Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
3 Сентябрь 2025, 09:45

Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр

Яугир әсәләре… Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмай мөмкин түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең улдарығыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр беребеҙ өсөн ысын геройға әйләнде. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарығыҙ имен-һау ҡайтһындар. Имгәнгән яугирҙарға һауығырға Хоҙай ярҙамын бирһен, уларҙы баҡҡан әсәйҙәргә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен

Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәрБатыр улдар үҫтергән әсәйҙәр
Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр

Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр

Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ барыр юлдар.
Гүйә үҙем утлы яуҙа,
Көрәштә, еңел түгел.
Йөрәк кенә арымаһын
Һәм бирешмәһен күңел.
Меңдәр араһында мин дә
Яугир улдың әсәһе.
Бәғерҙәрҙе өтөп ала
Ил ҡойған йәш әсеһе.

Йөрәк әрнеүҙәре аша Минира Бикәнәсова ижад иткән был шиғыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың әсәләре айырыуса яҡын ҡабул итәлер. Бөгөнгө һүҙем тап улар тураһында – батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр хаҡында булыр.

Хәйбуллалар илебеҙ һағында торған ир-егеттәргә һәр яҡлап ярҙам итә –  маскировкалау селтәрҙәрен үрәләр, окоп шәмдәрен ҡоялар, дрондан ҡурсалаған одеялдар тегәләр, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып хәрбиҙәргә кәрәкле приборҙар һатып алалар һәм башҡалар. Ғөмүмән, һәр кем хәлдән килгәнсә был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шул иҫәптән яугирҙарҙың әсәйҙәре – Фёдоровка ауылынан Алһыу Ирғәлина һәм Фәймә Абдуллина, Аҡъярҙан Фәниә Әбүбәкирова яҡташ хәрбиҙәргә гуманитар ярҙамды әҙерләү эшен әүҙем алып баралар. Уларҙың илһөйәр улдары барыһы ла матур тәрбиә алып, уңышлы уҡып сығып, һөнәрҙәр үҙләштереп, тормошонда үҙ юлын тапҡандар. Әммә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, яҡташтарыбыҙ тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫҡандар.

 

Фәймә Салауат ҡыҙы Ғәлиәхмәт ауылында ишле ғаиләлә донъяға ауаз һалған. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат исемендәге колхозда кассир булып хеҙмәт юлын башлай. Урыҫбай ауылы егетенә кейәүгә сығып, биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше йәшләй генә яҡты донъяларҙан киткән. Фәймә Абдуллина яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, ул-ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереү, уҡытыу өсөн бар көсөн һала һәм уларҙы оло тормош юлына сығара.

Әлеге ваҡытта Фёдоровка ауылында гөрләтеп донъя көтә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, кәртә тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡса үҫтерә. Егәрле ханымдың теплицаһында помидорҙары менән ҡыярҙары шау сәскә ата башлаған. Өй тирәһендә һанап бөтмәҫлек мәшәҡәттәр араһында ауылдың йәмәғәт эштәренән, яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙән дә ситтә ҡалмай ул. Ошо арала Белорет ҡалаһында уҙған «Мин яратам һине тормош» фестивалендә лә ҡатнашып ҡайтҡан. Улы Юлдаш – МХО ветераны. Яугир махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Суворов миҙалы менән наградланған.

 

Алһыу Ғәлимйән ҡыҙы Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Ғәлиәхмәт ауылы егете – Афған һуғышы ветераны Факил менән ғаилә ҡороп, өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Башта ғаилә Ҡыуандыҡ районы Яңы Сембер ауылында йәшәй, ә һуңынан Фёдоровка ауылында төпләнә улар. Үкенескә күрә, тормош иптәше йәшәлй генә баҡыйлыҡҡа күскән. Алһыу үҙ иңенә төшкән ҡайғынан бөгөлмәй, донъя йөгөн яңғыҙы тартып, балаларын аяҡҡа баҫтыра.

Ватаныбыҙ өсөн һынылышлы осор килеп еткәс, ике улы атаһы кеүек илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге ваҡытта береһе яуҙа батырлыҡ күрһәтеп, ҡаты яраланып, өйөнә ҡайтҡан, ә икенсеһе – һаман да алғы һыҙыҡта. Бәләкәй уланы Мәскәү өлкәһендә, ә ҡыҙы Аҡъярҙа эшләй. Алһыу Ирғәлинаның йорт-ихатаһы төҙөк, ҡош-ҡорт тота, гөл-сәскәләр  үҫтерергә ярата, буш ваҡыттарында төрлө әйберҙәр бәйләй.

 

Фәниә Әбүбәкирова Аҡъяр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Мөхәмәтғәле Шәрифулла улы Юлдашбаев – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоз рәйесе вазифаһын башҡара, аҙаҡ ауылда мулла була. Әсәһе Хәҙисә Мостафа ҡыҙы Ибраһимова Ленинградта йәшәгән, һуғыш башлағанда 18 йәш булған. Ҡала фашист ғәскәрҙәре менән уратылып, блокада башланғас, ғаиләһенә әҙәм ышанмаҫлыҡ ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килә. Форсат тейеп, ҡыҙҙы эшелон менән поезға ултыртып ебәрәләр: «Әгәр Уралға барһаң туйғансы икмәк ашарһың, ә Үзбәкстанға барһаң унда йылы күлдәктә генә йөрөрһөң», – тигәндәр. Ул Уралды һайлаған һәм йыраҡ юлдар үтеп Һары станцияһына килеп еткән һәм Ҡараһыу (Степной) ауылында урынлаша. Тракторсы курстарын тамамлап, колхозда эшләй башлай. Һуғыш бөткәс кире Ленинградҡа ҡайтмай, Аҡъяр ауылы егетенә кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бирәләр. Әммә ире ҡаты ауырып мәрхүм була. Икенсегә Мөхәмәтғәле Юлдашбаевҡа кейәүгә сыға, ғаиләләрендә бер-бер артлы 9 бала донъяға килгән.

Фәниә Мөхәмәтғәле ҡыҙы 1-се мәктәпте тамамлағандан һуң, бухгалтерға уҡып сыға. 30 йылдан ашыу үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы Хәйбулла юл ремонтлау-төҙөү идаралығында бухгалтер булып эшләй. Тормош иптәше иртә мәрхүм була. Ике ул  тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәне әлеге ваҡытта вахта ысулы менән эшләй. Кесе улы әрмегә алынғас, Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә – тәүге йылында Һамар ҡалаһы янындағы хәрби часта, ә киләһе йылында Чечняла хеҙмәт итә. Украинала махсус хәрби операция башланғас, тәүгеләрҙән булып Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әсәһе был ҡарарына башта ҡаршы төшкәс: «Унда барырға тейешмен, минән дә йәш егеттәр баралар, ә уларҙың күбеһе тормошто күрмәгән, донъяла ҡороп өлгөрмәгән», – тип әйткән. Алғы һыҙыҡта алыштарҙың береһендә ҡаты яраланып, тәүҙә Дондағы Ростовта госпиталдә, ә һуңынан Мәскәүҙә дауалана. Уй-кисерештәр, йоҡоһоҙ төндәр, һыҙланыуҙар, борсолоуҙар – барыһы ла яугирҙың башынан үткән. «Унда минең дуҫтарым,   ә мин бында өйҙә ятам... Аяҡҡа баҫам да, бары бер кире барам», – тип өҙгөләнә ул.

 

Яугир әсәләре… Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмай мөмкин түгел. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең улдарығыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр беребеҙ өсөн ысын геройға әйләнде. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарығыҙ имен-һау ҡайтһындар. Имгәнгән яугирҙарға һауығырға Хоҙай ярҙамын бирһен, уларҙы баҡҡан әсәйҙәргә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен.

Раян Атанбаев

"Хәйбулла хәбәрҙәре"

 

 

Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр
Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр
Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас