Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Хәлилованың ижады, ғөмүмән, үҙе тураһында һүҙ барғанда, уны Азамат Хәлиловтан башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын. Шуға актрисаның юбилейы айҡанлы ҡорған әңгәмәлә Азамат хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә булдым.
Үкенескә ҡаршы, шәхестәрҙе йышыраҡ юбилей уңайынан иҫкә төшөрөргә ғәҙәтләнгәнбеҙ шул. Азамат тураһында ла “илле йәше еткәс, берәй әңгәмә эшләрбеҙ әле”, тип уйларға ла өлгөрмәнем, сәхнә тултырып уйнап йөрөгән талантлы актерҙың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтаны... Әммә баҡыйлыҡҡа күсеүенә һаман ышанғы килмәй, ул беҙҙең йөрәктәрҙә бар булмышы менән шул килеш, һын-ҡиәфәте менән әле лә сәхнә батыры булып ҡала – “Бөрйән айыуы”, “Урал батыр”, “Сыңғыҙ хан”, “Арыҫлан Мөбәрәков”, “Отелло”... Уны кем тип кенә нарыҡлаһаң да мөһабәт кәүҙәһе, ғорур һыны, күкрәктән гөрһөлдәп сыҡҡан тауышы, башҡаларҙан айырылып торған таланты менән күҙ алдына килеп баҫа. Ә шул әкиәт батырылай баһадир янында Зөлфиәһе, киреһенсә, үтә лә нәзәкәтле, тал сыбығындай нәҙек, зифа, һис төҫ ташламаҫ һылыу ҡатын... Бер-береһенә булған сикһеҙ һөйөү, оло мөхәббәт сәхнәнән уйнағанда ла күренеп тора ине. Тик был донъя ҡайсаҡ шул тиклем аяуһыҙ булып китә. Уйламағанда-көтмәгәндә иң ҡәҙерле кешеһен юғалтҡас, Зөлфиәнең бөгөлөп төшмәйенсә, үҙендә көс табып йәшәй белеүе һоҡландыра.
“Әлфиә”нән башланған ижад юлы
- - Зөлфиә, Данил Сәлиховтың “Ҡатын түгел - аждаһа!”һында һин үҙеңде төрлө образдарҙа ҡойоп ҡуйҙың: Бәхтиҙең ҡатынын ике төрлө итеп астың - берсә күндәм, донъя баҫҡан Юлбикә, берсә шаталаҡ, хәйләкәр һәм сая медсестра Мәрйәм. Шул тиклем шәп уйнанығыҙ, әйтерһең дә, ошо спектакль махсус Азамат менән һеҙҙең өсөн генә ҡуйылған, тиерһең. Был һеҙҙең бергәләп уйнаған һуңғы ролдәрегеҙҙең береһе булғайны, ахырыһы... Был спектаклде ҡараған һәр кем хәтерендә һеҙ шулай һоҡланғыс пар булып ҡалдығыҙ. Һеҙ “Күңелле йәшәйбеҙ” телетапшырыуы, “Сируси”, “Күршеләр” сериалдары аша ла халыҡҡа яҡын, ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә әллә ҡайҙан танып торалар. Гастролдәргә йыш йөрөргә тура килдеме?
- - Азамат ныҡ талантлы кеше ине. Үҙенең эшен еренә еткереп башҡарҙы, үҙенә генә түгел, башҡаларға ҡарата ла талапсан булды. Шуға күрә гастролдәргә йөрөгәндә уның бригадаһына эләгергә тырышалар ине. Ҡазанда унар көн гастролдәрҙә булырға тура килде. Ҡазан театр әһелдәренең береһе Азаматтың сығышын ҡарағандан һуң һоҡланыуын йәшермәйенсә: “Был бит - халыҡ артисы! Ундай таланттарҙы күрә белергә кәрәк!”- тине. Красноусолда йыш сығыш яһайбыҙ. Хатта Мәскәүҙән килгән бер ял итеүсе беҙҙең афишаны тотоп: “Ошо театрҙы Мәскәү сәхнәләрендә күрергә яҙһын!” -тине. Азамат шул тиклем ижади ҡарашлы кеше булды. Халыҡ араһынан образдар эҙләй ине. Төрлө образдар әҙерләп йөрөнө. Һәр образды халыҡҡа йөрәгенән сығарып һалды. Үкенескә ҡаршы, күпме уйналмаған ролдәре ҡалды...
Азамат пединститутта, мәҙәниәт техникумында дәрестәр алып барҙы. Илдар Вәлиев режиссерлығында дүрт-биш спектакль ҡуйҙыҡ. “Китмәҫкә килгән ҡошом”, “Аҙашҡан ҡунаҡ”, “Ҡатын түгел – аждаһа!”, “Иремде һатам!” – ошо спектаклдәр менән тамашасы күңелен яуланыҡ.
- - Азамат тормошта ниндәй булды?
- - Азамат тураһында көнө-төнө туҡтамай һөйләй алам. Ул мине яратты: “Минән дә бәхетле кеше юҡтыр ул: яратҡан эшем бар, яратҡан кешемә өйләндем”, - тиер ине. Эшләп ҡалырға ашыҡты, йәшәп ҡалырға ашыҡты. Иртә өйләнде – 19 ғына йәшендә. Әле булһа армиянан яҙған хаттарын һаҡлайым. 30 йыл “һә!” тигәнсе үтте лә китте. Матур йәшәлгән йылдар һиҙелмәне. Армиянан минең тыуған көнөмдә ҡайтып етте. Бер нәмә лә осраҡлы түгелдер, тип уйлап ҡуям хәҙер.
Ул бик егәрле булды. Минең тыуған яғымда – Дәүләкән районы Фәриҙун ауылында ер участкаһы алып, матур итеп йәшәй генә башлағайныҡ. Ер кешеләре булдыҡ, егермеләп умарта тоттоҡ. Әле Азамат үҙ ҡулы менән төҙөгән йорт-ҡураның ҡотон һаҡлап йәшәргә тырышам.
- - Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылғас, тәүге спектаклдәрҙә үк уйнағаның хәтерҙә. Унда һин Булат Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда”һында Әлфиә ролен башҡарғайның.
- - Театр асылғас та бында килдек. Азамат академтеатрҙа эшләй ине, Стәрлетамаҡҡа китергә йыйынғанды белгәс, Рифҡәт Исрафиловтың ебәргеһе килмәне. “Туғаным, нәмә эшләйһең һин, фатир алғас китерһең, - тине. - Йөрәгемдән йолҡоп биргем килмәй, исмаһам, фатир алып кит, шунан һуң дүрт яғың ҡибла!” - тип әрләп тә алды. Азаматтың үкһеҙ етем үҫкәнлеген белеп шулай йәлләгәндер инде.
-
Маҡсатым – театрҙың йөҙөн күрһәтеү!
- Шуныһы һөйөнөслө, һине әле лә йыш ҡына телеэкрандарҙа ла күрәбеҙ һәм сериалдарҙы ғына күҙ уңында тотмайым. Бына әле яңыраҡ һин “Йөрәк һүҙе” шиғриәт конкурсының телевизион проектында финалға сыҡтың.
- 50 профессиональ артист араһында 16 кеше финалға сыҡты. Шулар араһында 4-се урын алдым. Ҡиммәтле сертификатҡа лайыҡ булдым, “Ассы” санаторийына ике кешелек юллама менән бүләкләндем. Игеҙәк һыңарым Гөлфиәгә бүләк яһаным, Алла бирһә, икәүләп ял итеп ҡайтырбыҙ тип торабыҙ. Гөлфиә Өфөлә йәшәй, балаларыма ярҙам итешеп тора. Артабан да бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, бергә ҡартайырға яҙһын.
- Һәр театрҙың үҙ йөҙө, стиле була. Һинеңсә, беҙҙең театр башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
- Беҙҙең артистарҙа яһалмалыҡ юҡ. Ысынбарлыҡты уйнарға тырышабыҙ. Беҙ Илшат Йомағолов мәктәбен үткән кешеләр. Ҡаты аҡыл, ҡаты ҡул үткән кешеләр. Хәмит Яруллин, Гөлдәр Ильясова, Филарит һәм Миңниса Бакировтар, Рауил һәм Рафиға Галиндар кеүек тәжрибәле артистар менән эшләнек, уларҙан өйрәнергә тырыштыҡ. Ошо шәхестәр заманында эшләүем менән үҙемде бәхетлемен, тип һанайым.
- Матур юбилейыңды билдәләгәндә, ғүмер йомғағын һүтеп, эшләнелгән эштәрҙе байҡап сығыу фарыз. Театрға теләктәрең?
- Сәхнәлә эшләгән йылдарымда иллегә яҡын образ ижад иттем. Театрҙа һин үҙ ролеңде табырға тейешһең. Шөкөр, театрҙа, коллективта үҙ урыным бар, сәхнәнән әйтер һүҙем бар, аҡылымдағы булған уйҙарымды еткерергә, йөрәгемдәге хистәремде асырға яратҡан тамашасым бар. Аллаға шөкөр, ышаныслы баҫып торам, тип әйтә алам. Үҙемдең юбилейымда мин үҙемде генә түгел, ә театрыбыҙҙың йөҙөн күрһәтергә теләйем. Ошо театр менән ғорурланғым, уға инанғанымды күрһәткем килә. Театр менән, актерҙар менән, тамашасыларым менән ғорурланғым килә. Маҡсатым – театрҙың йөҙөн күрһәтеү. Театрҙың тотҡаһы – артистар икәнлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатлағым килә. Аҡыллы етәкселәр таланттарҙы ысҡындырмаҫ өсөн барыһын да эшләйҙәр. Спартак Әхмәтов әйтмешләй, талантлы артист – ул “штучный тауар”.
Театрҙы үҫтереү өсөн халыҡ йөрәгенә барып етерҙәй әҫәрҙәр кәрәк. Беҙ, актерҙар режиссерҙарҙан халыҡсан, тормошсан спектаклдәр көтәбеҙ. Кеше театрға килә икән, битараф сығып китергә тейеш түгел: йә туйғансы көлһөн, йә тетрәнһен. Һәр хәлдә театрыбыҙ йәшәһен тип теләйем.
Нисек кенә булмаһын, тормошта ла, эштә лә сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ кәрәк. Барыбыҙға ла шуны теләйем.
Йылдар үткән һайын йәшәрә барған, береһенән-береһе сағыу, иҫтә ҡалырҙай образдар тыуҙырған, башҡорт сәнғәтен башҡа тарафтарҙа данлаған актрисабыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Уға алдағы тормошонда бик күп һоҡланғыс образдар тыуҙырып, яңы ижади үрҙәр, еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ.
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.