

Уҡытыусы. Ни тиклем күп һәм бөйөк мәғәнәгә эйә был һүҙ! Хәреф
танырға, иҫәп-хисапҡа һәм төрлө фән нигеҙҙәренә өйрәтеүсе, ифрат
ҡатмарлы тормош юлдарында юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ урыныңды табырға
әйҙәүсе, Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән һәр көндөң, һәр сәғәттең,
ғөмүмән, йәшәйештең ҡәҙерен белеп кенә көн итеү зарурлығын
аңлатыуҙы үҙ иңенә йөкмәүсе лә ул. Мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫҡан
сабыйҙар ош сифаттарға эйә уҡытыусы ҡулына эләкһә, тимәк, улар бик
тә бәхетле. Ә ундай уҡытыусылар, шөкөр, бар әле. Шуларҙың береһе -
Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика гимназия-
интернатының математика уҡытыусыһы, Башҡортостан
Республикаһаның мәғариф отличнигы Тәнзилә Рафиҡ ҡыҙы Әминева.
Уҡыусыларының һәр ҡайһыһын үҙ балаһылай күреп яратып, һәр
кеменең булмышына тыумыштан бирелгән һәйбәт хис-тойғоларҙы
үҫтереү хыялы менән янып йәшәү һәләте һәм ҡеүәһе бирелгән уға.
Учалы районының Мулдаҡай ауылында көн итеүсе Сәлимә Шакир
ҡыҙы менән Рафиҡ Мөхәмәтсадиҡ Әминевтарҙың күп балалы татыу
һәм эшһөйәр ғаиләһендә наҙға һәм иғтибарға сумып үҫкән ул. Инәһе
менән атаһы алтын сығарыуҙа – гидравликала эшләгәндәр. Нисек кенә
арып-талсығып ҡайтмаһындар, балаларының һәр ҡайһыһына иғтибар
бүлергә, һәр ҡайһыһы менән һөйләшергә, уларҙың нимәгә
ҡыуаныуҙары йә нимәгә борсолоуҙары хаҡында һорашырға, үҙҙәренең
файҙалы кәңәштәрен бирергә форсат тапҡандар.
Тәнзилә Әминева үҙ-үҙен белә башлағандан алып һәм әлегә тиклем
- мәктәп юлында. Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем
алған йылдарын иҫәпләмәгәндә, әлбиттә. Хәйер, юғары уҡыу йортоноң
үҙе үк әйтеп бөткөһөҙ ҙур мәктәп икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, был
аҡыллы һәм ялҡынлы ҡарашлы, һәр саҡ көләс йөҙлө, ихлас күңелле һәм
ифрат һөйкөмлө гүзәл зат, ысынлап та, тотош ғүмере буйы мәктәп
юлында. Үҙе белем алған Мулдаҡай урта мәктәбен бынан ярты
быуаттан ашыу элек шунда эшләгән бик талантлы, үҙ эштәрен ныҡ
яратҡан һәм еренә еткереп башҡарған уҡытыусыларҙы, шул осорҙа
хөкөм һөргән изге ынтылыштарға бай мөғжизәле мөхитте әле булһа
һағынып иҫкә ала ул.
Бәләкәйҙән белемгә ынтылған ҡыҙсыҡ ифрат яҡшы уҡый. Әйләнә-
тирәләге хәл-ваҡиғаларға битараф булмауы менән айырылып тора.
Шуға ла ул тәүҙә мәктәптең пионер дружинаһы советы рәйесе,
һуңыраҡ – комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Уҡыуҙағы
уңыштарын һәм йәмғиәт тормошондағы әүҙемлеген иҫәпкә алып, уны
бер матур йәйҙә хатта Бөтә Союз балалар һәм үҫмерҙәр лагеры
“Артек”ка ебәрәләр.
- Күршебеҙҙә, юл аша ғына, йәш йөрәктәрҙе елкендерерлек
матур һәм йөкмәткеле саралар ойоштороп йөрөүсе пионервожатый
Нәфиә Әбсәләм ҡыҙы Ғәббәсова йәшәне, - тип хәтерләй ул. – Уның
етәкселегендә төрлө тарафтарға сәйәхәттәр ҡылыу, усаҡ эргәһендә
патриотик йырҙар йырлашыу, береһенән-береһе мауыҡтырғысыраҡ
темаларға әңгәмәләр ҡороу, төрлө темалар буйынса фекер алышыу,
Тимур командалары ойоштороп, әбей-бабайҙарға ярҙамлашыу – былар
береһе лә эҙһеҙ үтмәгәндер, моғайын. Минең шул тиклем Нәфиә
апайға оҡшағым килә торғайны.
Уҙған быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында
районыбыҙҙың Мулдаҡай урта мәктәбендә белем алған күптәрҙең
күңелендә Нәфиә Әбсәләм ҡыҙы Ғәббәсова ғына түгел, ә үҫмер малай
һәм ҡыҙҙарҙы, бөтә донъяларын оноттороп, Уильям Шекспирҙың
трагедияһы геройҙары Ромео һәм Джульеттаның мөхәббәте хаҡында
бәйән итеүсе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәүзиә Лоҡман ҡыҙы
Килдейәрова ла, һәр дәресте Ер шарының төрлө ҡитғаларына сәфәр
йөрөткәндәй итеп үткәргән географ Ғамир Хәсән улы Дауытов та, бала-
сағаға: “Хәрәкәттә – бәрәкәт” икәнлеген төшөндөрөп, йәйен-ҡышын йә
йүгертеп, йә саңғыла шыуҙырып, каникулдарҙа төрлө ярыштарға алып
йөрөгән физкультура уҡытыусыһы Рәүилә Һиҙиәт ҡыҙы Исаеваға һәм
башҡа һәр ҡайһыһы сағыу шәхес булған уҡытыусыларға оҡшау теләге
Тәнзилә Әминевала ғына түгел, башҡа уҡыусыларҙа ла яралмай
ҡалмағандыр.
Ә яҙмыш юлын, ғүмерлек һөнәрен һайлап педагогия
институтының физика-математика факультетына уҡырға кереүе иһә
иң ҡатмарлы фәндәрҙең береһен - физиканы иҫ китмәле аңлайышлы
һәм оҫта алып барыусы, ул саҡтағы мәктәп директоры Алмас Әнүәр
улы Халфиндың йоғонтоһолор, моғайын. Нисек кенә булһа ла,
Тәнзилә Рафиҡ ҡыҙына бер ҡасан да: “Ниңә был юлдан киттем әле?”
тигәнерәк үкенеүҙәр кисерергә тура килмәне. Киреһенсә, һәр эш көнөн
шатланып ҡаршы алды һәм ала, ғөмүмән, үҙ һөнәренә мөкиббән булып
йәшәй ул.
Ҡулына диплом тотоп, Благовар районының Ҡашҡалаша
ауылында яңы асылған мәктәпкә килә ул. Шунда математика
уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Ең һыҙғанып, дәртләнеп
эшкә тотона йәш белгес. Алкин ҡасабаһында илебеҙҙең төрлө
тарафтарынан йыйылған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына белем
биргәнендә лә, Өфөләге иң алдынғыларҙан һаналған иҡтисади лицей-
интернатта дәрестәр алып барғанында ла эшен яратып, бөтә күңелен
биреп башҡара.
- Математика теүәллекте ярата, шуға күрә лә уҡыу йылында
үҙләштергәндәрҙе гел ҡабатлап, барлап торорға кәрәк, - ти Тәнзилә
Рафиҡ ҡыҙы. – Йыл һайын имтихандар уҙғарыла, шуға ла беҙгә уғата
яуаплы булырға кәрәк.
Шуныһы ла мөһим: Тәнзилә Рафиҡ ҡыҙы Әминева эшендә уҡытыу
программаһында күҙ уңында тотолған дәрестәрҙе үткәреү менән генә
сикләнмәй, уҡыусыларын һәр яҡлап камил шәхес итеп тәрбиәләү
маҡсатын күҙ уңында тотоп, уларҙы театрҙарға, филармонияға, төрлө
күргәҙмәләргә һәм музейҙарға алып йөрөй.
- Уҡытыусыбыҙ талапсан да, кешелекле лә, шуға ла беҙ уны
һынатмаҫҡа тырышабыҙ, - тиҙәр уның уҡыусылары. – Тәнзилә Рафиҡ
ҡыҙы үҙен беҙҙең һәр кемебеҙ урынына ҡуйып ҡарай белә, һәр
ҡайһыбыҙҙы аңларға һәм кәрәк саҡта ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Һәммәбеҙ өсөн дә бик яҡшы өлгө ул, ә ҡайһы берәүҙәребеҙ өсөн дуҫ
һәм серҙәш тә. Уның кеүек уҡытыусылар күберәк булһын ине!
Ә уҡытыусы өсөн, бөтә ғүмерен киләсәк быуынға белем һәм
лайыҡлы тәрбиә биреүгә арнаған кеше өсөн шунан да юғары баһа
булыуы мөмкинме һуң?
Ғүмерен балаларға бағышлаған тигәндәй, Тәнзилә Әминева, бик ҙур
көс һалып, береһенән-береһе аҡыллыраҡ һәм уңғаныраҡ ике ҡыҙ
тәрбиәләп үҫтерҙе. Медицина университетын тамамлаған Айгөлө лә,
авиация университетында белем алған Ләйсәне лә гел “бишле”
билдәләренә генә өлгәштеләр. Әйткәндәй, урта мәктәпте улар икеһе
лә алтын миҙалға тамамлағайнылар.
- Үҙ балаларың мотлаҡ бик яҡшы уҡырға тейештәр, - ти ул. –
Юғиһә нисек башҡаларҙың улдары һәм ҡыҙҙары менән эшләмәк
кәрәк?
Шундай уҡ ҡараш-мөнәсәбәтте, шундай уҡ талаптарҙы ул, үҙенең
берҙән-бер улын йәтим ҡалдырып, бик иртә яҡты донъя менән
хушлашҡан бер туған һеңлеһе Таңһылыуҙың улы Рөстәмгә лә ҡуйҙы.
Уны ла, үҙ сабыйылай, яратып һәм хәстәрлеккә сорнап үҫтерҙе. Ике
туған апайҙары кеүек үк, Рөстәм дә бик тырыш булды - мәктәптә лә,
артабан Өфө дәүләт нефть-техник университетында ла гел “бишле”гә
генә уҡыны.
Бына шулай йәшәй үҙенең бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә
арнаған абруйлы уҡытыусы Тәнзилә Рафиҡ ҡыҙы Әминова.
Әйткәндәй, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн
ул юғары баһаға лайыҡ булды – уға Рәсәй Федерацияһы Мәғариф
министрлығының почет грамотаһы
тапшырылды.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА.