“Уҡый башлағас, минеке түгеллеген аңланым...”
Былтыр декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Алһыу Вәнзир ҡыҙы Ғәлинаға “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем биреү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Был уның 24 йыллыҡ уңышлы ижады хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булды. Тормоштоң үҙ ҡануны һәм Алһыуҙың сәнғәт донъяһындағы сәфәре әле лә һөҙөмтәле дауам итә.
Театрҙың әйҙәүсе артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Алһыу Ғәлина Балтас районының Иҫке Балтас ауылында тыуған. 1990 йылда Иҫке Балтастағы 1-се мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетында актер һөнәре буйынса уҡырға инә.
Атаһы Вәнзир Ғәлин – Көнтүгеш ауылы башҡорто. Ул сәнғәткә, мәҙәниәткә мөкиббән киткән күренекле музыканттар – Ғәлиндәр шәжәрәһе вәкиле, район мәҙәниәт йортонда оҫта баянсы. Әсәһе Фәғилә бейеүсе, йырсы, һүҙ оҫтаһы, халыҡ театрының күренекле актеры, төп ролдәрҙе оҫта башҡарыусы булды.
Фәғилә менән Вәнзир араһында ҡабынған мөхәббәт уты никах менән тамамлана. Улар бер-береһенә таяныс, терәк булып йәшәй, ғаиләләрен йәмләп Алһыу тыуа. Ҡыҙ иһә ата-әсәһенең һөйөүенә, иғтибарына төрөнөп тәрбиәләнә. Артист балаларының уртаҡ яҙмышы сәхнәлә үҫеү инде. Көндөҙ – репетициялар, кис – концерт, спектаклдәр, унан тыш милли байрамдар, ауылдарға гастролдәр.
– Мәктәп йылдарында уҡ үҙешмәкәр ансамблдә бейеп йөрөһәм дә, сәхнә тураһында хыялланманым. Ә ул эске ынтылыш ҡаныма һеңгән булған икән. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамланым. Йәшлек хыялы булғандыр инде, документтарымды Өфө дәүләт авиация институтына тапшырҙым. Уҡый башлағас, был йүнәлештең минеке түгеллеген аңланым. 1991 йылда Өфө сәнғәт институтының театр факультетына актерҙар әҙерләү бүлегенә уҡырға индем һәм үҙ урынымды тапҡанымды тойҙом. Һәр кем яратҡан һөнәре менән бәхетле, – ти Алһыу, йәшлек йылдарын һағынып.
Бында ул Азамат Ғафаров менән таныша. Осрашыуҙар мөхәббәткә әүерелә. Ике талантлы йәш йөрәк студент йылдарында ук тормош ҡороп ебәрә. Һуңынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бергә эшләй башлайҙар.
Коллектив йәштәрҙе йылы ҡаршылай. Улар илһамланып яңынан-яңы образдар ижад итә. Репертуарҙың барлыҡ спектаклдәрендә төп ролдәрҙе башҡаралар. Труппаға Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров кеүек билдәле сәхнә оҫталарына лайыҡлы алмаш килә. Өлкән быуын артистары, ғүмер буйы йыйған тәжрибәләрен тапшырырлыҡ һәләтле йәштәр килеүен күреп, ҡыуаныс кисергәндер. Ҡыҫка ғына ваҡытта Алһыу үҙен төрлө даирәлә һынап ҡарай. Лирик һәм драматик ролдәрҙе берҙәй оҫталыҡ менән башҡара, тәрән кисерештәр аша тамашасыла яҡты хис-тойғолар уята. Улар араһында Мостай Кәримдең “Айгөл иле”ндә Айгөлдө уйнауы хәтергә ныҡлап һеңеп, күңелдә һаҡланған. Был спектакль – башҡорт сәхнәһендә күп тапҡыр ҡуйылған, абруй яулаған романтик драма. Айгөлдө бик көслө, билдәле актерҙар уйнаны, тамашасы героиняны яратып өлгөрҙө.
Коллектив илебеҙҙең Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Мәскәү кеүек ҙур ҡалалары, шулай уҡ Ҡазан тамашасыһы алдында имтихан тотто. Йөрөгән таш шымара, ти беҙҙең халыҡ. Ҡазан тамашасыһы бик талапсан. Улар алдында ҙур яуаплылыҡ тояһың. Театрҙың баш режиссеры Азат Нәҙерғолов репертуарға ”Айгөл иле”н индереп отто. Атаҡлы, данлыҡлы артистар башҡарған ролде Алһыуға тапшырып, яңы йондоҙ ҡабынғанын раҫланы. Был ваҡиға йәш артист Алһыу Ғәлина өсөн генә түгел, бөтә коллективтың эшенә ҙур баһа булды.
Күптән журналистарҙың күҙ уңында торған Алһыу, һәләтле, шәп артист булараҡ, һоҡланырҙай ролдәр тыуҙырҙы. Ижадында шишмә башы булған Мостай Кәримдең “Айгөл иле”ндә дан яуланы. Гастролдәр тәмамланғас, Алһыу фекерҙәре менән уртаҡлашты:
– Ҡазанға ҙур тулҡынланыу менән, үтә ҙур яуаплылыҡ тойоп барҙым. “Айгөл иле” спектакле күп уйналды, тамашасыға яҡшы таныш. Төп ролде мәшһүр артистар башҡарҙы. Улар был образға үлемһеҙлек, гүзәл йәшәйеш бүләк итте. Ә мин ошо матурлыҡты дауам итә алырмынмы? Үткәндәр менән сағыштырып, уйнауымды ҡабул итерҙәрме, тип ҡурҡытылды. Яратып ҡаранылар, алҡыштарға күмделәр. Тамашасы ла ҡәнәғәт ҡалды.
“Туғанлыҡ” халыҡ-ара театр фестивалендә Алһыу Ғәлина ҡатын-ҡыҙ образын оҫта уйнағаны өсөн “Өмөт” призына лайыҡ булды. Ә “Айгөл иле” спектаклен тамашасы йылы ҡабул итте. Алһыу бик матур йырлай. Шуға ла уның 1998 йылда ”Актерҙар йырлай” конкурсында беренсе урынды яулауы ла ғәҙел баһа булды.
Театр тормошонда башҡорт халҡының боронғо тарихын тасуирлаған “Һуңғы ғәйнә” (Артур Иҙелбаев) спектаклендә мөхәббәт, дуҫлыҡ темалары күтәрелә. Алһыуҙың – Ҡарасәс, Азамат Ғафаровтың Атамыш ролдәре легендаға әйләнгән Ромео һәм Джульетта, Таһир менән Зөһрәнең һөйөүе кеүек үлемһеҙ мөхәббәт сығылышы ул. Артистарҙың уйнауы илһөйәрлек хис-тойғоһон уята, йәш быуын вәкилдәрен Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро ҡалырға саҡыра. Башҡорттарға хас батырлык, ҡыйыулык, тәүәккәллек сифаттарын дауам итергә өндәй. Башҡа спектаклдәр кеүек үк, “Һуңғы ғәйнә” – коллективтың, йәғни авторҙың, режиссерҙың, артистарҙың уртаҡ хеҙмәт емеше, ә тамашасы өсөн оло байрам.
Алһыу сәхнәлә илһамланып йәшәй белә. Унда күҙ буяу, герой тексын ҡоро һөйләп сығыу һыҙаты юҡ. Ул геройҙың үҙе була ала, рухи кисерештәрҙе тамашасы күңеленә еткерә, янып уйнай. Тамашасы һәр диалогты, хәрәкәтте һиҙә, артисҡа ышана. Алһыу Ғәлина ҙур образдарҙы берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Шуға ла уның ижади сәфәре оҙаҡ йылдар уңышлы дауам итә. “Айгөл иле”ндә – Айгөл , “Атилла”ла – Гонория, ”Алдан түләйем”дә – Лилечка, “ Юлдарым – һағышлы моңдарым” да – Асель, “Тылсымлы бишек”тә – Ҡыҙ, “Нәркәс”тә – Нәркәс, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ла – Маҡтымһылыу, “Һөйөү гонаһмы?”ла – Әнисә, “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”ҙә – Валентина, “Хыялый”ҙа – Йондоҙ, “Ғәфү ит мине” спектаклендә Таңһылыу образдарын халыҡ күңеленә еткерҙе, театр сәнғәтендә үҙен һөнәр оҫтаһы, өлгөргән актер булараҡ иҫбатланы.
Театрҙың гастролдәр географияһы бик киң. Истанбулдағы сығыштар айырыуса иҫтә ҡалған. Башҡорт телендәге спектаклдәрҙе бик йылы, һағынып ҡабул иткәндәр. “Нәркәс”те Алһыу уйнаған. Башҡорт артистары төрөктәрҙең күңелендә яҡты хистәр тыуҙырған.
– Тамашасылар – оло йәштәгеһе лә, кескәйҙәр ҙә – үҙебеҙҙекеләр, ҡәҙерлеләр, һәр береһенең тормоштағы ролен сәнғәт әҫәрҙәре аша бирергә тейешбеҙ, – тине Алһыу әңгәмә ваҡытында. Уның тураһында коллегаларының фекерен һораным.
– Труппаға ике йәш һәләтле артист килеп ингәс, коллектив иркен тын алды. Яңы көс, яңы фекер, яңы ҡараш барыбыҙҙы ла уятҡандай булды. Алһыу бик уңған, зирәк, сабыр. Балтас ҡыҙы кәрәк урында өндәшмәй ҡала белә. Тырыш, маҡсатлы, эшсән. Уның менән сәхнәлә үҙеңде ышаныслы тотаһың, – ти хеҙмәттәштәре.
2006 йылда уҡ Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Алһыу Ғәлинаға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Алһыу лирик геройҙарҙы ғына түгел, драматик, трагик образдарҙы ла берҙәй уңышлы башҡара. Һуңғы йылдарҙа ул “Йүгер , Харис, йүгер...”ҙә – Фаина, “Йософ һәм Зөләйха”ла – урта йәштәге ҡатын, “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” спектаклендә килен ролдәрен уйнаны. Ғөмүмән, ул һәр сығышын, образын, геройҙарын үҙенә күрә бер асыш итеп тамашасыға еткереүгә өлгәшә. Әлбиттә, был тырышлыҡ артистың ижади үҫешенә этәргес көс булып тора.
Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!” спектаклендә Алһыуҙың Гөлнәрисәһе тамашасы алдына матурлык, һөйөү, кешелеклелек өләшеүсе булып килеп баҫа. Театрҙың билдәләнеше лә ошо бит – халыҡты тәрбиәләү. Спектаклдең аҙағында тамашасы уйҙарын берәүгә лә әйтмәһә лә, үҙенсә һығымта яһай.
Алһыу тормошта ла бик бәхетле. Өлкән ҡыҙы Нәргизәгә – 20, Нурланаға туғыҙ йәш тулды. Балаларҙың уңыштары ата-әсәнең тырышлығынан, уларҙың фекерҙәше, кәңәшсеһе булыуҙан килә. Үҙҙәренең бәхетле киләсәген ҡыҙҙарында күрә улар.
Балтас районы.
Архив, 2020 йыл.