Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхәйновҡа "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Алдынғы ҡарашлы, рухлы маҡсатлы замандашыбыҙ Илнур Илдар улын оло бүләге менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ғаиләһендә именлек, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар
Илнур Мөхйәнов 1988 йылдың 4 декабрендә Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2008 йылда Башҡорт дәүләт университетында хәүефһеҙлек хеҙмәтенең оператив дежурныйы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында яҡтыртыу технигы булып башлай. Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының сит ил граждандарын ваҡытлыса йәшәтеү өсөн махсус учреждение администраторы була.
2015-2017 йылдарҙа – Ишембай районы Маҡар ауыл советы биләмәһе башлығы, 2017-2018 йылдарҙа – Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. 2018-2019 йылдарҙа – Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегене баш кәңәшсеһе.
Фото: "Бәйләнештә"