Ойошмала ун биш йылдан ашыу баш баҫып эшләгән Фирүзәнең түшенә ниндәйҙер миҙал таҡтылар. Эйе, эйе, дәүләттеке түгел. Ниндәйҙер йәмәғәт ойошмаһы уйлап сығарған миҙал. Быныһына ла харап шат ине ҡатын. Өҫтә кешеһе, ҡеүәтләп һүҙ әйтерҙәй кешеһе булмағас, почетлы исемдәр ҙә, башҡаһы ла уны ситләтеп үтә шул. Унан байтаҡҡа һуңыраҡ килгәндәр ала башланы “атҡаҙанған” исемен. Теге ваҡыт унан күпкә һуң килеп, башы мәңге больничныйҙан сыҡмаған Илдарханға ла бирҙеләр. Төп етәксе уның еҙнәһе, тиҙәр. Унан өсөнсө йыл ғына урынлашып, йүнле эш күрһәтеп өлгөрмәгән Мәжит тә республиканың абруйлы премияһын алды.
Бүләкте 8 Март байрамы алдынан тапшырҙылар. Хәҙер беҙҙә бөтә нәмә йылдам эшләй. Шунда уҡ был хаҡта шалт-шолт фотоға төшөрөп, бер нисә һөйләм яҙып, интернет селтәренә лә ҡуйҙылар. Кемдер уны күреп ҡыуынып, ҡотларға ашыҡһа, йөҙө йәмрәйеп йөрәген тотҡандар, ауыҙын салшайтып, унан башҡа кеше бөткәндер, тип уйлағандар ҙа юҡ түгел ине.
Фирүзә ҡанатланып кире эшенә килеп еткәндә был турала бөтә ғәм белә ине. Улар бер бүлмәлә өс кеше ултыра. Бүлек етәксеһе Мәймүнә Рәлифовна күптән пенсия йәшенә етһә лә, һаман йәбешеп ятҡан көнө. Өлкән белгес Минзәлә Әбүзәровна ла апаруҡ йәштә.
– Һаумыһығыҙ! – Улар Фирүзәнең иҫәнлеген алыу түгел – ишетмәнеләр ҙә. Хатта күтәрелеп тә ҡараманылар, баш баҫып эшләп ултырған кеше булдылар. Фирүзә ҡабаттан иҫәнләште:
– Һаумыһығыҙ! – Был юлы ла иҫәнлеген алыусы булманы.
Фирүзә сәскәһен һыулы банкаға ҡуйҙы ла, өҫ-башын рәтләп, өҫтәл артына ултырҙы – отчеттар күп. Өлгөрөргә кәрәк. Миҙал хөрмәтенә бушағысыраҡ табын әҙерләр әле. Шул мәл Мәймүнә Рәлифовна телгә килде:
– Кешеләр миҙал алғас ни, ҡалай эшем эйәһе булып ҡылана! Килде лә эшкә тотонған булды.
Уға Минзәлә Әбүзәровна ҡушылды:
– Хәҙер йәштәр шәп инде. Беҙ алмаған миҙалды улар ала. Ошо йәшемә етеп был миҙалды мин алғаным юҡ. Ә бала саға бирәләр! Әллә ҡайҙан юлын табалар. Бәлки, беҙгә лә өйрәтерһең, ә?
– Шулай шул! – Уны тағы Мәймүнә Рәлифовна йөпләне. – Ниндәй кешеләргә бирәләр икән уны?
Фирүзә бер талай телһеҙ ҡалды. Унан бүлек етәксеһенең бер нисә йыл элек кенә орден алыуын иҫенә төшөрөргә ҡыйыулыҡ тапты.
– Мәймүнә Рәлифовна, һеҙҙе күптән түгел генә орден менән бүләкләнеләр бит!
– Алһа һуң! Минең хеҙмәтемә ул ғына аҙ. Миңә лә тап ошондай миҙал кәрәк. Анауға бирҙеләр, теге алды. Хәҙер килеп һиңә лә бирҙеләр.
Фирүзә өнһөҙ ҡалды. Шуны ғына көткәндәй Минзәлә Әбүзәровна телгә килде:
– Хәҙер миңә лә өсөнсө йыл ғына “атҡаҙанған” исеме алдың тип әйтерһең. Эйе, алдым! Миңә уны лайыҡлы рәүештә бирҙеләр. Минең дә ошондай миҙалым юҡ. Миңә лә кәрәк. Беҙҙең дә хеҙмәт лайыҡлы баһаланырға тейеш. Һин беҙҙән күпкә йәш булһаң да, ана алдың, берәй әмәлен тапҡанһыңдыр. Тик торғандан был миҙалды берәүгә лә тоттороп ҡуймайҙар. Моғайын, берәй түрә менән ҡиты-миты киләһеңдер...
– Һеҙ апайҙар әллә нимә һөйләйһегеҙ ул! Әллә ҡайҙа төшөп киттегеҙ?
– Дөрөҫө шул инде! Майламаһаң таба ҡупмай, тип белмәй әйтмәгән боронғолар.
Бүлмәлә бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Шул мәл кемдер ишек шаҡыны.
– Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!
Ишектә күптән хаҡлы ялда булһа ла ойошмаға юлды һыуытмаған Зифа Назаровна күренде.
– Һаумыһығыҙ?!
– Һаубыҙ әле!
– Ни хәлдәгенәһегеҙ?
– Ни хәлдә тип ни, бына миҙал йыуып ултырабыҙ. – Минзәлә
Әбүзәровна мыҫҡыллы йылмайҙы.
– Ниндәй миҙал тағы?
– Иң өлкән, иң оҙаҡ эшләгән Фирүзәбеҙгә бөгөн анау миҙалды биргәндәр.
– Китсәле, ысынмы?
– Һине алдап тормаҫбыҙ инде. Ана өҫтәлендә ята.
– Ҡайҙа күрәйем әле! Ниндәй алтын миҙал икән?! – Зифа Назаровна, рөхсәт тә һорап тормайынса, Фирүзәнең өҫтәленән миҙалын алып үҙенең түшенә таҡты. Унан түшен-башын һелкетеп, ауыҙын йырҙы:
– Килешәме, ә?
– Килешмәгән ҡайҙа! Тик бындай миҙал беҙгә тәтемәй шул. – Быныһын Мәймүнә Рәлифовна яуапланы. – Хәҙер Фирүзәне танымаҫбыҙ ҙа инде. Танау китер инде өҫкә менеп анау тиклем миҙал алғас.
– Ҡуй инде! – Зифа Назаровна ҡулын һелтәне. – Хәҙер йәштәр сос бит. Һикһән йәшкә етеп барһам да һаман ошо миҙалды алалған юҡ. Быны беҙҙең кеүектәргә биреп тормайҙарҙыр инде. Матур, йәш ҡыҙҙарға ғына бирәләрҙер...
– Шулай инде, шулай!
– Һин әйт тә мин ҡуй!
Шул саҡ йөҙө үҙгәреп киткән Зифа Назаровна, нимәнелер иҫенә төшөрөп, түшендәге миҙалды йолҡоп тигәндәй алды да усына тотоп йылп итеп сығып та китте. Хатта артынан ишеген ябырға ла онотто. Бер нисә минуттан ҡыҙара-бүртеп сыҡҡан ханым ойошма етәксеһенең алдында тора ине.
– Мәсәлим Кинйәбаевич, был ни хәл ул? Ҡасан беҙҙә оло кешеләрҙе хөрмәт итә башларҙар икән, ә?!
– Бәй, нимә булды Зифа Назаровна? Иҫәнләшеү юҡ, нитеү юҡ.
– Бында һеҙҙең менән иҫәнләшерлек ҡалманы инде. Шул тиклем мыҫҡыл итеүегеҙгә, шул тиклем кеше айырыуығыҙға Хоҙай һеҙҙе нисек ер өҫтөндә күтәрәлер! Бына ошо миҙалды йәп-йәш Фирүзәгә биргәнһегеҙ, ә миңә юҡ. – Зифа Назаровна миҙалды шатырлатып уның өҫтәленә һалды.
– Ниндәй миҙал ул? – Мәсәлим Кинйәбаевич миҙалды ҡулына алып тотоп ҡараны. –
– Зифа Назаровна! Беренсенән, был миҙалда минең ҡыҫылышым юҡ, икенсенән, һеҙҙең ошо миҙалға ҡалған көнөгөҙ бармы? Һеҙ бит әллә ниндәй ордендар алған кеше.
– Мине йыуатып та, алдап та маташмағыҙ. Орден янына миҙал да һыя. Минең ошо ғына миҙалым юҡ. Бала сағалар алып бөткән миҙал миндә генә юҡ. Хәҙер кеше араһына сығаһы ҡалманы. Ғәрлегеңдән бына хәҙер ят та ул. Яҡташтарым янына осрашыуға ҡайтыуы оят!
– Һуң Зифа Назаровна, әйттем бит, был миҙалдың бер льготаһы ла юҡ. Уны эттәр, бесәйҙәр иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә бирәләр.
– Юҡ, юҡ, алдамағыҙ ҙа, нитмәгеҙ ҙә. Миңә лә шул миҙалды юллағыҙ... Булмай икән, былай ғына ҡалмам! Өҫкә барам! Бында кеше айырып ултыраһығыҙ. Пенсиялағы кеше кеше түгелдер шул. Кешене упсым урамға ташлап ҡуйҙылар.
– Уф Аллам! Ошо миҙалдар тип үлтерәһегеҙ бит! Быуып алып бараһығыҙ! – Мәсәлим Кинйәбаевич сәсен йолҡоп-йолҡоп, башын стенаға башын бәреп-бәреп алды. Унан туҙынып алдындағы ҡағыҙҙарын йыртып-йыртып быраҡтырҙы. – Бөтәһенә лә миҙал кәрәк! Бөтәһенә лә! Нимә эшләтәһегеҙ шул тимерҙе? Кисә генә Толомғужа Байназаров килеп, бер сәғәт буйы миҙал таптырҙы. Ул Хәлис Йәлиловтан тамам ғарыҡ булдым. Миҙал тип кермәгән көнө юҡ. Алйыттығыҙ бит! Эшләргә хут бирмәйһегеҙ! Миҙал да миҙал...
– Мин башҡаларҙы белмәйем! Ә миңә ошо миҙал кәрәк! Барыбер аласаҡмын! Әле мине былайтып тип кенә ҡалыр тип уйлайһығыҙмы? – Етәксе бүлмәһенән ярһып сығып киткән Зифа Назаровна күтәрмәнән төшөп барғанда яҙатайым баҫып, алай ҙа былай кәүҙәһе менән әллә ҡайҙа барып төштө. “Уй-уй, үләм! “ Уның асырғанып ҡысҡырған тауышы әллә ҡайҙа ишетелде. Ҡатын урынына ҡалҡынып торорға тырышҡан ыңғайға үҙәккә үткеһеҙ ауыртыу уның кире ултырырға мәжбүр итте. “Ҡотҡарығыҙ, үләм”, – ти һөрән һалды. Тауышҡа килеп сыҡҡан Фирүзә тиҙ генә “Ашығыс ярҙам” саҡыртты. Башын ауырттырған Зифа Назаровнаны дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Кискә ҡарай ҡан баҫымы күтәрелгән Мәймүнә Рәлифовнаға ла табип саҡырырға мәжбүр булдылар.
– Ярай әле ваҡытында саҡырғанһығыҙ! Саҡ ҡына һуңлаһағыҙ, насар бөтөр ине, – тип табип бер нисә укол ҡаҙаны ла дауаханаға ашыҡтырҙы.
Тап ошо мәлдә Минзәлә Әбүзәровнаның фатирында ла мәж киләләр ине. Ҡото осҡан балалары тиҙ генә 02 һандарын йыйҙы. Йөрәк өйәнәге ҡуҙғалған әсәйҙәрен носилкаға һалып дауаханаға алып киттеләр.
Миҙал тип зыҡ ҡупҡан өс ханым тағы дауахана палатаһында осрашты. Төндә йоҡлағанда ла уларҙың хәлһеҙ ирендәре “Фирүзә”, “миҙал” тип ҡыбырлай ине...
Фото: sulpak.kz