Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
27 Март , 14:55

Бөгөн филармонияға килергә онотмағыҙ!

Әҙәби-мәзыкаль кисәлә Сәйҙә Ильясова, Дамир Тайыпов, Алмас Сирусин, Юнир Һағынбаев кеүек шәп йырсылар ҡатнашасаҡ сығыш яһай. Бик шәп буласаҡ! 

Бөгөн филармонияға килергә онотмағыҙ!
Бөгөн филармонияға килергә онотмағыҙ!

Әҙәби-мәзыкаль кисә
Республикабыҙҙың танылған сәхнә йондоҙҙары
сығыш яһай

27 март Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы  тамашасыларҙы «ҺҮҘЕМ БАР!» тип аталған үҙенсәлекле әҙәби-музыкаль кисәгә саҡыра.

Кешелек донъяһында һүҙҙең тотҡан роле бик ҙур. Һүҙ менән дауаларға, һүҙ менән яраларға мөмкин. Башҡорт халҡының ауыҙ — тел ижадында телгә, уның бөйөклөгөнә, илаһи көсөнә бәйле бик күп әйтемдәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар сәсмә әҫәрҙәр бар. «Әйткән һүҙ – атҡан уҡ» тигән ололар борондан. Был хәҡиҡәт мәгелек.

«Һүҙем бар!» әҙәби-музыкаль кисәһендә республикабыҙҙың танылған сәхнә йондоҙҙары әйтер һүҙҙәрен йыр, бейеү, моң, шиғри юлдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр аша еткерәсәк. Алып бараусылар тамашасыларға интерактив уйындар ҙа әҙерләй. Кисәлә шулай уҡ билдәле шағирҙәр, яҙыусыларҙың да ҡатнашыуы көтөлә.

Байрам филармонияның фойеһында уҡ башланасаҡ – төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк, китап, сувенирҙар, биҙәүестәр һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Концерттың режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова, сценарий авторы – башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғимаҙиева.

Хөрмәтле дуҫтар! Килегеҙ, көтәбеҙ! Бер — беребеҙгә иң кәрәкле, ҡәҙерле һүҙҙәребеҙҙе әйтәйек! Йыр — моң тыңлап, ихлас аралашып, күңелдәребеҙҙе һүҙ менән йылытайыҡ!

«Пушкин картаһы» ғәмәлдә

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: