3
Был һорауҙан Ринат, ҡысытмаһа ла, таҡыр башын тырнап алды. Дөрөҫөн әйтергәме, әллә белмәйем тигән яуап ҡына бирергәме, тип уйлап алды ла, дөрөҫөн һөйләп бирҙе:
– Мин атайым менән әсәйемдең берҙән-бер улы. Башҡа балалары юҡ. Икеһенең дә сәләмәтлектәре самалы. Улар уҡытыусы булып эшләй. Әгәр ҙә минең менән бер-бер хәл булһа, улар ҙа ҡайғыларына түҙә алмайынса икеһе лә һәләк буласаҡ. Шуға күрә миңә икеләтә һаҡ булырға һәм был мәхшәрҙән иҫән-имен йөрөп ҡайтырға кәрәк. Дошман һөжүм иткәндә лә, атакаға күтәрелгәндә лә гел уйлайым – нисегерәк итһәм миңә “дух”тар атып тейҙерә алмаҫ. Иртән һинең арттан атлағанда ла ҡарап барҙым. Һөжүм итһәләр, ҡайһы таш артына йәшеренеп, уларҙың үҙҙәрен нисек юҡ итеү тураһында уйланым. Тегеләй итһәм нисек була ла, был яҡҡа һикерһәм нисек була? Ҡайһы осраҡта дошман пуляһы ҡыуып тота алмаҫ? Теге соҡорҙо алдан уҡ самалап ҡуйғайным. Шунда һикерҙем. Тәк што, миндә өс кешенең ғүмере. Атай менән әсәйҙең ғүмере минең өҫтә.
– Да, брат. Был яҡлап һин дөрөҫ уйлайһың. Беҙгә иҫән ҡалырға кәрәк. Минең дә хәл шулайыраҡ. Тик минең өс апайым бар. Но, һин иҫән ҡаласаҡһың. Бына ул әйтте, тиерһең. Афарин! Парень, бында һәр аҙымыңды үлсәп, ҡырҡ ҡат уйлап атларға кәрәк. Алдан уйлап йөрөүең дөрөҫ һәм яҡшы һыҙат. Иҫән-имен өйөңә ҡайтып, ишек тотҡаңа тотоноуға мине иҫеңә төшөрәсәкһең әле. Мин әйтте тиерһең бына. Минең исемемде беләһең дә инде, нейтральный исем – Руслан. Әсәй шулай теләгән.
– Ә мин – Ринат. Икебеҙ ҙә Р хәрефендә.
Көлөшөп алдылар.
Йәш һалдат-салагаларҙың дары еҫкәүе һәм тәүге һуғышсан сынығыуы бына шулай башланды. Был һалдат хеҙмәтенең нәҡ йөҙ егерменсе көнөндә булды. Теүәл әйтеүе шунан, һәр һалдаттың түш кеҫәһендә бәләкәй генә календары бар. Бына шунда һәр хеҙмәт итеүсе үҙенең хеҙмәттә үткән көнөн билдәләп бара. Кемдер календарына энә менән тишек тишә йә түңәрәккә ала. Ҡайһы берәүҙәр, Ринат кеүек, үткән көндө арҡыс-торҡос һыҙып ҡуя. Ринат был көндө, кемдәндер ҡыҙыл төҫтәге ручка табып, түңәрәк эсенә алды. Ҡыҙыл түңәрәк дошман менән бәрелешкән көндө күрһәтергә тейеш ине. Йәш салагалар бөгөнгө көндө ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәреп, яраланған һәм һәләк булыусыларҙы уйлап, унан да бигерәк, бик тә көсөргәнешле психик кисерештәрҙән, оҙаҡ йоҡоға китә алмай борғоланып яттылар. Тик ныҡ талсығыу һәм эт кеүек арыу үҙенекен итте. Улар һаташыулы-баҫлығыулы йоҡоға сумды.
Ҡышлаҡ ҙур булғанлыҡтан бөгөн үк тикшереп сығыу мөмкин түгел ине. Шуға ла ауыл эргәһендәге бер ҡалҡыулыҡҡа урынлашып, төндө үткәрергә булдылар. Лейтенант, “старик”тар менән кәңәшләшеп алғас, шул ҡалҡыулыҡта нығынырға бойороҡ бирҙе. Дошман көтмәгәндә килеп сығып һөжүм итерҙәй яҡҡа дозорҙар һәм ҡарауыл ҡуйылды. Рация аша, иртәнгә тағы өҫтәмә көстәр ебәрербеҙ, тип бындағыларҙың кәйефен күтәрҙеләр. Юғиһә, яңы килгән йәш һалдаттарҙың беренсе мәйеттәрҙе күреүҙән бөтөнләй ҡобаралары осоп, үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әсәләренән айырылған бәрәс хәлендә инеләр. Ярай әле ҡарт һалдаттар бар. (“Ҡарт” тип ҡайтырға алты ай ҡалған һалдаттарҙы атайҙар). Уларға бындай ғына бәрелештәр һәм ҡорбандар – ғәҙәти күренеш. Шуға ла улар бөгөнгө бәрелеште бар тип тә белмәне. Үҙ-ара шау-гөр килеп сәй ҡайнатырға тотондолар.
Лейтенанттың ҡулбашын пуля һыҙырып үткән. Яраһы ҡурҡыныс түгел. Вертушка менән килгән врач уны тылға алып китмәне. Шуға ла уның кәйефе юҡ ине. Күренеп тора: был алыш уның беренсе алышы булып, бик ныҡ ҡурҡҡайны. Ярай “старик”тар тәжрибәле, уның хәлен аңлап, тынысландырған булдылар.
Позицияны булдыра алғансы нығыттылар. Тирә-яҡтан таштар йыйып, бруствер һымаҡ нәмә лә әтмәләп алдылар. Дүрт яҡты ла утҡа тоторлоҡ итеп өс пулеметты урынлаштырҙылар. Береһен, улай-былай килеп сыға ҡалһалар тип, ҡышлаҡ яғына ҡаратып ҡуйҙылар. Бөгөнгө мәхшәрҙән халыҡ ныҡ арып талсыҡҡайны. Шуға ла төнгө һаҡҡа барған һалдаттарға ял итергә ҡушылды. Ҡайҙа инде ул ял итеү тигән нәмә. Йәш һалдаттарға шулай. Ятаһың ойоп. Ни уяу, ни йоҡоло тигәндәй. Әйтерһең дә, иҫерек кеше. Башыңда әллә ниндәй һаташыулы ҡурҡыныс уйҙар өйөрөлөп, йоҡларға ирек бирмәй. Ә стариктарға ҡушмаһаң да баштарын ташҡа терәп булһа ла йоҡларға әҙерҙәр. Улар, эт ҡайышына әйләнеп, бындай ғына хәлдәргә өйрәнеп бөткән.
Төн былай тыныс үтте. Совет һалдаттарын бимазалаусы булманы. Күрәһең, кисәге алышта “дух”тарҙың да тетмәһе тетелгән. Әгәр һауанан вертушкалар менән ярҙам булмаһа, был алыш беҙҙекеләр өсөн бик фажиғәле тамамланыр ине. Хоҙай һаҡланы.
Ҡышлаҡты тикшереп сығырға тигән бойороҡ булды. Тик уның нимәһен тикшерәһең инде. “Старик”тар фаразлауы буйынса бар “дух”тар ҙа тараҡандар шикелле тау-таш араһына инеп боҫҡан. Улар бер нисә көн үҙҙәренең өңдәрендә ултырасаҡ. Ә ауылдағы “дух”тарҙың ысынлап та “дух” икәнен нисек иҫбат итә алаһың? Был мөмкин түгел. Шуға ла ҡоралдарын шалтыратып, ҡышлаҡ урамынан әле тегеләй, әле былай үткән булдылар. Урамда осраған һәр кеше тиҙерәк ҡапҡа артына, йә булмаһа, берәй тыҡрыҡҡа боролоп, ҡайҙалыр инеп ҡасырға тырыша. “Шурави”ҙар күҙенән юғалырға өлгөрә алмайынса ҡаршы осраған бала-саға һәм ирҙәрҙең күҙендә йә ҡурҡыу, йә нәфрәт сатҡылары ғына ялтырай. Башын-күҙен ҡаплап, күбәләк коконы-ҡурсағына оҡшап ҡараға төрөнгән ҡатын-ҡыҙҙы бөтөнләй күрермен тимә. Командир эштең файҙаһыҙ икәнен төшөнөп, тиҙҙән быны туҡтатты. Ҡышлаҡ тирәһен ентекләберәк тикшереп сығырға бойорҙо. Позицияла ҡалғандарға, урынлашҡан урынды нығытып, окоптарҙы тәрәнәйтергә ҡушылды. Тирә-яҡты тикшергән булдылар. Тик йыраҡтағы һөҙәк тау буйында көтөү көтөп йөрөгән ике йәш үҫмерҙе генә күрҙеләр. Улар яғына бара башлағас, үҫмерҙәрҙең ҙурырағы йылғаға табан йүгерә башланы. Һалдаттарҙың береһе, командир тарафынан бойороҡ булмаһа ла, малайҙы атып йыҡты. Яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, был 12-13 йәштәрҙәге малай ине. Һалдаттар килә башлағас, башын ҡулдары менән ҡаплап, ҡурҡышынан ҡысҡырып иларға уҡ тотондо. Пуля малайҙың ботон үтә тишеп сыҡҡан һәм яранан ҡан аға. “Старик”тарҙың береһе, яралы килеш этләнеп ятмаһын был тип, калашкаһын малайҙың маңлайына килтереп терәне. Малай Ринаттар ауылындағы теге ос Хәйбулла ағаһының улына бик тә оҡшағайны. Шуға ла Ринат малайҙы ҡыҙғанып:
– Һин нимә, “дед” башың менән ошо баланы атып үлтерер инеңме әллә? – тип“старик”ты этәп ебәрҙе.
Йәш һалдаттан быны көтмәгән “старик”, малайҙы онотоп, уның иҙеүенә килеп йәбеште. Тартҡылашып алдылар. “Старик” уҫал ине һәм Ринаттың битенә башы менән төкөнө. Ул саҡ артҡа янтайып өлгөрҙө, шулай ҙа танауы ҡананы. Тауышҡа лейтенант килеп етте.
– Нимә булды?
– Бына, малайҙы баҫтырғанда абынып йығылдым. Танау бәрелде.
Лейтенант һалдаттарҙың барыһын да үҙенең һынаулы ҡарашы менән быраулап сыҡты. Бер кем дә ләм-мим өндәшмәне, сөнки ошаҡлашыу тигән нәмә бында юҡ. Командирҙың ҡушыуы буйынса, малайҙың йәрәхәтен бәйләп, күтәреп алып ҡайтып, ҡышлаҡ урамында осраған берәүгә тапшырҙылар.
Малай юҡҡа ғына йылғаға ҡарай йүгермәгәндер, “дух”тарҙы иҫкәртергә уйлағандыр тип, йылға буйын да тикшереп сыҡтылар. Тик унда шикле бер ни ҙә таба алманылар.
Кискә табан ҡышлаҡтан һалдаттар урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа ҡарай ишәк егелгән ике генә тәгәрмәсле арба килгәне күренде. Һалдаттар, ул-был булып ҡуйһа тип, арбаға ҡаратып бер пулеметты төҙәп, бер минометты әҙерләп ҡуйҙы. Тик ишәкте бер ҡарт ҡына бабай етәкләгән, ул позицияға килеп етер-етмәҫтән туҡтап ҡалды ла ҡысҡырырға тотондо. Ҡарт ниҙер ҡысҡырып, һалдаттарҙы саҡыра ине. Ике һалдат уның эргәһенә барҙы. Командирҙың ҡушыуы буйынса, ҡартты әйҙәләп егеүле ишәге менән позицияға уҡ алып килделәр. Ҡарт ямаулы буй-буй һырыған сапандан ине. Башына был яҡтарҙа кейеп йөрөй торған, түбәтәй тиһәң хәтере ҡалыр, шундай бер нәмә кейгән. Афғанса, хали тигән нәмә, шикелле. Ул, арбаһына төртөп күрһәтә-күрһәтә, нимәлер һөйләргә тотондо. Арбала яралы көтөүсе малай ята ине. Ринат был ҡартты аңланы ла, аңламаны ла, күп кенә һүҙҙәре беҙҙеңсә. Бабай үзбәк милләтенән булып сыҡты. Һалдаттар араһында тәржемәсе булмағанға, бабай һөйләгәнде аңламанылар. Ә Ринат, бабайҙың бар һүҙен дә аңламағас, өндәшмәне. Унан да бигерәк таяҡтың йыуан башы алдан йөрөгән күп белеүсегә төшкәнен дә самалай. Шуны уйлап, өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулайыраҡ күрҙе. Сөнки ул әле “салага” ғына. Ә “салага”ларға юҡ-бар шикле һәм ауыр-хәүефле эштәрҙе тағырға ғына торалар. Шуға ла өндәшмәй ҡалыуың хәйерле генә түгел, ә алтындың алтыны. Бабай эргәһенә йыйылған һалдаттарҙың кемеһелер ашап туйғандан һуң яңылыш амин тотҡан өсөн “мулла” ҡушаматы алған бер татар егетен саҡырып ҡарарға кәрәк тине. Моғайын, ул аңлар. “Мулла” позицияның аръяғындағы таштар араһында һаҡта тора икән. Уны алып килделәр. “Мулла” бабайҙың арбала ятҡан яралы малайға ҡарап һөйләүен тыңлап торҙо-торҙо ла командирға ҡарап:
– Ҡарттың һөйләүенән шуны аңларға була: малай етем икән. Ата-әсәһе үлгән. Башҡа ҡышлаҡтан килеп, бында көтөү көтә, ти. Үҙебеҙгә дауаларға ҡуша, – тине.
Санитар Васяны саҡырып килтерҙеләр. Ул яңынан яралы малайҙы ҡарап тикшерҙе. Ике укол яһаны. Әле командирға, әле “муллаға” ҡарап:
– Мин нимә эшләй алам инде? Ҡулдан килгәнен эшләнем. Яраһы улай бик ҡурҡыныс түгел. Һөйәккә теймәгән. Пуля ашанан-аша үткән. Сыҡҡан яғында итен бер аҙ умырып алған. Тегергә кәрәк тә бит, миндә ундай әйберҙәр юҡ. Шунан мин хирург та түгелмен. Ике сәғәт һайын антибиотик укол ҡаҙап торорға кәрәк. Юғиһә, гангрена башланырға мөмкин.
Лейтенант уйға ҡалды. Ҡарт һалдаттарҙың әле береһенә, әле икенселәренә ҡарап, уларҙың нимә әйтерен көтә башланы. “Старик”тар өндәшмәне. Шунан ул палаткаға кереп китте. Уның рация аша база менән һөйләшкәне ишетелде. Күрәһең, унда, урындағы халыҡ менән низағҡа инмәҫкә, килеп сыҡҡан сетерекле хәлде нисек булһа ла тыныс юл менән көйләргә ҡуштылар. Палатканан ул үҙ алдына һүгенә-һүгенә килеп сыҡты. Кисә һәләк булған мәрхүмдәрҙән ҡалған ҡоро паектың икеһен малайҙы алып килгән ҡартҡа бирергә ҡушты һәм “муллаға” ҡарап:
– Бында алып ҡала алмайбыҙ. Иртәгә иртән яралыны тағы алып килһен. Шулай тип аңлат.
Федя, ә ысынбарлыҡта иһә Фәрит исемле булған тик күп ваҡыт “мулла” атамаһы менән генә йөрөгән тылмас, үҙенең был исеменә бер ҙә иҫе китмәй ине. “Мулла” тек “мулла”. Федяһына ла һис ҡыйынһынманы. Ул инде тырыша-тырыша үзбәк ҡартына татарсалап иртәгә тағы ла уколдар ҡаҙап, йәрәхәтте дарыулап, яңынан бәйләргә кәрәклеген аңлата башланы. Федя, йәғни Фәрит, ҡалала үҫкәнгә күрә, татарсаһы таҡы-тоҡо ғына булып, бабайға бик аңлата ла алманы, шикелле. Был хәлде ситтән генә күҙәтеп торған Ринат уға сеп-сей башҡортса:
– Иртәгә йома көн бит. Йома көндө иртән килергә ҡуш. Моғайын, аңлар. Йома көн тип әйт, – тип үҙе лә һиҙмәҫтән әйтеп һалды.
Башҡа эштәре булмайынса был хәлде күҙәтеп торған унлап һалдат йәһәт кенә боролоп Ринат яғына ҡаранылар. “Старик”тарҙан кемдер:
– Вот еще один басурман, – тип мығырҙанып алды.
Уның яғына ҡараусы ла булманы. Ҡарт та, йома һүҙен ишетеп, Ринат яғына ҡарап йылмайып ебәрҙе. Фәрит, Ринаттың кәңәшен тотоп, афған ҡартына иртәгә йома көндө иртән малайҙы тағы алып килергә кәрәклеген аңлата алды. Ҡарт әллә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе күрһәтеп, әллә бүтән нимә әйтергә теләп, үҙ алдына мығырҙана-мығырҙана, ҡулдарын бутап алды ла ишәген ауыл яғына бороп, ҡайтырға ҡуҙғалды. Лейтенант йыйылған һалдаттарға ризаһыҙлыҡ белдереп:
– Нимә ауыҙығыҙҙы астығыҙ, эшегеҙ бөткәнме ни?! Марш позицияны нығытырға! Ҡоралдарығыҙҙы таҙартығыҙ! Сержант Федоров, ҡайҙа, нимә эшләргә кәрәклеген күрһәт! Ана, теге окоптарҙы тәрәнәйтергә кәрәк. Көньяҡ менән көнсығыш яҡтағы окоптарҙы бергә тоташтырығыҙ. Бына был яҡҡа таштарҙы йыйып өйөгөҙ! – тип күрһәтмәләр бирҙе һәм, үҙенең палаткаһына китеп барышлай, сержанттың Ринатҡа теге окопты тәрәнәйтергә кәрәклеге тураһында һөйләгәнен күреп. – Ә уны минең янға саҡыр! – тип әмер бирҙе.
– Ана, командир һине саҡыра. Марш шунда!
Ринат кителенең өҫкө төймәһен ҡаптырғанлығын барлап, ҡайышын рәтләп алды ла командир палаткаһына килеп инде һәм үрә ҡатып честь биреп:
– Иптәш лейтенант, рядовой Валитов һеҙҙең бойороҡ буйынса... – тип әйтеп тә өлгөрмәне, командир:
– Вольно!
– Откуда призывался?
– Башҡортостан, шул-шул райондан.
– Үзбәк телен ҡайҙан беләһең?
– Мин үзбәксә белмәйем. Тик беҙҙең телдәр оҡшаш икән. Шуға аҙыраҡ аңланым.
– Яҡшы. Тегеләй-былай кәрәк була ҡалһа тәржемәсе Исламов Фәриткә ярҙамлашырһың. Аңлашылдымы?
– Яҡшы, иптәш лейтенант! Аңлашылды!
Командир палаткаһынан сыҡҡанда Ринаттың башына шундай уй килеп китте: ҡара һин уны, мәктәптә уҡығанда бар уҡытыусылар ҙа, урыҫ телен камил өйрәнегеҙ, тормошта гел кәрәк буласаҡ. Башҡа милләттәр менән аралашыу теле ул. Урыҫ теле – иң мөһим тел, ти торғайнылар. Ә бына үҙ телен белеүе лә бик ярап ҡуйҙы. Башҡорт теле лә башҡа милләттәр менән аралашыу өсөн иң мөһим тел икән. Ысынлап та, әсә телен – башҡорт телен камил белеүе уға алдағы тормошонда ныҡ ярҙам итте. Ярҙам итте генә түгел, күп бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, нисәмә тапҡыр үлемдән алып ҡалды. Ә әлегә Ринат был турала белмәй һәм күҙ алдына ла килтермәй ине. Әлеге минутта тик үҙенең башҡортлоғо арҡаһында ғына үзбәк телен дә яҡшы аңлауын белде. Ә татарса һөйләп торорға ла түгел инде. Татар теле уға икенсе туған теле кеүек. Татарҙар менән үҙенең туғандарылай бик тә яҡшы аңлап һөйләшә. Ни тиһәң дә, үҙ туғаны инде.
Төндә ҡаты ғына шау-шыу булып алды. Һаҡта торған ҡарауылсы ниндәйҙер оло йәштәге һәләмә генә кейенгән афғанлыны атып үлтергән.
Һаҡсы “Туҡта! Кем килә?” тип тә, “Туҡта атам!” тип тә ҡысҡырған, һауаға ла атҡан. Афғанлы туҡтамаған. Етмәһә, позиция эргәһенән генә үтә торған юлдан ҡышлаҡҡа табан йүгергән. “Бик тә шикле шәүлә күренде. Шуға ла аттым. Мин уны ҡурҡытырға ғына теләгәйнем”, – тип һөйләне ул.
Әммә афғанлының яраһы үлемесле ине. Пуля күкрәгенә тейгәйне. Мәйетте тентеп тикшергәндән һуң шул асыҡланды: билендәге матурлап һырлап эшләнгән ҡынға һалынған ябай ғына афған бысағы һәм арҡаһындағы биштәрендә усаҡта бешерелгән көлсә-икмәктән башҡа нәмәһе юҡ. Икенсе йыл хеҙмәт иткәндәрҙән Ринат һәм уның кеүек йәш һалдаттар шуны белде: бында йәшәгән һәр әҙәм ун-ун ике йәшенән үк билендә бысаҡ йөрөтә икән.
Иртәнсәк яралы малайҙы уколға алып килгән ҡарт был үлгән бәндәнең уларҙың ҡышлағынан түгел, ә ниндәйҙер йыраҡтағы ҡышлаҡтан икәнен саҡ-саҡ аңлата алды. Мәйетте үҙе менән алып китергә тәҡдим яһалғас, ҡырҡа баш тартты. Көн ҡыҙыу булғанлыҡтан, уны юлдан ситтәге бер ҡалҡыулыҡ битенә әштер-өштөр күмеп, баш осона таш та ултыртып ҡуйҙылар. Икенсе көндө иртән үк ниндәйҙер өс ҡарт килеп, ҡәбер эргәһендә бик оҙаҡ ҡына ултырып, ҡайтып киттеләр. Күрәһең, ҡәбер эйәһенә доғалар уҡып, мосолманса һуңғы йола үтәп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәттеләр.
Командир афғанлыны атҡан һалдатҡа уяу һаҡта торғаны өсөн командование исеменән рәхмәт белдерҙе. Тағы ла тырышыбыраҡ хеҙмәт итһә, моғайын, ун көнлөк ялға ла ҡайтарырбыҙ әле, тип вәғәҙә итте. Ҡайһы бер һалдаттарҙың был һүҙҙәрҙән күҙҙәрендә көнләшеү сатҡылары ялтыраны. Ринат та үҙ алдына:
– Бәхетле, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.
Ҡайһы арала эргәһенә килеп баҫҡандыр, үҙе менән теге көндө соҡорҙа ятҡан “старик”:
– Кеше үлтереү бәхет түгел, – тип төрттөрөп алды.
– Ниндәй кеше булһын, “дух” бит ул. Һин уны үлтермәһәң, ул һине үлтерәсәк. Дошман ул.
– Юҡ, һин, молодой, дөрөҫ уйламайһың. Нисек кенә булмаһын, кеше ул. Ә бына беҙ уларға – дошман. Уның иленә баҫып ингән дошманбыҙ.
– Афған хөкүмәте үҙе беҙҙе саҡырып килтерҙе. Беҙ интернациональ бурысты үтәйбеҙ. Афған халҡына ярҙамға килдек, – тип Ринат карантин үткәндә командирҙар һөйләгән нотоҡтарҙы ҡабатларға тотондо. Ә үҙе эстән генә “Бәй, был, үҙе икенсе йыл хеҙмәт итһә лә, сәйәси яҡтан бөтөнләй наҙан урыҫ икән. Күрәһең, урман эсендәге һаҙлыҡтан яҡты донъяға яңы сыҡҡан кешелер. Үҙен ниндәй белдекле кеше кеүек күрһәтергә тырыша”, тип уйлап ҡуйҙы.
Ә Руслан уға аҫтан ғына көлөмһөрәп ҡарап алды ла:
– Ярай, был турала туҡтатып торайыҡ. Әлегә барыбер аңламайһың. Ваҡыты еткәс, аңларһың әле. Бында хөкүмәт башында феодалдар ултыра, ә улар бөтә халыҡ түгел. Әйҙә, киттек. Политинформация дәресе әлегә ябыҡ тип иғлан итәм. Ана, беҙҙе көрәк-ломдар көтә, – тип Ринатты үҙҙәренә тәғәйенләнгән секторҙан окопты тәрәнәйтергә алып китте.
Хәрбиҙәр афған халҡы – ябай декхандар алдында – ышаныс һәм ихтирам яулар өсөн уларға төрлө ваҡ-төйәк эштәрҙә ярҙамлашырға тейеш ине. Шуға ла тәүге йылды һалдаттарға, нисек кенә булмаһын, ҡорал ҡулланырға ҡәтғи тыйылды. Әммә халыҡ тарафынан “шурави”ҙарға ҡарата ҡаршылыҡ көсәйеп, ҡорбандар күбәйә башлағас, ҡорал ҡулланып яуап бирергә рөхсәт ителде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ябай халыҡҡа ярҙамлашырға тигән күрһәтмә үҙ көсөндә ҡалды.
Яралы малайҙы көн дә уколға алып килә торған ҡарт афғанлы кисә лә, бөгөн дә килмәне. Шуға ла командир өс һалдатты эйәртеп, санитар Васяны ҡышлаҡҡа ебәрҙе. Яралы малайҙы дауалаған булып, ҡышлаҡты тикшереп, разведка үткәреп сығырға ине иҫәбе.
– Ул-был шикле кешеләр, ҡораллы һаҡалтайҙар күренмәйме? Урамдан, йорттар араһынан үткәндә ишек алдарын иғтибар менән тыңлағыҙ, ирҙәр шаулашмаймы, ҡорал-маҙар шалтырамаймы? Ҡыҫҡаһы, күргән-ишеткәндәрегеҙҙе хәтерегеҙгә һеңдерегеҙ. Ҡайтҡас, барыһы тураһында ла миңә еткерергә! – тип ҡәтғи күрһәтмә бирҙе.
Күпселеге үзбәктәр йәшәгән ҡышлаҡ булғанлыҡтан, тылмас урынына Ринатҡа барырға бойоролдо. Ҡарт һалдаттарҙан бындағы халыҡтың аҫтыртынлығы һәм яуызлығы тураһында күп ишетергә тура килгәнлектән, ҡышлаҡҡа барырға ашҡынып тороусылар юҡ ине. Шуға ла был дүртәү юлға төшөнкө кәйеф менән ҡуҙғалды.
Төш ваҡытына иртәрәк ине. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән афғанлылар ҡышлаҡҡа табан китеп барыусы “шурави”ҙарҙы күргәс, тиҙерәк берәй ҡалҡыулыҡ артына ышыҡланырға, һис тә булмаһа, баҫыуҙа үҫкән арпа-бойҙай араһына сүгәләргә ашыҡты. Бер нисәһе күрмәмешкә һалышты, әммә барыһы ла шикле ҡыҙыҡһыныу менән аҫтан ғына уларҙы күҙәтте. Юл ситендәге баҫыуҙа эшләп йөрөгән ике афғанлы, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, бындағы ғәҙәт буйынса бер аҙ ғына эйелеп, иҫәнләшеп алдылар. Һалдаттарға командир итеп билдәләнгән сержант та уларға оҡшатып иҫәнләште һәм үҙенең ҡул аҫтындағыларға ла шулай итергә ҡушҡас, барыһы ла ул ҡушҡанса эшләне. Был хәлдән туҙанлы юлдан ҡышлаҡҡа барыусы һалдаттарҙың кәйефтәре бер аҙ күтәрелә төштө.
Ҡышлаҡ урамында сыр-сыу килеп уйнаған бала-саға, төйлөгән күргән тауыҡ себештәре шикелле, ҡайһыһы-ҡайҙа ҡасып юҡ булды. Тауҙан ағып килгән арыҡ буйында үҫкән тут ағасы күләгәһендә эҫе ҡояштан ҡасып, үҙ уйҙарына бирелеп ултырған ҡарт ҡына бер нимәгә лә аптырамай, һике өҫтөндә ултырыуын белде. Әйтерһең дә, уға был хәлдәр күптән таныш. Ул донъяның бер нимәһенә лә ғәжәпләнмәй ине. Егеттәр карантин учебкаһында алған белемдәре һәм сержант өйрәткәнсә үзбәксәләп, ҡулдарын күкрәккә ҡуйып, билдәрен бөгә биреп, баш эйеп иҫәнләште. Шунда ғына афған ҡарты уларға иғтибар итеп, нимәлер уҡынып, “әппәр” итеп ҡуйҙы. Ринат та бабай кеүек битен һыпырып алды. Уға башҡаларҙың ғәжәпләнеп ҡарауына ул ауылдағы бабайҙарҙың бер-береһе менән иҫәнләшкәс әппәр итеүҙәрен иҫенә төшөрөп:
– Шулай кәрәк. Был ҡарттарҙы хөрмәтләүгә керә, – тине.
Төркөмгә командир вазифаһына билдәләнгән сержант та теләр-теләмәҫ битен һыпырып ҡуйғас, уға башҡалар ҙа эйәрҙе. Уларҙың яҙмышы был ҡышлаҡта ҡыл өҫтөндә торғанлығын һәм ошо кешеләргә бәйле икәнен сержант аңлай ине. Тик ул шуны белмәне: афғандар үҙҙәре йәшәгән ҡышлаҡта һәм өйҙәренә кергән сит кешегә һис теймәй. Ул, кем булыуына ҡарамаҫтан, ҡышлаҡтың ҡунағы. Ә ҡунаҡ – изге, хатта ҡораллы булһа ла. Тик ҡоралын ғына эшкә екмәһен. Ҡорал ҡулланған булһа инде, ул саҡта башҡа мәсьәлә.
Бабайҙан теге йәрәхәт алған малай ҡайҙа торғанлығын һорашырға тотондолар. Бабай әллә үҙе “шурави”ҙарҙы аңламаны, әллә башҡа сәбәп менән “белмәйем” тигән кеүек башын ғына һелкене. Ринат нисек кенә аңлатып ҡараһа ла, бабай бер нимә лә белмәй ине, шикелле. Яҡындағы ҡапҡанан 10-12 йәштәр тирәһендәге малайҙың башы күренде. Ҡарт уға өндәшкәс, малай ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡарт янына килде. Бабай уға нимәлер әйтте. Малай үҙенең артынан барырға ҡушып, шуравиҙарға ҡулы менән ишараланы ла уларға шикләнеберәк ҡарай-ҡарай, алдан атланы. Малай бер тыҡрыҡтан кереп китте. Шунан ҙур ғына ҡапҡалы бер йорт алдына туҡтап, башы менән ымлап йортҡа күрһәтте лә, эшем бөттө тигән кеүегерәк, ашыға-ашыға кире китте. Бер аҙ барғас туҡтап, йыраҡтан ғына шуравиҙарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланы. Был йорт бүтәндәргә ҡарағанда үҙенең түбәһе менән айырылып тора. Ҡыйығы ҡалай менән ябылған. Йорттоң биҙәкле ҡапҡаһы ла асыҡ булып сыҡты. Һалдаттар унда үтмәне. Командир ҡапҡаның келәһен шаҡылдатып алды. Оҙаҡ та үтмәй унан ризаһыҙлығы йөҙөнә яҙылған, “тағы бында кемдәр йөрөй инде” тигән ҡиәфәттә бер ҡатын килеп сыҡты. Сит кешеләрҙе күреү менән, ҡурҡышынан ниндәйҙер бер ауаз сығарҙы ла тиҙерәк битен ҡаплап, йорт эсенә инеп юғалды. Шул уҡ минутта тиерлек йорттан бер матур ғына һаҡаллы ир ҡапҡа алдында пәйҙә булды. Ринат нисек кенә теге яралы малай тураһында һорашһа ла, ир уларҙы аңламаны. Шунан Ринат теге ишәк менән килгән бабайҙың исемен иҫенә төшөрөп, Ширали, Ширали, тине лә сатанлап теге малайҙың аяғы яралы икәнен аңлатырға тырышты. Васяның санитар сумкаһынан бинт һәм дарыуҙар алып күрһәткәс кенә, теге әҙәм төшөндө, ахыры. Һалдаттарҙы өйгә саҡырҙы. Тик ҡурҡыу тигән нәмә егеттәрҙә көслө ине. Улар йортҡа үтмәне. Теге бәндә кире инеп китте. Асыҡ ҡапҡанан уның йорттағыларға ниндәйҙер күрһәтмәләр биреүе, тағы кемдәрҙеңдер шәп-шәп атлап ары-бире үтеп китеүе күренде. Шунан ҡара сутыр 6-7 йәштәрҙәге ике афған малайы килеп сыҡты ла ҡыҙыҡһынып һалдаттарҙы күҙәтә башланы. Эстән уларға ниндәйҙер ҡатын ҡысҡырҙы. Малайҙарҙың йылмайып торған йөҙөнә шунда уҡ ҡурҡыу йүгерҙе. Улар нисек пәйҙә булған –шулай уҡ бик тиҙ ҡапҡа артына инеп ҡасты. Оҙаҡ та тормай теге ир, ниндәйҙер төйөнсөк тотоп, яңынан һалдаттар эргәһенә килеп сыҡты һәм үҙенең артынан әйҙәне.
Яралы малайҙы ҡараусы ҡарт ҡышлаҡтың теге башындараҡ тора икән. Бер аҙҙан уның өйөнөң эргәһенә килеп еттеләр. Егеттәрҙе оҙатыусы ир, ҡапҡаны шаҡып алды ла, яуап та көтөп тормайынса, уны этәне. Ҡапҡа ауыр ыңғырашып шығырҙай-шығырҙай эскә асылды. Егеттәр тағы урамда көтөргә уйлағайны, ир санитар Васяны етәкләп тигәндәй эскә үтергә өндәне. Санитарҙың үҙен генә йорт эсенә индереп ебәрергә шикләнделәр. Барыһы бергә һаҡ ҡына йорт алдына үтте. Йорт бик ярлы ине. Ишекһеҙ бәләкәй генә ике ҡаралты, улар алдында тандыр тигән мейестәре күренә. Өй мөйөшөнә терәлеп тигәндәй оҙон ғына саған үҫеп ултыра. Ҡаралты алдында унлап тауыҡ менән ике әтәс һәм инде себештәре күгәрсен ҙурлыҡ булып үҫеп килгән тауыҡ “ҡорт-ҡорт” килеп тибенеп йөрөй.
Бер ҡарсыҡ килеп сыҡты. Һалдаттарҙы күреп, ул бөтөнләй ҡурҡыуға төштө. Ишек төбөндәге урындыҡҡа ултырып, ниндәйҙер доға уҡып, битен һыпыра башланы. Шуравиҙарҙы оҙатып килгән ир ҡарсыҡҡа нимәлер һөйләргә тотондо. Улар шәп-шәп һөйләшкәнгә, төркөмгә тылмас итеп ебәрелгән һәм афғанлыларҙың һәр һүҙен тәржемә итергә тейеш булған Ринат уларҙың “шыр-быр” килеп һөйләшеүенән бер нимә лә аңламаны. Оҙатыусы ир ҡарсыҡҡа ҡулындағы төйөнсөктө тотторҙо ла Васяның еңенән тотоп, үҙе артынан өй эсенә әйҙүкләне. Башҡалар ҙа уның артынан эйәрергә уйлағайны, сержант туҡтатты. Ринаттың арҡаһынан этәрә биреп кенә санитар артынан керергә ҡушты. Эскә үттеләр. Ысынлап та, йорт эсе бик ярлы ине. Тыштағы эҫе тынсыу һауанан һуң өй эсендә баҙға төшкән кеүегерәк булды. Балсыҡтан өйөп һалынған яҫы түбәле өй эсендә һалҡынса һәм еләҫ икән.
Малай иҫке балаҫ-юрғандар өҫтөндә иҙәндә ултыра. Яҡтынан һуң ярым ҡараңғы өй эсендә ауырыуҙың йәрәхәтен ҡарарлыҡ түгел ине. Шуға ла Вася:
– Басурмандарыңа әйт, ауырыуҙы тышҡа, яҡтыға алып сыҡһындар, –тине.
– Улар минеке түгел, – тип Ринат та үҙ сиратында төрттөрөп ҡуйҙы.
– Һин, салага, әйткәнде үтә! Тәржемә ит!
Вася бер йыл хеҙмәт иткән “черпак”. Шуға ла йәш һалдаттар алдында үҙен ҡарт һалдаттар кеүек һауалы тота. Ринат башҡаса һүҙ көрәштереп торманы, сөнки ваҡыты әле түгел, был “черпак” аҙаҡтан барыбер үс алып берәй аламалыҡ эшләйәсәк. Ринат бар һәләтенсә башҡортса һәм үҙе белгән үзбәк һүҙҙәрен ҡушып, яралыны тышҡа, яҡтыға алып сығырға кәрәклеген аңлата башланы. Аңланылар. Санитар яралыны ҡарап, йәрәхәтенә дарыуҙар һөртөп, арт яғына ике укол ҡаҙаны. Малай бик түҙемле ине. Вася үҙ эшен башҡарғанда тик иренен тешләп, йөҙөн генә һытып, күҙенән бер-ике бөртөк йәш кенә күрһәтте.
Өй эсенән ҡортҡа сығып, һалдаттар менән килгән афғанлыға нимәлер аңлатырға тотондо. Әле Васяға ҡарап, әле аласыҡтың береһенә күрһәтеп һөйләне. Афғанлы санитарҙы аласыҡ эсенә саҡырҙы. Быныһын инде Ринат тәржемә итмәһә лә аңларға була ине. Аласыҡҡа үттеләр. Һике һымаҡ нәмә өҫтөндә әбейҙең ҡарты, малайҙы уколға йөрөткән бабай ята ине. Аяғы шешкән икән. Хатта балтыры эренләгән. Санитар шеш урынын йод менән эшкәртеп, шеште ярҙы. Бабай кеше ул тиклем үк түҙемле булмайынса, шеште ярғанда ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Вася йәрәхәтте дарыуҙар менән эшкәртеп, бер нисә укол да ҡаҙаны. Йәрәхәтте бинт менән бәйләп ҡуйҙы.
Эште бөтөрөп, бабай янынан сығыуға ҡарсыҡ уларҙы сәй табынына саҡыра башланы. Ринат быны тиҙ аңланы һәм командирға үҙе аңлағанса тәржемә лә итте. Уларҙы был йортҡа алып килгән афғанлы ла уларға сәй эсеп китергә тәҡдим яһаны. Тик сержант ҡәтғи рәүештә сәйҙән баш тартты. Егеттәрҙең сәйләп алырға бик теләктәре булһа ла, командир ризалашманы.
Теге бай йорттан килгән үҙҙәрен оҙатыусы афғанлыға рәхмәт әйтә-әйтә, ҡайтырға тип урамға сыҡтылар. Ә урамдың ике башында ла ыбыр-сыбыр бала-саға йыйылған. Барыһы ла һалдаттарҙы күҙәтә. Һалдаттар килеп сығыуға ҡайһыһы-ҡайҙа пырхылдап, ҡапҡа арттарына ҡасып та бөттө. Егеттәр килгән урам-тыҡрыҡтар аша, командир ҡушҡанса тирә-яҡты ентекләп күҙәтә-күҙәтә, ҡайтыр юлға сыҡты. Ҡышлаҡта ул-был шикле кешеләр, ҡораллы һаҡалтайҙар күренмәне. Ғөмүмән, ҡышлаҡта тыныс ине.
Төш ваҡыты етте. Ҡояш рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Һауала бер генә болот әҫәре лә күренмәй. Үлән араһында туҡтауһыҙ сиңерткәләр сырҡылдауынан башҡа бер йән эйәһен күрмәҫһең. Тик бейектә-бейектә бер нисә төйлөгән балаһы ғына үҙҙәренең әсәләрен саҡырып сырҡылдашып оса. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән кешеләр ҙә күренмәй. Улар ҙа эҫенән ҡасып, өйҙәренә таралышҡан.
– Эх, һыу инергә ине, – тип ҡуйҙы “черпак” Вася.
– Туйғансы шишмә һыуы эсһәң дә шәп булып ҡалыр ине, – тине сержант.
– Һе, үҙең теге ҡарсыҡ сәй эсергә саҡырғас та рөхсәт итмәнең. Хәҙер шишмә һыуы эскең килгән, – тип ҡуйҙы Вася.
Сержант атлаған еренән туҡтап, төркөмгә ҡарап алды ла битенән аҡҡан тирен баш кейеме менән һөртә-һөртә:
– Һин, санитар киҫәге, белергә тейешһең. Бында һиңә тәмле сәй, мул ризыҡ тәҡдим итеп, ағыулап ҡуйыуҙары ла бар. Афғанлылар ҡулынан бер ниндәй ризыҡ та, эсемлек тә алырға ярамай. Ағыуланыу осраҡтары етерлек.
– Үҙҙәренә ярҙам иткән кешене ағыулаймы ни?! Малайын дауалайбыҙ, бабайын дарыуланыҡ. Берәй сынаяҡ сәй эскәндән әллә нимә булмаҫ ине, – тип санитар һаман үҙенекен һөйләне.
Сержант юҡҡа тел сарлағанды бик өнәмәй ине. Шуға ла ҡәтғи генә:
– Стройҙа быҡылдап бармаҫҡа! – тип ҡуйҙы. Шунан бер аҙ өндәшмәй генә атлағас, күрәһең, һүҙһеҙ барыу уны ла ялыҡтырҙы:
– Иң яҡшыһы һин Валяң менән нисек төн ҡунғаныңды һөйлә. Хет атлауы күңеллерәк булыр, – тип ефрейторға өндәште.
Ә инде тегеһенә шул ғына кәрәк. Инде нисәнсе тапҡыр һөйләгән булһа ла, яңынан тәфсирләргә тотондо. Ул һөйләгән һайын ниндәйҙер яңыртыуҙар ҡушып, тәм өҫтәргә ярата. Әле лә шулай булды. Ә Ринат ефрейторҙың был тарихын яттан белә. Шуға уның хәбәренә иғтибар ҙа итмәйенсә, ауылда ҡалған Ғәлимәһен уйланы. Эйе, Ғәлимә уның ҡыҙы түгел-түгеллеккә. Вәсил уның менән йөрөй. Тик Ғәлимә генә гел Ринатҡа тартыла. Ә Ринат Ғәлимә менән дуҫтарса ғына мөнәсәбәттә ҡалырға тырыша, сөнки ул Вәсил менән дуҫ. Шуға ла дуҫы күҙ атып йөрөгән ҡыҙҙы тартып алырға күңеле бармай. Ә Ғәлимә Ринатҡа бик оҡшай.
Дауамы бар.