– Һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле!
– Әйҙә, үтегеҙ. Ни йомош?
– Ней, туғаным, тиҙҙән миңә 75 йәш тула.
– Бик һәйбәт!
– Уныһы шулай ҙа ул. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бик аҙ йәш түгел.
– Әлбиттә, был бик ҙур бәхет!
– Эйе, арыу ғына юбилей. Шулай ҙа уйлантыра. Һаулыҡ та самалы, 76-ға әллә етәм, әллә юҡ.
– Улай тимәгеҙсе! Йәшәргә кәрәк, тип әйтегеҙ.
– Әллә инте, әллә. Барыһы ла Хоҙай ҡулынта. Шуны уйлап та килтем инте мына. Ни, мына, үҙемтең юбилейыма үҙемә бүләк эшләргә уйлағайным.
– Ниәтегеҙ бик яҡшы.
– Мин Яҙыусылар союзына ағза булып инергә килгәйнем. Тыуған көнөмә шунан та ҙур бүләк булмаясаҡ.
– Ни, ағай, һис таный алмайым, һеҙ кем булаһығыҙ әле? Ҡайҙан, тигәндәй?
– Кем тип ни, Мәжит районынан, Ҡамыш ауылынан булам.
Исемем – Фәйрүз, фамилиям – Насиров. Йәғни Фәйрүз Насир булам.
– Ҡайҙа эшләнегеҙ?
– Ғүмер буйы трахторҙа. Бына, пенсияға сыҡҡас, тик ултырып булмай бит инте, яҙыша башланым.
– Ағай, ни эшләптер һеҙҙең исемде бер ҙә ишеткән юҡ. Беҙҙә бит Союзға алыр өсөн ике китап кәрәк.
– Китап, тиһегеҙме? Мин бит быйыл ғына яҙа башланым. Район гәзитентә бер шиғырым сыҡты ла инте. Тик бына, эт нәмәләр, вис боҙоп бөткәнтәр. Исем-фамилиямтан ғына үҙемтең шиғырымты таныным. Ә-ә-ә, иҫкә төштө мына. Һеңлем, ней, тәүге шиғырымты алтынсы класта уҡ яҙғайным. Элек, ҡәһәрең, быҙауҙар ҡышын өйҙә тора торғайны. Бер мәл шул быҙау ысҡынып китеп шиғыр яҙылған дәфтәр битен сәйнәгән тә ҡуйған. Йәл булты инте. Ижат багажым байыраҡ булыр ине, ивет.
– Улай икән! Ней ағай, беҙҙең профессионал ойошма, беҙ исеме билдәле, нәшриәттә ике китабы сыҡҡан кешене генә алабыҙ.
– Әле генә ижатҡа тотонғас, ул тиклем китапты ҡайҙан алайым? Хоҙай насип итһә, икәү түгел, унауы ла булыр әле. Ваҡыт күп хәҙер, һыйырҙы бөтөрҙөм. Тик бына Союзға ғына алығыҙ.
– Юҡ, ағай, ала алмайбыҙ.
– Ни эшләп? Һеҙ әллә кеше айырып ҡарайһығыҙмы? Беҙҙең районтан Зиләне, Мәстүрәне ошо көнтәрҙә союзға алғанһығыҙ тип ишеттек. Уларҙан минең ҡайһы ерем кәм, ә?! Береһе ғүмер буйы китапханала иҙән йыуҙы, икенсеһе, ауыҙына төкөрәйем, һауынсы булты.
– Ағай, яңылышаһығыҙ! Беҙ ундай кешеләрҙе союзға алғаныбыҙ булманы.
– Әллә инте, әллә. Анау магазин директорын та Союзға алғантар. Уның бер әйберен тә күргән юҡ.
– Уныһы дөрөҫ. Әммә уны беҙгә тиклем алғандар.
– Шулай булғас, мине лә алығыҙ. Минең унан ҡайһы ерем кәм?
– Ағай, һеҙгә бер тапҡыр әйттек бит инде. Беҙ ысын ижадсыларҙы ғына алабыҙ. Ярай, һеҙҙе йәлләп алдыҡ, ти. Хәҙер ике куплет таҡмаҡ яҙа белгән бөтә халыҡ зыҡ ҡубып киләсәк. Былай ҙа пакуй бирмәйҙәр.
– Алығыҙ инде, зинһар. Мин бер кемгә лә әйтмәҫмен. Шым ғына йөрөрмөн.
– Ну ағай, ни өсөн Союз тип ныҡышаһығыҙ ул? Ул бит бер нәмә лә бирмәй. Яҙышҡан кешегә союз кәрәкмәй ҙә ул. Мәҫәлән, Туҡай ҙа, Пушкин да бер ниндәй союзда тормағандар! Ә ниндәй үлемһеҙ әҫәрҙәр ҡалдырғандар!
– Ни эшләп бирмәһен, ти! Төрлө исемдәр, наградалар бирелә. Унан үлгән яҙыусыларҙы хөрмәтләп ерләйҙәр. Урамдарға исемдәрен ҡушалар. Мин тә үлгәс шундай хөрмәт күргем килә. Бер кемгә лә әйтмәйем мына, ант итеп әйтәм! Яҙыусы икәнлегемте үлгәс кенә белерҙәр. Үҙемә бер бүләк булыр ине! Зинһар, алығыҙ инте.