4
Ринаттың тәмле уйҙарын сержанттың:
– Уң яҡтағы тау битенә иғтибар итегеҙ! – тигән бойороғо бүлдерҙе.
Барыһы ла шул яҡҡа күҙ ташланы. Тик тау битендә әллә ниндәй шикле нәмәләр күренмәне. Ниндәйҙер бер һыбайлы ғына атын яй ғына атлатып, йыраҡтағы тау битенән ҡайҙалыр китеп бара ине. Бына ул да ҡаршылағы бик бейек булмаған тау артына кереп юғалды. Башҡаса шикле нәмәләр күренмәне. Шулай эҫенән әлһерәп лагерға ҡайтып еттеләр. Бар күргән-белгәндәрен лейтенантҡа еткерҙеләр. Тирә-яҡ тыныс ине. Тәүге көндәге “дух”тар һөжүмен иҫкә алмағанда, әйтерһең дә, һуғыш бөтөнләй юҡ. Шул уҡ сиңерткәләр тауышы, шул уҡ юғарыла төйлөгән балаларының пипелдәп ҡысҡырыуы ла, тау буйында йөрөгән һарыҡ-кәзә көтөүе. Иртә-кистәрен теге ҡышлаҡ өҫтөнән күтәрелгән шыйыҡ ҡына төтөн бағаналары ла шул уҡ. Ҡайһы саҡта ел ауыл яғынан булғанда, намаҙ ваҡыты еткәнен иҫкәртеп, тоноҡ ҡына аҙан тауышы ишетелеп ҡуя. Бер нәмә лә һуғыш барғанын хәтерләтмәй. Тик хәрбиҙәр урынлашҡан лагерҙа ғына ниндәйҙер көсөргәнеш. Теге көндәге бәрелеште көн һайын тиерлек иҫкә төшөрөп, гәпләшеп-бәхәсләшеүҙәр ҙә бер аҙ тына төштө. Лагерҙағы хәрби тормош көн һайын шул уҡ бер яйы менән үтә торҙо. Ринат ҡына тылмас роленә баш-аяғы менән сумды. Лейтенант биргән “Урыҫ-пуштун һәм пуштун-урыҫ” һүҙлеген ҡыҙыҡһынып өйрәнә башланы. Дөрөҫөрәге, афғанлылар пуштун телендә һәм үзбәктәр күпләп йәшәгән ерҙә үзбәксә телендә һөйләшә. Үзбәк теле башҡорт теленә яҡын. Шуға ла аңлауы еңелерәк. Ә бына пуштун теле башҡаса – ауыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күп һүҙҙәр беҙҙекенә оҡшаш.
Ринаттар дүртәүләшеп көн дә ҡышлаҡҡа теге малай менән ҡартҡа уколдар ҡаҙап, йәрәхәттәрен бәйләргә йөрөнө.
Санитарҙың командирға:
– Малай менән ҡарттың хәле көндән-көн яҡшыра бара. Шуға ла улар янына көн һайын бармаһаҡ та була, – тип әйтеүенә, командир:
– Малай менән бабай беҙгә шайтаныма ла кәрәкмәй. Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Ә бына разведка – кәрәк нәмә. Ул һуғышта – иң мөһиме. Һеҙ ҡышлаҡҡа уларҙың яраларын бәйләргә генә йөрөмәйһегеҙ – разведкаға йөрөйһөгөҙ. Быны барығыҙ ҙа ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ!
Һүҙ шуның менән бөттө. Бына Ринаттар төркөмө инде нисәнсе көн тағы разведкаға, йәғни малай менән ҡарттың яраларын эшкәртергә ҡышлаҡҡа китте.
Ә был ваҡытта төп базаға штабтан яңы күрһәтмә килде. “Кандагар ҡалаһы тирәһендә “дух”тарҙың бик ҙур көсө туплана башлаған, шуға әҙер торорға кәрәк. Моғайын, улар беҙҙең көстәргә ҡаршы ниндәйҙер операция әҙерләйҙер. Беҙҙең позицияны нығытыу өсөн һәм шул йүнәлештәге көстәрҙе Кабул ҡалаһына бара торған юл эргәһенә һәм шул тарлауыҡҡа күсерергә” тигән йәшерен бойороҡ килеп төштө. Бойороҡта “Ашығыс эшләргә” тигән ҡәтғи күрһәтмә лә бар.
Бойороҡ үтәлергә тейеш. Радист йәшерен шифрограмманы командирҙың ҡулына тоттороу менән, ул кисектергеһеҙ үтәлә башланы. Лагерь, әйтерһең дә, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан шикелле, мәж килеп юлға йыйына башланы. Ул арала һауала вертушка һәм йыраҡтағы юлдан ике БТР килгәне күренде. БТР-ҙар лагерға яҡынлай алманы – юл юҡ ине. Ә вертушка лагерь эргәһенә үк килеп ҡунаҡланы. Унан бер капитан килеп төштө һәм ҡаршы килгән лейтенантҡа пакет тоттороп:
– Ашығыс, асып бойороҡ менән таныш! – тине.
Лейтенанттың пакетты асып уҡығанын көтөп торҙо ла уға һүҙ өндәшергә лә ирек бирмәй:
– Рация һәм радисты бар ҡағыҙ-документтар менән вертолетҡа ултыртырға! Үҙең һалдаттар менән БТР-ға марш! БТР-ҙар ҡайҙа барырға кәрәклеген белә. Маршрут карталары уларҙа бар. Барығыҙ, үтәгеҙ!
Радисты бар йыһаздары менән алып, вертолет һауаға күтәрелде. Лейтенанттың фаразлауынса, осҡос күрше позицияларға юл алды.
Ярты сәғәт тирәһе ваҡыт та үтмәгәндер, бар лагерҙы ҡапҡа тултырылған шырпы бөртөктәре шикелле БТР-ҙарға шыплап тейәнеләр. Урын бик ҡыҫыҡ ине. Шуға ла саҡ һыйып, ҡуҙғалып киттеләр. Шунда “дух”тар менән тәүге көндө үк бәрелешкәндә Ринат менән бер соҡорҙа ятҡан “старик” ҡышлаҡҡа ярҙам күрһәтергә киткәндәрҙе иҫенә төшөрҙө. Лейтенант БТР командирына кисекмәҫтән туҡтап, ҡышлаҡта ҡалған һалдаттарҙы барып алырға кәрәклеген әйтте. Тик БТР командиры сәғәтенә ҡарап:
– Беҙ былай ҙа графиктан һуңға ҡалдыҡ. Ниндәйҙер ике-өс һалдат өсөн бик мөһим булған хәрби операцияны туҡтатып булмай. Нимә генә булыуына ҡарамаҫтан, беҙгә билдәләнгән квадратҡа шул-шул сәғәткә барып етергә ҡушылды. Был – приказ! Ашығыс үтәлергә тейеш!
– Егеттәр йәл. Юҡҡа ғына харап булыуҙары бар. Ярай ҙа, баштары эшләп, беҙҙең эҙҙән килһәләр.
– Ҡайтырҙар, юҡ өсөн хафаланма. Төп базаға бынан бер утыҙ саҡрымлап булыр. Йүгерә-атлай ҡайтҡанда биш-алты сәғәтлек юл. Ҡулдарында шул автоматтары ғыналыр бит?
– Шулайлыҡҡа шулай ҙа ул. Тик беҙ позициянан киткәнде белһәләр, ҡышлаҡтағы дошман яҡлылар уларҙы тотоп алырға мөмкин.
– Аламалыҡты алдан уҡ уйлап, ҡарға кеүек ҡарҡылдап саҡырырға ярамай. Тегеләй-былай була ҡалһа, һалдаттарыңа әйтеп ҡуй, хәрби задание-разведканан ваҡытында ҡайтманылар, тип әйтергә онотмаһындар. Ҡышлаҡ артындағы тауҙа атыш тауыштары ишетелде, моғайын, “дух”тарға тап булғандарҙыр, тиһендәр. Иҫән булһалар, ҡайтырҙар. Һин миңә был турала һөйләмәнең. Мин ишетмәнем. Йәшһең шул әле. Аңлап бөтөрмәйһең. Бойороҡ, нисек кенә булмаһын, бойороҡ ул. Үтәлергә тейеш!..
Ә был ваҡытта өс “шурави” бабайҙың өйөндә әҙерләнгән ябай ғына сәй табынында тәмләп-тәмләп, тирләп-бешеп афған сәйе эсеп ултыра ине. Тәүҙә сәйҙән баш тартырға уйлағайнылар ҙа “черпак” Вася:
– Юҡ өсөн ҡурҡып торор саҡ түгел әле. Лагерға ҡайтып еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Тамаҡ кипте. Пулянан үлергә насип булһа, сәй эскәндән генә харап булмабыҙ әле, – тигәс, сержант та ризалашты.
Табын артында Вася тағы телен сарлап:
– Күпме ярҙам иттек. Ҡоро паекты үҙебеҙ ашамайынса уларға ташыныҡ. Беҙгә ҡаршы аламалыҡ эшләһәләр, басурмандарҙың аллаһы уларҙың баштарынан һыйпамаҫ. Шулаймы басурман ҡалдығы?
Был – “черпак” урыҫтың Ринатҡа сираттағы төрттөрөүе, уны кәмһетергә тырышыуы. Ринат өндәшмәне. Афған сәйе бик тәмле ине. Ә сержант черпакка асыуланып:
– Һин нимә? Телең менән буҡ бутайһың. Аппетитты боҙма. Юғиһә, мин маңлайыңа биреп, мөгөҙөңдө кәкрәйтергә лә булдыра алам.
Һүҙ шуның менән туҡталды. Афған сәйе генә түгел, ә әбей бешергән көлсә лә бик тәмле булды.
Өс “шурави” ҡайтырға ҡуҙғалды. Һәр ваҡыттағыса урамда бала-сағалар уларҙы ҡыҙыҡһынып йыраҡтан ғына күҙәтте. Егеттәр һиҙә ине. Һәр йорттан ҡапҡа ярыҡтарынан булһа ла ҡарап оҙаталар. Шулай ҡышлаҡ та артта ҡалды. Егеттәр сәй табынын иҫтәренә төшөрә-төшөрә лагерь яғына һуҙылған туҙанлы юлдан иренеп кенә атлауҙарын белде. Ҡайҙа ашығырға? Һәр кем үҙ уйҙарына сумды. Барыһы ла көндәгесә, ҡышлаҡта һәм баҫыуҙа тыныс ҡына эшләп йөрөгән бер нисә үзбәктән башҡа улай-былай шикле әҙәмдәр күренмәй. Тирә-яҡ тып-тыныс. Шул уҡ бытбылдыҡтар үлән араһында һайрашып, бер-береһенә хәбәр бирешә. Шул уҡ йомрандар, был өс һалдатты күреп, һыҙғырышып ҡуя. Ринат ҡына, ғәҙәтенсә, һәр соҡор, һәр таш артын, тау биттәрен күҙәтеп атлауын белде. Көтмәгәндә күҙе үҙҙәре урынлашҡан бейеклек түбәһенә төштө. Позицияла палаткалар ҙа, радиостанцияның антенна мачтаһы ла күренмәй. Тертләп китте. Хатта йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ул шып туҡтап ҡалды. Үҙенән артта атлаған сержант уға килеп бәрелде. Командир ауыҙын асып ниҙер әйтергә әҙерләнгәйне, Ринаттың лагерь яғына ымлап күрһәткәнен самалап, ҡарашын шунда йүнәлтте. Лагерь урыны буш. Сержанттың хатта йөҙө ағарып китте. Ул бик яман итеп бер һүгенеп алды ла лагерь булырға тейешле ҡалҡыулыҡҡа табан тороп йүгерҙе. Ринат та артыҡ һорауҙар бирмәйенсә уға эйәрҙе. Уларҙан алда ауыҙ эсенән ниҙер көйләп барған “черпак”ты ла уҙып киттеләр. Ул инде:
– Һеҙ нимә? Ни булды? – тип кенә өндәште лә улар артынан йүгерергә тотондо.
Эштең ниҙә икәнен самалап алды, ахыры, ул инде ҡысҡырып һүгенә-һүгенә лейтенантты, ташлап киткән иптәштәрен һүгергә тотондо.
Лагерь буп-буш ине. Кухня торған урында буш консервалар өйөмө һәм башҡа пакет, ҡатырға киҫәктәре генә ята. Буш лагерь биләмәһен ентекләп ҡарап сыҡтылар. Сержант тештәрен ҡыҫып:
– Вот сволата! Исмаһам, бер-ике ҡоро паек ҡалдырһалар ни булыр ине. Тағы бер аҙналыҡ запас бар ине бит, – тип ҡуйҙы.
Черпак бөтөнләй илап ебәрҙе. Ул инде бер туҡтауһыҙ:
– Иптәш сержант, командир! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? Беҙгә нимә була? Беҙгә хана. Бер һүҙ менән әйткәндә, капут. Аңлайһыңмы? Капут!
Фельдшер – ҡала егете. Ул ошо йәш кенә ғүмерен гел күмәк кешеләр араһында үткәргәнгә, былай ситтә, бигерәк тә таныш булмаған тауҙар араһында өсәү генә ҡалыуҙы донъя емерелеүгә, катастрофаға тиңләне. Уға эйәреп Ринат та борсола башланы. Ауылда бесән әҙерләгәндә сабынлыҡта өсәр-дүртәр көн яңғыҙ ғына урманда үткәргән саҡтары ла күп булды уның. Атаһы ашарға алырға ауылға ҡайтып киткәндә ундай ғына яңғыҙ ҡалыуҙар йыш була ине. Етмәһә, яҡында ғына айыу биләмәһе. Айыу үҙенең бында хужа икәнен кешеләргә иҫкәртеп, өйөп ҡуйылған күбәләрен йә сабылған бесән бакуйҙарын туҙҙырып китергә лә күп һорамай. Ҡайһы бер төнө буйы ухылдап, бышҡырып, йәш ағас-ҡыуаҡтарҙы һындырып йөрөй. Ул саҡта усаҡты төнө буйы туҡтауһыҙ яғып, утҡа сей үләндәр һалып, төтөн ебәрергә кәрәк. Айыу төтөн еҫен яратмай, тиҙерәк ситкә китергә тырыша. Шуға ла Ринат был хәлгә әллә ни борсолманы. Тик бынауының лышҡылдауы ғына күңеленә ныҡлап тейә башланы. Ирекһеҙҙән теге көндәге “дух”тар менән бәрелешкән саҡты иҫенә төшөрҙө. Эйе, бөгөн дә шундай засадаға юлыҡһалар, эштәре бик шәптән булмаҫ. Был ҡурҡыныс уйҙарҙы башынан тиҙерәк ҡыуып сығарырға тырышты ул. Әлеге шул бесән сапҡандағы саҡтарҙы, ундағы айыуҙың кешеләрҙе ҡурҡытырға теләп ҡылған уҫаллыҡтары тураһында уйларға тырышһа ла, барып сыҡманы. Алдағы билдәһеҙлек һәм үҙҙәренең әлеге хәле күңелен борсоп, йөрәген кимерҙе.
Санитарҙың паникаға бирелеп:
– Нишләргә, хәҙер нишләргә? – тип иламһырауына, Ринат тамағын ҡырғылап:
– Уйларға кәрәк, – тип ҡуйҙы.
Сержант уның был һүҙен эләктереп, “черпак”ка уҫал екерҙе:
– Не ной! Шыңшыма! Вот, хәҙер башығыҙҙы эшләтегеҙ! Уйларға кәрәк! Молодой дөрөҫ әйтә. Уйларға кәрәк!
Ул эргәләге ҡаҙылып бөтмәгән пулемет позицияһы төбөнә төшөп сүгәләне.
– Паникаһыҙ ғына! Кемдә ниндәй фекер бар? Соҡорға төшөп ултырығыҙ! Флаг кеүек елберҙәп тормағыҙ! Бер-ике сәғәттән бында духтар киләсәк. Ярай әле ул тиклем ваҡыт үтһә, рәхмәт әйтерһең. Ярты сәғәт тә үтмәҫкә мөмкин. Улар беҙҙең был позицияның нисек ҡоролғанын һәм беҙҙең нимә ашап, нимә эскәнде энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығасаҡ. Улар булмаһа, ҡышлаҡ халҡы киләсәк, сөнки беҙ тирә-яҡҡа миналар урынлаштырып өлгөрмәнек. Дөрөҫөрәге, миналарҙы килтереп еткермәнеләр. Кемдә ниндәй уй-план тыуҙы? Йә, салабон, һин нимә уйлайһың? – тип ул иң тәүҙә Ринатҡа мөрәжәғәт итте.
– Мин нимә әйтә алам инде? Йәһәтерәк төп базаға шылырға кәрәк. Бынан тиҙерәк табан ялтыратыу яғын ҡарайыҡ.
– “Черпак”, һиндә ниндәй өмөт-ышаныс быҫҡый?
– Миндә бер ниндәй ҙә фекер-өмөт юҡ. Хәҙер һин командир. Һин уйла!
Сержант серт иттереп теш араһынан ситкә төкөрөп ҡуйҙы.
– Ҡайһы берҙә бигерәк миңрәү инде һин. Нисек фельдшерға уҡығанһыңдыр?! Уныһы миңә билдәһеҙ. Ә һин, молодой, дөрөҫ фекерләйһең. Һыпыртырға кәрәк. Ни тиклем бынан тиҙерәк табан ялтыратабыҙ, үҙебеҙгә шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Бер ун минут хәл алайыҡ та юлға ҡуҙғалабыҙ.
Соҡор төбөндә һаман лышыҡ-лышыҡ килеп ултырған “черпак”ка ҡарап:
– Лышҡылдауыңдан туҡтамаһаң, ошонда бәйләп ҡалдырабыҙ. Бигерәк ҡурҡаҡ, паникер булып сыҡтың. Етәр! – тип екерҙе.
Теге тынып ҡалды. Күрәһең, ҡайһы саҡта ҡурҡаҡты тағы ла нығыраҡ ҡурҡытыу таман ғына була. Сержант үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә фекер йөрөтә башланы. “Бергәләп атларғамы, әллә бер-беребеҙҙе күрә-күрә, интервал менән барырғамы? Улай итһәң дә берәм-берәм сүпләргә мөмкиндәр. Төндә атлаһаҡ, аҙашасаҡбыҙ, карта юҡ. Иң яҡшыһы – көндөҙ һәм бергә барыу. Ни булһа ла, бергә күңеллерәк. Ярай, әҙерәк тын алдыҡ. Ҡуҙғалырға ваҡыт. Йәгеҙ, Аллаға тапшырҙыҡ. Һин, молодой, үҙеңдең мосолманса доғаларыңды уҡы. Беҙ үҙебеҙҙең доғаларҙы уҡыйбыҙ. Ярар, Аллаһ беҙҙең менән! Яҙмышыбыҙҙы Уның ҡулына тапшырабыҙ”. Мәңге Алланы иҫенә лә төшөрмәгән сержанттың бер туҡтауһыҙ Алланы телгә алыуы Ринатты бер аҙ аптыратты-аптыратыуын. Күмәк булғанда ғына бик ҡурҡытмай икән, ошолай өсәү генә ҡалғас, әллә нимәләр уйландыра. Бигерәк тә үҙеңдекеләр үҙеңде һатлыҡ йән кеүек ташлап киткәс. Хет ауыл яғына ҡарап, бер-ике тапкыр минометтан атырға кәрәк булған. Шартлау тауышын улар, һис шикһеҙ, ишетер ине лә тиҙерәк ҡайтыр яҡҡа һыпыртыр ине. Етмәһә, сәйләп ултырған булдылар. Тамаҡ тамуҡҡа керетә тигәндәре шул була инде.
Сержант, егеттәрҙе аптыратып, һис тартынмайынса өс тапҡыр суҡынып алды. Юлға ҡуҙғалдылар. Ашарға юҡ, хатта эсергә һыу ҙа бик аҙ. Фляжкаларҙағы берәр литр һыу күпмегә етә инде? Ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлаһа, ике сәғәткә лә етмәй. Һәр ҡайһыһында дүртәр магазин патрон. Барлығы – ун ике магазин. Бик ныҡ һаҡлап атҡанда ла ун-ун биш минутлыҡ нәмә. Икешәр лимонкалары бар инде. Сержант егеттәргә ҡәтғи генә:
– Һин уң яҡты һәм арт яҡты күҙәтеп бар. Ә һин һул яҡтан күҙеңде алма, арт яҡҡа ла күҙ һалғыларға онотма. Ал яҡ һәм тау баштары – минеке.
Шулай килештеләр. Йүгерә-атлай ҡалҡыулыҡтан аҫҡа, юлға табан төшөп киттеләр. Юлға еткәс тә сержант йүгереүенән туҡтаманы. Әммә йүгереүен әкренәйтте. Хәҙер һалмаҡ ҡына йүгерә башланылар. Берәй сәғәт шулай йүгереүҙән тамам һуштары алынды. Командир ролен үтәгән сержант аңлай ине. Былай йүгереп әллә ни ырата алмайҙар. Бынауындай эҫелә тағы берәй сәғәт йүгерһәләр, һуңынан атлап барырлыҡ та хәлдәре ҡалмаясаҡ. Шуға ла бер уйһыуырак урында шып туҡтаны ла:
– Ун биш минутлап ял итеп алабыҙ, – тине һәм ухылдап ергә үк һуҙылып ятты. Башҡалар ҙа, бер һүҙ әйтмәй, уның эргәһенә тәгәрәне. Сержант тау баштарын күҙенән үткәрә-үткәрә:
– Ысынлап та, беҙгә бынан тиҙерәк шылырға кәрәк. Шуға йүгерҙек. Беҙҙекеләр йәйәү булһа, ҡыуып етергә ышаныс баҙлар ине. Күрәһегеҙ бит, ике БТР-ға тейәлеп ҡасҡандар. Ну, инәләрен шулай иткере нәмәләр! – ул йәмһеҙ итеп һүгенеп алды.
Йүгергәндә генә һиҙелмәгән икән, талғын ғына ел иҫкеләп ала. Нәҡ бына шул ел уларҙың ҡолағына йыраҡта күк күкрәгән һымаҡ тауыштар алып килде. Командир, ҡорт саҡҡандай, ҡапыл тороп ултырҙы ла ярым бышылдауға күсеп:
– Ша!.. Тымығыҙ!.. Тынығыҙҙы ла арт яғығыҙҙан алып ултырығыҙ!
Тауышты егеттәр ҙә ишетеп, тороп ултырҙы. Тындарын да сығармай тыңларға тотондолар. Тик уң яҡтағы тауҙар яғынан ниндәйҙер ҡоштоң ғына һайрауы ишетелә, яҡында ғына үлән араһында сиңерткәләр сәрелдәшә. Бер аҙҙан тағы тоноҡ ҡына шартлау тауышы ишетелгән кеүек булды.
– Ишеттегеҙме?
Командир шатлыҡ ялтыраған күҙҙәрен иптәштәренең әле береһенә, әле икенсеһенә күсерҙе. Егеттәр ҡолаҡтарын һағайтып, тыңлауҙарын дауам итә-итә, һүҙһеҙ генә баштарын ҡаҡты. Йыраҡтағы күкрәү тауышы тағы ҡабатланды. Быныһы инде, тоноҡ булһа ла, асығыраҡ ишетелде. Сержанттың күҙгә күренеп кәйефе күтәрелеп китте. Ул тантаналы тауыш менән:
– Беҙҙекеләр “дух”тарҙы миномет менән үтекләй. Моғайын, вертушкалар ҙа килгәндер әле. Әйҙәгеҙ, егеттәр, үҙебеҙҙекеләргә табан ел булып осайыҡ. Тауыштан самалағанда, бынан ун биш-егерме саҡрымдарҙа булырға тейештәр. Тау араһында тауыштың, үҙегеҙ беләһегеҙ, нисек таралғанын аңларлыҡ түгел.
Был өсәү тағы тороп йүгерҙе. Тәүҙә хәрәкәт етеҙ генә булһа ла, берәй сәғәттән тамам һалмаҡланды. Унан бөтөнләй атлауға күстеләр. Был тиклем йүгереүҙән тындары ҡыҫылды. Өҫтәрендәге китель манма һыу булды. Ә күктә ҡояш рәхимһеҙ ҡыҙҙыра ғына.
Вася иһә бөтөнләй мәлйерәп, ебеп төштө. Ул инде бер кемгә лә ҡарамай:
– Бөттө!.. Мин бүтән бара алмайым. Хет атып йығығыҙ, – тип ергә ауҙы һәм йыш-йыш тын ала-ала: – Һеҙгә рәхәт, ә бит минең арҡала автоматтан башҡа дарыуҙар тулы санитар сумкаһы ла бар.
Сержант барған ыңғайға, артына ла боролоп ҡарамай, туҡтап ҡалды. Ул да калашын ергә ташлап, сүгәләне һәм тау баштарына күҙен йүгертеп, Ринатҡа:
– Нимә, салабон, һин дә ебеп төштөңмө?
Ринат та ергә һуҙылып:
– Әлегә түҙерлек, – тип ҡуйҙы.
Уның да һушы алынғайны, тик ҡалала үҫкән Вася кеүек бөтөнләй бөтөрөнмәне. Ни тиһәң дә, ауыл малайы. Бындай ғына хәлдәргә тарығаны бар.
Бер ун-ун биш минутлап ятып алғас, командир тағы:
– Әйҙә, тороғоҙ! Ҡуҙғалырға кәрәк. Былай ятып Алланан мәрхәмәт көтөп булмай. Атлайыҡ.
Санитар бөтөнләй иламһырап:
– Ниңә тыуҙым мин? Ниңә ошо ҡәһәр һуҡҡан армияға килдем? Хеҙмәттән тороп ҡалырға ла мөмкинлегем бар ине бит, – тип инде хәҙер илай уҡ башланы. – Хет ошонда атып китегеҙ, мин башҡаса бара алмайым. Аяҡты көҙән йыйыра... – Ул аяғындағы итеген һалып, балтырын ыуырға тотондо. – Был аяҡ туғыҙынсы класта уҡығанда һынғайны. Шуның зарары инде...
Сержант тамам асыуы ҡабарып:
– Һинең медицинаң нимә ти һуң бындай ваҡытта? Китаптарыңда нимәләр яҙалар? Шул ғына етмәгәйне. Сумкаңда юҡмы ни шунда берәй уколың? Ҡаҙап ебәр!
– Бар ҙа ул, тик мин ҡурҡам. Үҙемә-үҙем укол ҡаҙағаным юҡ.
– Ҡайҙа, ниндәй укол? Күрһәт әле!
Вася сумкаһын аҡтарып, ниндәйҙер уколдар араһынан береһен командирға күрһәтте. Командир:
– Ҡайһы урында көҙән йыйыра?
– Бына бит. Үлтерә инде.
Сержант аптырап ҡарап торған Ринатҡа күҙ ҡыҫып алды ла:
– Тот! – тине.
Үҙе ҡырағай йәнлек етеҙлеге менән аяғын ыуып ултырған санитарҙың өҫтөнә менеп тә атланды.
– Нығыраҡ тот! – тип ҡабатланы ул.
Ринат эштең ҡайҙа табан боролғанын самалап, санитарҙың аяғына йәбеште. Вася уны-быны аңлап алғансы сержант тегенең көҙән йыйырған балтырына уколын килтереп тә батырҙы. Был хәрби шарттарҙа ауыртыуҙы баҫа торған әҙер укол ине. Санитар тыпырсынырға ла өлгөрмәне, тик аҡырып алды ла бер туҡтауһыҙ һүгенергә тотондо. Шунан иламһырап:
– Укол ҡаҙай торған урынға тәүҙә йод һөртәләр. Юғиһә, заражение китергә мөмкин, – тине.
– Һуң, һөрт! Нимә ултыраһың. Барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда бит, – тине командир, тегенең өҫтөнән төшөп.
Бер аҙҙан Васяның бер яҡҡа кәкерәйеп ҡатҡан аяғы турайҙы. Күрәһең, көҙән йыйырыуы баҫылды. Командир быны самалап, Ринатҡа ымланы:
– Күтәр слабактың сумкаһын. Мин автоматын алам.
Тағы ҡуҙғалдылар. Әллә бер аҙ ял итеп алыу, әллә укол тәьҫир итте, санитар ҙа улар артынан йәһәтерәк атлай башланы. Унан билендәге ҡайышында эленеп торған өс магазин патрон ғына ҡалды. Флягаһындағы һыуҙы ул күптән эсеп бөтөргәйне инде.
Бер аҙ барғас, барыһын да һиҫкәндереп, ҡаршылағы тау артынан ап-асыҡ итеп бер-бер артлы ике атыу тауышы яңғыраны. Был шомло атыу тауышы ине, сөнки беҙҙең “калашка”ларҙың тауышы улай яңғырамай. Ниндәйҙер ят тауыш. Алда барған сержант уң ҡулын өҫкә күтәреп, туҡтап ҡалды. Был “туҡтағыҙ” тигән ишараһы ине. Тынып ҡалдылар. Командир уҫал ыҫылдап:
– Йәшеренегеҙ! – тине, үҙе юлдан ситтә ятҡан оло ғына бер таш артына боҫто. Һалдаттар тиҙ генә таш артына сумды. Шулай оҙаҡ ҡына ятып, тирә-яҡты күҙәттеләр. Ул-был шикле нәмәләр күренмәне, тауыштар ҙа ҡолаҡтарына салынманы. Тәбиғәт кенә барыһына ла битараф. Бер туҡтауһыҙ сиңерткәләр үҙҙәренең эс бошорғос көйҙәрен һыҙғыра. Һауала һирәк-һаяҡ төйлөгән ҡысҡыра һәм егеттәргә таныш булмаған ҡоштар һайраша.
Сержант тамағын ҡырғылап алды ла:
– Беребеҙгә разведкаға барып килергә кәрәк, – тип, санитар Васяға ҡарап алды. Ул инде баяғы хәлдән айнып бөтмәгәйне.
– Минең аяҡ бит, аяҡ... Унан мине үлтерһәләр, һеҙҙең яраларҙы кем бәйләй? – тине.
Командир, әсе лимон ҡапҡан шикелле йөҙөн һытып, бер Василийға, бер Ринатҡа ҡараны:
– Рәхим итеп шыңшымай ғына тор әле. Һинән башҡа ла сирҡаныс. Уҡшыта башланың, васькин кот. Санитар хреново!
Бер аҙ өндәшмәй торғас, ҡаршылағы ҙур булмаған һөҙәк тауға ҡарап:
– Ярай, йәш “шурави”. Ни булһа, шул булыр. Кемгәлер барырға кәрәк. Бәхетеңде һынап ҡарайыҡ. Ҡул артың нисек икән? Иптәш рядовой, был ефрейторҙан һөт тә, йөн дә юҡ, – тип башы менән ефрейтор чинлы санитарға ымланы һәм Ринатҡа ҡыҫҡаса ғына күрһәтмәләр бирә башланы. – Таштан-ташҡа ҡаса-боҫа ғына бар. Шул уҡ ваҡытта тирә-яғыңды, тау баштарын ҡарарға онотма. Менеп етер алдынан шыуышып ҡына бар. Тау башында баҫып торған кеше әллә ҡайҙан күренә. Ҡара, ҡалҡыулыҡ артында нимәләр бар, нимәләр ишетелә, тыңла. Был юл шул яҡҡа борола. Теге ваҡыт беҙ засадаға эләккән урын да күренеп торорға тейеш унан. Засада ҡорорға бик уңайлы урын. Әйҙә, братан, ҡуҙғал. Улай-былай шикле нәмәләр күҙеңә салынмаһа, баш кейемеңде болғарһың. Санитар сумкаһын ҡалдыр. Етте, үҙе күтәрһен. Ефрейторҙың ике лимонкаһын да ал. Донъя хәлен белеп булмай. Патрондарыңды һаҡлап ат. Беҙ ярҙамға килеп етергә тырышырбыҙ. Әлбиттә, киләсәкбеҙ. Айболит, лимонкаларыңды бир әле салабонға.
Санитар ҙур ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп, ҡайышындағы лимонкаларҙы ысҡындырып, Ринатҡа һуҙа-һуҙа:
– Ниңә разведкаға үҙең генә бармайһың? – тип мығырҙаны.
– Цыц, черпак-сүмес! Юғиһә, тотҡаңды һындырырмын. Унлап саҡрым үтмәнек ебеп төштөң. Оҙаҡламай бөтөнләй таралып китмәһәң ярай әле. Миңә үҙемде лә, һеҙҙе лә имен-һау базаға алып ҡайтып еткерергә кәрәк. Әйҙә, туған, ҡуҙғал.
Ринат артыҡ һүҙ әйтеп тормай, йүгерә-атлай, таштар артына боҫа-боҫа ҡуҙғалып китте. Ярай әле тау битендә унда-бында төрлө ҙурлыҡтағы таштар тәгәрәшеп ята. Тау башына иҫән-һау менеп етте. Командир өйрәткәнсә, аҙаҡҡы тиҫтә метрҙарҙы шыуышып ҡына менде. Тик тау өҫтөнән алдараҡ тағы бер тау һырты барлығы асыҡланды. Ул тау башынан асылған күренеште ентекләп өйрәнде. Шикле нәмә күренмәгәс, алдағы тауға табан йүгерҙе. Ярай әле ара әллә ни йыраҡ түгел, дүрт йөҙләп метр ғына.
Кинәт танауына резина янған еҫ килеп бәрелде. Әллә ни уйлап тормайынса эргәләге ҙур ғына таш артына барып ятты. Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен самаларға тырышты. Юҡ, белерлек түгел. Ҡарт һалдаттарҙан күргәнсә, бармағын төкөрөкләп өҫкә күтәрҙе. Ел алғы яҡтан уға ҡарай иҫкәнен самаланы, төкөрөклө бармаҡтың шул яғы һыуынғанын нервылар баш мейеһенә еткерҙе. Уға ла бик ышанмайынса, эргәләге бәпембәнең башын өҙөп, өҫкә туҙҙырҙы. Бәпембәнең мамығы яй ғына артҡа табан осоп китте. Талғын ғына һауа ағымы уға ҡарай иҫкәнен асыҡланы. Шыуыша-шыуыша алға китте. Резина янған еҫ хәҙер бигерәк тә ныҡлап һиҙелә башланы. Тау түбәһенән ҡарауы булды бар тәненән ҡурҡыу хисе ток булып йүгереп үтте. Ысынлап та, аҫтан юл үтә, иң ҡурҡынысы – юлда ике БТР янып бөтөп бара. Ара йыраҡ ҡына булһа ла, БТР тирәһендә үлеп ятҡан һалдаттарҙы ла ап-асыҡ шәйләне. Былар беҙҙекеләр ине.
Оҙаҡ күҙәтте ул юлды, тик башҡа шикле нәмә күрмәне. Һауала ғына үләкһә ҡоҙғондарының тауыш биреп, бер-береһен саҡырғандары ғына ишетелде. Ах, ҡәһәр төшкөрө нәмәләр, ҡайҙан һиҙеп алалар, тип уйлап ҡуйҙы. Ҡабат, беренсе тау түбәһенә, артҡа йүгерҙе. Үҙен иптәштәре күреренә ышанғас ҡына бер таш артына ышыҡланып, афганка-эшләпәһен һалып, шартлы ишараланы. Улай ғына ла түгел, гимнастеркаһын һалып болғаны. Күрҙеләр. Командир менән санитар шулай уҡ ҡаса-боҫа, йүгерә-атлай тигәндәй, тауға күтәрелә башланы. Улар килеп етер-етмәҫтән Ринат тағы теге түбәгә йүгерҙе. Сержант та уның артынан эйәрҙе. Ринат бер ҙур ғына таш артына боҫто. Ҡулын болғап, тегеләрҙе үҙенең эргәһенә саҡырҙы. Тындары бөтөп килеп еткән иптәштәренә хәлде аңлатып биргәс, йәшеренеп кенә тау түбәһенән аҫты күҙәтә башланылар. Юлдағы ике БТР-ҙың тәгәрмәстәре янып бөтөп бара. Тик бер БТР ғына янғанға оҡшамаған. Тирә-яҡты һәм юлды оҙаҡ күҙәттеләр. Бер шикле нәмә һиҙелмәй. Әммә мәйет еҫен һиҙгән ҡоҙғондар ғына бөтөнләй әрһеҙләнеп, юл өҫтөнә үк төшөп ултырған.
Сержант:
– Тере кеше булһа, ҡоҙғондар былай оятһыҙланмаҫ ине. Шулай булғас, дошман юҡтыр. Беҙҙекеләрҙең дә иҫән ҡалыуҙары шикле. Ҡуҙғалдыҡ! Әммә барыбер һаҡ булырға кәрәк.
“Шурави”ҙарҙың тауҙан ҡаса-ҡаса төшөп килеүҙәрен күргән ҡоҙғондар ситкәрәк осоп китте. Егеттәр янған БТР-ҙар эргәһенә килеп етте, тирә-яҡта беҙҙең һалдаттар ята. Бигерәк тә БТР тирәһендә күптәр. Күрәһең, түңәрәк оборона ойошторорға уйлағандар. Бына лейтенанттың мәйете лә ята. Эргәһендә тағы ике йәш һалдат. Был һалдаттар – Ринаттар менән хеҙмәткә килгән Һамар егеттәре. Ринат илап ебәрмәҫ өсөн тештәрен ҡыҫты. Ә инде ефрейтор Вася бөтөнләй ергә ҡапланып иларға кереште.
Сержант бөтә мәйеттәрҙе лә ҡарап йөрөгән арала Ринат теге остағы янмаған БТР янына барҙы. Тирә-яғын, аҫтын да бик ентекләп ҡарап сыҡты. Юҡ, шикле нәмә күренмәй. Ирекһеҙҙән ҡулы менән тимергә туҡылдатып алды. БТР эсенән тоноҡ ҡына:
– Кем унда? Үҙебеҙҙекеләр булһағыҙ, ҡотҡарығыҙ! Ишектә – растяжка. Шартлай күрмәгеҙ.
БТР эсенән килгән тауышҡа Ринат бер миҙгелгә аптырап торҙо ла яй ғына командирға һыҙғырҙы. Тегеһе боролоп ҡарауға, бармағын ирененә терәп, ҡулын болғап уны эргәһенә саҡырҙы. Һыҙғырыу тауышын ишетеп, эстән тағы өндәштеләр.
– Кем бар унда? Мине минаға ултыртып ҡуйҙылар. Һаҡ булығыҙ шартларға мөмкин.
Шунда Ринат түҙмәне:
– Үҙебеҙҙекеләр. Беҙ хәҙер һине ҡотҡарырға тырышып ҡарайбыҙ. Урыныңда тик кенә ултыр.
Сержант та килеп етте. Бер аҙ ғына кәңәшләшеп алдылар. Ҡабаттан ентекләп БТР-ҙың ишектәрен ҡарап сыҡтылар. Ысынлап та, арттағы ишектең аҫтынан нескә генә тимерсыбыҡ БТР аҫтына табан һуҙылғайны. Күрәһең, мина ҡуйған “дух” бик тәжрибәле булмаған. Егеттәр был минаны тиҙ зарарһыҙландырҙы. Улар БТР эсендә кемде күрһәләр ҙә аптырамаҫтар ине, унда “старик” – Руслан ултыра ине.
Ул, ишек асылған көйө:
– Егеттәр, мин лимонка өҫтөндә ултырам. Күрәһегеҙме, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, бәйләп ҡуйҙылар. Һелкенеп тә булмай.
Ринат Русланға мөрәжәғәт итте:
– Һелкенмә! Үлһәк, икәү үләбеҙ. Хәҙер тырышып ҡарайым.
Ринат һаҡ ҡына ҡулы менән Русландың бот араһынан аҫҡа кереп китте. Әһә, самалап алды, лимонка нәҡ уртала урынлашҡан. Бармаҡтары менән һаҡ ҡына ҡапшап, уның нисек ятҡанын белде. Чека тотҡаһы аҫҡы яҡта икән. Лимонканы һелкетмәҫкә тырышып, услап алды. Тотҡаны ҡыҫып, яй ғына дуҫының аҫтынан шыуҙырып сығарҙы. Ярай әле духтар тағы берәй этлек уйлап ҡуймаған. Шулай ҙа бәйләнгән ҡулдарын ысҡындырғансы тағы бер ҡарап сыҡтылар. Улай-былай шикле нәмә тапмағас, Русландың ҡулы бәйләнгән бауҙы киҫеп алдылар. Шатлығынан уның күҙ йәштәре бәреп сыҡты.
– Бына бит әй, егеттәр, ғүмер бөтмәгәс, һеҙ ҙә иҫән, мине лә ҡотҡарҙығыҙ. Рәхмәт инде, рәхмәт һеҙгә! Ә бит һеҙҙең ҡышлаҡта ҡалғанығыҙҙы лейтенантҡа әйттек. Ул БТР менән приказ алып килгән капитан менән дә һөйләшеп ҡараны. Уныһы һеҙҙе көтөп торорға ҡырҡа ҡаршы төштө. Ҡышлаҡҡа барып киләйек, тип тә һораныҡ. Юҡ, имеш, йәшерен приказ. Кисекмәҫтән юлға ҡуҙғалырға. И баста! Бына инде һөҙөмтәһе. Ярай былай булыуы – һеҙҙең иҫән ҡалыуға, минең иҫән ҡалыуыма бер сәбәп. Моғайын, күктәге юғары канцеляриянан шундай күрһәтмә булғандыр инде...
Үлемдән ҡалған һалдат шулай бер туҡтауһыҙ һөйләнде лә һөйләнде. Ғәҙәттә, Руслан улай күп һөйләй торғандарҙан булмаһа ла, ҡотолоу шатлығы уның күңеленән таша ине. Ринат үҙенең ҡулындағы лимонкаға күрһәтеп:
– Ни эшләтәбеҙ? – тине.
Сержант ҡул һелтәне:
– Осор йыраҡҡараҡ.
Быны ишетеп ҡалған Руслан һөйләнеүенән туҡтап:
– Туҡта, осормай тор! Был бит мине үлтерергә әҙерләнгән нәмә. Шулай булғас, ул – минеке.
Руслан бер осо ишеккә, икенсе осо минаға эләктереп ҡуйылған нәҙек тимерсыбыҡты һындырып алды ла лимонканың һаҡлыҡ келәһе итеп тығып ҡуйҙы.
– Был талисман кеүек була инде. Минең берҙән-бер ҡоралым. “Дух”тар бит бар ҡоралды йыйып алып китте. Ә минең бер нәмә лә юҡ. Исмаһам, миндә лимонка булыр.
Ысынлап та, сыра яндырып эҙләһәң дә тирә-яҡта ҡорал табырлыҡ түгел, хатта ҡоро паектарға тиклем “дух”тар алып киткән.
Сержант һөйләнеүенән һаман туҡтамаған Русланға ҡарап:
– Йә әйт, һин нисек уйлайһың, был мәйеттәрҙе ни эшләтәбеҙ? Былай ҡалдырырға ярамай бит, әҙерәк йыйыштырмаһаҡ, килешеп бөтмәҫ. Базаға ҡайтып хәбәр итер инек тә... Беҙҙең позиция кеүек, улар ҙа күсеп киткән булһа, ни эшләйбеҙ?
Руслан, сержантты яңы ғына күргәндәй, һөйләнеүенән туҡтап, уға ҡарап бер аҙ тынып торғас:
– Нимә тиһең?
– Мәйеттәрҙе ни эшләтәбеҙ, тим?
– Бер урынға йыйырға кәрәк. Унан күҙ күрер.
Үлгәндәрҙе теге янмаған БТР эргәһенә килтереп, теҙеп һалдылар. Ринат ғүмерендә беренсе тапҡыр мәйеттәр күтәреп йөрөнө. Үлгән кешенән бала саҡтан уҡ ҡурҡа ине. Ярай әле Руслан:
– Йөҙҙәренә ҡарама. Әллә нәмәләр уйларға тырышма. Үлгән-үлгән инде, ни эшләйһең. Әммә беҙ иҫән. Беҙ иҫән бит, браток. Һин ҡотҡарҙың мине. Юғиһә, был нәмәһеҙ ҙә ҡала инем. – Һалдат йән еренә һуғып алды, – үлгән дә булыр инем. Ә теге донъяла ундай кеше кемгә кәрәк? Тамуҡҡа ла индермәҫтәр, ожмахҡа ла алмаҫтар. Ике арала аҙашып йөрөрһөң шунда. Ул нәмәһеҙ хур ҡыҙҙары ла яҡын килтермәҫ...
Руслан шулай юҡ-бар, килделе-киттеле, тоҙло-тоҙһоҙ һүҙҙәр һөйләп, үҙен ҡотҡарған был йәш һалдатты күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, кәйефен күтәрергә тырышты. Егеттәр, афған ҡояшының рәхимһеҙ ҡыҙҙырыуынан ҡасып, төҙөк БТР күләгәһенә теҙелешеп ултырҙы. Сержант тамаҡ ҡырғылап алды ла, мәйеттәр яғына башы менән ымлап, Русланға мөрәжәғәт итте:
– Бында ниндәй мәхшәр ҡупты? Нимә булды?
– Нимә булһын инде. Беҙ килгәндә ошо БТР юл уртаһында ултыра. Ни тегеләй, ни былай урап үтерлек түгел. Туҡтаныҡ. Мин ишек эргәһендә ултыра инем. Шуға ла беҙҙең эргәлә ултырған капитан нимә булғанын белеп килергә ҡушты миңә. Үҙе лә минең арттан килеп төштө. Ул тәмәкеһен ҡабыҙҙы, икәүләп БТР эргәһенә килеп тә етмәнек, беҙҙең эргәлә генә мина шартланы. Шунан бер нәмә лә хәтерләмәйем. Һушыма килгәндә барыһы ла бөткәйне. Тере икәнемде белгәс, теге яһилдар мине һөйрәп, ошо БТР эсенә индереп, ҡулдарҙы күтәртеп бәйләнеләр ҙә чекаһы алынған лимонка өҫтөнә ултыртып ҡуйҙылар. Ошо ваҡыт эсендә әллә нимәләр уйлап бөттөм. Әллә, мин әйтәм, кинәт кенә тороп, шартларғамы? “Дух”тар яңынан килһә шулай итә инем дә. Шулай ҙа егеттәр үлге килмәй. Әлдә һеҙ килдегеҙ. Һыуһап үлер инем.
Сержант бер ни ҙә өндәшмәне, бер аҙ тауҙар яғына ҡарап торҙо ла:
– Эх, бик шәп итеп мунса инергә ине. Эҫе мунса күрмәгәнгә лә ике аҙнанан артып китте, – тип ҡуйҙы.
– Эйе, бик тә таман булыр ине. Етмәһә, арҡа ышҡырға берәй йәш тана ла булһа, бөтөнләй ожмах булыр ине. Лазареттағы йомарт Вера ла ярар ине.
Шулай ике стариктың бер нәмә лә булмаған кеүек мунса, ҡатын-ҡыҙ тураһында тыныс ҡына һөйләшә алыуҙарына Ринат ғәжәпләнеп ҡарап торҙо. Эргәлә генә ҡырҡҡа яҡын мәйет ятҡанда шулай һөйләшеп буламы икән ни? Исмаһам, әҙерәк оялырҙар ине, һәләк булған хеҙмәттәштәргә хөрмәт йөҙөнән өндәшмәй ултырырҙар ине, тип эстән генә уларҙы әрләне. Ну был ҡафырҙарҙы, бер нәмәнән сирҡанмайҙар. Ә тегеләр һүҙҙәрен икенсе яҡҡа бороп, битараф ҡына яңынан артабан нимә эшләргә икәнлеге тураһында кәңәшләшә башланы. Береһе, мәйеттәрҙе иҫән БТР-ға тейәп, базаға ҡайтырға тиһә, икенсеһе мәйеттәрҙе ҡалдырып, үҙебеҙ генә ҡайтайыҡ, тип ныҡышты. Ринат уларҙы тыңлап торҙо ла үҙе лә һиҙмәҫтән:
– БТР миналанған. Алдағы юлға ла миналар ҡуйылған, – тип ҡуйҙы. Барыһы ла уға боролоп ҡараны. Сержант:
– Мина ҡуйылған булһа, Русланды ҡотҡарғанда уҡ күптән күккә осҡан булыр инегеҙ, – тип, Руслан яғына башы менән ишаралап ҡуйҙы. – Тик кем БТР йөрөтә белә?
Фельдшер Вася урынынан уҡ һикереп торҙо:
– Мин бер аҙ беләм, – тип БТР-ҙың асыҡ ишегенән эскә кереп тә китте.
Бына БТР бер-ике сөскөрөп-бышҡырып алды ла тигеҙ генә эшләй башланы. Егеттәр БТР тәгәрмәсенән ситкәрәк китеп баҫты. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ нурҙары балҡый. Бронетранспортерға ултырып базаға ҡайтып төшһәләр, ниндәй шәп булыр ине! БТР тәүҙә бер аҙ сығынсы ат кеүек алға-артҡа тартылып торҙо. Унан ҡара төтөн борхоп, кинәт кенә артҡа сигенде. Тағы шып туҡтап, үкереп алды ла алға ырғылды. Биш-алты метр ҙа алға китә алманы, аҫтынан сыҡҡан ут өҫтөндә бер нисә метр өҫкә күтәрелде. Башҡаһын Ринат абайламай ҙа ҡалды, шартлау тулҡыны уны ситкә атып бәрҙе. Ул һушын юғалтты.
Ринат һушына килгәндә дыңғыр-дыңғыр килгән арбала бәйле килеш ята ине. Арба таштарға бәрелеп, һикерә-дыңғырҙай яй ғына тау юлы менән өҫкә үрмәләй йә бөтөнләй даңғырҙап түбәнгә тәгәрәй. Башы бер туҡтауһыҙ арба төбөнә бәрелгәнлектән, егет тағы ҡараңғылыҡҡа сумды.
...Күрәһең, өҫтөнә һыу һиптеләр. Күҙен асҡанда ул ниндәйҙер йорт ихатаһында дымлы тупраҡта аунап ята ине. Ә ҡаршыла ғына ҡулына биҙрә күтәргән йәмһеҙ, ҙур ауыҙын йырып бер һаҡалтай баҫып тора. Хатта көрәктәй ҙур һаҡалы ла уның ауыҙының ҙурлығын йәшерә алмай. Ринат тирә-яғына ҡаранып алды. Ҙур ғына афған йорто. Йорт тирәләй ҡулдан һуғылып, яндырылмаған кирбестән өйөп эшләнгән ҡаралты-ҡуралар. Ғөмүмән, бында бар ҡаралты-ҡуралар һәм өйҙәр шундай кирбестән төҙөлгән. Ситтәге аласыҡ алдында ҡаҙып эшләнгән мейес. Уның эргәһендә таҡталарҙан нисек етте шулай әтмәләп ҡуйылған өҫтәл һымаҡ нәмә. Арыраҡ бер япма аҫтында тауыҡ аҙбары шикелле. Уның алдында тиҫтәләгән тауыҡ ем сүпләй. Әтәс кенә ситән өҫтөнә баҫып, үҙенең тауыҡтарын барлай, әленән-әле муйынын ҡыйшайтып, төйлөгән тауышы килгән яҡты ҡараштырып һауаны күҙәтә һәм, бында мин хужа тигән кеүек ҡанаттарын ҡағып, һирәк-һаяҡ ҡысҡырып ҡуя. Өй нигеҙе буйында ике ҡарт, әсирҙәргә ҡарап, һөйләшеп ултыра. Ҡарттарҙың береһе һаҡалтайға нимәлер әйтте. Тегеһе Ринаттың күҙен асып һелкенгәнен шәйләп ҡалды ла уны яғаһынан тартып ултыртты. Егеттең ҡулы бәйле һәм ул эргәһендә ятҡан икенсе һалдаттың ҡулына ҡуша бәйләнгән икән. Теге Ринатҡа ҡарап, урыҫсаны вата-емерә исемен һораны. Ринат вайымһыҙ ғына үҙенең исемен атаны. Ҡарттар уны ишетмәне. Шуға ла һаҡалтай уларға әсирҙең яуабын ҡысҡырып әйтте. Шунан улар ерҙә ятҡандарҙың диндәрен һораша башланы. Ринат үҙенең мосолман икәнен әйтте. Нигеҙ буйында ултырыусылар тел шартлата-шартлата, бына һиңә мә тигән кеүек баштарын ҡағып, үҙ-ара тағы ла йәнләнеп гәпләшергә тотондо. Ринат уларҙың бер һүҙен дә аңлай алманы. Ҡарттар пуштун телендә бәхәсләшә ине. Уның үлтереп башы ауыртырға тотондо. Етмәһә, башы әйләнеп, күңеле уйнап, уҡшыта башланы. Әйтерһең дә, уны ер тигән ҙур табаҡҡа ултыртып, әле тегеләй, әле былай тирбәтеп, әйләндерергә тотондолар. Ер-табаҡ ҡайһы берҙә бөтөнләй ауып ҡапланыр сиккә етеп ҡыйшая. Ринат ошо табаҡтан йығылып төшмәҫ өсөн нимәгә булһа ла тотонорға итә. Эргәлә ятҡан иптәшенән башҡа бер нәмәгә лә тотонорлоҡ түгел. Тик теге һалдат та уның менән бергә әйләнә. Ринат тағы һушын юйып ергә ауҙы. Ринат өсөн әсирлек бына шулай башланды...
Дауамы бар.