Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Мәҙәниәт
23 Сентября 2025, 03:00

Уран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙе

Күпме изге эштәр ҡылды ул! Ә республикабыҙҙа, юғары постарҙа уның хеҙмәтен юғары баһалағандар бармы икән?! Юҡ шул! Хатта “Бөрйән егеттәре”нең йыры, бейеүе менән сығыш яһағанда ла автор хаҡында өндәшмәйҙәр. Халыҡтың ысын һәләт эйәләрен һанға һуҡмау, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әсе һәм күптәнге “йолабыҙ” шул”.

Уран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙеУран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙе
Уран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙе

Бөрйәндең егеттәре!

 

Беҙҙең Бөрйән — ҡуйы урман,
Ағас һайын һандуғас шул, эх кенә!
Ҡош түгел, үҙең һайрарһың,
Күңел тулы йыр булғас шул, эх кенә!

 

Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә.
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре!

 

Бөрйән тауы гел аҫыл таш,
Аҙым һайын хазина шул, эх кенә!
Салауат күпере аша
Килегеҙ, дуҫтар, беҙгә шул, эх кенә!

 

Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә.
Аҡ теләкле, ут йөрәкле,
Бөрйәндең егеттәре!
______________________________________________

Журналист, шағир Самат Ғәбиҙуллиндың хәтирәләренән:
“1960 йыл. Йәнғәле Вәхитов беҙгә, БДУ*-ла көн-төн илһамланып ижад иткән “Шоңҡар” гәзите ағзаларына, йәш шағирҙарға, яңы көйгә һүҙҙәр яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ иләҫ-миләҫ булып йөрөгәнсе, бер төн эсендә арабыҙҙа иң шуғы Уран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙе. Бына ул ниндәй, тынғыһыҙ ижад кешеһе! Күпме изге эштәр ҡылды ул! Ә республикабыҙҙа, юғары постарҙа уның хеҙмәтен юғары баһалағандар бармы икән?! Юҡ шул! Хатта “Бөрйән егеттәре”нең йыры, бейеүе менән сығыш яһағанда ла автор хаҡында өндәшмәйҙәр. Халыҡтың ысын һәләт эйәләрен һанға һуҡмау, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әсе һәм күптәнге “йолабыҙ” шул”.

 

БДУ* - Башҡорт дәүләт университеты

Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарып, бихисап артистар билдәлелек яуланы, дан алды, юғары наградаларға лайыҡ булды. Үкенескә ҡаршы, үҙе гел ҡайҙалыр ситтә ҡалды, күренмәне.  Һүҙем – шағир Уран Кинйәбулатов хаҡында.

Уран Кәрим улы 1934 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Ҡолой ауылында донъяға килә. Ул - күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың бер туған ҡустыһы.

Уран Кинйәбулатов 1958 – 1962 йылдарҙа БДУ-ның филология факультетында белем ала. 1962 йылдан “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй. Уның шиғырҙары 1950 йылдан матбуғатта баҫыла башлай, күп шиғырҙары популяр йырҙар булып китә. 1992 йылда Уран Кинйәбулатовтың “Сейәле тау” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.

Йырсы-шағир 2003 йылдың 4 октябрендә Өфөлә вафат була.

Автор:Венер Исхаков

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас