Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ғинуар , 11:25

Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп

Иләҫ күңелдәрҙе хисләндереп, радиоалғыстан таныш йыр ағыла. Әллә уның Алһыу Бәхтиева башҡарыуында моңло яңғырауы күңелдәрҙе арбай, әллә йырҙың һүҙҙәренә һалынған тәрән мәғәнә. Был моң, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, йөрәк түренән урғылып сыға һәм хистәр өйөрмәһендә ҡалдыра.

Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп

Шиғриәтендә – тыуған яҡ моңо

Иләҫ күңелдәрҙе хисләндереп, радиоалғыстан таныш йыр ағыла. Әллә уның Алһыу Бәхтиева башҡарыуында моңло яңғырауы күңелдәрҙе арбай, әллә йырҙың һүҙҙәренә һалынған тәрән мәғәнә. Был моң, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, йөрәк түренән урғылып сыға һәм хистәр өйөрмәһендә ҡалдыра.

Шиғриәтендә – тыуған яҡ моңо

Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,
Үҙәктәргә үтеп көйөүҙән,
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,
Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.
– Ишетәһегеҙме, ҡайһылай матур йыр! Уның һүҙҙәрен ауылдашым Зөһрә Алтынбаева яҙған, – тип ғорурланып һөйләйем ғаиләмә. – Ул да беҙҙең бала сағыбыҙ үткән һуҡмаҡтар буйлап уҙған, шул уҡ Ләмәҙ йылғаһы аша күперҙән үтеп йөрөгән, Әй йылғаһының көмөш тулҡындарында йөҙгән, Сүсәкәй тауы үренән ауылға ҡарап һоҡланып торған.
Үҙем һөйләйем, ә уйҙарым инде таңдарҙа ҡояшы бөтә ауылды сағыу нурҙары менән балҡытҡан, ҡояш бейек тау артына тәгәрәү менән көн байыған тыуған ауылым Ләмәҙтамаҡта.
Нәҡ ошо ауылда Рәйсә менән Нариман Камаловтарҙың татыу ғаиләһендә 1951 йылдың ғинуар көнөндә буласаҡ шағирә донъяға килә. Ғаиләлә алты ҡыҙ үҫә. Аҡыллылар, тырыштар, уңғандар – улар барыһы ла яҡшы уҡый һәм абруйлы һөнәрҙәр ала: Алһыу Хизбуллина, Нәүилә Йылҡыбаева һәм Луиза Фәтҡуллина – педагогтар, Фирҙәүес Цмыкайло – бухгалтер, Зәлифә Ғилметдинова – китапханасы. Әйтергә кәрәк, Зөһрә Алтынбаеваның һеңлеһе Зәлифә Ғилметдинова ла ҡәләм оҫтаһы булып танылған. Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында уның һүҙҙәренә яҙылған “Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә” йыры халыҡ араһында киң билдәле һәм күп тыңлаусыларҙың йөрәген яуланы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зөһрә Нариман ҡыҙы ҙур тормошҡа юлын Мәсәғүт педагогия училищеһынан башлай. Артабан Баш-ҡорт дәүләт университетында уҡый. Шағирәнең бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. Ул “Ленинсы” гәзите редакцияһында тәржемәсе, “Башҡорт мәктәбендә рус теле” журналының бүлек мөхәррире, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Хазина” редакцияһында өлкән мөхәррир булып эшләй. 1996 йылдан алып пенсияға сыҡҡанға тиклем – “Ватандаш” журналының бүлек мөхәррире.
Зөһрә Нариман ҡыҙы өсөн шиғриәт – ул үҙе бер оло илаһы донъя. Билдәле яҡташыбыҙҙың ҡәләме аҫтынан бик күп шиғырҙар донъя күрә, уларға көйҙәр һалынып, был йырҙар башҡорт һәм татар башҡарыусыларының яратып башҡарған йырҙары репертуарын тәшкил итә: “Үкенес” (Алһыу Бәхтиева – башҡорт телендә, Ғәбделфәт Сафин һәм Рафина Ғәниуллина татар телендә башҡара), “Сыҡма, сыҡма барыр юлдарыма” (Айгөл Һағынбаева, Рәдиф Зарипов), “Балан емеше” (Резеда Әминева, Сөмбөл Моратова), “Ҡалдыр һөйөүҙе” (Филүс Ҡалмурзин), “Көҙгө һағыш” (Хәлимә Ғәббәсова), “Һөйөлөүҙән кем туйған” (Лилиә һәм Фәдис Ғәниевтар, Рәфис Ишбаев), “Һин миҙгелдәр төҫлө” (Гүзәл Хәмитова), “Ҡайҙа” (Фәнәүи Сәлихов), “Тыуған яҡ” (Салауат Мөхәмәтйәров), “Һағыш” (Лина Гәрәева), “Ҡарашыңда ҡарҙар ята, тиһең...” (Розалия Күсәбаева), “Хушлашмайым” (Алина Дәүләтханова). Зөһрә Алтынбаева – биш шиғри йыйынтыҡ авторы: “Аҡ ҡауырһын” (1995), “Юлдар киләсәккә әйҙәй” (2004), “Күңелем моңдары” (2006), “Fүмерем балҡыштары” (2006), “Йылдар һәм йырҙар” (2008). Бынан тыш, авторҙың тағы ла өс китабы хикәйәләр, новеллалар, очерктарҙан тора.
Тыуған ауылында үткән бала сағын Зөһрә Нариман ҡыҙы айырыуса бер йылылыҡ һәм наҙ менән иҫкә ала.
– Мин Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә 8-се класҡа тиклем генә уҡыным. Ярат-ҡан уҡытыусыларым иң элек Нәжип абый Шәрипов, Вафа абый Әхмәҙуллин, Сания апалар ине. Әкрәм абый Ғәлимов менән мандолинала уйнап, клубта сығыш яһай торғайныҡ. Фрат абый Ғатауллин алып барған акробатика түңәрәгенә бик теләп йөрөнөк. Ҡайһы берҙә был түңәрәкте Һабанаҡ ауылынан Әлфиә апа алып бара ине. Ә әхирәттәремә килгәндә, улар менән үткән бала саҡ йылдары бик бәхетле. Ауылдан Миңһылыу Нәҙершина менән дуҫ булдым, ул колхоз идараһы бинаһы ҡаршыһында йәшәне. Юғары остан Гөлсибәр Бәғҙән ҡыҙы бик ҡыйыу, уңған ҡыҙ ине, унан хатта малайҙар ҡурҡа торғайны. Ә мин үҙем үҫкәндә бик оялсан булдым, – ти Зөһрә апай.
Тыуған яҡҡа һөйөү – шағирәнең шиғриәтендә айырым тема. Уларҙа сылтырап аҡҡан Ләмәҙ йылғаһының тауышы ла, мөһабәт Әй йылғаһының тынлығы ла ишетелеп ҡала; тыуған ауылдың тыныслығын ғорур һаҡлап торған тауҙарға мәҙхиә йырлана; автор тыуған йортоноң эсендә тороп ҡалған бала сағын һәм һөйөүен эҙләй. Һөйөүенең тәүгеһен, иң сафын... Ауылдаштары өсөн уның күпер хаҡында шиғыры айырыуса ҡәҙерле. Ауылда тормош дауам итә, йәш быуын үҫеп тора, яңы күперҙәр төҙөлә, әммә шағирәнең күпер янында кисергән тойғолары иҫкермәй һәм һәр быуын уны үҙенсә яңынан кисерә.
Зөһрә ҒӘНИЕВА.

Үткәндәргә алып ҡайтты тағы
Таныш моңдар, таныш тауыштар.
Ана күпер ауыл уртаһында,
Беҙ тәү тапҡыр шунда танышҡан.

Ауыл кисе, таныш ауыл еҫе
Күңел ҡылдарына ҡағыла.
Үткәндәрҙең хәтирәләр еле
Хыялдарға күмә тағы ла.

Бағана башындағы һары фонарь
Һаман яна беҙҙе күҙәтеп.
Эх, үтәһе ине шул күперҙән
Йәшлек хаталарын төҙәтеп...

Үкенес
Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,
Үҙәктәргә үтеп көйөүҙән,
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,
Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.
Шәфәҡтәргә шәмдәл булып ҡунған
Аҡ хистәре яныу-көйөүҙең,
Ҡәберенә сәскә һалыр инем
Үҙем һәләк иткән һөйөүҙең.
Ҡайтар, Хоҙай, мине үткәндәргә,
Шул хистәрҙе килә кисергем,
Был донъяла шарап эсеп түгел,
Мөхәббәттән килә иҫергем.
Икәү яҡҡан усаҡ һүнгән инде,
Көлгенәһен елдәр тарата,
Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө
Ялҡын өҫтәгәнде ярата.

Тыуған йорт тупһаһы
Бына тағы ҡайтып ауылыма,
Ҡаҡтым бала саҡтың ишеген.
Тик асманы бер кем.
Бикле ишек,
Бикле күңелеләй күршенең.

Мин соланда торам.
Ә бала саҡ эстә,
Мине индерергә теләмәй.
Ғәйептәрем күпме,
Гонаһтарым ҙурмы?
Ниндәй генә хистәр биләмәй...

Етем ҡалған өйҙә саф бала саҡ
Үҙе генә ғүмер кисерә.
Ә мин унан илһам көтөп ҡайтам,
Шишмә һыуын ҡайтам эсергә.

Тыуған йорттоң тупһаларын
ҡосоп,
Илаһам да миңә йыуаныс.
Бала сағым ҡабул итмәһә лә,
Тыуған йортоң булыу ҡыуаныс.

Бер илайһы, бер йырлайһы килә
Тыуған йорттоң ҡосоп тупһаһын.
Хоҙай айырмаһын ошо мәлдән,
Тыуған тупраҡ ҡапыл йотмаһын...

Үкенмәҫмен инде тиһәм дә...
Үкенмәҫмен инде тиһәм дә мин,
Үкенерлек мәлдәр бар икән.
Керпегемә ҡунып иркәләгән
Яңы яуған ап-аҡ ҡар икән.

Үкендерә үкһеп илағандар,
Артыҡ ҡыуанғандар шатлыҡтан,
Һәр нәмәнең үҙ самаһы икән –
Ишараһы микән ҡартлыҡҡа.
Үкендерә атай-әсәйҙәрҙең
Ҡайсаҡ киткәнемә күңелен.
Тула ине барса булмыштары
Беҙгә һөйөү менән түгелеп.

Үкендерә – тыуған ергенәмдең
Ҡәҙерҙәрен һуңлап аңланым,
Миңә тигән тоғро мөхәббәтен
Һөйөп туйып бөтә алманым.

Әсәй наҙы булып иркәләгән
Тыуған яҡтан иҫкән ел икән,
Үкенмәҫмен инде тиһәм дә мин,
Үкенерлек мәлдәр бар икән.

Торам яңғыҙ ҡайын ҡосаҡлап...
Тағы ҡайттым әле тыуған ергә,
Тағы мендем әле тауҙарға.
Тау башында ҡалған йүләр
саҡтың,
Мөхәббәтле гүзәл йәшлегемдең
Ауаздарын ҡабат тыңларға.

Кискә ауышҡан ғүмерҙәр
Ниңәлер тарта шунда.
Бала саҡ менән йәшлегем
Көтәлер төҫлө унда.

Дарманымдың һуңғы сәмен егеп,
Үрләһәм дә үркәс тауҙарға,
Бер кемде лә таба алманым,
Хистәремде бүлә алманым,
Яҙған яңғыҙыма ҡалырға.

Ҡайындар ҙа ҡартайғандай төҫлө,
Һүнеп ҡалған төнгө усаҡтар,
Һағыштарҙан албырғап та ҡалып,
Торам яңғыҙ ҡайын ҡосаҡлап.

Яңғыҙ япраҡ
Яңғыҙ япраҡ ҡарҙа өйөрөлә,
Ҡайҙа бәрелһә лә, яралы.
Йәл япраҡҡай.
Әле көҙ генә бит,
Алда һалҡын ҡыштар,
Ыжғыр бурандар ҙа бар әле.

Икәү булһа, бәлки, өшөмәҫ тә ине,
Йәл япраҡтың яңғыҙ ҡалғаны.
Аҙашып та килеп таба төҫлө
Яҙмыштарҙың беҙгә яҙғаны.

Бөгөн мин дә ошо япраҡ төҫлө,
Өҙөлөп төшкән һымаҡ ағастан.
Яңғыҙҙарҙың хәлен аңлайһың тик
Яңғыҙлыҡта үҙең ҡалғас та.

Яңғыҙ япраҡ төҫлө бер аҙашам,
Берсә ел-ямғырҙа күшегәм.
Күңел усағымдың уты һүнгән –
Яңғыҙ ҡалмағыҙсы, кешеләр.

Ҡайтам Уралымды һағынып
Мин – Уралдың урман далаһында
Аунап үҫкән башҡорт балаһы.
Сикһеҙ диңгеҙ, ҡомло сүллектәрҙә
Аҙашҡандай баҙап ҡаламын.

Сит ерҙәрҙең еле иркәләмәй,
Ҡояшы ла өтә, наҙламай.
Айы ла ят, йондоҙҙары иһә
Уралдағы кеүек баҙламай.

Сит ерҙәрҙә сикһеҙ даръялар күп,
Тик юҡ унда ғорур Ағиҙел,
Талғын аҡҡан тыныс Әйем дә юҡ,
Юҡ һайығып ҡалған Ләмәҙем.

Сит илдәрҙә сикһеҙ һағындыра
Сал урманлы сая Уралым.
Ҡайтҡанымда әсәм төҫлө көтә,
Күкһел томандарға уралып.

Эҫе ҡояш,
Зәңгәр диңгеҙ эҙләп,
Сит илдәргә сәфәр тотабыҙ.
Ә сәфәрҙән
Һалҡын ҡышы,
Алтын көҙө,
Наҙлы яҙы,
Йәмле йәйе булған
Урал ерен һағынып ҡайтабыҙ.

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас