+24 °С
Ямғыр


Билдәле йырсы, Баймаҡ районының Буранбай ауылы егете Юнир Һағынбаевтың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға - уларҙың өсөнсө бәпестәре - улдары тыуған. Шулай итеп, Эльвира менән Юнирҙең ғаиләһе өс уллы булды.
Бәләкәс дүрт күҙ араһында имен-һау үҫеп китһен, атай-әсәйенә - ҡыуаныс, ағайҙарына йыуаныс булып ҙурайһын. Һағынбаевтар ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, мөхәббәтле, тиң-тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!
Фото:Бәйләнештә