

Эшлекле ижадсы, талантлы продюсер, дәүләт кимәлендә фекер йөрөткән журналист, хәстәрлекле етәксе, ышаныслы хеҙмәттәш Рита Өмөтбаеваны Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итеү — дөрөҫ һәм ғәҙел ғәмәл. "Байыҡ" проекты өсөн тәҡдим ителгән замандашым. Мин телевизорҙан яратып, бер генә гала-концертын да ҡалдырмай йөрөгән проект өсөн.
"Байыҡ"тың мәҙәниәтебеҙҙе күтәреүҙәге, халыҡ рухын нығытыуҙағы ролен тәфсирләп һөйләп тормайым. Үҙегеҙ белеп, күреп, тойоп йөрөйһөгөҙ.
"Байыҡ" — бауыр баҫыр йыуаныс ул. Донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып, яҙмыш һынауҙарын аташлап, баҙнат итеп сәхнәгә бейергә сыҡҡан апайҙарҙы, ағайҙарҙы мин гел илап ҡарайым. Үҙ-үҙен әүрәтергә хәл тапҡан, донъяны яратыуҙан төңөлмәгән өлкән быуындың берсә ойотоп, берсә сәсрәтеп баҫыуҙары беҙҙең халыҡтың эске мәҙәниәтенең юғарылығын, сафлығын сағылдыра.
"Байыҡ" — башҡорт хореографияһы оҫтаханаһы ул. Конкурста ҡатнашыр өсөн тиҫтәләрсә хореографтар йөҙәрләгән бейеү һалған. Иҫ киткес халыҡсан, шул халыҡсанлығы менән классик ул бейеүҙәр. Сөнки үҙешмәкәр бейеүселәр еренә еткереп башҡарһын өсөн бейеүҙе уйлы, хисле, моңло, уңайлы итеп төҙөргә кәрәк.
"Байыҡ" — тотош бер мәҙәни индустрия ул. Һуңғы осорҙа һәр тарафтан креатив индустрия тип һөрән һалалар. "Байыҡ" күптән булдырған ул креатив индустрияны. Хореографтар бейеү һала. Дизайнерҙар бейеүселәр өсөн костюмдар ижад итә. Музыканттар көй яҙа, аранжировкалар эшләй...
Заманса һәм халыҡсан майҙанды булдырыусы, нисәмә йыл тотоп килеүсе — Рита Өмөтбаева. Эш тәжрибәһе ҙур, фекер ҡеүәһе төплө, дәрт-дарманы урғылып торған профессионал.
Салауат Юлаев премияһы Положениеһында "премия присуждается за произведения, получившие общественное признание и являющиеся значительным вкладом в художественную культуру Республики Башкортостан" тип яҙылған. Рита Өмөтбаеваның "Байыҡ" проекты тамашасы алҡыштарына ҡойонған, халыҡ иғтибарын һәм ихтирамын яулаған, Башҡортостан мәҙәниәтенә баһалап бөткөһөҙ тос өлөш индергән ҙур күләмле, юғары кимәлле эш.
Йыйнаҡ, артыҡ тыйнаҡ, эшлекле, сая команда туплаған замандашыма оло проекттарын кинәнеп тормошҡа ашырырға яҙһын. Әлеге ҡатмарлы заманда халыҡҡа йыуаныс һәм ҡыуаныс булырлыҡ, әһәмиәтле, тәрән мәғәнәле проекттарға яндырайланып, ең һыҙғанып тотона — мең ҡаршылыҡтарҙы йығып, лайыҡлы итеп йырып сыға. Исемдәре генә ни тора!
"Ете егет", "Ҡурай даны", "Башҡорт йыры", "Һәйкәлдәр"... Ә есемдәрен баһалап бөткөһөҙ.
Бер-беребеҙҙе ҙурлайыҡ, уңыштарыбыҙға ҡыуанайыҡ, ваҡытында баһалайыҡ.
Гөлназ ҠОЛҺАРИНА