- ӘСӘҺЕН ТАБЫУ
Башланғыс класты лайыҡлы тамамлағас, “беренсе мөхәббәтен уятып, үҙенең уҡытыусыһына ғашиҡ булған” Йомарт бишенсе класта уҡый башлағанда уларҙың ғаиләһенә Олжос исемле малай килеп ҡушылды.
Әсәһе:
– Шарында йәшәгән һеңлем вафат булды, мин унда барырға йыйынам, малдарҙы ҡарағыҙ, – тине лә, илап-һыҡтап, юлға сығырға йыйынды. Ул өс көндән һуң кискә генә әйләнеп ҡайтты. Ҡулында ҙур төргәк тә бар ине. Йомарт менән иҫәнләшкәс, ашығып өйгә инде. Ишектән инеп, аяҡ кейемен сискәс, ҡулындағы төргәкте түшәккә һалды. Уның билендәге билбауын әкрен генә сисеп:
– Әйҙә, Олжатай, һин өйгә килдең! – тине.
Йомарт яҡыныраҡ килеп ҡарағайны, түшәктә бала ята! Уның бәләкәй йөҙө ҡып-ҡыҙыл. Аяҡ-ҡулдарын ысҡындырғас, ул бөтә өйҙө тултырып илап ебәрҙе. Усаҡ янында әсәһе бәләкәй шешә тотоп нимәлер эҙләп йөрөй.
– Йомарт! Бар баланы йыуат! – тип ҡысҡырҙы ул. Йомарт уны нисек йыуатырға ла белмәй. Ул бәләкәй генә ҡулдары менән сабыйҙы һелкетеп: "Илама! Илама!” – тип йыуатты. Уның бындай бәләкәй генә кешене тәүгә күреүе. Ул яңы тыуған быҙауға һөт эсергәне бар. Был малайҙың ҡулынан тотҡаны ла оҡшаманы ахырыһы, ул ҡысҡырыуын дауам итте. Тауышы ниндәй көслө бит әле!
Әсәһе башына имеҙлек ҡуйылған шешәгә тултырған һөттө йылытты. “Олжатай! Олжатай!” Ул баланы ипләп кенә күкрәгенә ҡыҫты ла имеҙлекте ауыҙына тыҡты. Хатта бәләкәй генә сабый ҙа йәшәргә тырышып ята, ул тиҙ генә имеҙлекте ҡабып алды ла супылдатып имә башланы. Әсәһе уны ҡосаҡлап, башынан һыйпаны, осаһынан яратты. Ул шешәләге һөттө эсеп бөттө лә шунда уҡ тирләй-тирләй йоҡлап китте. Әсәһе бер аҙ бушағас ҡына ашарға ултырғанда һөйләшә башланы.
– Йомарт, Олжос хәҙер минең балам! Һинең артыңдан йүгереп йөрөгән ҡустың буласаҡ. Һеңлем уны тапҡанда үлеп ҡалған. Уның тағы ике балаһы бар. Ире яңы тыуған сабыйҙы ҡарай алмай. Шуға ла туғандары уны миңә бирҙе. Мин үҙем һорап алдым, сөнки һин бер үҙең. Иртәме-һуңмы мин дә һинең атайың кеүек үләсәкмен, бер үҙең кемгә кәрәкһең? Мин һинең ҡустың булыуын теләнем. Әйҙә, ошо бала хаҡына эшләйек, ул беҙҙе ташламаясаҡ, – тип аңлатты ул малай алып ҡайтыуҙы.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Йомарт әсәһенең ҡасан да булһа атаһы кеүек үк үләсәген уйлап ҡурҡып китте.
– Әсәй, үлмә, – тип әсәһен ҡосаҡлап алды.
– Мин үлмәйәсәкмен, мин хәҙер һеҙҙең икегеҙ өсөн дә яуаплымын, Алла һеҙҙең өсөн оҙон ғүмер бирәсәк, – тине әсәһе һәм уның башын еҫкәне.
Эх, әсәһе уны наҙлап, иркәләп бармай шул. Холҡо ҡаты, гел талап итә. Ул асыуланғанда хатта дауыл ҡупҡан кеүек була. Әммә уның әсәһе изге күңелле, яҡшы кеше. Шулай булмаһа, ошо етемде әллә ҡайҙағы алыҫ ерҙән барып алыр инеме ни?! Хәҙер улар бөтә көсөнә аҡса эшләргә тырышты. Бәләкәсте ҡарарға кәрәк бит. Бала сағында тиҫтерҙәре менән бер ҡасан да уйнамаған Йомарт хәҙер бөтөнләй өйҙән сыҡмай. Әсәһе эшкә киткәндә, ул Олжосты ҡарай. Ихаталағы мал-тыуарҙы ҡарау, утын әҙерләү, өйҙө йылытыу кеүек барлыҡ эште ун йәше тулған Йомарт башҡара. Уның да тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнағыһы, көрәшәһе, ярышаһы, туп тибәһе килә. Ул ҡустыһын арҡаһына бәйләп ала ла төрлө эштәрҙе эшләй. Бары сабый йоҡлаған саҡта ғына урамға сығып, гөр килеп уйнаған балаларға алыҫтан күҙе ҡыҙып ҡарап тора. Башҡа йорттарҙа телевизор бар, ҡайһы берҙәрендә төҫлө, улар фильмдар ҡарай. Ә мәктәпкә килгәс, шулар хаҡында һөйләйҙәр. Бәхәсләшәләр, фекер алышалар. Йомарт уларҙы тыңлай, көнләшә. Ул күп итеп аҡса эшләһә, иң тәүҙә телевизор һатып аласаҡ.
Шулай итеп, бәләкәй Олжос уларҙың бөтә тормошон үҙгәртте. Бөтәһе лә уның туҡ булып үҫеүен, иламауын теләй. Уларҙың өйөндә хатта радио ла юҡ ине. Бер көндө ул магазинда бәләкәй генә радиоалғысты күрҙе лә әсәһенә:
– Әйҙә һатып алайыҡ, йырҙар тыңлайыҡ, ул беҙгә Алматыла нимә булғанын һөйләйәсәк, – тип ялбарҙы.
Әсәһе:
– Ярай, эш хаҡы алғас, – тигәс, ул аҡса аласаҡ көндәрҙе һанай башланы. Ә инде радио һатып алғас, ул үҙен шул тиклем бәхетле тойҙо! Радионы алып ҡайттылар-ҡайтыуын, тик бына нисек тоташтырырға белмәйҙәр. Ахырыһы күршеһе Адилкан ағайҙы саҡырҙылар. Ул килеп, йорттоң тирә-яғына ҡарап сыҡҡас:
– Йомарт, һеҙгә сым һуҙылмаған. Почтаға барып, был хаҡта Лайликан инәйгә әйтһәң, ул механикты ебәрәсәк, – тине лә үҙе ҡабаланып, тракторға ултырып китеп
- барҙы.
Йомарт почтаға йүгереп килеп, монтерҙы табып, уға барыһын да аңлатып бирҙе. Өсөнсө көндә ул сымға тоташтырғас, бәләкәй радио һөйләй башланы. Радиола иртәнән кискә тиклем тапшырыуҙар бара. Яңылыҡтар һөйләй, йырлай, көй уйнай, төндә әкиәт һөйләй. Уларҙың тыныс ҡына өйөнә “Ҡаҙаҡ радиоһы” менән бергә шатлыҡ килде.
Элек Йомарт менән әсәһенә һыуытҡыс кәрәкмәй ине, улар хатта уның кәрәклеге тураһында ла уйланманы. Көндөҙгө эҫелә Олжос эскән һөт әсеп, әсәһе әҙерләгән аҙыҡ боҙолоп, барыһы ла әрәм булды.
– Әсәй, әгәр беҙ һыуытҡыс һатып алһаҡ, Олжостың ризығы боҙолмаҫ ине. Итте лә һаҡларға мөмкин, – тине бер көндө Йомарт.
Әсәһе улының әйткәнен тыңлап, аҡса йыя башланы. Әммә ауыл магазинына һыуытҡыс килтермәйҙәр икән. Һатыусы әсәһенең аҡсаһын алды ла районда заказ бирәсәген әйтте. Шулай ҙа улар һыуытҡыс алып килгәнсе, "Ул беҙҙе алдаманымы икән?” тип ныҡ борсолдо. Көндәрҙең береһендә ишек янына бәләкәй йөк машинаһы килеп туҡтаны. Һыуытҡыс килтергәндәр! Бейеклеге Йомарттан тәпәшәгерәк, шулай ҙа Олжостың аҙығын, бер аҙ ит һәм һөт һалыу өсөн етерлек. Улар, әйтерһең дә, йортона ҙур мөлкәт килтергәндәй шатланып бөтә алманы.
Ҡояшлы яҙғы бер көндә Олжос тәпәй китте. Быны күргәс, ул шатлығынан ни эшләргә белмәй әсәһенә һөйләргә ашыҡты. Улар сабыйҙы ҡабат-ҡабат атлатып, уны күҙәтте. Әсәһе:
– Йомарт, ҡустың аяҡҡа баҫа башланы, йәкшәмбе көн күршеләребеҙҙе тышау киҫтереү йолаһын үткәрергә саҡырайыҡ, – тип шатланып әйтте. Был мәлдә уның маңлайындағы йыйырсыҡтар юҡҡа сыҡҡан кеүек тойолдо. Йомарт әсәһенең һәр ваҡыт ошолай шат булыуын теләй.
– Нимә ул тышау киҫеү, әсәй? – тип һораны бер ҡасан да был хаҡта ишетмәгән Йомарт.
– Бала шыуышып, арҡаһын күтәреп, үҙ аллы йөрөй башлағанда ул тиҙерәк атлап китһен өсөн ошо йола башҡарыла. Уны яҡшы кеше киҫергә тейеш. Баланың тышауын еп, майлы һарыҡ эсәге йәки үрелгән йәшел үлән менән эшләйҙәр. Еп намыҫлы булыуға юл аса, майлы эсәк байлыҡҡа, муллыҡҡа килтерә, йәшел үлән кеүек тиҙ үҫә.
Әсәһе бауырһаҡ бешерҙе, магазиндан тәм-том алып ҡайтты. Ә Йомарт өйҙән-өйгә йөрөп әсәһенең туғандарын, күршеләрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йәкшәмбелә кешеләр йыйылды, өйҙә туй булды. Адилкан ағай Олжостың бығауҙарын киҫеп ташланы. Йомарт балалар менән уйнаны, дуҫтарына күстәнәстәр таратыуына шатланып бөтә алманы.
Ошо көндән алып Олжос түңәрәк өҫтәл янында йөрөй, улар янында ултыра, ашай, өҫтәлгә ҡулын һуҙып, нимә эләгә шуны эләктереп тирә-яҡҡа һибергә тотона. Кистәрен Олжос менән уларға харап күңелле ине. Шуға хәҙер Йомарт үҙенең телевизор һатып алыу хыялын онота ла башланы.
Ул бишенсе класты маҡтау грамотаһы менән тамамланы. Хәҙер йәйге каникулдар мәле. Ул ихатаны һеперҙе, эҫелектән сарсаған ергә һыу һипте. Шул мәл ике бала менән бер ир килде. Әсәһе эштә ине. Ул ҡапҡа алдында:
– Был Жибектең йортомо? – тине, тирле маңлайын эшләпәһе менән һөртөп.
– Эйе.
– Һин Йомартмы?
– Эйе!
– Әсәйең өйҙәме, беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ булабыҙ...
– Инегеҙ, әсәйем эштә, – тигәндә асыҡ ишектән Олжос килеп сыҡты. Оҙон ҡуллы, оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, оҙон танаулы, ҡыҫыҡ күҙле ир баланы күреп, уға күҙ һалды. Олжос уның иғтибарынан ҡурҡып, Йомарт яғына атлап китте. Ғәжәп – өсөһө лә сабыйҙан күҙҙәрен алмай. Сит кешеләрҙең секерәйеп ҡарауын оҡшатмай баланы ҡулына алды Йомарт.
– Ух, ҡояш бөгөн ныҡ ҡыҙҙыра! – Был кеше, алға атлап, ишек алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. Балалары уның эргәһенә ҡунаҡланы.
Йомарт ҡустыһын арҡаһына ултыртты. Олжос бәләкәй ҡулдары менән ағаһының муйынына йәбеште лә күҙҙәрен ҡыҫып, теге кешегә ҡарап торҙо.
– Балағыҙҙың исеме нисек? – тип һораны ир.
– Олжос.
– Һеҙ бөйөк шағир хөрмәтенә шундай исем ҡуштығыҙмы? Ул Олжос кеүек шәп егет булһын! – Ул тағы ла тишерҙәй булып ҡарап торҙо.
– Эҫе булһа, өйгә инегеҙ! Хәҙер әсәйем ҡайта, – тине Йомарт, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп.
Ошоно ғына көткәндәй улар ишеккә ҡарай йүнәлделәр. Ҡараңғы төшкәс, әсәһе лә эштән ҡайтты. Әсәһе уларҙы ҡосаҡлаған килеш илай ине. Олжос әсәһенең күҙ йәштәренән ҡурҡып, уға нығыраҡ һырылды.
– Бына һинең балаң үҫте инде. Беҙ күптән түгел генә уның тышауҙарын киҫтек. Исеме – Олжос! – тине ул, Олжосты үҙенә алып.
Балаларҙың береһе салбар кейгән ҡыҙыҡай ине.
– Йомарт, был Аҡылбек ағайың, Олжостың атаһы. Ә был балалар – Камшат менән Дастан, – тип таныштырҙы. Уларҙың әсәһе минең һеңлем ине.
“Әгәр атаһы Олжосты алып китһә, беҙ нимә эшләрбеҙ икән”, тип ҡайғырҙы Йомарт. Ул бәләкәй, шаян Олжос менән һис айырылышырға теләмәй. Уларҙың йыуанысы бит ул. Ә улар, киреһенсә, был ауылға күсергә теләйҙәр икән.
– Бик дөрөҫ! – тип хупланы әсәһе. – Балаларҙың бында әсәһе яғынан туғандары бар. Иҫеңдә тот, Аҡылбек, һиңә баланы бирә алмайым, ул минең өсөн һеңлемдең бер иҫтәлеге. Мин уны ҡырҡ көн булмаҫ элек уллыҡҡа алдым. Хәҙер ул Йомарттың иптәше, – тип иламһыраны.
Йомарт әсәһен бер ҡасан да шундай хисле итеп күргәне юҡ ине. Ул һеңлеһен дә, уның балаһын да бик яҡын күрә.
– Уҡыуҙар башланғанға тиклем күсеп килегеҙ, былтыр күсеп киткән кешенең йорто буш тора. Мин хужаһын табып, уның менән һөйләшермен, һораһа, бер аҙ түләрһең, – тине әсәһе, мәсьәләне хәл итеп.
– Жибек, әгәр рөхсәт итһәң, был ике бала Йомартжан янында ҡалһын, мин бөтә нәмәне үҙем ташыйым, – тине ул һәм юлға сыҡты.
– Ҡалдыр, барыбер ошо ауылда йәшәйәсәктәр бит, – тине әсәһе. Шунан Олжосты ҡулдарына күтәреп: – Атайың менән хушлаш, – тип баланан ҡулын болғатты. Ошо һүҙҙәрҙән һуң Аҡылбек ағайҙың күҙҙәренә йәш тулды. Ул бөтәһенә ҡараны ла өйҙән сығып китте.
Тиҙҙән Аҡылбек ағай әсәһе һөйләшеп ҡуйған йортҡа күсеп килде. Йомарт тейәлгән йөк уртаһында яңы велосипедты шунда уҡ күреп ҡалды ла ах итте. Моғайын, был Дастандыҡылыр тип уйланы, ике күҙе велосипедта булды. Бына бөтә әйберҙәрҙе өйгә ташып бөттөләр. Аҡылбек ағай урындыҡҡа ултырғас:
– Йомарт, һин инде ҙур егет булдың, быны һиңә кисә Чунджиҙа һатып алдым, – тине ул матур велосипедты Йомарт яғына этеп.
Бөтәһенең дә ҡарашы мөғжизәле бүләккә тартылды. Әсәһе ниндәй ҡыуанды! Йомарт шунда уҡ елдертеп сығып китер ине лә, әле йөрөй белмәй шул. Ул әлегә рулде бороп, уны ихатаға индереп стенаға терәтеп ҡуйҙы. Эсенән генә "иртәгә өйрәнермен” тип уйлап ҡуйҙы ул.
Таң аттыра алмай аптыраны Йомарт. Камшат булғас, уға еңелерәк булып ҡалды. Хәҙер Олжосты ул да ҡараша. Тәүҙә Йомарт велосипедта йөрөй алмай йығылып аҙапланһа ла, бер аҙнанан ул бөтә ауыл буйлап елдертеп йөрөй ине. Унан Дастанды ла велосипедтың артына ултыртып йөрөргә өйрәнеп алды.
Дауамы бар.