

Был юлы “Шоңҡар”ҙың тышлығын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музыканты, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмис ХӘКИМОВ биҙәй. Рәмис һуңғы өс йылда ғына тиҫтәнән ашыу спектаклгә моңдар, йырҙар аша “йән” өргән. Ҡасандыр “Тамыр” телеканалында моңло йырҙары менән йондоҙсоҡ булып балҡыған талантлы егет хаҡында Гөлнур Ҡыуатованың "Ижад - ул хеҙмәт..." тигән әңгәмәһендә танышырға мөмкин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 30 йыл тулды. Был осорҙа нимәләр эшләнде, ҡуйған маҡсаттар тормошҡа аштымы? Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Ҡоролотайҙың президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән ойошторған әңгәмәһе ошо хаҡта. Юграла йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо, Баймаҡ районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Бүләкәновтар ғаиләһе хаҡында фәһемле мәҡәлә баҫылған.
Мирас Иҙелбаевтың “Ноябрҙең әсе еле”, йәш яҙыусы Гөлшат Хажиеваның “Яҙмыш бүләге” тигән хикәйәләре уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Йәмил Ҡотлогилдиндең бер шәлкем шиғырҙары донъя күргән.