Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Ғинуар , 23:00

Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (4) Сауле Досжан

Ул Йомарттың йөҙөнә ҡарап йылмайғанда уның ап-аҡ биттәрендә матур соҡорҙар хасил булды. Шул ваҡыттан алып Йомарттың йоҡоһо ҡасты. Элек ул Бейбитгүлде класта иң яҡшы уҡығаны өсөн ярата ине. Ул дәрестәрҙе һөйләгәндә ауыҙын асып тыңлай һәм, ул быларҙың барыһын да ҡайҙан белә, нисек хәтерләй икән, тип аптырай ине.

Ауылдан сыҡҡан миллионер  Повесть  (4)  Сауле Досжан
Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (4) Сауле Досжан
  • УҠЫТЫУСЫҒА ҒАШИҠ БУЛЫУ

    Дүртенсе класҡа тиклем уҡытҡан Ырысалды апай бәпес алып ҡайтырға йыйынғас, икенсе сиректә Йомарттарҙың класс етәксеһе булып әйтеп аңлатҡыһыҙ сибәр, оҙон сәсле апай килде. Бөтә ҡыҙҙар уның матурлығына һоҡланып бөтә алманы. Ә малайҙар уға һаулыҡ ҡушыу ғына түгел, оҙаҡ әйләнеп ҡарап торор булдылар. Мәктәп директоры Барат ағай уны таныштырыу өсөн класҡа үҙе алып килде.
    – Балалар, бөгөндән һеҙҙе Айжаркын Токтосунбен ҡыҙы уҡытасаҡ. Уҡытыусығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, яҡшы уҡығыҙ. Кубаныч, Бакыт, Силер былтырғы кеүек тәртип боҙмағыҙ. Быйыл башланғыс мәктәпте тамамлаясаҡһығыҙ. Әгәр һеҙ төплө белем алмаһағыҙ, киләһе йылға программа ҡатмарлы буласаҡ, башҡа фәндәр буйынса өлгәшә алмаясаҡһығыҙ. Белемле граждан булыр өсөн, һеҙ тәүҙә дөрөҫ нигеҙ алырға тейешһегеҙ. Нигеҙҙең нимә икәнен беләһегеҙме? – тип һораны ул.
    – Йорт төҙөгәндә һалған цементты шулай тиҙәр, – тине Тәлғәт тигән “белгес”.
    – Дөрөҫ, йорттоң төп өлөшө нигеҙ тип атала. Әгәр ул насар булһа, өй емереләсәк, файҙаһы булмаясаҡ. Белем алыу ҙа шулай. Тәүҙә үк яҡшы белем алһағыҙ, һеҙҙең тормошоғоҙ ышаныслы буласаҡ. Донъяны танып-белеүҙәге юлығыҙ һәр ваҡыт асыҡ булһын, – тине һәм яңы уҡытыусы менән таныштырҙы.
    Өсөнсөлә Кубаныч менән Бакит класта көрәшеп тәҙрә ваттылар. Уны уларҙың атайҙары килеп йүнәтте. Шуға ла директор тыңлауһыҙ балаларҙы исеме менән әйтеп киҫәтте. Хәҙер дүртенсе класта бындай хәлдең ҡабатланмауын, был тәртипһеҙлек һәр кемгә һаҡ булыуҙы иҫкәртте.
    – Балалар, тағы бер тапҡыр һаумыһығыҙ, – тине тәүге һүҙен Айжаркын апай.
    Бөтәбеҙ ҙә бер тауыштан иҫәнләшкәс, ул класс журналын асты ла:
    – Хәҙер, әйҙәгеҙ, һәр берегеҙ менән танышып сығайыҡ, – тине, бөтәбеҙгә ҡарап, матур итеп йылмайып.
    Ниндәй сихри йылмайыу! Уның ынйы кеүек тештәре күренгәндә, гүйә, ҡояш йылмая ине. Күҙҙәренән ниндәйҙер сағыу нур бөркөлә.
    Йомарт Айжаркын апайҙың матурлығына иҫе китеп, хатта үҙенә “Йомарт Жолдыбаевич” тип әйткәнде лә ишетмәне. Класс старостаһы Бейбитгүлдең: “Йомарт, тор!” – тигән тауышын ишеткәс кенә ул урынынан тороп:
    – Мин! – тине.
    Ул Йомарттың йөҙөнә ҡарап йылмайғанда уның ап-аҡ биттәрендә матур соҡорҙар хасил булды. Шул ваҡыттан алып Йомарттың йоҡоһо ҡасты. Элек ул Бейбитгүлде класта иң яҡшы уҡығаны өсөн ярата ине. Ул дәрестәрҙе һөйләгәндә ауыҙын асып тыңлай һәм, ул быларҙың барыһын да ҡайҙан белә, нисек хәтерләй икән, тип аптырай ине. Сәсе оҙон, матур аҡ йөҙлө. Тик ҡайһы берҙә уның үҙен бөтә нәмәне белгән итеп күрһәтергә тырышыуы, бүтәндәр алдында әллә кем булып һөйләшеүе оҡшап бөтмәй. “Ул, староста, моғайын, шуға үҙен эре тоталыр” тип уның был холҡон үҙенсә аҡларға тырыша. Бер ваҡыт Тәлғәт менән башҡа малайҙар уның Бейбитгүлде ауыҙын асып тыңлағанын һиҙеп, таҡтаға: “Йомарт һәм Бейбитгүл” тип яҙып ҡуйған. Ярай әле уртаһына плюс ҡуймағандар. Әллә улар плюс ҡуйыуҙарын белмәнеме икән? Шунан бирле Бейбитгүл һөйләй башлаһа, балалар Йомартҡа ҡарап шырҡ-шырҡ көлөргә тотона. Ә Айжаркын апай килгәндән һуң ул, әйтерһең дә, ысын һылыуҡайҙың нисек булғанын тәүге тапҡыр күрҙе.
    Апай дәресте аңлатҡанда уның йөҙөнә ҡарап тын ҡала. Моңло тауышы уның бөтә тәнен сихырлай кеүек. Йәйге каникул
  • ваҡытында ул һылыуҡайҙар тураһындағы “Ҡояш аҫтында йәшәгән Һылыуҡай”, “Күнекей”, “Ҡыҙ Жибек”, “Баянһылыу”, “Гөлбаршын һылыу” китаптарын уҡыны. Айжаркын апай тап шуларҙың береһе кеүек. Ә уның батыры кем икән? Әллә яратҡан батыры юҡмы? Шул мәл уға кемдер төрткәнгә терт итеп ҡалды. Баҡтиһәң, Сайра икән.
    – Ниңә яҙмайһың?
    – Нимә? – тине Йомарт аптырап.
    – Сумманы, – тип ризаһыҙлыҡ менән уға ҡараны класташы.
    Ә ул сумманы түгел, хатта дәфтәрен дә асмайынса дәрестең башынан уҡ уҡытыусыһына иҫе китеп ҡарап ултырған.
    – Был уҡытыусы Мәрзиәнең килене икән, – тине бер ваҡыт әсәһе ашаған саҡта.
    Шул мәл Йомарттың йөрәге дарҫлап типте. Уның батыры бар, тигән уй үтте башынан. Хатта ауыҙындағы икмәк киҫәге тамағында тороп ҡалды. “Ни өсөн ул килен булған? Ниңә минең үҫкәнде көтмәгән?” Малайҙың аҡырып илағыһы килде. Йомарт дәресен әҙерләргә ултырһа ла, күҙ алдынан уҡытыусы апаһы китмәне. ”Уның батырын күрәйем әле! Нимәһе менән ул минән яҡшыраҡ?” тигән уйҙар уның күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Малай Мәрзиә исемле әбейҙе иҫенә төшөрҙө. Ул олатаһының йорто янында йәшәй.
    Ял көндәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алған малай шул яҡҡа ҡарай китте. Ул йорт янында ҙур ғына майҙан бар. Йомарт килгәндә балалар зыҡ ҡубып туп уйнай ине. Йомарт тегеләй ҙә былай йөрөгән булды. Шул мәл өйҙән бер ир менән ҡатындың сыҡҡанын күреп ҡалды. Ул үҙенең “ҡәҙерлеһен” алыҫтан уҡ таныны. Уның янында ире ине. Малай, уларҙы яҡындан күрергә теләп, ҡаршыларына сыҡты. “Ул бит бәләкәй” тигән уй йүгереп үтте башынан. Ә “һөйгәне” һомғол. Ирҙәр ҡатын менән бер оҙонлоҡта булырға тейеш. Үҫкәс, мин атайым кеүек оҙон булам”. Шундай уйҙар менән уларҙың янына уҡ килеп еткәнен дә һиҙмәгән. Аралары ни бары ике аҙым барҙыр. Иҫәнләшергә кәрәк.
    – Һаумыһығыҙ, – тине ул уҡытыусыһына ғына. Гүйә, уға ғына өндәшеп, “тегегә” үҙенең ризаһыҙлығын белдерә.
    – Һаумы, Йомарт, – тине “һөйгәне” уның йөрәген өҙөп алырҙай наҙлы тауыш менән.
    Шул мәл “теге” лә малай уның менән иҫәнләшкәндәй күреп:
    – Сәләм! – тине.
    Улар – теге яҡҡа, малай был яҡҡа китте. Йомарт бер нисә аҙым барғас, боролоп ҡарамайынса түҙә алманы. Тал кеүек зифа буйлы, оҙон сәсле уҡытыусыһы ниндәй матур! Ә тегенеһе ҡыҙғылт-һары. Бер-береһенә бер нисек тә тап килмәйҙәр. Апайҙы көнләшеүҙән малайҙың тамағына төйөр тығылды.
    Йомарт өйгә ҡайтҡанда әсәһе иҫке эскәмйәлә ултыра ине. Күренеп тора: кәйефе юҡ. Малай яҡынлашыу менән, әсәһе:
    – Ниндәй бөткөһөҙ уйын ул? – тип уға асыулы ҡысҡырҙы. – Мин һепереләм, мәктәптә бысраҡты, бәҙрәфте таҙартам. Өйгә ҡайтҡас, мал аҫтын ташлайым. Ҡулдарым иҙән йыуыуҙан бушағаны юҡ. Кем өсөн быларҙың барыһы ла? – Һинең өсөн! Мин һинең уҡыуыңды, кеше булыуыңды теләйем. Һин яҡшы кеше булып үҫерһең, мине ҡарарһың тип уйлағайным! Минән башҡа һин кемгә кәрәк?! Әгәр һин булмаһаң, мин яңғыҙ йәшәй алмаҫ инем, мин үлер инем, мин аҫылыныр инем...
    Әсәһенең холҡо ҡыҙыҡ: ул аҙ һөйләшә, ә асыуланһа, төрлө ҡурҡыныс һүҙҙәр менән әрләшә башлай. Уның үләм тигән һүҙҙәренән малай ҡурҡып китте. Уны нисек тә булһа туҡтатырға кәрәк!
    – Әсәй, үлмә, үҫкәс, мин һине ҡараясаҡмын! – тип ҡысҡырҙы ла уны биленән ҡосаҡлап алды.
    Берҙән-бер балаһының илап ебәреүенән әсәнең дә күңеле тулды.
    – Яратҡаным, бергенәм! Беҙҙең бер-беребеҙҙән башҡа кемебеҙ бар? – Ул сеңләй-сеңләй улын ҡосаҡлап ергә сүгәләне.
    Әсә менән бала ҡосаҡлашҡан килеш бер аҙ илап күңелдәрен бушатты. Яландан ҡайтҡан ҡыҙыл һыйыр хужаларына, мин ҡайттым, тигәндәй мөңрәп тауыш бирмәһә, улар шул килеш ултырыр ине әле һаман.
    – Йоматай, Зойка ҡайтты, ҡапҡаны ас, – тине лә әсәһе, һикереп тороп, һарайға табан ыңғайланы.
    Меҫкен әсәһе улын кеше итергә теләгән, Мәрзиә килененә “ғашиҡ" булып йөрөгәнен ҡайҙан белһен?! Шулай итеп, “беренсе мөхәббәт” ғазаптарынан ауырып йөрөгән малайҙың уҡыуы насарланды. Шулай ҙа ул китапхананан сыға белмәне, хәҙер ул башы менән мөхәббәт тураһында яҙылған китаптарға сумды. Күберәк уҡыған һайын, ул күберәк белде, хәтере яҡшырҙы. Ҡайһы бер юлдары хатта үҙенән-үҙе иҫтә ҡалды.
    Китапханасы:
    “Был өлкәндәр уҡый торған китап,” – тигәс:
    – Әсәйемә уҡыйым, – тип алдашты.
    "Алпамыш батыр”ҙа ул – Алпамыш, Айжаркыны – Гөлбарсын һылыу, Ҡуҙыйкүрпәс – Баян һылыу, уның

Айжаркыны – Баян, "Ләйлә-Мәжнүн» дә ул – Мәжнүн, Айшарханы – Ләйлә, “Йософ вә Зөләйха”ла ул – Йософ, Айжаркыны Зөләйха итеп күҙ алдына килтерҙе. Уларҙың мөхәббәткә, ҡайғыға һәм шатлыҡҡа тоғролоғо, күңел ауырлыҡтары уның төшөнә инеп, ул төн буйына был поэмалар тураһында уйлай ине.
Бер мәл ҡышҡы каникулдар ваҡытында ул китапҡа ҡаҙалып ултырып хатта һарыҡтарҙы ашатырға онотто. Көтмәгәндә ҡайтып ингән әсәһе уның ҡулынан китапты тартып алды ла уның тышындағы ҡыҙ менән егеттең һүрәтен күрҙе. Унан "Ләйлә Мәжнүн поэмаһы" тигәнде ижекләп уҡыны. Әсәһе аҙ булһа ла хәрефтәрҙе таный. Асыуланған ваҡытында йыш ҡына“ уҡый алманым, директор булыр инем” тип әйтеп ҡуя.
– Ләйлә-Мәжнүн нимә? – тине ул көслө тауыш менән, китаптың тышлығынан күҙен дә алмайынса.
– Һин әле иренеңдә һөт тә кипмәгән килеш мөхәббәт тураһында шиғырҙар уҡыйһыңмы? Мәжнүн булып ултыраһыңмы? Аҙбарҙа һарыҡтар аслыҡтан ҡаҡлыға. Ә мин ошо ғинуар һыуығында иҙән йыуам, туңам, – тине лә китапты мейес яғына алып китте. Уны әсәһе яндырырға йыйыныуын белгәс, ҡулына барып йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды:
– Әсәй, китапханасы апай мине үлтерәсәк! –тип илап ебәрҙе.
– Бәләкәйҙән мөхәббәт китабы уҡып йөрөгәнеңде белһә, нимә эшләтәсәктәрен беләһеңме? Һине мәктәптән ҡыуалар!
Был һүҙҙе ишеткәс, Йомарттың ҡото осто. Бының ғәрлеге ни тора! Ул ата хулигандар Бузуку Жайырбек менән Болатжандан да бәхетһеҙерәкме ни?! Әсәһе әйтмешләй, хайуандар араһында ул да хайуан буласаҡ.
– Әсәй, әле каникул бит! Бындай китапты башҡа уҡымаясаҡмын, иртәгә үк алып барып тапшырасаҡмын! – тип илап ебәрҙе.
– Ниңә һин үҙ йәшеңә яраҡлы китаптарҙы уҡымайһың? Ун биш йәшкә тиклем өйләнергә йыйындыңмы? Был ғишыҡ-мишығыңды онот, – тине лә китапты тәҙрәгә ташланы.
Икенсе көндө өйҙә әсәһенең күршеһенә кисә булған хәл тураһында һөйләгәнен ишетте, улар көлөшөп алды. Әйтерһең дә, әсәһенә уның мөхәббәт китабы уҡығаны оҡшаған шикелле.
– Әгәр ун биш йәшендә өйләнергә теләй икән, өйләнһен. Юлдыбай ырыуын үрсетә! – Күрше ҡатыны рәхәтләнеп көлдө.
Тупһала уҡ уларҙың һөйләшкәнен ишеткән Йомарт ҡапыл боролоп өйҙән сығып китте.
Бынан һуң өсөнсө сиректә ул китапханаға йөрөмәне. Күңел биреп уҡыһа ла, “ғашиҡ булыу” ваҡытында уның өлгәше насарланды, программанан артта ҡалды. Бер ваҡыт, бөтә балалар киткәс, уҡытыусынан аңламаған теманы һораны. Ә ул апай һәр ваҡыттағыса матур итеп йылмайып:
– Йомарт, һинең был сиректә тырышып уҡый башлауың оҡшай. Мин шатмын, яҡшы уҡыған балаларҙы яратам, – тине ул, башынан һыйпап. Уның ҡулдары шундай йомшаҡ ине!
Әсәһе әйтмешләй, Мәжнүн малайға ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы?! Ул өйгә ҡанатланып ҡайтты. Айжаркын апайҙың ҡара матур күҙҙәре уның күҙ алдынан китмәне. “Мин яҡшы уҡыған балаларҙы яратам!” Был һүҙҙәр уның башында донъялағы иң ҡиммәтле һүҙҙәр кеүек яңғырай. Иң мөһиме, яҡшы уҡыһын, “һөйгәне" уны яратасаҡ! "Бөгөндән элеккегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ уҡыясаҡмын! Шул тиклем яҡшы уҡырмын, бөтәһен дә аптыратырмын!” – Ул көҙгөгә ҡарап үҙ-үҙенә ант итте.
Өс йылда ла Йомарт маҡтау грамоталары алды. Әсәһе ата-әсәләр йыйылышында иң яҡшы уҡыусыларҙың әсәһе булараҡ президиумда ултырҙы. Улы өсөн ул ҡыуанып бөтә алманы. Әммә дүртенсе класта бындай бәхет эләкмәне. Сәбәбе – “ғашиҡ булыу” арҡаһында уның билдәләре түбән төшкәйне. Әсәһе йыйылыштан асыулы ҡайтты:
– Һиңә нимә булды? Һин уҡыуҙы ташланыңмы әллә ? – тине ул ишектән инер-инмәҫтән.
– Юҡ! Бөтәһе лә элеккесә, – тине малай ышаныслы итеп, бер ғәйебе лә булмағанға һалышып.
Меҫкен әсә был хәл “мөхәббәт” арҡаһында икәнен ҡайҙан белһен! Хатта уҡытыусынан сәбәбен дә һорамаған.
– Ни өсөн был йыйылышта мин президиумда ултырманым? – тип һораны ул.
– Моғайын, яңы уҡытыусы һине танымағандыр, – тип ҡотолдо Йомарт.
Президиумға ата-әсәһе буйынса түгел, ә уҡыусының уңышына ҡарап ултырталар. Хәйләкәр улы әсәһен шулай алдап, был мәсьәләне еңел генә хәл итте.
Йомарт өсөнсө һәм һуңғы дүртенсе сиректе “бишле”гә тамамламаһа, хурлыҡ буласағын аңланы. Беренсенән, насар уҡығанды “һөйгәне” яратмаясаҡ. Икенсенән, әгәр ул йыл аҙағында маҡтау грамотаһы алмаһа, әсәһе тағы асыуланасаҡ. Алдағы сиректә уны президиумға ултыртмауҙан Хоҙай һаҡлаһын!

Дауамы бар. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас