Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
27 Апрель 2025, 16:30

3 май "Бәхет хакы"көтә бит беҙҙе....

Аңлап булмай, ышанып булмай... Беҙ Сибайға килеп еттек.... Азамат спектакль уйнай, уйнайбыҙ, тик һинән башҡа.

3 май "Бәхет хакы"көтә бит беҙҙе....3 май "Бәхет хакы"көтә бит беҙҙе....
3 май "Бәхет хакы"көтә бит беҙҙе....

3 май "Бәхет хакы"көтә бит беҙҙе.... Аншлаг...
..Хәйер. Бер генә спектакль да. һинең ҡатнашлығыңда аншлагһыҙ үтмәне... Йәнеңде биреп уйнанын, юҡ, йәшәнең сәхнәлә...
Ҡолаҡта сыңлай "сәхнә ул фальшты яратмай" тигән һүҙҙәрең.... Үҙеңде йәлләмәй шулай "уйнауың' йөрәгеңде бөтөргәндер ҙә инде... Күңел илай ..йөрәк илай...
Эх, Фидан ағай, йәл. Бик йәл... Иртәрәк ине бит әле хушлашырға,......
Бәхет ине бер сәхнәлә уйнау , ҡулға ҡул тотоноп бер сәхнәлә атлау,ижадташ булыу...
Бөйөк шәхес, ысын мәғәнәһендә йондоҙобоҙ, сәнғәт күген яҡтыртыусы балҡытыусы булдың...
Аңлап булмай, ышанып булмай... Беҙ Сибайға килеп еттек.... Азамат спектакль уйнай, уйнайбыҙ, тик һинән башҡа.

Светлана ХӘКИМОВА,

Башҡортостандың халыҡ артисы. 

 

Автор:
Читайте нас