер инде филармония солисымын, күберәк йырсы булараҡ сығыш яһайым.
– Сәхнәгә сыҡҡанда ниндәй тамашасы килеүен, уларҙың кәйефен һиҙәһеңме?
– Һиҙергә була. Тик быға иғтибар бүлеп, энергиямды сарыф итмәҫкә тырышам. Минең бурыс – нисә һәм ниндәй тамашасы килеүенә ҡарамаҫтан, матур итеп сығыш яһау. Йырҙың һүҙҙәрен яҡшылап ятлаһам, тулҡынланмайым. Оялыу хисе лә юҡ миндә. Артист аралаша белергә лә тейеш: йырҙар араһында тамашасыларға берәй нәмә һөйләп тә алам. Юморға байһың, тиҙәр. Концерт аҙағынан яныма килеп танышалар, күстәнәс, бүләк тапшырыусылар ҙа була. Ә бына урамда, магазинда танып һүҙ ҡушһалар, бер аҙ уңайһыҙланам. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй килештереп ташлай. “Һеҙҙе тотоп ҡараһам буламы?” – тиҙәр. “Һеҙ бит күрәһегеҙ. Ә бына миңә ысынлап та тотоп, һыйпап ҡарарға кәрәк,” – тим. “Һине тәүгә тере күрәм”, – тиеүселәр бар. “Мин сәхнәгә үле килеш сыҡайныммы әллә?” – тиһәм, көлөп ебәрәләр.
– Һау-сәләмәт кешеләрҙең ғүмерен заяға үткәреүе һиндә ниндәй тойғолар уята?
– Тәүҙә йәнем көйҙө, ултырып иларҙай саҡтарым булды. Шул турала уйланып, ауырыуға һабыша инем. Хәҙер инде, һәр кем үҙенсә йәшәй, тип үҙемде тынысландырҙым. Аңларлыҡтарҙы: “Барлыҡ мөмкинлегегеҙ бар, ә һеҙ ялҡауланаһығыҙ”, – тип әрләйем. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәрҙең зарланыуҙан башы сыҡмай. Кемдәрҙер эш хаҡы алыу менән юҡ-барға тотона ла бурысҡа аҡса һорап килә. Ә бит һаулығы булған кешегә мөмкинлектәр күп – артистар тамада була ала. Минең күҙҙәрем күрһә, урам һепереүҙән дә, башҡа физик эштән дә баш тартмаҫ инем.
Концертҡа, спектаклгә барырға тәҡдим итһәм, бәғзеләр: “Ҡуй әле, шул да булдымы...” – тиһә, аптырайым. Улай ғына ла түгел: “Концерт тип йөрөгәнсе берәй ярты эсеп алайыҡ”, – тиҙәр әле. Ә мин шундай мәҙәни сараларҙы яратам, тик үҙаллы йөрөй алмағас, ҡайһы берҙә иптәш таба алмай өйҙә ултырырға мәжбүрмен.
– Өйҙә атай-әсәй ярҙам итә, интернатта тәрбиәселәр бар. Ә бына һиңә үҙаллы тормош башлауы ауыр булдымы?
– Колледжға имтихандар биргәндә үк буласаҡ курсташтар менән танышып алғайныҡ, ныҡ дуҫлашып киттек. Башҡа төркөм йәки курс студенттары ла ярҙамынан ташламаны. Илһам Мөхәмәтшин, Иҙел Манишев, Ринат Өмөтҡужин һәм башҡалар – уларға рәхмәтем сикһеҙ. Күҙе күрмәгән студент барлығын белеп, бөтөнләй сит кешеләр ҙә килеп, танышып, ярҙам итә торғайны. Эшкә килгәс, шулай уҡ дуҫтар менән бергә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәнек. Бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙҙәре атҡарҙы, ашарға ла бешертмәнеләр. Шулай уҡ ауылдашым, ижадташ дуҫым, шағир Насип Һаҡмар кәрәк ерҙәргә йөрөттө.
Ике йыл элек, үҙ мөйөшөмдө булдырайым тип, ипотекаға фатир алдым. Һәм шунда күңелле тормош башланды ла инде. Тоҙло йә тоҙһоҙ, сейерәк йә көйҙөрөп ашарға әҙерләү ныҡ иҫтә ҡалды. Духовкала бер нисә тапҡыр ҡулымды бешереп, ризыҡ турағанда бармағымды ҡырҡып, ауыртыуҙан иларға ла тура килде. Быларҙы мин һынау итеп ҡабул иттем, бар эшкә лә өйрәндем. Кер йыуыу машинам бар. Робот-саң һурҙырғыс алдым, тик шаршауҙы эләктереп, йә тар урынға ҡыҫылып аптырата. Көн һайын ул таҙартып сығыуға ҡарамаҫтан, аҙнаһына бер иҙәнде һыулап йыуып алам. Ә бына һауыт-һаба йыуырға бөтөнләй яратмайым, әммә кеше ҡайһы бер эштәрҙе үҙе башҡарырға тейеш, тип машинаһын алмайым. Фатирҙы алғас, үҙемсә ремонт та эшләп алдым әле. Бер бүлмәне тулыһынса музыкаль студия итеп үҙгәрттем, шунда шөғөлләнәм.
– Тормош ауырлыҡтарын үтергә, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һиңә нимә ярҙам итә?
– Нисек кенә ауыр булһа ла үҙ-үҙеңде йәлләп йәшәргә ярамай. Башҡаларҙың да йәлләүен ҡабул итә алмайым. Ярҙам итһәләр, рәхмәт әйтәм, үҙем дә кәрәк саҡта ярҙам һорарға оялмайым. Әммә ул ярҙам йәлләүҙән түгел, ә изгелектән булһын. Интернатта уҡыған ҡайһы бер класташтар, таныштар: “Беҙгә былай ҙа инвалидлыҡ буйынса пенсия килә. Эшләмәһәк тә йәшәй алабыҙ”, – тип артабан белем алырға теләмәне. Ә эшһеҙ ултырыу ауыр уйҙарға килтерә, уныһы үҙ сиратында депрессия тыуҙыра. Һабаҡташтарым араһында эскегә һалышҡандар, яҡты донъя менән хушлашҡандар булды. Ә бына үҙен-үҙе йәлләмәгән, һөнәр алған, үҙ донъяһын булдырырға тырышҡандар, шөкөр, йәшәп ятабыҙ, алға барабыҙ. Әгәр сәнғәт колледжына уҡырға инмәһәм, был ваҡытта үҙем дә әллә булыр инем, әллә юҡ, тип ҡуям.
Икенсенән, үҙем кеүек хәлдә булған уңышлы кешеләрҙең интервьюларын тыңлайым. Улар өсөн ниндәйҙер этәргес көс бар икән, улар ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә икән, тимәк, мин дә булдыра алам. Ирек Зарипов, Салауат Низаметдинов, Рөстәм Нәбиевтар миңә өлгө булып тора.
– Мин күп кенә ата-әсәләрҙең ғәрип балаларын ситкә уҡырға ебәрергә ҡаршы булыуын беләм...
– Улар хаҡлы түгел. Инвалид булып тыуған балаһының тормошта үҙ урынын табыуын теләһә, һәр ата-әсә уны махсус белем биреү учреждениеһына бирергә тейеш. Бында улар уҡырға, яҙырға ғына түгел, тормош көтөргә лә өйрәнә. Илаған балаһын, бигерәк тә ул ауырыу булһа, атай-әсәй, әлбиттә, йәлләй, уның яйына торорға тырыша. Минең ғүмер буйы ауылдан сыҡмай йәшәрлек мөмкинлегем булды – тәүге тапҡыр илап ҡайтҡасым, әсәйемдәр ҡабат ебәреү тураһында үҙҙәре һүҙ ҡуҙғатманы. Тик мин белем алмаһам, ошо көндө ниндәй хәлдә булыр инем икән? Был турала һәр кем төптән уйлаһын ине. Әлбиттә, был осраҡта баланың аң кимәле һәм үҙен-үҙе ҡарай алыуы ла ҙур роль уйнай.
– Әгәр сәнғәт юлынан китмәгән булһам, тип уйланғаның булдымы?
– Ауыр һорау... Тормошомдо йырһыҙ, сәнғәтһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шулай ҙа юғалып ҡалмаҫ инем, тип уйлайым. Интернатта беҙҙе дауалау массажына өйрәттеләр, йөҙөү, спорт менән дә шөғөлләндек. Спортҡа һәләтем юҡ, шуға әллә ни уңыштарға өлгәшә алыр инем, тип уйламайым. Массаж курстарына йөрөнөм, тик анатомия дәресе оҡшап етмәне. Һәр бер һөйәктең, ағзаның латинса атамаларын ятлап ултырырға ирендем. Медицина колледжына уҡырға инергәме, тип уйланып йөрөгәндә, ошо латин теле был аҙымдан туҡтатты. Һуҡырҙарҙың бармаҡтары һиҙгер була. Мине лә һәйбәт эшләйһең, тип маҡтай торғайнылар. Йәйге каникулға ауылға ҡайтһам, оло инәйҙәр сират тора ине. Байтаҡ ҡына аҡса эшләп, күстәнәстәр йыйып алғыланым.
– Һин ярҙамға мохтаж кеше. Үҙ тормошоңдан сығып, ниндәй һығымта яһайһың: ер йөҙөндә изге кешеләр күберәкме, әллә битарафтармы?
– Изгелек күберәк. Ҡасан, кемгә генә мөрәжәғәт итһәм дә, баш тартыусы юҡ. Ҡайһы саҡта: “Үҙемә лә нимәлер эшләргә ирек бирегеҙ әле”, – тип әрләп ҡуям. Хәҙер бит музыка менән шөғөлләнерлек заманса технологиялар күп. Уларҙы ҡулланырға өйрәткән, миңә яраҡлаштырып көйләгән ағайҙарым – Ғайсар Моратов менән Дим Шәрәфиев бар. Тағы ла шуныһы: мин бит эшкә көн һайын йөрөмәйем. Хәлемде аңлап, өйҙән эшләргә мөмкинлек биргән концерт-театр берекмәһе етәкселегенә, шулай уҡ ярҙам кәрәккәндә баш тартмаған, машиналары менән мине өйҙән – эшкә, эштән өйгә килтереп ҡуйған хеҙмәттәштәремә, таныштарыма рәхмәт. Уларға ҡарап, ер йөҙөндә изге күңелле кешеләр күберәк икәненә инанаһың.
– Эшкә көн һайын йөрөмәйем, тиһең. Тимәк, урамға сығыу ниндәйҙер ауырлыҡтар тыуҙыра?
– Ураған һайын машина кәрәк, тип хеҙмәттәштәрҙе борсоғом килмәй. Ә үҙаллы йөрөргә ҡыйыулығым етмәй. Махсус таяҡ менән өйрәнһәң, урамда үҙеңде иркенерәк тотаһын ул. Тик бер тапҡыр таяҡҡа ышанып килеп, нимәгәлер эләгеп ҡоланым һәм шул ҡурҡыуҙы һаман еңә алмайым. Салауат ағай Низаметдинов: “Бер тапҡыр соҡорға төшһәң, икенсе юлы ул тирәне урабыраҡ үтәһең ул”, – ти торғайны ла бит...
Ҡыш, берләм һуҡмаҡ ҡына булғанда, магазинға, яҡын-тирәгә сығып киләм. Ә бына йәй ер иркен, ҡайһы яҡҡа китһәң дә тигеҙлек – нимәгәлер төкөгәнсе бара-бара аҙашып та китеүең бар.
– Ижадҡа килгәндә, йыр нисек тыуа? Тыныслыҡ кәрәкме?
– Төрлө саҡта төрлөсә була. Ноябрь айында Өфөлә концертым үтте. Яңы йырҙар әҙерләргә кәрәк, элек башҡарғандарының аранжировкаһын яңыртырға, йыр һүҙҙәрен ятларға, әҙерлек эштәрен һорашырға һәм башҡалар. Эш күп, ваҡыт юҡ – ә күңелдә нисектер яңынан яңы йыр тыуып ҡына торҙо. Төн уртаһында уянып та яҙыла, шуға ноутбугым һәр ваҡыт ҡабыҙыулы тора. Кеше күп ерҙә, шау-шыу араһында ла моң ишетелә. Ә ҡайһы ваҡытта бар эштәрҙе туҡтатып, күңелгә уйылған шиғырҙы уйлап, бүлмәлә тыныс ҡына ултыраһың – илһам килмәй.
Заказ буйынса яҙғанда мотлаҡ йырсының диапазонын, стилен, мөмкинселеген күҙ уңында тотам. Шуға уның менән аралашып, ижады менән танышып, шунан ғына эшкә тотонам. Эшемә хаҡ ҡуя белмәйем, һәр кем үҙе баһалай. “Халява” яратҡандар ҙа осрап ҡуя, ундайҙарға хәйер булһын, тип ҡуям.
– Шағирҙар, мәҫәлән, ҡояшты, йәйҙе күреп, матурлығын шиғыр юлдарына һала. Ә һин, бер тапҡыр ҙа уны күрмәгән кеше, шул матурлыҡты аңлап, көйгә һалаһың...
– Эске тойомлау бар. Мин хатта тышҡа сыҡмаҫ элек үк көндөң аяҙлы-болотло, йылымы-һыуыҡмы икәнен һиҙәм. Болотло көндө яратмайым, нисектер кәйеф булмай. Һәм ошо кәйеф күңелдә һаҡланып ҡала ла һағышлы йыр яҙғанда килеп сыға. Йылы ғына ҡояш нуры иһә дәрт бирә. Ҡыштың йомшаҡ ҡарын яратам, көҙөн япраҡтар һарғайыуын тоям. Был тойомлауҙы һүҙ менән аңлатып булмай...
– Йырсы, композитор булараҡ конкурстарҙа үҙ һәләтеңде һынағаның булдымы?
– Эйе. Ғәҙел үткән, матур ойошторолған конкурстар булһа, хәҙер ҙә шатланып ҡатнашам. 2003 йылда уҡ “Серле йондоҙҙар” республика конкурсында 3-сө урын алдым. Артабан Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булдым. Уларҙа йырсы булараҡ көсөмдө һынаһам, хәҙер инде композитор һәләтемә баһа алыу ҡыҙыҡ. Юлай Моратов, Фаил Абдраҡов исемендәге – республика, Силәбе өлкәһендә ойошторолған төбәк конкурстарының барыһында ла 2-се урын яуланым.
– Азат, мине тағы бер шөғөлөң хайран ҡалдыра: һин хоккей көйәрмәне.
– Интернатта төрлө милләт балалары бергә уҡыныҡ. Үҙ-ара татыу булһаҡ та, арабыҙҙа милләт айырыусылар ҙа булды. Шуғалыр, анда-бында бәхәстәр ҡуба ине. Бер татар малайы минең хоккейға битараф икәнемде белгәс: “Милли батырығыҙ исемен йөрөткән хоккей клубығыҙ бар. Нисек инде ҡыҙыҡһынмайһың?! Һин бит башҡорт!” – тип зитыма тейҙе. Тәүҙә Салауат Юлаевтың тормошон, эшмәкәрлеген, ижадын өйрәндем. Аҙаҡ хоккей менән ҡыҙыҡһына башланым. Хәҙерге ваҡытта был спорт клубының көйәрмәнемен. Бигерәк тә боҙ һарайына килеп, тулы аренала, шундағы кәйеф, тауыш менән ҡарарға яратам. Хәл иткес уйында еңелһәләр, илағы килә, еңһәләр, әллә нисә көн бейерҙәй булып осоп йөрөйөм.
– Тағы ла беҙ белмәгән ниндәй шөғөлдәрең бар?
– Ашарға әҙерләргә яратам. Хатта үҙемдең алымдарым бар. Мәҫәлән, ит ризыҡтары әҙерләгәндә итте, һуғанды айырым ҡыҙҙырып алам. Йәшелсә аштарын бешергәндә шулай айырым-айырым ҡыҙҙырып, ике сәғәттән ашыу ваҡыт бүләм. Килгән ҡунаҡтар маҡтап-маҡтап ашай. Духовканы ла үҙләштерҙем. Хәҙер инде дуҫтарҙы саҡырһам, оҫта әҙерләгән ризыҡтарымды белеп бөткәндәр, алдан заказ бирәләр.
– Донъя хәлдәрен радио, телевизор аша беләһеңме?
– Эйе, тик телевизорҙы һирәк ҡабыҙам. Миңә эштән ҡайтҡас, тыныслыҡта ял итеп алырға кәрәк. Сөнки башҡалар донъяны, мәғлүмәтте күҙ һәм ҡолаҡ менән бергә ҡабул итә. Ә беҙҙең күҙ күрмәгәс, ҡолаҡҡа ҙур көс төшә. Буш ваҡыт булһа, йышыраҡ радио тыңлайым.
– Әлеге ваҡытта һин Сибай институтында, педагогик йүнәлештә уҡып йөрөйһөң. Киләсәктә балалар менән эшләргә уйың бармы?
– Юҡ, сөнки хәҙерге балалар менән эшләүе ауыр икәнен беләм. Интернат уҡытыусылары менән хәҙер ҙә аралашып торам, улар йылдан-йыл уҡыусылар менән мөнәсәбәттәр ауырлашыуын һөйләй. Мәҫәлән, беҙ күрмәйбеҙ тип торманыҡ, физкультура дәресенә даими йөрөнөк, голбол тигән спорт менән шөғөлләндек. Унда эсендәге ҡыңғырау тауышы аша ишетеп, ятҡан килеш тупты тоторға тейешһең. Туп бәрелеүҙән тән күгәреп, ирендәр шешеп, танау ҡанап, тештәр һынып бөтә ине. Әммә бер кем баш тартманы. Ярышҡа кемебеҙҙе алып барырға белмәнеләр: конкуренция ҙур булды. Хәҙер һәр икенсеһе үҙенең хоҡуҡтары менән уҡытыусыны ҡурҡыта. Сирлеләр күбәйҙе. Оҙаҡламай физкультура дәресенә йөрөргә балалар булмауы ла мөмкин. Музыка кластарында ла шулай әүҙем инек: таланты булһа ла, булмаһа ла балалар яңы шөғөл үҙләштерҙе. Үҙемдең быуын менән аралашып өйрәнгәнмен, замана балаларына яраҡлаша алмаясаҡмын.
– Донъяны яратыу өсөн...
– Физик кәмселектән, ғәриплектән оялырға ярамай. Ҡабул иткәндәр – итә, итә алмағандар күрмәмешкә һалыша. Былар барыһы ла – һынау. Һәм мин йәшәй-йәшәй ул һынауҙарҙы еңергә, урап үтергә өйрәнеп алдым. Донъяны ла, кешеләрҙе лә, үҙемдең хәлемде лә нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәндем.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Азат! Һиңә киләсәктә уңыштар, һаулыҡ, бәхет насип булһын. Аллаһ бирһә, үҙ парыңды табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәргә яҙһын!


Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас