Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
7 Апреля 2025, 05:45

Әллә яҙмыш, әллә яңылыш

Совхозда оҙаҡ йылдар һарыҡ ҡараусы булып эшләй. Тормош иптәше Жәүәт Тайфур улы менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән сөкөрләшеп, ҡәҙерле әсәй, өләсәй булып, бергә-бергә донъя көтәһе ине лә бит... Әммә бөгөн ул ошо йортта. 

Әллә яҙмыш, әллә яңылышӘллә яҙмыш, әллә яңылыш
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш

Ураҙа байрамы алдынан бер төркөм ирекмәндәр Учалы ауылында урынлашҡан оло йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға тәғәйенләнгән стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегенә барып ҡайтты. Ойоштороусы Лилиә Хәсәнова ярҙамы менән яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалған, ярҙамға мохтаждар өсөн 68 меңдән ашыу йыйылған аҡсаға телевизор, 40 пар тапочка, 9 дана урын кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек, өйҙә бешерелгән ҡоймаҡ, бөйөрөктәр алып барҙы. Яңғыҙҙарҙың яҙмышына битараф булмаған йәштәрҙең исемлеген дә яҙып китеү яҙыҡ булмаҫ. Улар - Лилиә Хәсәнова, Лениза һәм уның улы Саръян Мөхәмәтйәновтар, Лилиә Мостафина, Әлфиә Исхаҡова, Филүзә Ғүмәрова, Рөстәм Хәдисов, Вилиә Янбаева. Концерт номерҙары, йылы аралашыу, өй ашы ололар һәм инвалидтар күңелендә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырғандыр тигән ышаныстабыҙ.

40 урынға иҫәпләнгән бүлек яңғыҙ ҡалғандар, ярҙамға мохтаж кешеләр өсөн - һуңғы терәк, өмөт утрауы. Уға ихтыяж һис кәмемәй, йылдан-йыл арта ғына. Бүлек мөдире Энже Зәйнуллина әйтеүенсә, ололар өсөн бында барлыҡ шарттар тыуҙырылған, бер бүлмәлә өсәр-дүртәр кеше йәшәй. Һәр береһендә уңайлы шкафтар, таҙа йомшаҡ түшәк йәйелгән. Күмәкләшеп донъя хәлдәре тураһында һөйләшергә, йәшлек хәтирәләре менән бүлешергә матур итеп йыһазландырылған ял бүлмәһе лә бар. Ашхана ла ҙур һәм яҡты, уңайлы бәҙрәф - барыһы ла ололарға яраҡлаштырып эшләнгән. Ололарҙы 4 ашнаҡсы, 5 хеҙмәткәр (сиделка?), шәфҡәт туташтары тәрбиәләй. Арып-талсыҡҡан, рәнйетелгән, йорт-ерҙән, наҙ-һөйөүҙән мәхрүм ителгән йәндәр бында иркенләп һулыш ала, әҙәмсә ашап-эсә, үҙен тәртипкә килтерә. Түшәктә ятыусылар ҙа бар - улар өсөн айырым тәрбиә ҡаралған.

-Ауырыуҙарҙы дауаханаға алып барабыҙ, һәр береһенә бүлектә лә тейешенсә медицина ярҙамы күрһәтелә. Дарыуҙарын да килтереп торабыҙ. Дүрт тапҡыр ашатыу ҡаралған. Бағыусылар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып тора, мәҫәлән, тау байыҡтырыу комбинаты йыл һайын Яңы йылға бүләктәр ебәреп тора, - тип һөйләне Энже Зәки ҡыҙы.

Вәлимә Хәлил ҡыҙы Ғәлимова - ҡарттар йортонда иң оло әбейҙәрҙең береһе. 89 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә бирешкәндәрҙән түгел. Туңғатар ауылында тыуып үҫкән инәйҙең ғүмер юлы ҡәҙимге, башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Ун балалы ғаиләлә һигеҙенсе булып доъяға килә ул. Атаһы һуғыштан яраланып ҡайта, һуңынын милицияла, ауыл советында эшләй. Әсәһе колхоз эштәрендә йөрөй. Бәләкәйҙән ауыл тормошоноң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрен, миҙгелгә хас хәстәрҙәрен, крәҫтиән хеҙмәтендә сыныҡҡан ҡыҙ ваҡытында донъя ҡора, кейәүгә сыға. Совхозда оҙаҡ йылдар һарыҡ ҡараусы булып эшләй. Тормош иптәше Жәүәт Тайфур улы менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән сөкөрләшеп, ҡәҙерле әсәй, өләсәй булып, бергә-бергә донъя көтәһе ине лә бит... Әммә бөгөн ул ошо йортта. “Улым Әүешкүлдә, ҡыҙым Өфөлә йәшәй, һәр береһенең үҙ донъяһы бар, бер туғандарым үлеп бөттө”, - тип һөйләне ул беҙгә. “Ҡарайым тип бер ҡатын үҙен ҡарттар йортонан алып ҡайтып та йөрөнө, тик ҙур суммала кредит алдыртып, кире килтереп тапшырҙы, оҙаҡ йылдар кредитын түләргә тура килде үҙенә, - тип һөйләнеләр хеҙмәткәрҙәр. Нуры бөтөп, эскә батҡан күҙҙәре моңһоу, әйтерһең дә, нимәлер көтә, өмөт итә. Аяныслы яҙмышҡа дусар булған Вәлимә әбейҙең үткән ғүмере күҙ алдына килде. Ирекһеҙҙән күҙгә йәштәр төйөлдө... Әсәйҙәрҙең сабырлығын һанамаһаҡ ине, уларҙың нурҙар сәсеп торор күҙҙәренән тик шатлыҡ йәштәре генә аҡһын.

Неля Самиуил ҡыҙы Сәйфуллина - ҡарттар йорто Ахун ауылында урынлашҡан ваҡыттан алып бында. 1948 йылғы. Шишмә районынан. Мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, медицина училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Алкино шифаханаһында башлай. Шишмә районының дауаханаһында шәфҡәт туташы булып оҙаҡ йылдар эшләй. Учалы районынан Фәйез Сәйфуллин исемле кешегә кейәүгә сыға, 1950 йылда Фәрит улдары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән инде тормош иптәше лә, улы ла юҡ. Оло юғалтыуҙарҙан һуң Неля Самуил ҡыҙының һаулығы ҡаҡшай, күҙҙәре күрмәҫ була. Бәлә үҙе генә килмәй шул, шул ваҡытта янғын сығып, фатирһыҙ, бер әйберһеҙ ҙә тороп ҡала. Сараһыҙҙан ҡарттар йортона килеп урынлаша. “Воронеж ҡалаһында Маргарита исемле апайым бар, судта эшләй, тик уның менән бәйләнеш күптән өҙөлдө”, - тип һөйләне ул беҙгә. 

Нәзир Ғәзиз улы Мөхәмәтйәнов - Иманғол ауылынан. 1961 йылғы. Ғаиләлә биш бала үҫәләр, Нәзир иң олоһо. Церебраль паралич менән ауырыған, өҫтәүенә ике аяғын да юҡалтҡан ағай бер туғандарыма ҡамасауламайым тип, үҙе ҡарттар йортона килтереүҙәрен һорай. Туғандарым килеп, хәл белешеп торалар, ти ул.

Александр Иванович Никитин Силәбе өлкәһендә эшләгәнендә, производство йәрәхәте алып, аяҡтарын юғалтҡан. Үҙе Учалы ҡалаһынан. 1961 йылда тыуған. Ун класты тамамлағас, Мейәс геология-разведка училищеһында уҡый. Оҙаҡ йылдар тегеү фабрикаһында ла эшләп ала. “Бер туған ағайым Николай менән аралашып тора инек, тик һуңғы йылдарҙа бәйләнеш өҙөлдө. Телефонын да юғалттым. Күрәһем килә, һағындым. Бәлки осрашырға тура килер әле”, - тип өмөтөн һаман өҙмәй Александр Иванович.

Бүлектә ололар ғына түгел, ниндәйҙер сәбәптән инвалидлыҡ алған, ҡарарға яҡындары булмаған йәштәр ҙә бар. Наталья Лемдьяноваға, мәҫәлән, 45 йәш. Сергей Зарубин 1976 йылғы. Баҡалы районынан. Тома һуҡыр. Өфө интернатында йәшәгәнендә тормош иптәше менән таныша. Кәләше вафат булғас, тормоштан йәм тапмай, Учалы районына күсереүҙәрен һорай. Оҫта ҡуллы егет бер ваҡытта ла тик ултырмай, бүлектәге балта эштәрен, нимәнелер йыйып-һүтеү булһынмы - бөтә үҙе башҡара. Тик кеше менән аралашырға яратмай.

Социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә барыһы 12 ҡатын-ҡыҙ, 28 ир-ат. Һәр береһенең үҙ яҙмышы. Күптәр ғаилә ҡормағандар, балалары юҡ. Йәшәр урындары, яҡындары булмау сәбәпле ошо бүлеккә килеп һыйынғандар. Иң оло бабайға - Рамаҙан Ғәлимовҡа 1 апрелдә 90 йәш тулған.

Был ағай-апайҙарҙың йөрәк яраларын ҡуҙғытып, аяныслы яҙмыштары тураһында яҙыуыбыҙ юҡҡа түгел. Богон тормош һынауҙары алдында торған йәштәр бер аҙ уйланһын, ғибрәт алһын ине. Йәш саҡта аҡылды йыш ҡына хис буйһондора. Ҡыҙыулыҡ менән төҙәтелмәҫ хаталар яһала. Ә бит бер-береңде аңларға, кисерергә, ярҙам итергә, ата-әсәгә ҡарата хөрмәт күрһәтергә тырышҡанда, бындай бәхетһеҙ яҙмыштар ҡабатланмаҫ, ғүмерҙәрҙең ахыры былай аяныслы булмаҫ ине.

Вилиә Янбаева

"Яйыҡ" гәзитенән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас