Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
10 Август 2025, 06:45

Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан йыйыла...

Уҡытыусы – иң ауыр һәм яуап-лы һөнәрҙәрҙең береһе. Игенсе үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҫтергән игендәрендә күрһә, уҡытыусы иһә уны тиҫтә йылдар буйы үҙе уҡытҡан, тәрбиә биргән уҡыусыларының уңыштарында, ҡаҙаныштарында күреп шатлана һәм улар өсөн ғорурлана. Уның өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ.

Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан йыйыла...Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан йыйыла...
Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан йыйыла...

Уҡытыусы – иң ауыр һәм яуап-лы һөнәрҙәрҙең береһе. Игенсе үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҫтергән игендәрендә күрһә, уҡытыусы иһә уны тиҫтә йылдар буйы үҙе уҡытҡан, тәрбиә биргән уҡыусыларының уңыштарында, ҡаҙаныштарында күреп шатлана һәм улар өсөн ғорурлана. Уның өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ.

Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан йыйыла...

Был яҙмам шундай бәхетле, матур ғүмер юлы үтеүсе, изге һөнәр эйәһе булған юбилярыбыҙ Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова тураһында. Ул дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған ветеран уҡытыусы, билдәле шағирә, әүҙем йәмәғәтсе, изге уйлы, аҡ күңелле хөрмәтле ағинәй. Шәхси тормошонда иһә һәйбәт, уңған ҡатын, балалары, ейәнсәрҙәре өсөн хәстәрлекле әсәй-өләсәй, туғандары, дуҫтары өсөн ярҙамсыл, иғтибарлы, аҡыллы кәңәшсе һәм ышаныслы серҙәш.
Ҡолҡан ауылында Минисур менән Ғайса Рәхимовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә Рәмзиә. Уға бер йәш тирәһе булғанда ата-әсәһе башта Быяла, һуңынан Мәндем ауылына күсеп төпләнә. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Рәмзиә уҡыуын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә.
- Был ике белем усағын да мин һәр ваҡыт йылы хәтирәләр менән иҫкә алам, сөнки унда алған белемем, уҡытҡан уҡытыусыларым мине оло тормош юлына оҙатты, терәк-таяныс булырҙай дуҫтар табырға ярҙам итте. Интернатта класыбыҙ бик көслө булды, 6 класташым төрлө тармаҡ буйынса уңышлы эшләп, атҡаҙанған хеҙмәткәр тигән маҡтаулы исем йөрөтә, - ти бөгөн Рәмзиә Ғайса ҡыҙы.
Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, ул БДУ-ға, журналистика факультетына уҡырға инергә тигән уйынан кире ҡайтып, документтарын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы бүлегенә тапшыра.
- Башҡорт теленән имтихан биргәндә “Мин ни өсөн уҡытыусы булырға теләйем”, тигән ирекле теманы һайлап, Мәндемдә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан яратҡан уҡытыусым Зәйнәп Зарип ҡыҙы Латипова (Табулдина) тураһында 12 битлек дәфтәр тултырып инша яҙҙым. Беренсе уҡытыусым Флүзә Ғәли ҡыҙы Ҡорбанғәлиеваны ла барыбыҙ ҙа ярата инек һәм миндә шул саҡта уҡ уларға оҡшарға, улар һымаҡ һәйбәт уҡытыусы булырға тигән хыял бөрөләнгәндер, күрәһең, - ти бөгөн мәғариф ветераны.
Институтты тамамлағас, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Тәүге йылда уҡ йәш белгескә уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүҙән тыш, ойоштороусы эшен дә йөкмәтеп ҡуялар. Һынатмай, оло яуаплылыҡ алдында ҡаушап ҡалмай Рәмзиә Ғайса ҡыҙы, бар белемен, булмышын, тырышлығын һалып эшләй. Мәктәптә лә уның төплө әҙерлекле уҡытыусы икәнен күрәләр һәм киләһе йылына уҡ тағы ла яуаплыраҡ вазифаға – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыу өҫтөнә, мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 19 йыл арымай-талмай, зарланмай тарта ул был йөктө. Шул дәүерҙә ауылдың күрмәлекле егеттәренең береһе - Салауат менән яҙмышын бәйләп, Әлфиә һәм Лилиә исемле ике ҡыҙға әсәй булырға ла өлгөрә.
Ғаиләләре менән Красноусолға күсеп килгәс тә яңы асылған башҡорт гимназия-интернатында Рәмзиә Ғайса ҡыҙы хаҡлы ялға туҡтағанға тиклем ауыр ҙа, яуаплы ла булған ошо вазифаларҙы уңышлы алып бара.
“Эшенә күрә - баһаһы,” тиҙәр. Мәғариф өлкәһендәге оҙайлы һәм намыҫлы, һөҙөмтәле эше тейешенсә баһалана Рәмзиә Ғайса ҡыҙының. Ул – “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһенә, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була.”Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттарының иҫәбе һаны юҡ.
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғриәткә, ижади донъяға ылыҡҡан Рәмзиә Ғайса ҡыҙы, уҡыусыларына төплө белем биреү менән бер рәттән, уларҙы ижади мөхиткә лә әйҙәй. Мәндем мәктәбендә эшләгән йылдарҙа әле “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге ойоштороп, унда шөғөлләнеүсе уҡыусылары менән редакциябыҙҙа үткәрелгән хәбәрселәр ҡоронда, әҙәби сараларҙа даими ҡатнаштылар. Уҡыусыларҙың мәктәп тормошо хаҡындағы мәҡәләләре, шиғырҙары әленән-әле гәзитебеҙ битендә донъя күрҙе. Красноусолдағы башҡорт гимназия-интернатында ла был эште дауам иттеләр. Шул осорҙа ҡәләм тирбәтеп, үҙҙәрен ижадта һынап ҡараған Айгөл Кәлимуллина, Лилиә Зәйнуллина, Гөлназ Батыршина, Айгөл Зәйнуллина, Эльза Шәрипова, Гөлдәр Рәхимова һәм башҡалар үҙҙәренең артабанғы яҙмышын да башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән бәйләп, уҡытыусы һөнәрен һайланылар һәм бөгөнгө көндә һәр береһе ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Элекке уҡыусыларының уңыштарына сикһеҙ шатлана Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Ул үҙе лә бәләкәйҙән әҙәбиәткә, ижади эшкә тартылып, шиғырҙар ижад итә, мәҡәләләр яҙа. 6-сы класта уҡығанда әле “Ауылым киңлеге” тигән тәүге шиғырҙарының береһе “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күрә.
Эш башлағас та шиғриәтте ташламай ул, тик ниңәлер редакцияға ебәрергә баҙнат итмәй. 1980-се йылдар аҙағында “Йондоҙ” гәзитендә Нияз Сәлимов эш башлап, ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижади эштәре “Мағаш тауышы” әҙәби битендә сығарыла башлай. Бер ваҡыт сираттағы әҙәби битте уҡып ултырған Лилиә әсәһенән: “Һин дә шиғырҙар яҙаһың бит, нишләп редакцияға ебәрмәйһең?” - тип һорап ҡуя.
- Ҡыҙымдың минең дә шиғырҙарымды гәзиттә күргеһе килдеме икән инде?! Уның шул һорауынан һуң ғына шиғырҙарымды ебәрә башланым, - ти бөгөн Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Ул ваҡытҡа инде уның байтаҡ ижади эштәре йыйылған була. Ә инде 1995 йылда “Табын” гәзите янында эшләп килгән әҙәби түңәрәктең тәҡдиме менән Рәмзиә Ғайса ҡыҙының ҡулъяҙмалары Башҡортостан Яҙыусылар Союзының “Йәш яҙыусылар” секцияһы ултырышында тикшерелә. Шағирә Әнисә Таһирова “Шиғырҙарың бик матур, тик дидактика көслө” тип баһалай. Күп тә үтмәй, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы “Мағаш тауышы” әҙәби түңәрәктең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Башкөллө ижади эшкә сумып, илһамланып эшләне ул. Түңәрәк ағзалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, әленән-әле төрлө әҙәби кисәләр ойошторолдо, махсус биттәр сығарылды. Ҡулына тәүләп ҡәләм алыусы күпме кешенең күңелен ҡанатландырып, шиғриәт, әҙәбиәт донъяһына юл асты ул...
Мәктәптә эшләгән йылдарынан уҡ тырыш, ойоштороу һәләтенә эйә булған Рәмзиә Ғайса ҡыҙы районыбыҙҙа “Ағинәйҙәр” хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы ла. Ауылдарҙа Ағинәйҙәр ойошмалары булдырып, тиҫтә йылдан ашыу район ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләне, тап уның башланғысы менән милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш алып барылды, район, хатта республика кимәлендә төрлө саралар ойошторолдо. Ул - райондың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла. Йәмәғәт эштәрендәге әүҙемлеге лә иғтибарһыҙ ҡалманы Рәмзиә Ғайса ҡыҙының, лайыҡлы рәүештә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” һәм Башҡортостандың 100 йыллығы миҙалы менән дә бүләкләнде.
Юғары әҙерлекле, үҙ фәнен төплө белгән, милли рухлы уҡытыусы, нескә күңелле, хисле шағирә, әүҙем йәмәғәтсе булыу өҫтөнә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы ғаиләһендә уңған ҡатын, хужабикә, өлгөлө әсәй һәм өләсәй ҙә. Салауат Сәйетгәрәй улы менән ярты быуатҡа яҡын бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә ышаныслы терәк булып ғүмер итеп, ике ҡыҙ – Әлфиә менән Лилиәгә ғүмер бирәләр. Бөгөн инде ҡыҙҙары тормошта үҙ урындарын табып, үҙ донъяларын ҡороп, балалар үҫтерә. Оло ҡыҙҙары Әлфиә әсәһенең эшен дауам итеп – Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй, ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Тормош шатлыҡтарҙан ғына тормай шул, ҡаршылыҡтар, юғалтыуҙар ҙа осрай. Балаларҙың шатлыҡ-уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәгән бер мәлдә ҡайғы еле уларҙың да ишеген ҡаға. Яҡындары өсөн ышаныслы терәк, яҡлаусы булған ғаилә башлығы Земфир махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булды. Бөгөн Рәмзиә Ғайса ҡыҙы менән Салауат Сәйетгәрәй улы оло юғалтыу ҡайғыһын бауырына баҫып, ҡыҙына, ейән-ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк, таяныс булып йәшәй.
Икенсе ҡыҙҙары Лилиә иһә уҡытыусы һөнәрен һайлап, колледж тамамлаһа ла, артабан медицинаға тартылып, медицина университетына уҡырға инә. Бөгөн инде ул Өфө ҡалаһында табип-терапевт булып эшләй. Тормош иптәше Заһит менән ике ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр. Әйткәндәй, Заһит та табип – невролог. Уларҙың балалары ла төп йортҡа, өләсәй-олатай янына атлығып торалар, ә бында инде уларҙы һағынып көтөп алалар.
- Үткән йылдарҙан ҡәнәғәтһегеҙме, үҙегеҙҙе бәхетле ҡатын тип әйтә алаһығыҙмы? - тип һорайым Рәмзиә Ғайса ҡыҙынан.
- Бәхеттең ҙуры, өҫкә ишелеп торғаны булмай, ул кескәй ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан бөртөкләп йыйыла. Артҡа әйләнеп ҡараһам, бер шиғырымда яҙғанса, барыһы ла булғандыр, хаталар ҙа, уңыштар ҙа, балҡыштар ҙа. Ғөмүмән, тормошомдан ҡәнәғәтмен, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, туғандарым бар. Йәнәшәмдә - шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашыр, ҡайғы-ауырлыҡты бергә күтәреп, ышаныслы терәк-таяныс булған тормош иптәшем. Донъям, Аллаға шөкөр, бөтөн, күңелем тыныс. Күңел һалып башҡарған шөғөлөм бар. Шул үҙе оло бәхет түгелме ни?! Хоҙай Тәғәлә шуларҙан айырмаһын, донъялар тынысланып, именлек, һиллек булһын, - ти Рәмзиә Ғайса ҡыҙы.
Амин, шулай булһын, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Артабан да эшләгән йылдарығыҙҙың, ҡылған изгелек, яҡшылыҡтарығыҙҙың емештәрен татып, яңынан-яңы шиғырҙар ижад итеп, балҡып йәшәргә яҙһын. Юбилейығыҙ менән!
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Ғүмер йомғағымды һүтәм...

Ғүмер йомғағымды һүтәм яйлап,
Себәләнмәһен тип ялғыштан.
Бик ҡәҙерләп һүтәм йомғағымды,
Күҙ алдымдан үтә тормошом.

Ҡолонсаҡтай бала сағым елә,
Гөл-сәскәләй матур йәшлегем.
Килен булып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына
Асыуҙарым ҡәйнәм ишеген.

Сабыйымды ҡулға алған мәлем,
Төргән сағым таҙа йүргәккә.
Яҡты өмөт, ҙур ҡыуаныс менән
Ашыҡҡаным эшкә һәр иртә.

Донъя мәшәҡәте. Вазифалар.
Яуаплылыҡ ил-йорт алдында.
Үҙем өсөн түгел, тырышҡаным
Ике ҡыҙым - балам хаҡына.

Күҙ алдымдан үтә туғандарым,
Минең өсөн йәндәр атыусы.
Ҡапҡа төптәрендә моңайышып,
Атам-әсәм оҙатып ҡалыусы.

Ярҙам ҡулын һуҙған нәҫел-ырыу
Йорт һалырға, туйҙар яһарға.
Барлыҡта ла, юҡлыҡта ла һәр саҡ
Тоғро ҡалған яҡын дуҫтар ҙа.

Ғүмер йомғағымды һүтәм яйлап,
Аҡ көндәрем булған, төндәрем.
Ялғыштарым булған, ғазаптарым,
Ауыр һынауҙарҙы үткәнем.

Йөҙөм яҡты бөгөн, донъям теүәл,
Йортом ҡотло, бәхетем түңәрәк.
Ейән-ейәнсәрҙәр, кейәү-ҡыҙҙар
Бөтәһе лә янда - ҙур терәк.
Шөкөр итәм.
Яҙмышыма мең-мең, мең рәхмәт.

Рәмзиә МОНАСИПОВА.

"Табын" гәзитенән

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас