Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
25 Июль 2025, 04:05

Тыуған көнөң менән, Динара!

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова ғүмер байрамын билдәләй. Динара Салауат ҡыҙын матур байрамы менән ҡотлап, ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Тыуған көнөң менән, Динара!Тыуған көнөң менән, Динара!
Тыуған көнөң менән, Динара!

 

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма тетары спектаклдәренә халыҡ эркелеп йөрөй икән, бында театрҙың баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Салауат ҡыҙы Ҡәйүмованың да тос өлөшө бар. Уның тәүге пьесаһы –Зәйнәб Биишева әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Серле көршәк” әкиәте 18 йыл  сәхнәлә уңышлы  бара. Режиссер Айрат Абушахманов менән берлектә Зифа Ҡадырова (“Һинһеҙ килгән яҙҙар”), Нәжиб Асанбаев (“Ҡыҙыл паша”), Венер Исхаҡов (“Йырланмаған йырым һин”), Гөлсирә Ғиззәтуллина (“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...”) әҫәрҙәренә эшләгән инсценировкалары- Башдрамтеатр сәхнәһендә, ә балалар өсөн яҙған “Самрау батша бүләге”, “Әкиәт китабы”, “Герой” пьесалары - Сибай “Сулпан” балалар театрында, “Урал менән Шүлгән” хореографик спектакле – Ф.Ғәскәров ансамблендә уңышлы бара. Шулай уҡ уның “Заятүләк менән Һыуһылыу” либреттоһы Башҡорт опера театры сәхнәһендә “Заманса башҡорт операһы” конкурсында финалға сығып, операнан бер фрагмент сәхнәләштерелде.

Динара Салауат ҡыҙы – Заһир Вәлитов, Сәғиҙулла Байегет ижадына арналған китаптарҙың, артистарҙың юбилейына, төрлө кимәлдәге фестивалдәргә арналған буклеттарҙың төҙөүсеһе; театрҙа һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙың, театр ижадына бәйле бик күп популяр видеофильмдарҙың сценарий авторы һәм беҙҙең артистарҙың ижадын яҡтыртып барған бик күп мәҡәлә, интервьюлар яҙған журналист та ул!

Динара Салауат ҡыҙы тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әлим Ҡәйүмов менән ике ҡыҙ үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары  Әминә оҫта һүрәт төшөрһә, кесеһе Айлина йырларға әүәҫ, төрлө кимәлдәге вокал конкурстарында гран-при һәм беренсе урындарҙы яулай, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Балалар студия­һында шөғөлләнә.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостан яҙыусыларның съезы үтте. Мәртәбәле йыйында   әҙәбиәткә үҙ өлөшөн индергән, үҙен таһыллы ижадсы, сценарист итеп танытҡан  Динара Салауат ҡыҙы  Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителде. Динара, тыуған көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Тыуған көнөң менән, Динара!
Тыуған көнөң менән, Динара!
Тыуған көнөң менән, Динара!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас