Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
2 Апрель 2025, 08:05

Кисә үҙемә бер талант астым

Был егетте бөгөндән филармонияға эшкә алһалар, ҙур табыш булыр ине, тип уйланым.

Кисә үҙемә бер талант астымКисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым

Кисә үҙемә бер талант астым.  Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлиндең “Йылмайыуға 25 сәбәп” тигән бай программалы тамашаһынан һуң.

Көлкө көнөнә арналған байрам концерты “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә үтте. Әйткәндәй, Кустарный, 16 урамында урынлашҡан был үҙәкте халыҡ әллә ни белеп бармай ине. Шуға ла күптән түгел ошонда үткән Зилә Лираның концертына, халыҡ булырмы икән, тип шикләнеп барғайным.  Зал шығырым тулы булды. Рәхәтләнеп концерт ҡарап, ял итеп ҡайтҡайныҡ. Был юлы ла зал тулы ине.

Марс концертта үҙен оҫта йырсы, сағыу, таҙа тауышлы алып барыусы, әбей, бабай сүрәтендә төрлө ҡыҙыҡлы һәм фәһемле юморҙары менән халыҡты ла көлдөрҙө лә, уйға ла һалды. Егеттең талантына тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. Ә мин, был егетте бөгөндән филармонияға эшкә алһалар, ҙур табыш булыр ине, тип уйланым.

Фото: Рамиль Нафиков

 

Әбйәлилдең талантлы улы ул

– Марс Мөҙәрис улы, әңгә­мә­не ғәҙәт буйынса һеҙҙең менән яҡынданыраҡ танышыу­ҙан башлайыҡ. Бала сағығыҙ, тыуып үҫкән төйәгегеҙ, ғаиләгеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине.

– Мин 1976 йылдың 17 майында Әбйәлил районының Туйыш ауылында Мәүлиҙә менән Мөҙәрис Сәйетғәлиндәрҙең ишле ғаиләһендә кинйә – туғы­ҙын­сы бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым ете апай һәм бер бөртөк ағайым ҡурса­уында үтте. Кинйә булһам да, иркәләп кенә үҫтерҙеләр, тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа атайым мәрхүмдең “ҡолоном” тип яратыуы матур хәтирә булып һаҡ­лана. Бала сағымды бик бәхетле осор тип һанайым. Уйынсыҡ­тарым күп булды: турбина тауышы сығарған үҙйөрөшлө самолет, танк, машиналар, кон­струк­торҙар. Был бала саҡ шат­лығын, “кәләштәр ҡалаһы” – Ивановоға уҡырға китеп, шунда туҡыу фабрикаһында эшкә ҡал­ған, әле лә шул ҡалала йәшәгән Нәсимә апайым өләшә ине. Айына ике-өс посылка ебәрә торғайны. Почтальон Яҡуп апаны көн һайын дүрт күҙ менән көтөп алыр булдым.

Атайым менән әсәйемдең бер-береһе менән талашҡанын, ауыр һүҙ әйтешкәнен хәтерлә­мәйем. Баш баҫып эшләп, беҙҙе тәрбиә­ләп, үҙҙәре өсөн йүнләп йәшәй ҙә алманылар. Икеһе лә бик иртә китте: атайыма – 60, әсәйемә 63 кенә йәш ине. Шулай итеп, 13 йәшемдә – атайһыҙ, 19 йәшемдә әсәйһеҙ ҡалдым. Әммә апай­ҙарым төшөнкөлөккә бире­лергә юл ҡуйманы, үҙ ҡанат­та­рына алып, ҡурсалап, ир ҡорона еткерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике апайым һәм ағайым арабыҙҙа юҡ. Туғандарым менән терәк булып, ярҙамлашып йәшәйбеҙ.

– Яҡташтарығыҙ һеҙҙе үҙ эшенә бирелгән кеше, оҫта режиссер һәм сценарист, һүҙ сәнғәте һәм көлкө оҫтаһы тип белә. Сәнғәткә ынтылыш һәм һөйөү ҡайҙан килә?

– Был ҡандан киләлер. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да туғандарым араһында оҫта гармунсылар, йырсылар, бейеү­селәр бар. Бер туған Гөлсинә апайым “кеше-оркестр” ине: йырлай, бейей, ҡумыҙҙа, гармунда, мандолинала оҫта уйнаны, ҡалаҡ һуҡты, батмус сиртте. Атайым – ҡурайҙа, әсәйем – мандолинала, Фәнис ағайым, Рүзилә апайым гармунда уйнаны. Үкенескә ҡар­шы, барыһы ла бик йәшләй генә мәрхүм булды. Ике-өс туғанда­рым араһында ла гармунсылар, мандолинасылар күп. Шулай уҡ сәнғәт юлын һайлауымда остазым Римма Вәли ҡыҙы Таһиро­ваның өлөшө ҙур булды. Ул ауылдың мәҙәниәт йортон, унда­ғы “Шатлыҡ” өлгөлө балалар бе­йеү ансамбленә етәкселек итте.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең хеҙмәт биографияғыҙ бай ғына: заманында республиканың өс фи­лар­монияһында – Стәрле­та­маҡта, Сибайҙа, Нефтекамала эшләп алғанһығыҙ. Ошо осорға ла байҡау яһаһағыҙ ине.

– Уларҙан тыш, Стәрлетамаҡ бейеү театрын әйтмәнегеҙ (көлә – авт.). Ә филармонияға эшкә урынлашыуым бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының икенсе курсына килгәс, ниңәлер уҡыуға дәртем һүрелде, бөтөнләй теләк юҡ. Документтарымды алыу маҡса­тын­да директор урынбаҫарына инеп бара инем, режиссура бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мотаһар ҡыҙы Хөсәйе­но­ва тап булды. Әйткәндәй, ул – яҡташым, әле лә уҡытып йө­рөй. Мине күргәс, “Господин Сәйетғә­лин, дәрес ваҡытында нимә эшләп йөрөйһөң, марш дәрескә!” – ти. “Уҡымайым, документтарымды алам”, – тигәс, аптыраны ла кабинетына алып китте. Нимә тураһында һөйләш­кәнбеҙҙер – аныҡ ҡына хәтер­ләмәйем, әммә ул мине бер йылға академик отпуск алырға күндерҙе. Ҡайтам тип йөрөгән көндә дөйөм ятаҡҡа Зилә Лира апайым килде. Ул минең яңылыҡты ишеткәс, “Ҡайт­һаң, һин кире килмәйһең, уҡыуың да онотоласаҡ, ҡайтмайһың. Ана, беҙҙең филармонияға алып барыусылар кәрәк, үҙеңде һынап ҡара, бәлки, алырҙар”, – тине. Ысын­лап та, шиғыр, мәҫәл һөйлә­теп ҡаранылар ҙа эшкә алдылар. Шулай итеп, тормош юлымда осраған өс фәрештә – Римма Вәли ҡыҙы, Флүрә Мотаһар ҡыҙы, Зилә Мазһар ҡыҙы – мине ҙур сәхнәгә сығарыусылар.

Бындағы эш осоро бик күп нәмәгә өйрәтте. Бер мәл Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Альберт Шаһиевтың төркөмө менән Урал аръяғына гастролгә юлландыҡ. Әбйәлил, Баймаҡ райондарында, Магнитогорскиҙа концерттар ҡуйып, Сибайға килеп төштөк. Концерт бик матур үтте. Сәхнәнән төшөп, грим бүлмәһенә китеп бара инем, ярты юлда бер апай менән ике ағай тотоп алды ла мине өсөнсө ҡатҡа мендереп алып китте. Апай һүҙ башланы: “Марс ҡустым, бына был ағай – Сибай ҡалаһы мэры Йәрмөхә­мә­тов, быныһы – филармония директоры Ринат Исҡужа улы, мин Альмира апайың булам”, – ти. Шулай итеп, өсәүләп Сибайға эшкә ҡайтырға күндерҙеләр. Артабан Нефтекама филармония­һында ла эшләү бәхете тейҙе.

– Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһар­ға, эшләргә тура килгән, бөгөн ауыл мәҙәниәте йортон етәк­ләй­һегеҙ. Ҡайнап торған профессио­наль сәнғәт һағын­дырмаймы, үкендермәйме?

– Үкендермәй, әммә һағын­дыра. Мин бер ваҡытта ла сәхнә­не ҙурға, бәләкәйгә бүлмәйем. Сәхнәне яратырға кәрәк, шунһыҙ һөҙөмтә булмай. Ә филар­мония­ларҙа эшләгән осорға килгәндә инде, йәшлек дыуамаллығы ме­нән алдымда ниндәй юлдар асылыуын аңлап та етмәгәнмендер, күрәһең. Шулай ҙа элекке сәхнә­ләш дуҫтар менән аралар һы­уынғаны юҡ. Бөгөн, ауыл мәҙә­ниәте йорто етәксеһе булараҡ, үҙемә ниндәй ҙур, изге бурыс йөкмәтелеүен аңлап эшләйем, сөнки ҙур сәнғәткә юл тап ауыл сәхнәһенән башлана. Беҙгә, ябай ауыл балаларына, шул юлды күрһәткән, ваҡытында иңебеҙгә ҡанат ҡуйған Римма Вәли ҡыҙына рәхмәтлемен. Физәлиә Рәхимова, Венер Сөнәғәтов, Йәнбулат Мөхәмәтдинов, Рита Ҡарасурина кеүек сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан таланттар – барыһы ла уның уҡыусылары.

– Ижад кисәгеҙҙе үткәрергә йыйынғайнығыҙ, әммә тажзәх­мәт ҡамасауланы, ахыры...

– Эйе, былтыр 45 йәшемә айырым программамды әҙерлә­гәйнем, хәл-торош был теләгемә үҙгәрештәр индерҙе. Шулай ҙа уй-ниәтемдән ҡайтмайым. Эле­герәк әбей образында – Мәстүрә Түрәбаевна тигән псевдоним менән сығыш яһай торғайным, һуңғы йылдарҙа яңы образдар өҫтөндә лә эшләйем. Бер мәл шулай “Өс егет” тигән программа менән Әбйәлил районында 101 урында сығыш яһарға насип булды. Программаны халыҡ шул тик­лем яратып ҡабул итте. Ми­нең героиням Мәстүрә Түрәба­ев­на юмор һөйләп халыҡты көлдөрә, унан ҡапыл һинд ҡыҙы­на әйләнеп бейей башлай, йә башҡа һөнәрҙәрен күрһәтә. Концерт тамамланғас, беҙ, өс егет, сығып баш эйәбеҙ. Бер ауылда оло ғына йәштәге инәй: “Теге әбейегеҙ ҡайҙа? Хәле бөтөп йығылдымы, баш эйергә лә сыҡмаған”, – тип көлдөргәйне. Тимәк, халыҡ минең уйнауымды ихлас, ышанып ҡабул итә. Артист өсөн иң ҙур баһа шул инде.

– Һеҙ шиғырҙар ҙа ижад итә­һегеҙ. Әйткәндәй, шиғриәтегеҙ бик матур, мәғәнәле. Был шөғөл бала саҡтан киләме?

– Юҡ, бала саҡта шиғыр яҙманым. Төрлө байрамдарға, сараларға сценарийҙар яҙған ваҡытта әйтергә теләгәнемде шиғри юлдар менән дә байытам. Был нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Уның ҡарауы, сценарий өсөн китаптар аҡтарып, әҙер шиғыр эҙләп ултырмайым. Дөрө­ҫөн әйткәндә, элек мин шиғырҙы яратмай, аңламай инем. Ә хәҙер инде, шиғриәттең тәьҫир көсөн дә, илаһи бер донъя икәнен дә яҡшы беләм. Әйткәндәй, байтаҡ шиғырҙарым тупланды, уларҙы китап итеп баҫтырыу тураһында ла уйлайым.

– Гәзит уҡыусыларҙы ғаилә­геҙ менән дә яҡындан таныш­тырһағыҙ ине...

– Ҡатыным Лениза Вәкил ҡыҙы менән бергә эшләйбеҙ, ул да – мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ғаилә­беҙҙә дүрт ҡыҙ, бер малай. Өлкән ҡыҙыбыҙ үҙ ғаиләһен ҡорған, балалар үҫтерә. Икенсеһе китапханасы булып эшләп йөрөй. Уртансыбыҙ – студент, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡый, ике бәләкәсебеҙ – мәктәп уҡыу­сылары. Балаларыбыҙҙың бөтә­һе лә бейей, әлеге көндә бәләкәй ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ  үрҙә телгә алып үткән “Шатлыҡ” ансамблендә шөғөлләнә.

Әйткәндәй, үҙем арыу уҡ йылдар инде сәләмәт йәшәү рәүеше алып барам. Балалар үҫә башлағас, аңлы рәүештә насар ғәҙәттәрҙән баш тарттым, сөнки улар атай-әсәйгә ҡарап үҫә.

Архив

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

Фото: Бәйләнештә.

Архив.

Шиғри күстәнәс

 

Табын да ғына ҡороп, йырҙар

һуҙып,

Ултырырға ине туғайҙа.

Оҙон көйҙө һуҙһам, бәлки, ҡыҙып,

Ҡурайсылар уйнар ҡурайҙа.

Таҡыя ғына башлы ҡыу ҡурайҙың

Йөрәк һыҙландырыр көйҙәре.

Ғүмер ҙә генә тигән был утарҙың

Оҙон булһын килер көндәре.

Ҡыҙыл ғына буйы һары үлән,

Йәшелләнер ҡабат, һут булһа.

Үтеп тә генә барған

был йәшлекте

Ауыҙлыҡлар инем хут булһа.

Ғәмһеҙ генә йәшлек туғайҙарын

Алыштырыр ҙа ялан бар икән.

Ул яланға сығыр үр-тауҙарым

Олоғаям да ғына тигән тау икән

Ғүмер генә тигән был хозурҙы

Боҙор әжәле лә бар, тиҙәр.

Йәшлек туғайҙарын бейеп

сыҡтыҡ,

Үр-тауҡайҙарында ни көтәр.

Олоғая тауы – бейек,

тар һуҡмаҡлы,

Яҙа баҫһаң, аҫта – таш-ҡая.

Күпме уйлаһаң да, йәшәү йәмле,

Үтмәниһә ғүмер заяға.

Олоғая ла тауын артылғас та,

Йәйрәп ята йәмле киң ялан.

Аҡлыҡ яланы ул, тирә-яҡтан

Баҫып алған икән суҡ балан.

Суҡлы баланҡайҙың тәме әсе,

Төҫкәйҙәре ҡыҙғылт-көрәнһыу.

Йәшлек туғайынан был яланға

Күсеүҙәре бер аҙ яманһыу...

Тора-бара балан тәмкәйҙәре

Шундай татлы, шундай

баллана.

Күсеү осорҙары бигерәк яйһыҙ,

Бер аҙ торғас, бар(ы)һы яйлана.

Олоғаям үрен имен-аман

Йырым һуҙып яҙһын үрләргә.

Үргә менгән саҡта көйөм булһын,

Көсөм булһын зиһен төйнәргә.

Ошо йырҙы, ошо көйҙө аҡ яланда

Ейәндәргә яҙһын көйләргә.

 

* * *

 

Ир-егетте хисһеҙ, тимәгеҙ һеҙ,

Нисек кенә хисле был күңел!

Беҙҙә лә бит тибә шул бер йөрәк,

Беҙҙең дә бит күңел боҙ түгел.

Илар саҡта, тештәр ҡыҫып,

Урттар сәйнәп, үҙәк өҙөлә.

Ир-егеттең йәше ҡасып-боҫоп,

Яңғыҙ саҡта өнһөҙ түгелә.

Ир-егетте иламайҙар, тиҙәр,

Беҙҙә лә бит шул уҡ күҙ йәше.

Бәғерҙәрҙе телер ауыр һүҙҙәр

Шул уҡ телә беҙҙең йөрәкте.

Ир-егетте иламай, тимәгеҙ ҙә,

Һеҙҙең кеүек беҙ ҙә шул илаҡ.

Һеҙҙең инеш яҡын, бында,

эргәгеҙҙә,

Беҙҙең быуа бер аҙ алыҫыраҡ.

 

* * *

 

Киләсәктә әйтер һүҙебеҙ ҙә

Яҡты, нурлы булһын гел генә.

Белегеҙ һеҙ, әсә теленән дә

Баллы тел юҡ башҡа бер генә.

Әсәм теле – миңә сәсән теле,

Тип йәшәһәк уны хәтерләп,

Һис юғалмаҫ изге телебеҙ ҙә,

Торһаҡ уны һәр саҡ ҡәҙерләп.

 

 

Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Кисә үҙемә бер талант астым
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас