– Мин Аллаһы Тәғәләгә оло рәхмәтлемен, сөнки, ҡайҙа тыуырын, ата-әсәһе кем булырын бала үҙе һайлай ти бит. Нөгөш йылғаһы уралып-уралып ағып ятҡан, матурлығынан хыялыйҙар булырлыҡ ерҙә, атайым менән әсәйем ҡорған 7 балалы мөхәббәтле ғаиләлә донъяға килгәнмен. Дүртенсе бала мин, алтын урталыҡ, шуға ла ишле, татыу ғаиләнең кендеге кеүек тоям үҙемде. Атай-әсәйҙең сәнғәт донъяһына битараф булмауы, йырға-моңға уралып үҫеүебеҙҙең сәбәбе лә инде. Беҙ бала саҡтан халыҡ моңона, йырҙарына ғашиҡ булып үҫтек. Йыр-моңға маһир булған атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Йырға һәләтемде әсәйем Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙынан алғанмындыр, тим. Ул бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, ҡумыҙ сиртә. Атайым Рәүф Зәкәриә улын да беҙҙең районда белмәгән кеше юҡ. Ул бик талантлы булды. Бик шәп бейене лә. Музыка ҡоралдарында ла – гармунда, мандолинала, баянда, скрипкала ла оҫта итеп уйнай, йырлай ҙа ине.
Бала саҡ хәтирәләрендә мин иң татлы, сихри күренеш итеп радионы иҫләйем. Илаһи бер мөғжизәле ҡумта итеп күрә инем уны. Унан ағылған моңдарҙы йотлоғоп тыңлап, һүҙҙәрен ятлап, ҡушылып йырлап, мин үҙемдең йырҙан башҡа йәшәй алмауымды һәм мотлаҡ йырсы буласағымды аңлағайным инде. Бала саҡта минең өсөн сәхнә – тау биттәре булыр ине. Үҙемде ысын артист кеүек тойоп, әсәйемдең оҙон күлдәген билемдән быуып кейеп, иңемә селтәр яулыҡ һалып, матур тәбиғәтле тау биттәре буйлап ҡысҡырып йырлап киләм. Иптәш ҡыҙҙар йүгереп йөрөп, артымдан эйәреп, алдыма сығып, йырлағанымды тыңлайҙар. «Их, матур йырлайһың! Нисек шулай матур йырлай беләһең?!» – тип хайран булып тыңлаған тиҫтерҙәремә шулай тотош тамаша ойошторам. Ул ваҡытта ауылда телевизор түгел, электр уты ла үтмәгән саҡта, моңға һыуһаған күңелдәрҙе шулай ҡыуандыра, үҙем дә кинәнес ала инем.
Ана шул тау битләүҙәрендә Резида бейек сәхнәле киләсәгенә ынтыла, бар кешеләрҙең үҙенә һоҡланып ҡарап тороуын күҙаллай, һәм, ошондай яҡты киләсәге булырына бар күңелдән ышана ла инде.
Мәктәптә уҡыған саҡтар, һәр сарала, һәр концертта үҙенең моңло тауышы менән күңелдәрҙе арбап, таң ҡалдырып, һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ауылда һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәп булғас, район үҙәге Иҫке Собханғолда уҡыуын дауам итә. Ауылдан ғына килгән балалар район үҙәгендә йәшәгән балаларға ҡарағанда баҫалҡыраҡ та, оялсаныраҡ та була. Резида ла ана шулай ҡыйыуһыҙ ғына уҡыусы булып, интернатта ятып уҡый башлай. Ниндәйҙер бер сарала концерт номерҙары менән сығыш яһарға кәрәк булғас, Резида ла йырлай, һәм моңло тауышы менән барыһын да әсир итеп, үҙенә шунда уҡ иғтибар һәм ихтирам тоя башлай. Яҡшы мөнәсәбәттәрҙән күңеле үҫкән ҡыҙыҡай тағы ла ҡанатланыбыраҡ китә. Унынсы класта уҡып йөрөгәндә йәш таланттар эҙләп төпкөл райондарға сығып йөрөгән комиссия килеп төшә. Бөтә яҡтан да талантты тикшереп ҡараған педагогтар Резиданы Өфөгә саҡыралар. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге студенты булып, моңло Бөрйән ҡыҙының баш ҡаланы яулау осоро башлана. Дүрт йыл уҡыу барышы тиҙерәк сәхнәгә сыҡҡылары килгән, дәрте һәм таланты ташып торған студенттар өсөн бигерәк оҙаҡ тойола. Улар бригада төҙөп, каникулдар ваҡытында, уҡытыусыларҙан йәшереп кенә төрлө райондарға концерт ҡуйырға сығып йөрөй башлайҙар. Юлай Үҙәнбаев, Рәсүл Ҡарабулатов, Венер Камалов, Харис Шәрипов, Йәмил Әбделмәнов һәм Хима Йәнбирҙина бергәләшеп, үҙҙәренең тыуған райондары ауылдарына барып сығыш яһап, алҡыштарға күмелеп, халыҡтың танһығын бер аҙ ҡандырғансы йырлап, бейеп тамаша ҡора йәштәр. Йырсы булып формалашып килгән, дарманы ташып торған төркөм бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарап тормай, микрофонһыҙ, аппаратураһыҙ, ҡурайға, баянға рәхәтләндереп йырлап, бейеп, халыҡ һөйөүенән ҡанатланып, йәшәрлек аҡса эшләп ҡайта.
Шулай уңышлы сығыш яһап йөрөүсе йәштәрҙән көнләшеп, уҡыу йорто хужаларына ошаҡлаусылар ҙа табыла. «Ниңә һеҙ рөхсәтһеҙ концерт менән йөрөйһөгөҙ? Улай ярамай!» – тип, йәш артистарҙы хатта уҡыуҙан ҡыуырға уйлайҙар. Күңеле төшөп, сараһыҙлыҡтан ни эшләргә белмәй вокал дәресенә килгән ҡыҙҙы уҡытыусыһы Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Ноғоманова ғәжәпләнеп ҡаршы ала: «Нимә булды һиңә, ниңә танауың төшкән?» Резида хәлде аңлатып бирә. «Һинең өсөн бында мин яуап бирәм, минән аша үтеп, һине бер кемдең дә уҡыуҙан ҡыуыу тураһында уйлауы ла мөмкин түгел», – тип, уҡытыусыһы тынысландырып, иңен ҡуя. «Һеҙҙең шулай үҙаллы концерттар ҡуйырға мөмкинлек тапҡанығыҙға, батырсылыҡ иткәнегеҙгә, дәрестәрҙе ҡалдырмай, каникулдар осоронда ғына йөрөгәнегеҙгә мин шатмын, тик аяғығыҙҙы өшөтмәгеҙ, һалҡын алдырып ҡуймағыҙ һәм яҡшы йөрөгөҙ», – ти ул. Шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, тип ҡанатландыра.
Һикһәненсе йылдар, магазиндарҙа әйберҙәр ҙә бик булмаған юҡсыл, ауыр осорҙар булһа ла, оҫта ҡуллы Резида бер ҙә аптырап ҡалмай. Ул үҙе кейемдәрҙең эскиздарын һүрәт итеп төшөрә һәм, шуларға ҡарап үҙе үк күлдәктәр, матур сәхнә кейемдәре тегеп әтмәләй башлай. Сәсенә прическалар уйлап таба. Иң беренсе теккән күлдәге тарихын да көлә-көлә хәтергә ала ул. Фантазияһы шәп Резиданың әсәһе шаршау итеп ҡулланып йөрөгән тауар киҫәгенә күҙе төшә. Рөхсәт һорарға ҡыймай ыуаланып оҙаҡ йөрөй, сөнки әсәһенең шундай матур сәскәле тауарҙы киҫкеләп тураҡларға ризалыҡ бирмәҫен күңел төбөнән аңлап йөрөй. Әсәһе өйҙә булмағанда, Резида сыҙамай, шаршауҙы ысҡындырып алып, ете ҡат үлсә тигәнде күҙ уңында тотоп, ҡат-ҡат үлсәп, киҫеп, күлдәк тегеп кейә. Теккән күлдәген ҡуҙ үтек менән үтекләп кейеп, сәстәрен матур итеп үреп, әсәһе ҡаршына барып баҫа. Ҡул эштәренә оҫта әсәһе таң ҡала инде ҡыҙының бындай шөғөлөнә. Ана шулай тегә-тегә оҫтарып, Резида сәхнә кейемдәрен дә үҙе тегеп кейә башлай. Студент йылдарында уҡ, прокатҡа теген машинаһы алып, Хима менән икәүһенә лә бер иш күлдәктәр тегеп рәхәтләндерә. Ул саҡта тауарҙар бик юҡ. Бер алһыу тауар табып, икәүһенә лә күлдәк тегеп кейеп, әлеге студенттар төркөмө менән былар концерт ҡуйырға сығып китәләр. Яуымбай ауылы клубында йәш артистарҙы халыҡ ашҡынып көтөп тора. Клубҡа килеп инһәләр, ни күҙҙәре менән күрһендәр, сәхнә шаршауҙары нәҡ ошо материалдан эшләнгән. Эй көләләр былар рәхәтләнеп, ни ҡылаһың, бер нәмә лә эшләп булмай, ошо бер иш кейемдәрҙә концерт ҡуйып сығалар.
Әлегәсә Резида костюмдарҙы үҙе тегә. Әле юбилей концертын әҙерләгән мәлдәрендә лә, ҡайһы йырға ниндәй костюм булырға тейешлеген күҙ алдына килтереп, йырҙың мәғәнәһенә, хис-тойғолар төҫөнә ҡарап, күлдәк эскиздары әҙерләү өҫтөндә эшләй ул. «Кейем, йыр һәм сәхнә гармонияла булһа ғына, моңдоң аһәңе була», – ти Резида Рәүф ҡыҙы.
Халыҡсан сығыштары менән тамашасылар һөйөүен яулап, иң моңло йырсы булараҡ күптәр йөрәгендә урын алған Резида Әминева бөгөнгө йондоҙло ижадына ҡапҡа булған мәлдәрен һәр саҡ ҡыуанып иҫләп ала. Үҙен моңдаръя илендә тиңдәрҙән-тиң итеп тойоуға килтергән матур хәтирәләре уны һаман да күңел осошонда йөрөтә. Фәрит Бикбулатов, Ғәлиә Солтанова, Джон Әхмәт улы Мусин, баянсы Редик Фәсхетдинов, бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов кеүек яҡты сәхнә йондоҙҙары тупланған концерт төркөмөнә уҡытыусыһы Флүрә Ноғоманова Резиданы, Йәмил Әбделмәновты ла бергә алып сыға. Шундай йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһау йәш кенә ҡыҙ балаға ышанып та етмәҫ бәхет була. Шундай киң офоҡтарын асҡан яҙмышына рәхмәтле булып, илһамланып йырлай Резида. Иң ҡыуаныслыһы, саф шишмәләй сылтырап аҡҡан яңы тауышҡа хайран булған халыҡ зал тултырып алҡышлай, ҡабат-ҡабат һорап сығарып йырлаталар, һәм сәхнәнән сығыуға күренекле ағайҙар һәм апайҙар ихлас һоҡланыуын белдереп, маҡтайҙар, киләсәккә матур өмөттәр юрайҙар. Нисек күңел үҫмәһен! Билдәле йырсыларҙың алҡынып-алҡынып бәхетле киләсәк әйләүенән баштары әйләнеп, өнөммө-төшөммө был, тип торған саҡтары күп була Резиданың.
Ошо тәүге аҙымдар шул тиклем татлы булып хәтерҙә һаҡлана, ауыр мәлдәрҙә ҡанат ҡуя, еңеүҙәргә әйҙәй.
Бал ҡортондай егәрле йырсы ижад донъяһына ғына башкөллө сумып йәшәмәй. Өс бала әсәһе булған Резиданың донъяуи мәшәҡәттәре лә етерлек. Ҡыҙҙары Алина һәм Айгөлгә тормошта аҡыллы кәңәштәрен биреүсе әсәй ҙә, йәштәрҙән заманса кәрәкле кәңәштәрҙе алыусы әхирәт тә ул. Бөтә эс серҙәрен уртаға һалып һөйләшергә, сиселмәҫтәй мәсьәләләрҙе лә бергәләп хәл итергә күнеккәндәр. Бәләкәй улы Айбулат та әсәһенә таяныс була белә. Ижад итергә ярата. Сәнғәткә битараф түгел.
Ҡыҙҙары икеһе лә йырлай. Әммә йырсы булыуҙан башҡа, төп һөнәр һайлаһындар, тип тырыша әсәй кеше. Артистарҙың тормошо бик еңелдән түгел, балалары уны күреп-белеп үҫә. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлағас, Резида үҙе лә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Уҡып бөткәс, 1995 йылда Башҡортостан радиоһының музыкаль редакцияһына мөхәррир булып эшкә килә.
Ижад ул туҡтауһыҙ эҙләнеү, камиллашыу һәм үҙ-үҙең өҫтөндә арымай-талмай эшләү. Резида Рәүф ҡыҙы быны яҡшы аңлай.
– Репертуар һайлауға бик яуаплы ҡарайым. Унда матур, мәғәнәле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, кеше күңеленә ниндәйҙер яҡтылыҡ һиберҙәй йырҙар һайлайым. Йырҙарымда тормош матурлығы, тыуған илгә, атай-әсәйгә ҡарата һөйөү сағылырға тейеш тип уйлайым. Мөхәббәт тураһындағы йырҙарым да һәр ғашиҡ күңелдең ауазы булһын өсөн тырышам.
Бөгөнгө тамашасы бик талапсан, уның һөйөүен яулар өсөн ихлас күңел менән сәхнәгә сығыу кәрәк. Матур мәғәнәле йырҙар башҡарыу менән бер рәттән йырсы үҙ тауышы менән йырларға тейеш. Һәр йырсының үҙенсәлекле тауышы була, уны боҙорға кәрәкмәй. Һәм, әлбиттә, егәрлелек кәрәк. Эшһөйәрлек, фиҙаҡәрлек талап ителә. Бик матур тауышлы йырсылар ҙа үҙ өҫтөндә эшләмәй, ҡайһы саҡ ситтә ҡала.
Йәш саҡтан бер урында ғына баҫып йырларға күнеккәнмен. Һәр кем үҙен сәхнәлә холҡона тап килгәнсә, күңеле ҡушҡанса тота. Сәхнәлә осоп-һикереп, бейеп тә йөрөй алмайым, ул хәрәкәттәр кемгәлер килешә, әлбиттә. Әгәр йырың мәғәнәле, уны матур итеп тамашасыға еткерә алаһың икән, уны былай ҙа ҡабул итәләр, – ти Резида ханым.
Миләүшә Ҡыҙрасова.