Пьесаның төп геройҙары - төрлө һынауҙарға дусар булған ике ғашиҡ йөрәк: Беренсе донъя һуғышында немецтарға әсирлеккә эләккән башҡорт егете Сәйфетдин һәм уның һөйгәне, немец ҡыҙы Франциска. Егет ҡыҙға Башҡортостанда Германиялағы кеүек матур тормош көтмәүен аңлатырға тырышһа ла, мөхәббәттән күҙҙәре томаланған Франциска быны ишетергә лә теләмәй. Ләкин аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән төбәктә йәшәй башлау менән ул хаталанғанын аңлай, ғазаптарға дусар була, тыуған яғын, атаһын һағына. Тормош ҡапма-ҡаршылыҡтары, менталитет төрлөлөгө, социаль тигеҙһеҙлек конфликттарҙы ҡуйырта.
- Пьеса ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға таянып яҙылды. Эш барышында төп геройҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән аралаштым. Хатта Францисканың ҡыҙы менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Әңгәмәләшкән ваҡытта ул ғүмер буйы әсәһенең тыуған яғына барыу хыялы менән яныуын әйтте. Сәхнәлә донъя күргән был әҫәрем өсөн Салауат театрына сикһеҙ рәхмәтлемен. Режиссер Зиннур Сөләймәновтың үҙ эшенә бөтә күңелен һалыуы асыҡ күренде, актерҙар үҙ ролдәрен сағыу башҡарҙы. Мин үҙем дә геройҙарым өсөн, әҫәр яҙғандағы кеүек, ҡайтанан янып-көйөп ултырҙым. Режиссерҙың, бөтә труппаның оҫталығы менән ысын мөхәббәттең ниндәй көскә эйә булыуы иҫбат ителде, - тип уртаҡлашты пьеса авторы, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина.