Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2025, 17:00

Уларҙың ихатаһын боландар "төйәк иткән"

Алтын ҡуллы оҫталар тыуҙырған эштәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғафури район үҙәге Красноусол ауылы урамдарының береһендә ихата алдында торған боландар эргәһенән бер кем дә битараф үтеп китә алмайҙыр, ул һәр кемдең иғтибарын, ҡарашын үҙенә тартып тора. Матурлыҡ барыбер үҙенә тарта. Ошо һоҡланғыс эштәрҙе яҡындан күреү, уны тыуҙырған оҫта менән һөйләшеп алыу маҡсатында беҙ ҙә боланлы ихатаға килеп туҡтаныҡ.

Уларҙың ихатаһын боландар  "төйәк иткән"Уларҙың ихатаһын боландар  "төйәк иткән"
Уларҙың ихатаһын боландар "төйәк иткән"

Алтын ҡуллы оҫталар тыуҙырған эштәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғафури район үҙәге Красноусол ауылы урамдарының береһендә ихата алдында торған боландар эргәһенән бер кем дә битараф үтеп китә алмайҙыр, ул һәр кемдең иғтибарын, ҡарашын үҙенә тартып тора. Матурлыҡ барыбер үҙенә тарта. Ошо һоҡланғыс эштәрҙе яҡындан күреү, уны тыуҙырған оҫта менән һөйләшеп алыу маҡсатында беҙ ҙә боланлы ихатаға килеп туҡтаныҡ.

Был йорт үҙе үк бында уңған, егәрле, фантазиялы кешеләр йәшәүен күрһәтеп тора. Бында бар нәмә уйлап, күңел һалып эшләнгән. Хужаның үҙ ҡулдары менән эшләгән ике ҡатлы гараж-оҫтаханаһына, ҡапҡа-ҡоймаларына ҡарап, төҙөлөш эшен ныҡлы белгән кеше икәнлеген аңлайһың. Ҡапҡанан инеү менән көҙгө сәскәләрҙең сағыулығы ла ҡарашты үҙенә тартып, хужабикәнең уңғанлығын күрһәтә. Сәскәләр ҙә оҫтаның ҡулы менән тимерҙән иретеп йәбештереп эшләгән йыһаздар араһында тағы матурыраҡ күренә. Ошо хозурлыҡты тыуҙырыусы хужалар - Ишбирҙе Ишбулды улы менән Люциә Риф ҡыҙы Баязитовтар йәшәй был йортта.
Тыштағы күренештәргә һоҡланып күп тә торманыҡ, уңған хужалар ихласлап өйҙәренә алып инделәр. Йорт эстән дә әйләнеп сыҡҡыһыҙ. Иң тәүҙә хужаның оҫтаханаһына юл тоттоҡ. Уны Ишбирҙе Ишбулды улы үҙ ҡулдары менән зауыҡлы итеп элекке мал аҙбарынан эшләп алған. Мал тотҡан осорҙа бесән һалған ҡыйыҡ башы, яйлап-яйлап үҙгәрткәс, аулаҡ ҡына, ял итергә уңайлы, йәмле мансардаға әйләнгән. Аҫтағы ҡатта оҫтахана, гараж, ваҡытлыса себештәр тотоу бүлмәләре. Элекке аҙбарға заманса “йылы иҙән” эшләттергәндәр, йыл әйләнәһенә нимә лә булһа оҫталаусы ағайға быныһы бигерәк тә уңайлы. Икенсе ҡатҡа менеү өсөн ике яҡлап та ныҡлы ағас баҫҡыстар ҡуйылған. Һаҡсыл хужа хәҙер ҡулланылмаған әйберҙәргә лә яңы йән өрөп, уларға икенсе йәшәү рәүеше биргән. “Ул әйберҙәр ҙә матурлыҡ өлгөһө, беҙҙән һуң килгән быуын беҙҙең нимә ҡулланғанды белһен өсөн улар ҙа һаҡланырға тейеш бит”, - ти Ишбирҙе ағай.
Ә бына беренсе ҡатта иң тәүҙә ағас һындар күҙгә ташлана. Ишбирҙе ағай ағастан юнып, йышып, шымартып, семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү менән дә мауыға икән. Ағас олондары, ауырыу тип киҫелгән ағастар, төрлө ҡиәфәттәге ботаҡтар сәнғәт әҫәренә әүерелә.
Оҫтахананың ҡап уртаһында ултырған ҡолас етмәҫлек йыуан, ҙур фигура – сәйер рәүешле булып үҫкән ағас булған. Уны ағай район үҙәгенән алыҫ ҡына урманда күреп ҡала. Өйөнә ҡайтҡас та ағас иҫтән сыҡмай, берсә арыҫлан йә крокодил, берсә әкиәт ҡошо булып күҙ алдына килә. Һәм оҫта, урмансылыҡтан рөхсәт алып, машинаға арба тағып барып, ағасты алып ҡайта. Ҡайырын әрсеп, шымартҡан, ләкин әлегә уның ниндәй һынға әйләнерен хәл итмәгән.
- Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, яңы эшкә илһам бирә. Бала саҡтан шундай ағастарҙы ҡарап йөрөү ҡыҙыҡ була торғайны. Айырым тамырҙарҙан үҫеп сыҡҡан ике ҡайындың үрҙә бер-береһенә ҡушылып үҫкәнен күреп, хайран ҡалғайным. Ағастан төрлө нәмә: йортта ҡулланыр өсөн дә, биҙәү әйбере лә эшләп була. Үҙем тәбиғәт күренештәрен яратам. Тыуып үҫкән Быяла ауылында Фәйзулла тигән бабай йәшәй ине. Уның төрлө ағас ботаҡтарын йорт-тирәһендә ҡулланыуын, ололарҙың арҡан ишеүен, ағастан күнәк, ҡалаҡ эшләүҙәрен һоҡланып ҡарап тора торғайным. Атайым да балта оҫтаһы ине. Уның менән бура бурашырға ла йөрөнөм. Хәҙер материалдар ҙа, төрлө эш ҡоралдары, яйланмалар ҙа күп бит, сәбәп итергә генә кәрәк. Ихата тышында һеҙ күргән боландың нигеҙе тимерҙән, уға йылытҡыс материал итеп ҡулланылыусы ҡаты пластикты елем һәм сетка ярҙамында йәбештерҙем, унан болан рәүеше биреп юнғас, грунтовкалап, буяным. Уны һәр кем үҙенсә уйлап эшләргә мөмкин. Һәләт һәр кемдә бар, уны үҫтерергә, алдыңа алған эште яратырға кәрәк. Балаларҙы ла ошо эшкә ҡыҙыҡһындырырға мөмкин, - тип, эштәре менән таныштыра йорт хужаһы.
Ишбирҙе ағай хәҙер бөткән Быяла ауылында 8 балалы ғаиләлә өсөнсөһө булып тыуып-үҫеп, Сәйетбабала 8 класс белем алған. Интернатта ятып уҡығанын да оло тормош мәктәбе итеп иҫкә ала.
Яҙмыштың әсе елдәре уларҙың ғаиләһен тарҡатҡас, инәһе менән Үзбәкстанға сығып китәләр һәм бер колхозға барып урынлашалар. Башлыса кореецтар йәшәгән хужалыҡта был милләт кешеләренең эшсән, ерҙе аңлап эш итеүҙәренә иғтибар итә, уларҙың йәшәйешен, тормошҡа, кешеләргә мөнәсәбәтен күреп, үҙе өсөн күп фәһемле, яҡшы нәмәләргә өйрәнә башҡорт егете. Инәһе Миңлеямал ошонда эшләп пенсияға сығып, Красноусолға күсеп ҡайта.
Ишбирҙе ағай Алыҫ Көнсығышта Благовещенда хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәй. Ижевскиҙа шофёр, экскаваторсы, автокрансыға уҡып, таныҡлыҡ ала. 1975 йылда Красноусолда үҙҙәренә күрше йәшәгән, Саҡма (Яңы Әлтәшле) ауылында тыуып, ете балалы ғаиләлә иң олоһо булып үҫкән Люциә Риф ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Артабан бергәләп Себер тарафтарына юлланып, Когалым ҡалаһы эргәһендә Повховский тигән эшселәр ҡасабаһына барып урынлашалар. Ошонда трассала эшләгәндә иретеп йәбештереү эшенә лә өйрәнә тырыш егет. Унда оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 2-3 йылдан Красноусолға ҡайтып, ошо урында өй һатып алалар. Аҙаҡ төкөтөп, өйҙәрен рәтләп, ҙур гараж һалып ҡуялар.
Баязитовтар Илмира һәм Илдар исемле ҡыҙ-улға ғүмер биреп, уларҙы ла тәрбиәле, эшсән итеп үҫтергәндәр. Красноусолда Балалар шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡыҙҙары тормош иптәше Илфат менән атай-әсәй ярҙамы, кәңәшенә таянып иркен өй һалып ингәндәр. Ә Себерҙә эшләп йөрөгән улдары Илдар, район үҙәк дауаханаһында реанимация бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе кәләше Зөлфиә менән, үҙҙәренең йорто янына үҙ проекты менән оҫта итеп йорт һалып ҡуйған. Улар икешәр балаға атай-әсәй. Әйткәндәй, ейән-ейәнсәрҙәр был күркәм йортта әсәй-олатайҙан өлгө алып, уларға ярҙамлашып йәшәй.
Оҫтахананан өй эсенә үтәбеҙ. Бында ҡунаҡ һәм йоҡо бүлмәләре урынлашҡан, аш-һыу бүлмәһендә лә, бар ерҙә тәртип. Хужабикә әҙерләгән ҡайнатмалар, бешергән-тоҙлаған йәшелсәләр уның уңғанлығын күрһәтеп, банкаларҙа теҙелешеп ултыра. Мунсаны ла хужа үҙенсәлекле, уңайлы, ныҡлы итеп эшләгән. Баҡсаларында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, мул уңыш алғандар. Әле ергә тиреҫ түгеп, тейешенсә эшкәртеп тә ҡуйғандар. Күпләп бройлерҙар ҙа тоталар. Ирле-ҡатынлы һәр саҡ бер-береһен тыңлап, кәңәшләшеп эшләгәнгә лә эштәре ыңғай, күңелдәре тыныс.
Тәбиғәткә ғашиҡ Ишбирҙе ағайҙа оҫталыҡтан тыш, рәссам, скульпторҙар кеүек матурлыҡты күрә, аса белеү һәләте лә бар. Ғүмер юлында күп ерҙәрҙә булырға тура килгән уға. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, башҡа халыҡтың эшләү алымдарын, йәшәйешен, тормош тәжрибәһен өйрәнергә, күргәндәренән фәһем, аҡыл алырға, өйрәнгәндәрен тағы ла еңелләштереп, уңайлыраҡ итеп ҡулланырға тырышҡан. Ир-атҡа етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, донъяһын сынъяһау иткән Ишбирҙе ағай менән Люциә апайға киләсәктә лә һаулыҡ, бәрәкәттә ошо йортта күркәм итеп, балалар һөйөнөсөндә шатланып ғүмер итергә яҙһын.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

"Табын" гәзитенән

Автор:
Читайте нас