

Йәшәй-йәшәй шундай фекергә килдем. Тормошта бер нәмә лә ҡорбан талап итмәй. Ғәҙәттә, кешеләр үҙ-үҙен аҡлар өсөн генә шулай ти. Барыһын да параллель рәүештә алып барырға, ғаиләңдә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ир ҡатыны булырға өлгөрөп тә, бынамын тигән сәхнә карьераһы яһарға мөмкин. Һәм ундайҙар бик күп. Тимәк, ижад кешеһе яңғыҙ булғанда ғына сәхнәлә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшә ала тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Ә “ҡорбан” тигән һүҙҙе бөтөнләй яратмайым һәм ҡабул итмәйем. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә бер кем дә ҡорбан булырға тейеш түгел. Был донъяға бәхетле булыр һәм кемделер бәхетле итер өсөн килгәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә бирелгән миссияны тулыһынса үтәргә лә бурыслыбыҙ.