Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
9 Апрель 2025, 05:35

Хәҙер килендәр уҫал

Килене үҙе эшкә киткәндә аҙыҡ-түлекте, бешергән ризығын йыйып, йәшереп китә икән. “Оло кешегә күп ашарға ярамай, йығылып-фәлән ҡуйһаң, һине кем күтәреп йөрөтһөн. Улдарың йыраҡта, миңә һине йыуындырырға, кейендерергә, тышҡа алып сығырға кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн күп ашама...”, - тип кенә тора.

Хәҙер килендәр уҫалХәҙер килендәр уҫал
Хәҙер килендәр уҫал

Яңыраҡ бер танышым һөйләгән хәбәрҙән һаман иҫемде йыя алмайым. Ғәжәпләнерлек тә шул. Килене үҙе эшкә киткәндә аҙыҡ-түлекте, бешергән ризығын йыйып, йәшереп китә икән. “Оло кешегә күп ашарға ярамай, йығылып-фәлән ҡуйһаң, һине кем күтәреп йөрөтһөн. Улдарың йыраҡта, миңә һине йыуындырырға, кейендерергә, тышҡа алып сығырға кәрәк буласаҡ. Шуның өсөн күп ашама...”, - тип кенә тора.

Уныһынан да бигерәк шуныһы ғәжәпләндерҙе: бешереп ашап ҡуймаһын тип, итте ала алмаһын өсөн, туңдырғысҡа һыу ҡойоп туңдырып ҡуя. Ишеткәнемә ышанмаҫ инем, был килендең үҙенән йәшерәктәргә шулай тип кәңәш биреүенә үҙем шаһит булдым. “Ҡалала йәшәгән улы менән килененә мин өйҙә юҡта биреп ебәрмәһен өсөн мин гел туңдырғысҡа һыу ҡоям. Ныҡ итеп, ҡатлы-ҡатлы туңһа, уны еңел генә алып булмай”, - ти.

Танышым килененең был ғәҙәтен күптән белһә лә, ситтә эшләп йөрөгән улы барыбер ышанмаҫ тип, уға бер һүҙ ҙә әйтмәй. Аслы-туҡлы йәшәмәһә лә, килененең ошо ҡылығынан ғәрләнеп, күптән үҙенә бикләнгән.

Заманында ошо бер эш белмәгән киленен танышым үҙе уҡытып кеше итте. Балаларын үҫтереште. Хәҙер ҡартайып, кәре киткәйне, ҡәҙере лә китте.

Әлфиә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Автор:
Читайте нас