Автобустан төшөүгә егеттәргә “Теҙелергә!” тигән команда булды. Шунда кемдер:
– Валитов Ринат. Вали-то-о-в! – тип ҡысҡырҙы.
Ринат “мин” тип өндәшергә лә өлгөрмәне, һуңынан килгән автобустағы бер егет уның ҡулына әсәләре ебәргән күстәнәстәрҙе килтереп тә тотторҙо. Бына шулай башланды Ринаттың Тыуған илгә булған бурысын үтәүгә тәүге аҙымы.
Йыйылыу пунктында эште тиҙ тоттолар. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек “ҡайҙа оҙатасаҡтарын көтөп” аҙна буйы ятҡырманылар. Шул уҡ кисте аэропорттан Ташкент ҡалаһына оҙаттылар. Үзбәкстандағы ниндәйҙер бер хәрби частә буласаҡ һуғышсыларҙы айға яҡын өйрәтеп “Хәрби ант” та ҡабул иттерҙеләр. Быныһы “карантин” тигән нәмә икән. Унан һуң Термиз ҡалаһында ике айға яҡын тау шарттарында нисек дошман менән алышыу серҙәрен төшөндөрҙөләр.
Унда инде, уйларға ла ваҡыт ҡалдырмайынса, төрлө һуғыш алымдарына өйрәттеләр. Таң менән “подъем” командаһын ишетеүгә, ятҡан урыныңдан ҡорт саҡҡандай тороп йүгерәһең дә кис, “отбой” командаһына һушың алынып, урыныңа килеп ауаһың. Барыһын да тиҙ, бик тиҙ башҡарырға кәрәк. Әллә йоҡлап ял итергә өлгөрҙөң, әллә юҡ. Уныһы менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай. Икенсе, өсөнсө һәм башҡа көндәрҙә лә шул уҡ хәл. Тамам ысын һалдат рәүешен алып, эт ҡайышына әйләнгәс, һуғыштың эсендә ҡайнап сыныҡҡан частәргә тараттылар. Унда инде бөтөнләй икенсе тәртип, башҡаса закондар.
Тәүге көндән үк Ринаттың взвод командиры менән нисектер эштәре бешмәне. Взвод командиры “старик” ине, йәғни тағы ярты йылдан өйөнә ҡайтып китә торған һалдат. Командир үҙен әллә кемгә һанап, йәш, яңы килгән һалдаттарҙы ҡол урынына күрә башланы. Кәрәкһә-кәрәкмәһә лә әле теге эште ҡуша, әле быныһын. Һис юғында үҙҙәренең позицияларын нығыттыра. Һыуға мохтажлыҡ булмаһа ла, яҡындағы тау йылғаһынан һалҡын һыу килтерергә ҡуша. Күрәһең, командирҙың йәш һалдаттарҙы юҡҡа интектереүен күреп, икенсе бер ҡарт һалдат уның менән әйткеләшеп тә алды. Юҡ, уның үҙ туҡһаны туҡһан. Имеш, йәштәрҙе сыныҡтыра, тормошҡа өйрәтә. Аптырағас, теге ҡарт һалдат йәштәр янына килеп:
– Ярай, бик бирешеп бармағыҙ. Тағы ике ай түҙһәгеҙ, ул ҡайтып китә. Уның урынына ана теге “черпак” Ваня сержант ҡалырға мөмкин. Ул былай арыу ғына егет. Унан инде һеҙҙең урынға икенсе “молодой”ҙарҙы килтерәсәктәр. Тәк што, юҡҡа башығыҙҙы эйеп, ҡайғырып йөрөмәгеҙ. Һеҙҙең урамда ла байрам булыр көндәр алда әле. Бына шуға күрә үҙегеҙ иҫән-имен ҡалып, “старик” булғас, йәш салагаларҙы ҡыйырһытмаҫһығыҙ.
Йәштәр был ҡарт һалдатты өндәшмәй генә тыңланы. Нисектер күңелдәре күтәрелеп китте. Уларҙы аңлаусылар һәм йәлләүселәр ҙә бар икән. Тик был һалдат әйткән “байрам” көндәре урынына ҡара ҡайғылы көндәр килде.
Үҙәктән ҡышлаҡҡа духтарҙың ҙур ғына төркөмө килеп урынлашасағын хәбәр иттеләр. Ҡышлаҡҡа БТР һәм танктар менән барыу тураһында уйларға ла түгел, юл юҡ. Тик егеүле ишәк саҡ-саҡ үтерлек тар ғына һуҡмаҡ инде. Һуҡмаҡ тиһәң, киңерәк юл тиһәң, хәтере ҡалыр – шундай бер нәмә инде. Ике яғы ла бейек тауҙар менән уратып алынған тарлауыҡта урынлашҡан ошо ҡышлаҡты “дух”тарҙан таҙартырға тигән приказ булды. Күҙ бәйләнгәс юлға ҡуҙғалдылар. Башта командир тештәрен ҡыҫып, һәр береһенә:
– Ҡарағыҙ уны, тәмәке тартҡанығыҙҙы, үҙ-ара һөйләшкәнегеҙҙе һәм итектәрегеҙ менән шап-шоп атлағанығыҙҙы ишетһәм, үҙем муйынығыҙҙы борам. Аңлашыламы?
Һалдаттар һүҙһеҙ генә баш ҡаға. Был тағы:
– Ишетмәйем! Әллә мин әйткәндәр аңлашылмаймы? – тип ыҫылдай.
Һалдаттар ҙа уның ыңғайына:
– Аңлашыла, – тип бышылдауға күсте.
Ике взвод менән ошо хәрби операцияға етәкселек итеүсе йәш кенә лейтенант өндәшмәй. Уны был часҡа яңы ғына ебәргәндәр. “Старик”тар әйтеүенсә, әле дары ла еҫкәргә өлгөрмәгән йәш офицер. Шуға ла лейтенант һуғышсан рейд-операцияларҙа сынығыу алып, эт ҡайышына әйләнеп шымарған сержанттарға һәм ҡарт һуғышсыларға таяна. Бар эште уларға ышанып тапшырҙы.
“Шурави” тип уларҙы урындағы халыҡ – афғанлылар атай. Төнө буйы атланылар, инде яҡтыра ла башланы. Ул Афған илендә таң беҙҙәге кеүек оҙаҡлап тормай. Әҙ генә офоҡ алһыуландымы, көн тыуа ла ҡуя. Кистәрен дә шулай уҡ, “һә” тигәнсә ҡараңғы төшөп, төн була. Тау араһында төн бигерәк тиҙ һәм тығыҙ. Ҡараңғылыҡ шул тиклем ҡуйы, теге кем әйтмешләй, күҙгә һылаша. Ярай әле күктә яраланыуҙан яртыға ғына ҡалғандай ай, күҙ йәше аралаш һулҡылдап, һаран ғына ерҙе яҡтырта.
Ҡышлаҡҡа иртәгә генә килергә тейешле тип көткән духтар эргәләге тау битендәге таштар араһынан егеттәргә көтмәгәндә ут асты. Шуравиҙар йүнләп аңларға ла өлгөрә алмай ҡалды. Мәхшәр ҡупты. Ҡайҙа кем ҡысҡырғанын да, ҡайҙан духтар атҡанын да белерлек түгел. Ике яҡлап уларҙы утҡа тоталар. Ниһайәт, беҙҙең минометсылар ҙа ҡоралдарын көйләп, тау битләүендәге таштар артында ятҡан дошманға ҡаршы ут асты. Ул да булмай, ауыл яғынан да һалдаттар өҫтөнә миналар яуа башланы. Күрәһең, минометтарын алдан уҡ көйләгәндәр. Миналар нәҡ улар ятҡан урынды аҡтарып, ер һөрә башланы. Хәл ҡырҡа киҫкенләште. Сержант рация аша үҙәккә хәлде аңлатып, ярҙам һорап ҡысҡыра. Унан йүнле яуап бирмәнеләр. Рация лейтенантты бәйләнешкә саҡырырға ҡушты, шикелле. Сержант офицерҙың яраланыуын хәбәр итте һәм аты-юлы менән һүгенергә тотондо. Бына ошондай киҫкен ваҡытта урыҫ һүгенеүенең ниндәй оло әһәмиәткә һәм сихри көскә эйә икәнен аңлай башлайһың.
“Шурави”ҙарҙың хәле бик тә мөшкөл ине. Тағы бер-ике сәғәт ошолай таштар араһында ятһалар, “дух”тар уларҙы берәмләп сүпләп бөтөрәсәк. Егеттәр тирә-яҡҡа һибелеп, кем ҡайҙа йәшеренә алды, шунда боҫто. Һалдаттар үҙҙәре йәшеренгән урынды нисек булһа ла ҡулдарынан килгәнсә нығытырға тотондо. Өҫтөңә ут яуғанда әллә нимә эшләй алмайһың инде. Тирә-яҡта аунап ятҡан таштарҙы үҙеңдең эргәңә өйә алһаң, бик хуп. Окоп ҡаҙыу тураһында уйларға ла түгел. Өлгөрә лә алмайһың. Ере лә таш та мәте. Бер нисә һалдат, яраларына түҙә алмайынса, ауыртыуҙан ҡысҡырып иларға уҡ тотондо. Берәү үлеп ята.
Дошман нисек көтмәгәндә ут асҡан булһа, шулай кинәт кенә тынып ҡалды. Сержанттың ғына рация аша ярҙам һорап ҡысҡырғаны ишетелә. Ул да мина шартлауы һәм атыу тауыштары тынғанын самалап, тауышын әкренәйтә төштө. Ваҡыт ағышы үҙенең элекке хәленә ҡайтты. Кинәт кенә барлыҡҡа килгән тынлыҡты боҙоп, тау итәгендәге таштар артынан урыҫ һүҙҙәрен вата-емерә, ҡоралдарҙы ташлап, бирелергә тәҡдим итәләр. Имеш, тормошоғоҙҙо һаҡлап ҡалабыҙ, һеҙ бит йәш. Үҙегеҙҙе, әсәйҙәрегеҙҙе уйлағыҙ, тиҙәр. Бирелмәһәләр, бөтөнләй ҡырып бөтөрөргә вәғәҙә итәләр. Шунда сержант эргәһендә ятҡан өндәшмәҫ лейтенант:
– Һин кем? Ҡурҡмаһаң, күрен. Кем икәнеңде ҡарап ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙы.
Тау битендә ҡаянан тәгәрәп төшкән ғәләмәт оло таш артынан бер һаҡалтай сығып баҫты ла үҙенең бирелергә ҡушҡан тәҡдимен ҡабатларға өлгөрмәне, һалдаттар яғынан бер нисә атыу тауышы яңғыраны. Һаҡаллы “дух”ҡа әллә тейҙе, әллә теймәне, ул таш артына яңынан боҫто. Шуны ғына көткән кеүек тегеләр яғынан шуравиҙар ятҡан позицияны яңынан утҡа тота башланылар. Һалдаттар уларға яуап уты асманы. Ут асып та ни эшләй алаһың. “Дух”тар бик уңайлы урынды һайлаған. Шунан инде патрондарҙы ла һағыраҡ тотонорға кәрәк. Бында күпме ятасаҡты белеп булмай. Әллә бер нисә сәғәт, әллә тәүлек. Тегеләр яғында снайперҙары ла бар, шикелле. Яңылыш таш артынан күренгән совет һалдаттарын берәмләп сүпләргә тотондо. Ҡайһы ерҙә урынлашҡанын да белерлек түгел. Тауҙарҙа бар тауыш мең ҡабат яңғырап ишетелә. Шуға ҡарамаҫтан, һалдаттар ятҡан урындарын үҙҙәре менән йөрөткән бәләкәй сапер көрәге менән әҙерәк йәшеренерлек итеп тәрәнәйтә алды. Кемдәрҙер тирә-яҡтағы таштарҙы алдына өйҙө, кемдәрҙер йәшеренеп ятҡан таш арттарындағы ерҙе ҡаҙҙы. Ер тиһәң, был һүҙеңдән шайтан көлөр. Ер юҡ. Әйтәм бит, бында таш та, мәте. Мәтеһе лә ҡырсын ташлы. Йүнләп ҡаҙырлыҡ та түгел, теш араһына эләккән ҡом кеүек, шығырҙап тора. Ҡаҙый башлаһаң көрәгең ҡырсынға тейеп, сытырҙауҙан тештәр сағыла.
* * *.
“Дух”тарҙың кинәт ут асыуынан Ринат ҡаушап ҡалманы. Ул айҙың зәғиф яҡтылығында һәм ҡараңғылыҡ шыйығая башлау менән тирә-йүнде ҡарап өйрәнә-өйрәнә сафта атлауын белде. Алдан атлаған һалдат һуҡыр шәм кеүек яҡтылыҡ таратҡан зәғиф кенә фонарь менән һуҡмаҡты ғына яҡтыртып алғылай. Унда ла усы менән ҡаплап ҡына. Шулай итмәйенсә лә булмай – ут яҡтыһы төндә әллә ҡайҙарға күренә. Фонарь тик аяҡ аҫтына ғына төбәлгән. Уны ла бик кәрәк саҡта ғына яҡтырталар – һуҡмаҡты самалар өсөн генә. Бындай хәүефле мәлдә кешенең күҙе бүре күҙе кеүек төндә лә күрергә һәләтле. Эйе, әҙерәк офоҡ шәйләнә башлау менән, юҡ, бында офоҡ тигән нәмә юҡ тиергә була. Йыраҡтағы тау баштары күҙгә шәйләнә башлау менән Ринаттың башында шундай фекер сағылып үтте: Әгәр ҙә духтар көтмәгәндә һөжүм итһә, ул ҡайһы таш артына ҡасыр ине икән? Ошо уй менән ул эргәлә ятҡан ҙур-ҙур таштарҙы барлай-барлай атланы. Ата башлаһалар, ошо таш артына һикерһәм булырмы икән? Засаданан ата башлаһалар, йәшеренергә был таш ҡулайыраҡ түгелме? Ә бынауы үҫеп ултырған әрем йә был дөйә сәнскеһе, ә был соҡор нисегерәк булыр икән? Духтар ҡайһы ҡая, ҡайһы таш артында йәшеренеп тороп ут асырға мөмкин тип уйлап, тирә-яҡты ентекләп күҙәтергә лә онотманы. Ә беҙҙе алғараҡ ебәреп, арттан һөжүм итеүҙәре лә бар бит тип, ара-тирә артына ла әйләнеп ҡараны. Бына тамам яҡтырҙы. Шул ваҡыт әле генә үҙҙәре үтеп киткән боролоштан өҫтә, битләүҙәге таш артында ул нимәнеңдер һелкенеп ҡуйыуын шәйләне. Әллә инде күҙенә күрендеме? Юҡ, шикелле? Ринат үҙенең шиген эргәһенән атлаған “старик”ка әйтергә тип ауыҙын да асырға өлгөрмәне, тирә-яҡты автомат тырылдауы, миналарҙың һыҙғырып шартлауы солғап алды. Ринат алдан уҡ күҙәтеп, самалап ҡуйған соҡорға һикерҙе. Соҡор арыу уҡ тәрән генә, етмәһә, уның эргәһе бейек кенә үҫкән әрем менән ҡапланған. Тәүҙә үҙенең был соҡорға килеп эләгә алыуына шатланыуҙан бигерәк, сафта янында атлаған “старик”тың да үҙенең эргәһендә ятыуына аптыраны.
– Һелкенмә! – тип ыҫылданы “старик”.
Командир һәм сержанттарҙың:
– Ут позицияһын биләп урынлашырға!
– Ятығыҙ!
– Дошман атакаһын кире ҡайтарырға әҙерләнергә!
– Тирә-яҡҡа таралып, йәшеренергә!
Һүгенеү һәм төрлө күрһәтмә-бойороҡтар яңғыраны. Күрәһең, яраланыусылар ҙа бар ине.
– Ярҙам итегеҙ!.. Ярҙам!..
– Вася!.. Вася!.. – тип ҡысҡырыуҙар ишетелде.
Вася ротала санитар булып иҫәпләнә. Ул ниндәйҙер медицина училищеһын бөтөрөп, армияға үҙ теләге менән килгән Саратов егете.
Беҙҙекеләр яғынан атыуҙар һирәк ишетелә. Күрәһең, һәр кем үҙенә йәшеренергә урын әҙерләү менән мәшғүл. Ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа атаһың? Тәүҙә “дух”тарҙың ҡайҙа йәшеренгәнен асыҡларға кәрәк. Бер нисә минуттан һалдаттар ҙа үҙҙәренең уттарын көсәйтә төштө.
Ринаттың эргәһендә ятҡан һалдат:
– Яйлап ҡына ҡара әле, “дух”тар ҡайһы тирәләрәк икән? – тип өндәште. Үҙе арҡаһында күтәреп килгән йөктән арынып, соҡорҙо бәләкәй сапер көрәге менән тәрәнәйтә башланы.
Ринат мүкәйләп соҡор эргәһенә менә башлағайны, теге:
– Ҡайҙа мүкәйләйһең? Инәңде шулай иткере татар балаһы! – тип екерҙе.
– Мин татар түгел, башҡорт!..
– Барыбер түгелме ни? Мать твою... – һүгенеп ҡуйҙы теге.
Ринат соҡор эргәһенә шыуышып ҡына күтәрелеп, башын саҡ ҡына сығарып, тирә-яҡҡа ҡарап алды. Тау битләүенән беҙҙекеләр яғына табан бер нисә урындан трассирлы пуля менән аталар. Күрәһең, духтар шулай итеп үҙҙәренең минометсыларына шуравиҙарҙың ҡайҙа ятҡанлыҡтарын теүәлерәк күрһәтәләр ине.
“Старик” менән Ринат әҙерәк тын алғас, самаланылар: “дух”тар тау итәгендәге таштар артынан ата. Ҡаршы яҡтағы “дух”тарҙы күрерлек түгел. Эргәләге ҙур таш ҡамасаулай. Уның шулай ятыуы соҡорҙағылар өсөн ҡулай ғына. Дошман да уларҙы күрә алмай. Ҡарт һалдат бер аҙ тирә-йүнде өйрәнгәс:
– Ана, таш артындағы пулеметты күрәһеңме?
– Эйе.
– Мин ботона самалайым. Миңә аяғы ғына күренә. Йәҙрә тейһә, ул йә әйләнеп ята, йә булмаһа, артҡа ҡайырыласаҡ. Шул ваҡытта һин кәүҙәһенә атырға тырыш. Минең автомат төҙ ебәрә. “Калашка”ңдың прицелын өс йөҙгә ҡуй. Былай төҙ атаһыңмы? Прицелың көйләнгәнме?
– Эйе.
– Алдыңда ятҡан таш өҫтөнә автоматыңды ҡуй. Һелкенерлек булмаһын. Дошмандың эргәһендә ятҡан ташҡа тейер-теймәҫлек итеп төҙә! Дух шул яҡҡа ауасаҡ. Шуны самалап атырһың. Төҙәнеңме?
– Эйе.
Был Пенза яғынан булған Руслан исемле “старик” нисектер ауыҙ эсенән, “Бисмилахрахман” тип мығырҙанып алды ла атып ебәрҙе. Пуля шул секундта таш артында ятҡан “дух”тың аяғына эләкте, ахыры. Теге кинәт борғоланып алды ла мүкәйләп ситкәрәк китә башланы. “Старик” һүгенеп, тағы нимәлер ҡысҡырырға өлгөрмәне, Ринат шул миҙгелдә тәтегә баҫты һәм “дух” кинәт кенә бөтөнләй турайып ултырҙы. Ринат тағы тәтегә баҫты. Икенсе бер мәлдә инде теге пулеметы эргәһенә ауып төштө. Руслан шарҡылдап көлөп ебәрҙе һәм яман һүгенеп:
– Шул кәрәк һиңә. Инәңде шулай иткән нәмә! Беҙ ҙә ата беләбеҙ! –тип ҡуйҙы, уҫал көлөүенән туҡтамайынса. – Хәҙер башҡаларын да сүпләй башлайбыҙ! Исемең кем әле? Онотоп торам.
– Ринат булам.
– Молодец татарчонок! Молодец!
– Мин – башҡорт!
– Э...э, сынок, беҙ бында барыбыҙ ҙа бер! Башҡорт ни ҙә, татар ни. Урыҫы менән сыуашы ла бер. Беҙ барыбыҙ ҙа – интернационал совет һалдаттары!
“Старик” шулай һөйләнә-һөйләнә тау битендәге таштар араһынан үҙенә яңы ҡорбан эҙләй башланы.
– Тәк, ана, теге яҡта ятҡан таш артын күрәһеңме? Унда тегеләй-былай сабышалар. Моғайын, минометтары шундалыр. Юғиһә, бик ҡыҙып киттеләр. Иң тәүҙә һин атаһың. “Дух” таш артына кереп юғалғас, өскә тиклем һана ла ат. Тағы атырға автоматыңды ныҡлап төҙәп ҡуй. Мин атҡандан һуң “егерме бер” тип әйт тә шул уҡ урынға тағы ат. Башҡаса тейҙереп булмай. Берәмләп атырға кәрәк. Ҡоралыңды яңынан шул урынға ныҡлап төҙәп өлгөр. Мин генә атһам, икенсе атыуға төҙәп өлгөрә алмайым. Тейҙереүе ҡыйын буласаҡ. Икәүләп алмаш-тилмәш атабыҙ. Фрештейн! Башланыҡ!
Ҡарт һалдат өйрәткәнсә, “дух” күҙгә күренеп ҡалған ергә Ринат атып ебәрҙе. Унан – “старик”, унан – ул. Шулай алмашлап ата торғас, ниһайәт, таш артынан сыҡҡан “дух” ауып төштө. Уға ярҙамға һуҙылған иптәше лә тәгәрәне.
– Бына шулай, сволата!
Руслан тағы шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ә тирә-яҡта һаман мәхшәр дауам итә ине. Тик хәҙер “дух”тарҙың был яҡ тау буйындағы пулеметтары менән минометтары өндәшмәне. Әммә ҡышлаҡ яғындағы һәм арттағы пулемет менән минометтары ҡотороноп һалдаттар позицияһын үтекләй.
Күктә беҙҙекеләргә ярҙамға ебәрелгән ике вертушка күренде. Улар инде хәлде самалап алғандар. Килешләй үк “дух”тарҙың тетмәһен тетергә тотондолар. “Шурави”ҙар дәртләнеп китеп атакаға күтәрелде. Һауанан ярҙам булғас, бәрелеш оҙаҡҡа һуҙылманы. “Дух”тар үлгәндәрҙең мәйеттәрен дә алмайынса, ҡайһыһы-ҡайҙа, тараҡандар кеүек, ҡасып бөттө. Береһе генә ҡулдарын күтәрергә мәжбүр булды. Ул да аяғы яраланған афғанлы ине. “Шурави”ҙар бик ҡыҙғайны һәм күп уйлап тормайынса, уны расходҡа ебәрҙеләр.
Беҙҙекеләр яғынан да унға яҡын юғалтыу бар ине. Яралылар ҙа байтаҡ ҡына. Ринаттың взвод командиры ла яраланған булып сыҡты.
Тәүге дары еҫен бына шулай еҫкәне Ринат. Ә теге уның менән бер соҡорҙа ятҡан “старик”, лейтенант янына килеп, пулеметсы һәм ике минометсыны Ринаттың юҡ итеүе тураһында доклад яһаны. Теге ышанмаҫҡа самалағайны ла Руслан уны үҙҙәре ятҡан соҡор төбөнә алып төшөп,“дух”тарҙы нисек атып юҡ иткәндәрен аңлатты. Унан тағы теге дошман ятҡан таш артын барып ҡаранылар. “Дух”тарҙың яралары “старик” әйткәнсә булып сыҡты. Ышандылар. Ринатҡа рота командиры саф алдында айырым рәхмәт әйтеп, миҙалға тәҡдим итәсәген белдерҙе.
Ринатҡа был “старик” нисектер бөтөнләй яҡын булып китте. Әйтерһең дә, улар ғүмер буйы бергә йәшәп, бер ауылда үҫкән. Ул мәлен тура килтереп:
– Теге “дух”тарҙы юҡ итеүҙә һинең өлөш күберәк булды. Мин тик һинең әйткәндәрҙе генә үтәнем. Миҙал һиңә булырға тейеш. Миңә, үҙең әйтмешләй, баҡыр котелок кеүек хеҙмәт итергә лә, хеҙмәт итергә. Миҙалға өлгөрөр инем. Ә һиңә бөгөн-иртәгә тигәндәй дембелгә. Өйөңә миҙал тағып ҡайтһағыҙ, алама булмаҫ ине.
“Старик” уны ишетмәгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫып, һауала ҡыҙып-ҡыҙып һайраған турғайҙы күрергә тырышып, өҫкә ҡарауын дауам итте. Унан тирә-яҡтағы тау баштарына ҡарашын күсереп, барларға тотондо. Шунан, сәғәтен яңы ғына күргән кеүек, борғолай-борғолай:
– Вот парадокс, был ваҡытты һис аңламаҫһың. Йә ыштан резинкаһы кеүек һуҙыла ла һуҙыла. Һис үткәреп булмай. Йә эргәңдән осоп үткән пуля кеүек үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Иртән генә ниндәй оҙаҡ һуҙыла ине, ә инде кис тә етеп бара, – тип ҡуйҙы.
Ысынлап та, яралыларҙы һәм һәләк булғандарҙы вертушкаға тейәп тылға оҙатҡансы, ҡоралдарҙы тәртипкә килтереп, яңы уңайлы позицияға урынлашҡансы ваҡыт киске яҡҡа ла ауышты. Бына ашап алырға тигән команда булды. Һалдаттар, үҙҙәре менән алып килгән ҡоро паектарындағы консерваларын йылытып, төшкө һәм киске ашты бергә ашай башланы. Ринат менән “старик” та ашарға икеһе бергә ултырҙы. “Старик” алдындағы тушенканан ҡайырып-ҡайырып ит киҫәктәрен ауыҙына оҙата-оҙата:
– Гражданкаға миҙал тағып ҡайтһаң, шәп булыр ине, тиһең инде, ә? – тип, инде Ринат күптән онотҡан темаға кире ҡайтты.
Егет тәүҙә был нимә һөйләй инде тип аңламайыраҡ торҙо. “Старик” һүҙен дауам итеп:
– Йәшһең шул әле. Аңлап бөтмәйһең. Беренсенән, минең орден менән миҙалым бар инде. Икенсенән, ваҡыты еткәс, үҙең дә шулай йәш һалдаттарға ярҙам итерһең. Бында, брат, бер-береңә шулай ярҙамлашмаһаң – хана! Иҫән ҡалыуың икеле. Һуғыш бит, һуғыш. Ә теге сержант командирыңа үпкәләп йөрөмә. Хәҙер ул һинең өсөн юҡ. Яраһы ул тиклем ауыр булмаһа ла, уның өсөн һуғыш тамам. Бөгөн үк тылға госпиталгә оҙатасаҡтар. Ә миҙалға килгәндә, күкрәгеңә тағылғас ҡына миҙал алғаныңа ышанырға мөмкин. Вәғәҙә иткәнде беҙҙә өс йыл көтәләр. Ә беҙ бит ике генә йыл хеҙмәт итәбеҙ. Бына шулай, брат, бөтә вәғәҙә иткән нимәләрҙе лә күңелеңә яҡын алып барма. Вәғәҙә – ул һауалағы торна, ә торнаға ышанма. Әле һинең ҡулыңда сәпсек түгел, ә һынған ҡанатлы себен дә юҡ.
Шулай бик төплө генә, яҡындан таныша-таныша, ашап алдылар. Ринат үҙен иртән үк аптыратҡан һорауға яуап табыр өсөн бик иғтибар итмәгән кеүек:
– Бер һорау бирһәм буламы? – тип ҡуйҙы.
“Старик” та юморға әүәҫ кеше икән, көлөмһөрәп алды ла:
– Тамаҡ туйҙы. Хет ун һорау бир. Яуабы әлегә бушҡа була. Тик әллә ниндәй ҡатмарлы һорау булмаһын. Ҡатмарлы һәм этажлы һорауҙарҙы яратмайым. Йә ниндәй һорау?
– Иртән теге “дух”ҡа атыр алдынан әллә беҙҙеңсә “бисмилла” иттең инде?
“Старик” башын һелкеп көлөп ебәрҙе. Ринатҡа мут йылмайып ҡарап алды ла:
– Ну, һин баш... баш...
– Башкирин!
– Эйе, башкирин, һин татарҙан да хәйләкәрерәк булырға оҡшағанһың. Барыһын да күрәһең, барыһын да ишетәһең һәм барыһын да самалайһың. Эйе, мин һеҙҙең кеүек “бисмилла” иттем. Минең әсәй яҡлап ҡартәсәйҙәр – татарҙар. Улар өйрәтте. Бында, һуғышта, сынок, “бисмилла” ла итерһең, һүгенә-һүгенә суҡынырһың да. Йәшәге килә бит. Ну, һин, молодец! Тик шуны әйт әле, минең эргәгә теге соҡорға нисек килеп төштөң?
Дауамы бар.