Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
2 Июнь 2025, 08:56

Уҡытыусылыҡ - уның булмышы

Уҡытыусы, минеңсә, һөнәр түгел, ул булмыш булырға тейеш. Уҡытыусылыҡ һөнәре тәбиғәттән бирелмәһә, бары тик сараһыҙлыҡтан мәктәптә уңышлы итеп эшләп булмайҙыр. Сөнки был эш үтә ҙур сабырлыҡ, тырышлыҡ, балаларға һөйөү талап итә. Үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, эҙләнергә, үҫешергә, замандан ҡалышмаҫҡа ла кәрәк. Нәҡ шундайҙар ғына мәктәп эшенән һис ситләшмәй, тейешле дәресте үткәреү менән хушһынмайынса, белем донъяһына мөкиббән китеп хеҙмәт итә. Бик күп йылдар Юлыҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева тап шундай уҡытыусыларҙың береһе.

Уҡытыусылыҡ - уның булмышыУҡытыусылыҡ - уның булмышы
Уҡытыусылыҡ - уның булмышы

 

Уҡытыусы, минеңсә, һөнәр түгел, ул булмыш булырға тейеш. Уҡытыусылыҡ һөнәре тәбиғәттән бирелмәһә, бары тик сараһыҙлыҡтан мәктәптә уңышлы итеп эшләп булмайҙыр. Сөнки был эш үтә ҙур сабырлыҡ, тырышлыҡ, балаларға һөйөү талап итә. Үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, эҙләнергә, үҫешергә, замандан ҡалышмаҫҡа ла кәрәк. Нәҡ шундайҙар ғына мәктәп эшенән һис ситләшмәй, тейешле дәресте үткәреү менән хушһынмайынса, белем донъяһына мөкиббән китеп хеҙмәт итә. Бик күп йылдар Юлыҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева тап шундай уҡытыусыларҙың береһе.

Убалар ауылында тыуып үҫеп, урта мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған йәш уҡытыусы Альмира Әхмәт ҡыҙының Юлыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлауына ла 35 йыл үтеп киткән. Юғары әҙерлекле, тырыш һәм иң мөһиме, хеҙмәттәштәре, уҡыусылар, ата-әсәләр менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, уларҙың күңеленә үтеп инә алған уҡытыусы башкөллө эшкә сума.
- Шул осорҙан алып көслө, берҙәм коллективта тиҫтәләрсә йыл бергә эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған тәжрибәле, талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел булған уҡытыусыларға төплө кәңәштәре, ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлемен, - ти бөгөн Альмира Әхмәт ҡыҙы эш башлаған тәүге йылдарын иҫкә алып.
Йәш уҡытыусы тәүге көндән үҙ алдына әҙәбиәтте тормош менән бәйләп уҡытыу, уҡыусыларҙа әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға теләк уятыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуя. Дәрестәрендә уларҙың логик фекерләүен үҫтереүгә, хәл-ваҡиғаларға үҙ күҙлегенән сығып, бөгөнгө менән бәйләп баһа бирергә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирә. Төрлө темалар буйынса шиғыр, мәҡәлә, инша, әкиәт һәм нәҫер яҙалар, күмәкләшеп таҡмаҡтар ижад итәләр. Тап шуғалыр ҙа Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, хатта республика кимәлендәге олимпиада, конкурстарҙа еңеүгә өлгәшәләр. Уларҙың ижад емештәре “Йәншишмә”, ”Табын” гәзиттәрендә донъя күрә. Элекке уҡыусыларының береһе, бөгөн “Шоңҡар” журналында өлкән мөхәррир булып эшләүсе ике китап авторы булған Рәзинә Зәйнетдинова менән сикһеҙ ғорурлана ул. Бөйөк шағир Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап уҙғарылған шиғриәт бәйгеһендә Динара Насирова 1-се урын яулап, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡулынан ноутбук ала. Икенсе уҡыусыһы Зөлхизә Зәйнуллина Өфөлә үткән Рәсәй кимәлендәге сәсәндәр бәйгеһендә лауреат дипломына лайыҡ була. Бергәләшеп ижад иткән таҡмаҡтары менән тотош Башҡортостанды тиерлек урап сыҡҡан егеттәрҙе кем генә хәтерләмәй икән. Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған республика кимәлендәге “Таҡмаҡ батл” конкурсында 2-се урын алһалар, “Рухиәт” байрамында “Урал батыр рухландыра, башҡортлоҡто арттыра” таҡмағы менән М.Кәрим исемендәге Йәштәр театрында сығыш яһау бәхетенә өлгәшкәндәр. Туған телгә арналған рэп стилендәге шиғыр менән Илсур менән Ильяс Кәримовтар Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста айырым номинацияла еңеү яулаған. Ә инде гәзитебеҙ күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағирә Гөлнур Яҡупова менән берлектә ойошторған “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә йылдың-йылы Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары призлы урын ала.
Альмира Әхмәт ҡыҙының уҡыусыларының уңыштары хаҡында шул тиклем бирелеп, ихласлап һөйләүенән уның эшен, һөнәрен, балаларҙы яратыуын тойомлайһың. Һәр балаға иғтибарлы, ихтирамлы, һәр уҡыусыны ысын шәхес итеп ҡабул итә ул. Шуға ла уны яраталар, хөрмәт итәләр. Бик күп йылдар элек мәктәпте тамамлаған элекке уҡыусылары ла ауылға ҡайтҡандарында бергә йыйылып, күстәнәстәрен тотоп, Альмира апаларының хәлен белергә киләләр.
- Хатта әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан уҡыусыларым килеп, уй-кисерештәрен һөйләп, кәңәш һорай. Ә инде балалар менән өй шарттарында төрлө темаларға һөйләшеү, әңгәмә ҡороу уларға ла, үҙемә лә бик оҡшай. Бында улар үҙҙәрен иркен тотоп, үҙ фекерҙәрен ҡыйыу итеп әйтә ала, - ти мөғәллимә.
Уҡытыусы уларға төплө белем, туған телгә һөйөү, милли рух тәрбиәһе биреү менән бергә артабан тормошта юл ярырға өйрәтә. Йылдар аша ла улар юлын барлай, күҙәтә, уңыштарына һөйөнә.
Альмира Әхмәт ҡыҙы мәктәптә әленән-әле яҙыусылар менән осрашыуҙар ҙа үткәрә. Уны беҙ төрлө осрашыуҙар, кисәләргә оҫта итеп сценарийҙар әҙерләүсе, алып барыусы тип тә беләбеҙ. Республика ағинәйҙәренең Имәндәш ауылында үткән йыйыны, шағирә Зөлфиә Ханнанова ҡатнашлығында район мәҙәниәт йортонда үткән “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгенең һәм башҡа бик күп сараларҙың сценарийҙарын яҙып, үҙе бик матур итеп алып та барҙы ул.
Һәйбәт уҡытыусы, уңған хужабикә булыу өҫтөнә ул хәстәрлекле, йомшаҡ күңелле әсәй, өләсәй ҙә. Ҡыҙҙары Наҙгөл менән Гөлнар юғары белем алып, бөгөнгө көндә ғаиләләре менән Ырымбур өлкәһендә йәшәй һәм эшләй. Әйткәндәй, быйыл Гөлнар ҡыҙы ғаиләһе менән Ырымбур өлкәһендә үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеп, Асыҡ республика конкурсында ҡатнашты һәм “Рухлы ғаилә” номинацияһында бүләкләнде. Зөлхизә ҡыҙы быйыл Салауат ҡалаһындағы индустриаль колледжды тамамлаясаҡ. Күренеүенсә, рухлы әсәнең ҡыҙҙары ла рухлы, тырыштар.
Тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Альмира Әхмәт ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезында Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында “Йәншишмә” һәм “Йәшлек” гәзиттәренең махсус бүләктәренә лайыҡ була.
- Эшемдең матди яғынан бигерәк, уҡыусыларҙың матур иҫтәлектәре, атай-әсәйҙәрҙең рәхмәте мөһимерәк. Мәктәпте тамамлауҙарына байтаҡ йылдар үтһә лә, элекке уҡыусыларҙың, һеҙҙең дәрестәрҙе, кисәләрҙе һағынабыҙ, тиеүҙәре, ялға ҡайтҡан саҡтарында килеп хәл белеүҙәре, уларҙан ишеткән ҡотлау-рәхмәт һүҙҙәре - уҡытыусы бәхетенең төп өлөшөлөр тип ҡабул итәм. Форсаттан файҙаланып, элекке һәм хәҙерге уҡыусыларыма, атай-әсәйҙәренә изге теләктәр менән рәхмәттәремде еткерәм. Яҙмыш һуҡмаҡтары ҡайҙа ғына илтһә лә, оло тормош юлында аҙашмай, иң бәхетле кешеләр булып йәшәгеҙ, - ти Альмира Әхмәт ҡыҙы.

Мәрхәбә Собханғолова.

Ғафури районы. 

"Табын" гәзитенән.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас