

Арҙаҡлы режиссер Шәүрә Мортазинаның тыуыуына – 100 йыл.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 1948 йылда ГИТИС тамамлаған режиссер Шәүрә Мортазина килә. Яҙмыш ҡушыуы тап шулай: ул – театрға нигеҙ һалған шәхес Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың фамилиялаш аҙашы, уның кеүек үк ҡанлы 30-сы йылдарҙа золом ҡорбаны булған легендар башҡорт полководецы Муса Мортазиндың ҡыҙы.
Театрҙы яңырыу юлына сығара
Шәүрә Мортазина Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа башҡорт театрын яңырыу юлына сығара: актер театрынан – режиссер театрына, традицион-ҡәҙимге театрҙан – донъяны яңыса яҡтыртыуға ҡоролған фәлсәфәүи театрға күсереүсе ныҡлы күпер һала. Башҡорт сәхнәһенә режиссер театры принциптарын индереп, илдәге театр ҡанундарының иң алдынғы ысулдарына таянып, Шәүрә Мортазина художестволы яҡтан бөтөн һәм тулы ҡанлы спектаклдәр ҡуйыуға өлгәшә, образдарҙың тормошсан асылыуын, мизансценаларҙың психологик шартлылыҡҡа тура килеүен, актер кисерештәренең ысынбарлыҡҡа яҡын булыуын алға ҡуя. Донъя, рус, башҡорт һәм башҡа милли репертуарҙа үҙҙәренең сәхнә йәшәйешен тапҡан профессиональ актерҙарҙың тотош бер быуыны тап Шәүрә Мортазина ҡуйған постановкаларҙа үҫеп сыға.
...Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина 1925 йылдың 22 июлендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Уның бала сағын ике осорға бүлеп була: ғәмһеҙ бәхетле мәлдәр һәм өмөтһөҙ хәсрәтле йылдар. Тәүгеһендә ул – үҙенең шәхсән булмышын тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған атаһының сикһеҙ һөйөүенә ҡойонған иркә ҡыҙ бала. Ҡырыҫ һәм ҡайһы саҡта ҡаты холоҡло, талапсан комбриг Муса Мортазин үҙенең өйөндә яғымлы һәм нескә күңелле атай – алты балаһын яратып туймаған йән була. Ул балаларында шәхес үҙәген тоторлоҡ сифаттарҙы – сабырлыҡ, яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ тәрбиәләргә тырыша, уларҙы төрлө яҡтан үҫешкән камил рухлы, белемле итеп күрергә ынтыла. Шәүрә шулай һөйөүгә һәм китаптарға күмелеп үҫә. Юғары мәҙәни зауыҡҡа эйә булған Муса Лут улы Мортазин балаларында нәфис сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, йыш ҡына үҙе менән Ҙур театрға йөрөтә, ундағы махсус урындарҙа ултырып, бәләкәй Шәүрә донъя балет һәм опера сәнғәтенең иң сағыу өлгөләрен тыңлай һәм тамаша ҡыла. Өйгә ҡайтышлай улар театр тураһында фекер алыша, уның кешеләргә тәрән йоғонтоһо хаҡында һөйләшә. Буласаҡ режиссерҙың донъяуи ҡараштары атаһы менән бергә ҡорған йөкмәткеле әңгәмәләрҙә байый һәм нығына.
Әммә 1937 йылда, комбриг Мортазин репрессияға эләгеп атылғас, бөтәһе лә юҡҡа сыға. Атаһының фажиғәле үлеме һис тә аҡларлыҡ һәм ғәфү итмәҫлек, иң бәғерһеҙ, мәрхәмәтһеҙ ғәҙелһеҙлек булып Шәүрә Мортазинаның хәтеренә ғүмерлеккә уйыла, шуға күрә лә ғүмере буйы берәй ризаһыҙлыҡ йә килешмәүсәнлек тойғоһо уянған мәлдәрҙә ул айырыуса ҡырыҫ, ҡаты күңелле һәм башҡаларға ғына түгел, хатта үҙ-үҙенә ҡарата ла саманан тыш талапсанға әйләнә. “Халыҡ дошманы”ның ҡыҙы атаһына тел тейҙергән әҙәмдәр алдында бер ҡасан да ауыҙ йомоп шымып тормай. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллекте яҡлай. Уның бөтә ижади яҙмышы – шәхси тормошоноң да айырылғыһыҙ өлөшө, һәр төрлө демагогияға, битарафлыҡҡа һәм наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш, протест, баш күтәреү рухы менән һуғарыла, шуға күрә бөтә драматургтарҙан уға иң күңелдәш яҡыны Антон Павлович Чехов була, уның пьесаларын ул башҡорт сәхнәһендә бер нисә мәртәбә ҡуя.
Атаһының үлеменән һуң 12 йәшлек Шәүрә әсәһе һәм дүрт һеңлеһе, бер энеһе менән – ете етем – Мәскәү йорттарының береһендә еүеш подвалда йәшәй. Әсәһе сит кешеләрҙең керен йыуып, ашарлыҡ аҡса таба, балалары уға ярҙамлаша. Көнкүреш шарттары алама булыуға ҡарамаҫтан, Шәүрә мәктәпте ташламай. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, атаһының васыятын тотоп, документтарын ГИТИС-тың режиссер факультетына тапшыра һәм А.М. Лобанов менән И.Я. Судаков курсына уҡырға инә.
Башҡорт театрын күтәрергә кәрәк – күңеленә бала сағынан һеңгән атаһының ошо һүҙҙәре институт тамамлаған Шәүрәне Өфөгә алып килә. Йәш режиссер ҡыҙ эш башлаған осор айырыуса ауыр ҙа, ҡатмарлы ла була: репрессиялар дауылы башҡорт театрын нигеҙләгән һәм етәкләгән ижади көстәрҙе ҡырып юҡ иткән, аслы-туҡлы һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың ыҙалары үҫеш юлдарын томалаған... Етмәһә, һәр кемдә көсөргәнешле ҡурҡыу, һәр ҡайҙа шомло мөхит хөкөм һөрә.
Бына тигән махсус белем алған режиссерҙың труппаға килеүе театрҙа һөйөнөс һәм өмөт уята, ләкин Шәүрә Мортазина үҙенең режиссер хыялдарын тиҙ арала ғына тормошҡа ашыра алмай. Бының өсөн әҙерлекле йәш актерҙар кәрәк була.
Рус сәхнәһе традицияларын яҡын күргән Шәүрә Мортазина милли театрҙың башҡа мәҙәниәттәр менән аралашмайынса үҫешә алмауын аңлай, уның ижади ынтылышы классик репертуарҙы үҙләштереү менән бәйле. Башҡорт театры тарихында ул рус һәм Көнбайыш Европа классик драматургияһын төрки халыҡ сәхнәһенә күсереү оҫтаһы булып хәтерҙә ҡаласаҡ.
Ижади мөмкинлектәр
Шәүрә Мортазина башҡорт сәхнәһендә 1948 йылдан алып 1972 йылға тиклем эшләү осоронда йәмғеһе 50-нән ашыу спектакль сығара, театрҙың бығаса күрелмәгән ижади мөмкинлектәрен аса. Башҡорт театры республиканың мәҙәни һәм сәнғәти күгендә генә түгел, бөтә Совет илендә яңы заман сәнғәт усағының өлгөһө булып таныла. Классик пьесаларҙа ул “бөгөнгө ағыш”ты, үҙ заманының ритмын һәм һулышын эҙләй. Шәүрә Муса ҡыҙы шулай уҡ бик һәләтле педагог була. 1964 йылдан 1966 йылға саҡлы ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, ә 1968 йылдан 1970 йылға ҡәҙәр күптән түгел генә асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһын етәкләй.
1955 йылда Башҡорт академия театры Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһында үҙенең иң уңышлы спектаклдәрен күрһәтә. Улар араһында Мортазинаның “Дядя Ваня”һы ла тамашасы хөкөмөнә сығарыла.
Шәүрә Мортазина актер һәләтенең ысын тәбиғи асылын күрә һәм аса белә. 60-сы йылдарҙа үҙ сәхнәүи балҡышын тапҡан актерҙар быуынының профессиональ яҡтан нығыныуында ул айырым роль уйнай. Тап шул осорҙа, 1959 йылда,
республикаға Мәскәүҙән ГИТИС-тағы башҡорт студияһының беренсе сығарылыш актерҙары ҡайта. Улар Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Муллаян Сөйәрғолов, Роза Кәримова, Хәмит Яруллин, Зинира Атнабаева, Әмир Абдразаҡов, Марат Солтанов, Физә Латипова, Фәрдүнә Ҡасимова, Гүзәл менән Хәкимйән Сәғитовтар һәм башҡалар була. Артабан уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт театры үҫешенә үҙенең тос, ҡабатланмаҫ өлөшөн индерә. Был көслө һәм теремек динамикалы быуын бер нисә тиҫтә йыл буйы милли сәхнәнең йөҙөн билдәләп тора.
Рус психологик театрының традициялары буйынса белем алған “гитиссы”лар милли театрға тормошто яңыса аңлатыу һәм һынландырыу ысулдарын, сәхнәүи уйындың бай алымдарын өҫтәй. Улар ҡайтыу менән башҡорт театры репертуары төрлөләнә, йәш геройҙарҙы йәш актерҙар уйнай. Ошо йәш көстәргә таянып, Шәүрә Мортазина 1960 йылда А. Чеховтың “Аҡсарлағын” ҡуя. Унда Нина ролен Роза Кәримова башҡара, ә Треплевты 60-сы йылдарҙағы тамашасыға иң һөйкөмлө һәм танһыҡ булған актерҙарҙың береһе – Илшат Йомағолов уйнай. Ул башҡорт драма театрында эшләй башлап, тәүге биш йыл эсендә 30-ҙан ашыу ролдә сәхнәгә сыға! Сағыу экспрессиялы актер, тәрән психологизм оҫтаһы булараҡ, И. Йомағолов бик күп төп ролдәрҙе башҡарыу бәхетен татый.
Мортазинаның йәнә бер тетрәткес тамашаларының береһе – Вольтерҙың “Мөхәммәт”е. Ул ябай ғына әҫәр түгел, уның ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы темаһы бигерәк тә милли сәхнәлә уйнағанда бик иғтибарлы булыуҙы, һаҡ эш итеүҙе талап итә. Мәскәүҙә уйналған был спектаклгә лә театр белгестәре һәм тикшереүселәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә – Вольтерҙың тап ошо пьесаһы совет сәхнәһендә ҡуйылыу ваҡиғаһы үҙе генә лә ғәжәйеп ҡуҙғытҡыс хәл була. Тыштан ҡарағанда, пьесаның яҙылышы дингә ҡаршы йүнәлтелгән булһа ла, башҡорт театрының спектакле кеше күңелендә урғыған ҡатмарлы эске көрәште сағылдыра. Трагедияның мәғәнәүи асылын һәм мәғәнәһен Мөхәммәт образы түгел, ә йәш кенә Сәйет менән Пальмира образдары аса. Мөхәммәт ролен “гитиссы” Марат Солтанов уйнай. Был актерҙың тәбиғәттән бирелгән һөйкөмлөлөгө һәммә кешене арбай, уны юҡҡа ғына “беҙҙең Жан Маре” тип йөрөтмәйҙәр. Ошо “затлы”, ялҡынлы ҡиәфәте арҡаһында байтаҡ социаль һәм романтик геройҙарҙы һынландыра ул, ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был һоҡланғыс артистың ғүмере иртә өҙөлә, шулай ҙа ул башҡорт театры тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдыра.
Сирек быуат фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө
Шәүрә Муса ҡыҙы башҡорт театры коллективына Бөтә Союзға танылыуҙы “Мөхәммәт” спектакле менән генә килтермәй. Шулай уҡ 1967 йылда М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштергәне өсөн ул РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Бөгөн дә был трагедия башҡорт драматургияһы классикаһы тип һанала, 50 йылдан ашыу иң юғары талапҡа яуап бирерлек милли сәхнә әҫәре өлгөһө булып ҡала. Әммә ул заманда, 1964 йылда, Шәүрә Муса ҡыҙы был әҫәргә тәү башлап оло юл яра. Режиссер шуны асыҡ тойомлай: Мостай Кәримдең ғәжәп халыҡсан пьесаһында кешелектең трагик заңы бар.
“Ай тотолған төндә” лә, “Мөхәммәт”тә лә Шәүрә Муса ҡыҙының шәхси уйланыуҙары ҡуша туҡылған: хәҡиҡәт өсөн, ирек-азатлыҡ өсөн һәр ваҡыт иң йәш, иң гүзәл һәм иң талантлылар, иң мөһиме – бер ниндәй ғәйебе булмаған йәндәр һәләкәткә дусар ителә. Тап ошо ҡатмарлы һорауҙарға Шәүрә Мортазина үҙенең күп постановкалары аша яуап эҙләй, уларҙа тап әлеге лә баяғы йәш кешеләр бөтә күңел сафлығы, шиғри йәне, ныҡлы ихтыярлы холҡо, яҡты зиһенле аҡылы менән шул емергес өйөрмәне туҡтатырға тырыша, дауылға, ҡара көскә ҡаршы сыға, утҡа-һыуға ташлана...
1970 йылда уның бөтә дәүер-замандарҙың иң гүзәл пьесаһын – Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”һын сәхнәгә алыуы һис тә тиктәҫкә түгел. Спектаклдә С. Прокофьев музыкаһы яңғырай, бейеүҙәрҙе башҡорт балетының маһир оҫтаһы һәм иң күренекле педагог-хореографы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина һала, фехтование сәхнәләрен Хәмит Яруллин ҡуя. Ромеоны күптән түгел генә Башҡорт театры труппаһына килеп ҡушылған йәш Фидан Ғафаров уйнай, ә Джульетта – Роза Кәримова.
Драматургияла Шәүрә Мортазина һәр ваҡыт чеховса интонацияларҙы эҙләй, ҡайғыларҙан талсыҡҡан күңелде, кәмһетелгән рухтың һыҙланғанын, ҡыйралған бәхет аяныстарын, кешенең үҙ-үҙе һәм башҡалар алдында бурыслы тойғанын күрергә теләй.
Шәүрә Мортазинаның һуңғы эше, йәғни “Аҡҡош йыры”, иң аҙаҡҡы ижади ҡомары “Ивановтың һәләкәте” (1978) спектакле була. Был үҙе үк символ, ишара. Мортазинаны үҙе “тыуҙырған” геройҙарының яҙмышы көтөп тора. Академия театрында сирек быуат фиҙакәр хеҙмәт итеп, ижади емешле осороноң иң юғары нөктәһенә еткән ваҡытта ул театрҙы ҡалдырырға мәжбүр була. Ә театрҙа сағыу, ярҙан-ярға тулышып аҡҡан ташҡын кеүек ижади дәүер башлана.
Был яңы дәүерҙең ҡояшын ҡалҡытҡан, яңы театрға нигеҙ һалған, актер театрынан режиссер театрына ныҡлы күпер ҡорған шәхестең исеме һәр кемгә билдәле: РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бөйөк башҡорт ҡаһарманы Муса Лут улы Мортазиндың ғәзиз балаһы, башҡорт режиссеры Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина!
(Рус теленән Сәрүәр Сурина тәржемәһе. Мәҡәлә ҡыҫҡартып алынды).
Фото: ifaba.ru