Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2025, 09:45

«Йыр минең яҙмышым»

Халыҡ йыры... Барса тамашасыларға   халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен еткереү, халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләү – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгән Әлиә Исҡужинаның төп маҡсаты, йәшәү рәүеше ошо. Ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашмаһын, сит ил сәхнәһе булһынмы – кескәйҙән оҙон көйҙәрҙе күңеленә һеңдереп үҫкән йырсы тамашасыға мотлаҡ ошо хазиналарҙы  бүләк итә.

«Йыр минең яҙмышым»«Йыр минең яҙмышым»
«Йыр минең яҙмышым»

Халыҡ йыры... Барса тамашасыларға   халҡыбыҙ гәүһәрҙәрен еткереү, халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләү – Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгән Әлиә Исҡужинаның төп маҡсаты, йәшәү рәүеше ошо. Ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашмаһын, сит ил сәхнәһе булһынмы – кескәйҙән оҙон көйҙәрҙе күңеленә һеңдереп үҫкән йырсы тамашасыға мотлаҡ ошо хазиналарҙы  бүләк итә.

Әлиә Исҡужина... Һуңғы йылдарҙа йыр сәнғәтендә ул үҙенең моңло тауышы менән тамашасыларҙың көтөп алған, яратҡан йырсыһына әүерелде. Эстрада, халыҡ, классик йырҙарҙы ла берҙәй оҫта башҡарыуы менән алдыра Әлиә. Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш йырсыһы менән уның сәнғәткә килгән юлы, тыуған яғы, маҡсаттары хаҡында һөйләштек.

Баймаҡ районының тарихҡа бай, данлыҡлы Темәс ауылында үҫә Әлиә. Бәләкәйҙән хисле, тыныс бала була, тәртип ярата. Хатта балалар баҡсаһында бүтәндәрҙе шаярмағыҙ тип тыйып та йөрөй. Буласаҡ йырсы тәүге тапҡыр сәхнәлә йырлағанын бөгөнгөләй хәтерләй.

– Дүрт йәштә ауылдағы һабантуйҙа «Гөлназ матур ҡыҙ икән!» тигән йырҙы башҡарҙым. Бөтә майҙан гөрләтеп ҡул сапты, бүләккә эшләпә биргәс, шул тиклем ҡыуандым. Шунан бирле миңә сәхнә оҡшап ҡалды, – тип хәтирәләргә бирелә йырсы. – Туғыҙынсы класта уҡығанда ауылдағы музыка мәктәбенә йөрөй башланым һәм шунда уҡытыусым Әлфиә Нурмөхәмәтова халыҡ йырҙарына һөйөү уятты. Иң тәүҙә «Шәһүрә аҫыл ҡыҙ бала»ны өйрәтте. Тиҙҙән Баймаҡта Буранбай Ҡотдосов исемендәге конкурста ошо йырҙы башҡарып, икенсе урын алдым. Был хаҡта гәзиттәрҙә лә яҙғас, оҡшап ҡалды. Шулай ҙа ул тиклем йырсы булам тип ҡысҡырып йөрөмәнем, эстән генә хыялландым, бәлки, ысын йырсы булыр өсөн бөтөнләй яраҡһыҙмындыр, тип шикләнә инем. Шулай ҙа бөтәһе лә ҡапыл хәл ителде.

Ҡыҙ туғыҙынсы кластан һуң йәйге каникулда Сибайға туғандарына ҡунаҡҡа бара. Урам буйлап китеп барғанда «сәнғәт колледжы» тигән яҙыуҙы күреп ҡалып, ике лә уйлап тормай инеп тауышын тыңлатып ҡарарға була. Колледж тулы йәштәр, һәр береһе матур кейенгән, ә ул ябай ғына күлдәктә килгән. Колледжда ҡабул итеү имтихандары бара икән, әле икенсе тур. Шулай ҙа ҡыҙ ҡыйыулыҡ табып, үҙенең ниәтен белдерә. Йырлап та, шиғыр һөйләп тә күрһәтә. Ҡыҙҙы иғтибар менән тыңлаған педагогтар икенсе көнгә тағы килергә ҡушалар. «Ҡайтҡас, апайым менән кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләп табып, өсөнсө турға килдем. Йырсы булырға теләүселәр күп, ә бюджет урынына биш кенә кешене алалар ине. Улар араһына мин дә эләктем», – ти Әлиә бәхетле йылмайып.

Шулай ҙа атай-әсәһе ҡыҙҙарының сәнғәт юлын һайлауына бигүк риза булмай. «Балам, бәлки, кире уйларһың, унынсыға уҡырға барырһың», – тип сентябрь башланғансы ниәтемдән кире һүрергә тырыштылар. Күрәһең, улар сәнғәт өлкәһе, артист һөнәренең ауыр булыуын аңлап, минең башҡа юлдан китеүемде теләгәндәрҙер. Атайым йәшерәк сағында Темәс мәҙәниәт йортон төҙөүҙе ойоштороп, үҙе ете йыл буйы директор булып эшләгән. Тап шуға ла сәнғәттең бөтә нескәлектәре, халыҡҡа күренмәгән яғы уға яҡшы таныш булыуын хәҙер генә аңлайым», – ти йырсы.

Шулай ҙа бәләкәйҙән тырыш, ныҡыш ҡыҙ үҙ хыялына тоғро ҡала.

Алдына алғанды эшләмәйенсә ҡуймай торған холҡо бар уның. Гуманитар фәндәр еңел бирелһә лә, математика, геометрияны ҡара тырышлыҡ менән алдыра. Киске алтыла ултырып, төнгө икегә, өскә тиклем ултырһа ултыра, өйгә бирелгән эштәрҙе барыбер сисеп ҡуя ул. Тағы шуныһы – колледжда классик йырҙар буйынса белем бирәләр. Шуға ла имтихан биргәндә ноталарҙы бөтөнләй белмәгән, фортепьянола до, ре ноталарының ҡайҙа торғанлығын да күрһәтә алмаған ҡыҙға ныҡ тырышырға тура килә. Етмәһә, курсташтарының күбеһе махсус музыка мәктәбенән килгәндәр. Сәмләнеп уҡый Әлиә, колледж тарихында беренселәрҙән булып яңғыҙ концертты ул бирә.

Бөгөн Әлиә республика, халыҡ-ара конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Операның бишеге Италияла халыҡ-ара вокалистар конкурсында гран-при яулаған. Ауылда үҫкән ҡыҙҙың классик сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы ҡасан башланған һуң? Был йәһәттән дә вокалдан тәүге уҡытыусыһы Джон Мусинға ҙур рәхмәтле йырсы. Остазы классик сәнғәткә һөйөү уята, уның нескәлектәрен аса. Атайҙарса ғәжәп хәстәрлекле кеше була ул. Иртән дәрескә килгәс, иң тәүҙә, тамағың туҡмы, ашаныңмы, тип һорар була. «Юҡ» тиһәң, бар ашап кил, ас килеш йырлап булмай», – тип ҡайтарып ебәрә.

«Ә инде бер мәл осраҡлы ғына Әлфиә Кәримованың сығышын тыңлағандан һуң, баш көллө операға ғашиҡ булдым, – ти Әлиә. – Өйҙә концерт ҡарап ултырғанда уның «Һандуғас» романсын башҡарыуын иҫем китеп тыңлағаным хәтерҙә. Һуңынан был йырсы менән ҡыҙыҡһына башланым, романстың авторы Александр Алябьев икәнен белдем. Баҡтиһәң, Әлфиәне ле, бер туған Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙы ла Миләүшә Мортазина уҡытҡан. Минең дә улар кеүек йырсы булғы килде, шуға ла колледжды тамамлағас, артабан ошо йүнәлештә үҫергә теләнем».

Милүәшә Ғәли ҡыҙында шул тиклем уҡырға теләге ҙур булһа ла, уға эләгеп булмай, бөтә кешене лә алмай тигәс, уйға ҡала ул. Сәнғәт институтында кемдә белем алырға теләүҙәре хаҡында ғариза яҙырға ҡушҡас, ярай, нимә булһа ла булыр тип, Миләүшә Ғәли ҡыҙын да күрһәтә. Һуңынан уны үҙенә алыуын ишеткәс, тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. «Бик талапасан кеше Миләүшә Ғәли ҡыҙы, һәр дәрескә ҡурҡа-ҡурҡа бара торғайным. Йылдар үткән һайын шундай шөһрәтле уҡытыусыла юғары сәнғәт нескәлектәрен үҙләштереүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән шәхес, аҡылына, тырышлығына, көслө характерына хайран ҡалам, һәр бер һүҙендә тәрән мәғәнә ята», тип Миләүшә Ғәли ҡыҙын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала Әлиә.

Опера һәм балет театрында эшләргә хыялланһа ла, Әлиә диплом алған йылда урын булмай, шуға ла филармонияға килә. Әммә бында ла күңелһеҙләнергә урын юҡ тырыш ҡыҙға. Рәхәтләнеп халыҡ, классик йырҙарҙы башҡарыу, уларҙы яратҡан тамашасыларына ишеттереү өсөн мөмкинлек бар.

Еңел-елпе, теләһә кем яҙған йырҙар Әлиә өсөн түгел. Йәштәрҙең бер көнлөк арзан йырҙарға тартылыуы борсой уны. «Тап шуға ла мине өлкәнерәк быуын кешеләре тыңлай. Тағы ла һәүәҫкәрҙәр менән профессиональ йырсыларҙы бутауҙары ғәжәпкә ҡалдыра. Һүҙҙәренең мәғәнәһе булмаған йырҙарҙы халыҡҡа сығаралар. Кемдер махсус белеме лә булмай тороп тиҫтә йылдар буйы шул һөнәр нескәлектәрен үҙләштергән йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһап йөрөй. Был бит ғәҙелһеҙлек. Әммә классика – мәңгелек. Мәҫәлән, данлыҡлы йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева ошо юлдан тайпылмаған. Әлбиттә, заман менән бергә атларға кәрәк, шулай ҙа алтын урталыҡты тота белергә кәрәк. Йәш тамашыслар ҙа еңел-елпегә тартыла, әммә беҙ уларҙы тәрбиәләргә тейеш. Йәнә хәҙер профессиональ йырсылар күп, конкуренция ҙур. Артистар араһында үҙҙәренең урындарын таба алмағандар күп. Әлеге лә баяғы әрһеҙҙәр бер көнлөк йырҙары менән үрләй, профессионалдар юғалып ҡала. Шуға ла беҙҙә таланттарҙы үҫтереү йәһәтенән продюссерҙар күберәк булһын ине. Әлбиттә, «Ҡурай» йыр-моң каналы, «Башҡорт йыры» проекты ҙур эш алып бара. Әммә барыбер артистарға ярҙам кәрәк. Беҙҙә таланттар күп, әммә улар шул һәләттәренә генә ышанып, ялҡауланалар, үҙ өҫтөндә эшләмәйҙәр һәм юғалып ҡалалар».

Бәләкәй саҡтан ике юғары белемем булырға тейеш тигән маҡсат менән үҫкән Әлиә сәнғәт институтында уҡығанда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Бында белем алыу халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен тағы ла төплөрәк өйрәнергә ярҙам итә.

Буш ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрергә ярата йырсы. Бер спектаклде лә, концерты ла ҡалдырмаҫҡа тырыша. «Тамаша ваҡытында үҙемә анализ эшләйем, тегеләй ярамай икән, былай кәрәк, тип һығымта яһайым. Театрҙарға мин ял итер өсөн генә түгел, эшкә йөрөгән кеүек барам. Ул минең өсөн эҙләнеү, үҙ өҫтөңдә эшләү бит ул», – ти Әлиә.

Бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын күңеленә һеңдереп үҫкән Әлиә  башҡорт халыҡ йырҙарының  ғәжәп сихри көсө тураһында үҙ миҫалында күп тапҡырҙар инанған.   Сит илдәрҙә концерттар биргән йырсыны   төрлө милләт кешеләре  әҫәрләнеп тыңлай. 

«Бер мәл башымды күтәреп ҡараһам, хатта ҡайһыларының күҙ йәштәре ағыуын күреп, күңелем тулышты, – ти был хаҡта Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы. – Бына ниндәй ғәжәп ҡөҙрәткә эйә мөғжизәле башҡорттоң боронғо йырҙары! Музыка, юғары сәнғәт – тәржемәһеҙ ҙә халыҡ күңелен әсир иткән халыҡ-ара тел. Уның аша теләгән илдә һәр халыҡтың күңеленә үтеп инергә булыуын аңланым».

Яҙмышын сәнғәт менән бәйләргә ниәт иткәндәргә лә кәңәше бар үҙенә талапсан йырсының.

– Күптәр йырсы булыуҙы еңел һөнәр, сәхнәлә матур күлдәктәрҙә сығып йырлау, алҡыштарға күмәләр, гөлләмәләр бүләк итәләр, бөтә халыҡ һине таный тип күҙ алдына килтерә. Был бөтөнләй хата фекер. Мәҫәлән, әсәйем Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Өйҙә һәр ваҡыт әҙерләнә, бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерә. «Әсәй, һәр ваҡыт китап-дәфтәрҙәр менән ялҡманыңмы? Ә мин уҡытыусы булмаясаҡмын», – ти торғайным. Минең өсөн уҡытыусынан да ауыр һөнәр юҡ ине кеүек. Бөгөн иһә үҙем профессиональ йырсы булғас, һөнәремдең ни тиклем ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын әйтә алам. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәр стрестарҙан тора. Сәхнәгә сыҡҡан һайын һәр ваҡыт үҙеңде тамашасыға иҫбат итәһең, һөнәри кимәлеңде күрһәтәһең. Сығышың саҡ ҡына һин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, үҙеңә генә түгел, бөтәһенә насар тәьҫир итә. Һәр ваҡыт тышҡы ҡиәфәтең менән күркәм булырға тейешһең. Йырсы һөнәре лә спортсы кеүек ул, өҙлөкһөҙ, даими үҙ өҫтөңдә шөғөлләнеп тормаһаң, тороп ҡалыуыңды көт тә тор. Һауа торошоноң үҙгәреүе лә, берәй ерең ауыртһа, кәйефең булмаһа ла тауышҡа насар тәьҫир итә. Ә тауыш – ул иң ҡатмарлы инструмент. Ни өсөн? Мәҫәлән, фортепьяно, баян, скрипка кеүек уйын ҡоралдарын күҙ алдында тотоп рәтләргә була. Ә йырсының тауышын көйләү үтә сетерекле, ҡатмарлы шөғөл, һәр бер кешегә шәхсән алым кәрәк. Бары үҙеңде тойомлауың менән генә тауышыңды тейешле кимәлгә еткерергә мөмкин. Йырсы булыу туҡланыу йәһәтенән дә күп ризыҡтан алыҫ тороуҙы талап итә. Шунһыҙ тауышыңа зарар килеүе бар. Мәҫәлән, мин һуңғы тапҡыр ҡасан көнбағыш ашағанымды иҫләмәйем. Артыҡ эҫе, тоҙло ризыҡтар ҙа ярамай. Туңдырманы бик яратһам да, йәйге ялда ғына үҙемә тәмләргә рөхсәт бирәм. Яуаплы концерттар алдынан йоҡо туйырға тейеш».

Бөгөн үҙен башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмай сәнғәткә, йырға мөкиббән ғашиҡ Әлиә. «Ни тиклем ауыр булмаһын, һөнәрем оҡшай, уны ләззәт менән башҡарам, ҡәнәғәтләнеү алам. Был иң мөһиме, сөнки шөғөлөң күңелеңә ятырға, һин унан йәшәүгә дәрт, мөхәббәт алырға тейешһең», – ти ул.

 

Венер ИСХАҠОВ

 

«Йыр минең яҙмышым»
«Йыр минең яҙмышым»
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас