Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
14 Апреля 2025, 07:35

Кем ул шул Нәжибә? Ир ҡәҙерен белмәгән бисә!

Хатта шул тиклем килештерҙемме икән, премьераға  килгән атайым менән ирем ҡотламанылар. “Һиңә насар роль биргәндәр”, - тип әйттеләр. 

Кем ул шул Нәжибә? Ир ҡәҙерен белмәгән бисә!Кем ул шул Нәжибә? Ир ҡәҙерен белмәгән бисә!
Кем ул шул Нәжибә? Ир ҡәҙерен белмәгән бисә!

         М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин” повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектакль аншлаг менән бара. Сәхнә, ижад кешеһенең яҙмышы хаҡындағы был әҫәрҙә  тамашасылар төп ролдәрҙе башҡарыусылар  – Нәжибә (Илүзә Күсәбаева), йәш Хәсән (Алмас Йосопов), Хәсән (Азамат Ғафаров) –   тормошо менән йәшәй. Йәш, популяр йырсы Хәсәндең ғаиләле ирҙән ауырға ҡалған  Нәжибә менән танышыуы, уның менән ғаилә ҡороуы егеттең  артабанғы тормошонда  төрлө күңелһеҙ хәлдәр менән теҙелеп китә.

   Тамаша барышында залдағыларҙың Нәжибәгә шул тиклем нәфрәт менән ҡарауы, хатта  ысын тормошта барған кеүек ҡабул итеп, ҡатынға асыуланып, вәт ир ҡәҙерен белмәгән бисә, тотоп кәрәген бирергә, тип бышылдашып ултырыуы үҙе үк герониняның ролен  шул тиклем биреп башҡарыуы, таланты хаҡында һөйләй.

Кем ул Нәжибә? Нәжибә ролен башҡарған Илүзә Күсәбаева Әбйәлил районының Асҡар ауылы ҡыҙы. 2021 йылда Михаил  Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған бер төркөм йәштәр менән театрға эшкә алына.

- Ғаиләлә өс малай араһында иң өлкәне булам. Атай-әсәйем иркәләп кенә үҫтерҙеләр, – ти Илүзә. – Әрләшә белмәйем, тауыш-низағ урынынан тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарайым. Шуға ла был яһил ҡыҙ ролен сығарыу еңел булманы. Әммә ошо юлды һайлағанһың икән, миңә ул оҡшамай, булдыра алмайым, тип торорға тейеш түгелһең. Аллаға шөкөр, тырышлыҡ бушҡа китмәне – роль уңышлы килеп сыҡты. Хатта шул тиклем килештерҙемме икән, премьера килгән атайым менән ирем ҡотламанылар. “Һиңә насар роль биргәндәр”, - тип әйттеләр ти.

Фото: театр сәхифәһенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас