Шоңҡар
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ғинуар , 20:35

Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (6) Сауле Досжан

Йомартҡа Аҡылбек ағайҙың балалары менән бында күсеп килеүе харап оҡшаны. Әсәһе һарыҡтар менән кәзәләрҙе уларҙың аҙбарына алып китте. Уларҙы хәҙер Аҡылбек ҡарай. Йомарт йәй көнө иртән, ҡыҙыл һыйырҙы һауғас, уны көтөүгә ҡыуа, ә ҡыш һыйыр аҙбарында ашата. Утын бушатыу, малдарға бесән килтереүгә лә Аҡылбек ағай яуаплы. Камшат та ҡышын-йәйен Йомарттарҙың йортонда була. Олжосҡа унан да яҡшы тәрбиәсе юҡ.

Ауылдан сыҡҡан миллионер  Повесть  (6)  Сауле Досжан
Ауылдан сыҡҡан миллионер Повесть (6) Сауле Досжан
  • СПОРТ МЕНӘН НИСЕК ДУҪЛАШТЫ

    Йомартҡа Аҡылбек ағайҙың балалары менән бында күсеп килеүе харап оҡшаны. Әсәһе һарыҡтар менән кәзәләрҙе уларҙың аҙбарына алып китте. Уларҙы хәҙер Аҡылбек ҡарай. Йомарт йәй көнө иртән, ҡыҙыл һыйырҙы һауғас, уны көтөүгә ҡыуа, ә ҡыш һыйыр аҙбарында ашата. Утын бушатыу, малдарға бесән килтереүгә лә Аҡылбек ағай яуаплы. Камшат та ҡышын-йәйен Йомарттарҙың йортонда була. Олжосҡа унан да яҡшы тәрбиәсе юҡ. Ул да алпан-толпан атлап уның артынан ҡалмай.
    Тик Йомартҡа әсәһенең Аҡылбектең өйөнә барып, Дастан менән уның атаһы өсөн ашарға әҙерләүе оҡшап бөтмәй. Хатта эштән һуң ҡайтһа ла уларға бара бит әле. Унан һауытҡа һалып өс балаға ашарға алып ҡайта. Ә улар уны өйҙә күҙҙәрен дә йоммай көтә. Йомарт яратҡан әсәһен бүтәндәр менән бүлешергә теләмәй. Тик ул был хаҡта бер нисек тә әсәһенә әйтә алмай шул. Әгәр әсәһе унда бармаһа, астан үләсәк кеүек хис итәләр үҙҙәрен. Аҡылбеккә булған асыуын ул йыш ҡына Дастанға төшөрә.
    Аҡылбек көндәрҙең береһендә аҙбарға ҡом һалынған тоҡ аҫып ҡуйҙы ла Дастан менән Йомартты спортҡа өйрәтә башланы. “Спорт менән шөғөлләнгән егет көслө була, үҙен рәнйетмәҫ, яҡындарын яҡлаясаҡ”, – тине. Ҡайҙандыр боксер бирсәткәләре лә табып алып килгән. Трактор тимерҙәренән штанга ла, турник та эшләп бирҙе. Уларҙа нисек шөғөлләнергә лә өйрәтте. Шулай уҡ, өлкән булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп уҡыусылары менән футбол уйнар өсөн ауылдан ситтә яланға йөрөй. Эштән бушағанда, бокс менән шөғөлләнә, штанга тарта, турникта күтәрелә, ауыл яғынан йүгереп үтә, спорт менән шөғөлләнә. Барыбер Йомартҡа Аҡылбек оҡшамай. Дуҫтары: «Һинең еҙнәң шундай шәп, беҙҙең атайҙарҙы телевизор алдынан ҡуҙғалтып булмай”, – ти. “Беҙҙең телевизорыбыҙ булмағас, ул тағы ҡайҙа барһын?” – тип эстән генә мыҫҡыллы көлдө.
    Дастан Йомарттан ике йәшкә кесе. Ул бик көсһөҙ. Бик оҙон түгел, аяҡтары кәкре. Күпме генә эш ҡушмаһын, күпме генә мыҫҡыллы һүҙ әйтмәһен, ул бер
  • һүҙ ҙә әйтмәй, йылмая ғына. Уның шатланып йөрөүенә лә асыуы килә. Ә әсәһе Аҡылбекте лә, уның балаларын да йәлләй, улар тураһында хәстәрлек күрә. Әйтерһең, берҙән-бере Йомартты онотҡан.
    Йомарт көнләшеүҙән:
    – Әсәй, ни өсөн был Дастан шундай бәләкәй, ә атаһы ҙур, – тине мыҫҡылларға тырышып.
    – И-и, йөрәгем, ул бит ирендәрендә һөт кипмәгән килеш етем ҡалды.
    – Мин дә етем бит.
    – Эй, ахмаҡ, шундай әйтем бар: “Атайһыҙ бала – ярты етем, әсәһе булмаған бала – тулыһынса етем”. Атайың булмаһа ла, миңә рәхмәт әйтеп, ошо һүҙҙәрҙе әйтәһең бит. Һинең бөтә нәмәң бар, үҙеңдең өйөңдә ултыраһың. Улар әсәйһеҙ ҡалды, тегендә-бында йөрөп, бында күсеп килделәр. Ир-ат нимә эшләй ала, ул, хатта өлкән кеше булһа ла, ниндәйҙер кимәлдә миңә бәйле. Әгәр әсәләре иҫән булһа, улар миңә Олжосты бирмәҫ тә ине, өс балаһы менән үҙҙәре бешереп ашар ине. Һин берәү генә. Улар өсәү. Улар үҫкәс, өс ғаилә буласаҡ, бер-береһенә ярҙам итәсәктәр. Минән башҡа һинең кемдәрең бар? Һин уларға туған бул, уларҙың яҡлаусыһы бул. Әгәр мин үлеп китһәм, һин уларға бәйле булырһың.
    Йомарт был һүҙҙәрҙән ҡурҡып китте. Ысынлап та, әсәһе үлһә, ул яңғыҙ ҡалыр, ҡайҙа барыр?
    Ошо һөйләшеүҙән һуң ул етем балаға тиккә бәйләнеүҙән туҡтаны. Аҡылбек менән дә бәхәсләшмәй. Дастанды велосипедҡа ултырта, өйгә саҡыра, икәүләп спорт менән шөғөлләнәләр. Хәҙер Дастан да асылды, күберәк һөйләшә башланы, аңламағанын унан һорай.
    Аҡылбек менән бесән йыйырға барғанда, уның көсөнә хайран ҡалды Йомарт. Салғыны бер һелтәгәндә өй ҙурлығындағы ерҙе түшәп һала. Ул майканы башына бәйләп ала ла ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғансы бер туҡтамай эшләй. Ваҡыт-ваҡыт менән әсәһе әҙерләгән айранды эсеп ала ла тағы ла эшкә тотона. Шундай тынлыҡта бары уның салғы тауышы ғына ишетелә.
    Йомарт һәм Дастан ҡулдары менән канау, юл ситендәге үләндәрҙе өҙөп ала. Ҡояш төшлөккә еткәс:
    – Балалар, әйҙәгеҙ, ҡояш байығансы ял итәйек, – тип ул футболкаһын сисеп, бөтә тәнендәге тирен һөртөп, һарайға юллана. Улар өс ағасты бергә ҡушып, уның өҫтөн ҡамыш менән ҡаплап, эҫелектән һыйыныу урыны эшләне. Һуңынан әсәһе әҙерләгән ризыҡтарҙы ашай башлайҙар. Өсөһө лә бергә ашап туйғас, улар кинәнеп йәшел болонда ята. Аҡылбек балаларға күптән үткән ваҡиғалар, ишеткәндәре тураһында һөйләй.
    Аҡылбек Алматынан алыҫ булмаған ауылда үҫә. Бала сағында ул футболсы булырға теләй, туп тибеп йөрөп, өйгә ҡайтып инмәй тиерлек. Бер мәл атаһы ҡалаға барып, алыҫ туғанын таба. Ул ҙур уҡыу йортоноң хужаһы була. Етенсе класты тамамлағас, ул малайҙы Алматының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә уҡырға урынлаштырырға ярҙам итә. Хыялын тормошҡа ашырған Аҡылбек, күнекмәләр алып, яҡшы спортсыға әйләнә. Бер ваҡыт ул башҡа балалар менән һуғышҡанда кемдер тимер менән тубығына һуғып уның аяғын һындыра. Шул саҡта уның бөтә хыялдары юҡҡа сыға, һәм ул ауылға ҡайта, сөнки спорт мәктәбе талаптарына тап килмәй. Физкультура институтына уҡырға инеү өсөн дә, армияға барыу өсөн дә яраҡһыҙ булып ҡала. Ул хатта төплө белем талап иткән университетҡа уҡырға инә алмай, сөнки спорт менән генә мәшғүл булып, математика, физика кеүек төп предметтарға иғтибар бирмәй. Һуңынан, унынсы класты тамамлағас, водитель булып йөрөй. Бер мәл юлда Дастандың әсәһен осрата. Ул уҡытыусы була. Уның эше буйынса улар Чарын ауылына китә, һәм өс балалары тыуа. Олжосты тапҡанда ныҡ ауырып китә ул һәм вафат була.
    Йомарттың әсәһе бик изге күңелле – яңы тыуған Олжосты тәрбиәләй, ла ике балаһын ҡараша. Уға сабыйҙарҙы балалар йортона алып барырға тәҡдим итеүселәр ҙә табыла. Әгәр уның әсәһе ҡарамаһа, Олжосты шунда алып китерҙәр ине.
    – Олжос хаҡына беҙ һеҙгә килдек, бында беҙгә яҡшыраҡ буласаҡ, – тине Аҡылбек үҙенең хикәйәһе аҙағында, әсәһенә айырым рәхмәт әйтеп.
    Минең әсәйем шундай изгелекле кеше тип ҡыуанып бөтә алманы Йомарт.
    – Һеҙ, балалар, минең кеүек бер эш менән әүҙем шөғөлләнмәгеҙ, спортты ла яратығыҙ, бөтә предметтарҙы ла яҡшы өйрәнегеҙ. Кәрәкмәгән урындағы низағҡа инергә ярамай. Үҙ көсөгөҙҙө белем менән күрһәтегеҙ. Ата-бабаларыбыҙ “Көсө бар берҙе еңер, белемле меңде еңер” тигән. Маҡсаттарығыҙға ирешер өсөн сабыр, ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ! – тип аҡыллы кәңәшен бирҙе. Шул ваҡыттан алып Йомарт Аҡылбек еҙнәһе менән ныҡлы

дуҫлашты.
Көҙөн, етенсе класта уҡый башлағанда, ул спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланы. Мәктәптә волейбол, баскетбол, футбол, өҫтәл теннисы секцияларында ҡатнашты. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған ярыштарҙы ҡалдырманы, бик йыш маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Уҡыу йылы башында «Сәләмәтлек фестивале”ндә бөтә уҡытыусылар, уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Физкультура уҡытыусыһы Сайдалым Адек улы, был ярыштарҙа еңеүселәр район ярыштарында ҡатнашасаҡ, ә унда ла еңеүселәр өлкә һәм республика бәйгеләрендә көс һынашасаҡ, тип шатландырып ҡуйҙы. Ҡасабала ҙур спорт майҙансығы төҙөләсәге тураһында яҡшы хәбәр таралды. Хәҙер ауылда спорт менән шөғөлләнергә теләмәгән бала юҡ.
Аҡылбек ағай менән кәңәшләшкәндән һуң, Йомарт дистанцияға йүгереү буйынса район ярыштарында ҡатнашыу маҡсатын ҡуйҙы. Аҡылбек башта малайға үҙенең белгәнен аңлатты. Йомарт уның спорт тураһында һөйләгәндә күҙҙәре янып китеүенә һоҡланды, ул шул тиклем һөйләшергә әүәҫ. Белмәгән бер нәмәһе лә юҡ.
– Йүгереү – ул еңел атлетика, ул иң мөһим спорт төрө, халыҡ уны “спорт батшабикәһе” тип атай. Йүгереү менән шөғөлләнеү өсөн әллә ни күп сығымдар кәрәкмәй, шуға ла күрә күптәр уны һайлай.
Уның төрҙәре бик күп– йүгереү, һикереү, ырғытыу, күпбәйге һәм башҡалар. Еңел атлетика классик олимпия атлетикаһына, ә ҡалғандары классик булмағандарға бүленә. Ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар, төрлө йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн спорт төрҙәре бар. Беренсе Олимпия уйындары Грецияла үтә. Шул ваҡыттан алып улар бөтә донъя буйлап үткәрелә. Илебеҙ командалары бөтә донъя олимпиадаларында дүрт йыл һайын ярыша. 1980 йылда Мәскәүҙә үтте. Унда Жаксылык Ушкемпиров исемле ҡаҙаҡ грек-рим көрәше буйынса олимпия чемпионы булды. Ул – Ҡаҙағстан тарихында алтын миҙал яулаған беренсе олимпия чемпионы. Олимпия миҙалы тағыр алдынан ул: “Мин йә үләм, йә алтын миҙал алам” тип үҙемә ант бирҙем”, – тип әйткән. Шулай итеп, ҡаҙаҡ көрәшсеһенең милләте һәм исеме донъяға билдәле булды. Һин спорт менән дә, көрәш менән дә ныҡлап шөғөлләнмәҫһең, бәлки. Әммә намыҫлы булырға, спортты тормош юлдашы итергә һәм һәр эштә еңергә өйрәнеү өсөн Жаксылык Ушкемпировтан өлгө алырға кәрәк, – тип аңлатты ул.
Аҡылбектең кәңәшенән һуң Йомарт үҙенең уҡытыусыһы менән ҡыҫҡа аралыҡҡа йүгереү буйынса ныҡлап шөғөлләнә башланы. 100 һәм 400 метр алыҫлыҡҡа йүгереүҙә район-ара ярыштарҙа ул юғары һөҙөмтә күрһәтеп, иң шәп өсәү иҫәбенә инде. Ошо уҡ йылда мәктәптәре лә райондар араһында команда зачетында икенсе урынды яуланы.
Был ҡаҙаныш Йомартты ғына түгел, уның бөтә тиҫтерҙәрен дә спортҡа ылыҡтырҙы. Районда уларҙың мәктәбенең даны артты. Шулай уҡ физкультуранан уҡытҡан Сайдалым ағаһының да дәрәжәһе күтәрелде.

АУЫЛДАҒЫ САУҘАГӘР

Яҙын районда үтәсәк сираттағы спорт ярыштарына Йомарт ныҡ әҙерләнде. Һуңғы сирек булғас, дәрестәргә лә илке-һалҡы ҡарарға ярамай. Етенсе класҡа тиклем алты рәхмәт хаты алды. Әсәһе: “Был – һинең эшең һөҙөмтәһе, әгәр йорт ҡыйығынан тағы ла һыу үтһә, ул боҙоласаҡ”, – тип, уларҙы һандығында һаҡлай. Өсөнсө сиректе яҡшы тамамлаһа ла, йыл аҙағында иркенләргә ярамай. Шулай уҡ ул спорт ярыштарында ҡатнашырға, үҙенең мәктәбен данларға теләй. “Иң яҡшы уҡыусылар” таҡтаһынан да төшөп ҡалырға ярамай.

Бына күп йылдар буйы ул балҡып торған күҙҙәре менән таҡта эргәһенән үткән кешеләргә ҡарай. Әсәһе лә уның менән ғорурлана: “Туҙанланмаһын өсөн һинең фотоңды һөртөп алдым, ә был рәтте йыуған ҡатын бер аҙ әрпешерәк”, – ти ул иҙән йыуған икенсе ҡатын тураһында. Ул Дастан менән Камшат өсөн өлгө булып тора. Аҡылбек еҙнәһе лә үҙенең балаларына: “Йомарт ағайығыҙ кеүек иң яҡшы уҡыусы, шәп спортсы булығыҙ”, – тип өлгө итеп ҡуя. Һуңғы ваҡыттарҙа Олжос та ”бишле”не өйрәнеп алды. “Олжос ниндәй малай?” тип һораһаң, ул биш бармағын күрһәтә. Шуға күрә уларҙың иң яратҡан һаны – ”биш”.

Мәктәп командаһы Чунджиҙағы ярыштарға ”Аҡтам урта мәктәбе” тип яҙылған махсус автобуста барҙы. Был микроавтобусты ошо мәктәпте отличие менән тамамлап, хәҙер Алматыла эшләгән Сөлөтбек ағай бүләк иткән. Балалар, ул бик бай, магазиндары, ресторандары бар, тип әйтә. Был ауылдағы ҡайһы бер кешеләр уның ҡул аҫтында эшләй икән. “Мин дә ҙур үҫкәс, шул тиклем бай булһам, әсәйемә һыу үткәрмәҫ ҡыйыҡлы ҙур йорт һатып алыр, мәктәпкә спорт майҙансығы төҙөр инем”, тип хыяллана-хыяллана ярыштар үткәреләсәк спорт мәктәбенә килеп етеүен дә һиҙмәне Йомарт.

Конкурсҡа иң көслө ярышсылар килгәйне. Йөҙ метрлыҡ ярышта ла, дүрт йөҙ метрлыҡ йүгереүҙә лә ул Кетмен ауылынан Ҡәнәғәт Көдеков исемле малайҙы уҙып китә алманы. Күҙҙәре янып торған ерән малай һәр ерҙә уның алдынан барҙы. Нисек кенә тырышмаһын, уға икенсе урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Йомартҡа бик ҡыйын ине. Былтыр ул өсөнсө урынды алғайны. Быйыл нисек тә беренсе булырға, өлкә ярыштарына путевка алырға теләгәйне бит. Ошо ярыш һылтауы менән Алматыны күрергә хыялланғайны. Әммә уның өмөттәре аҡланманы. Башын түбән эйеп, башҡа балалар менән ауылға ҡайтырға сыҡты.

Ҡайтҡанда автобусҡа эшҡыуар Роза инәй ҙә ултырҙы. Ул автобустың багажнигына өс ҙур ҡытай сумкаһын тығып ҡуйҙы, ә берәүһен үҙе менән салонға алды. Ул Йомарт янындағы буш урынға ҡунаҡланы. Үҙе ныҡ тирләгән, уның ҡарағусҡыл йөҙө ҡыҙыл төҫкә ингәйне, маңлайы сәс менән ҡапланған.

– Йомартжан, ошоно һинең аяҡ аҫтына һалһам, ҡамасауламаҫмы? – тип һораны ла, яуап та көтмәйенсә, тоҡто тығып ҡуя башланы.

Шул тиклем ҡыҫылған Йомарт тәҙрәгә һырлыҡты. Роза инәй уны һөйләштерергә тырышып, тегенеһен, быныһын һораштырҙы, әммә Йомарт асылып барманы. Остазының өмөтөн аҡлай алмауына кәйефе төшкәйне уның. Башҡа балалар автобуста йырлай, һөйләшә, күңел аса, әйтерһең дә, улар конкурста төп призды яулаған.

– Беҙҙең Йомартҡа әҙерәк кенә ваҡыт етмәй ҡалды. Ул еңер ине! – тине физкультура уҡытыусыһы йылмайып.

– Кетмен ауылы малайы шәп йүгерә! Күрербеҙ әле, өлкәлә үтәсәк ярышта еңерме икән?

– Ҡәнәғәт Көдеков спортсы булырға теләй, тиҙәр. Өлкәлә өсөнсө генә урынды алһа ла, уны Алматының спорт мәктәбенә алып китәләр.

Балалар төп призды алған күрше ауыл малайы хаҡында шулай фекер алышты.

Иртән өйҙән сыҡҡанда әсәһе: “Һин атайыңдың берҙән-бер тоҡомо. Шәп йүгерәм тип унда йығылып ҡуйма, тәүҙә һаулығың тураһында уйла. Әгәр ярышырға теләһәң, уҡыуҙа ярыш”, – тигәйне. Әсәһе ҡайһы берҙә үҙ һүҙле шул. Спорт менән уҡыуҙы йәнәш ҡуймай. Уның өсөн “бишле”гә уҡыған, маҡтау грамоталары алған бала ғына үҫкәс нимәгәлер өлгәшә, ысын кеше булып китә. Ҡыҙыҡ инде – яҡшы уҡымағандар кеше түгелме ни? Үҙе биш класс ҡына уҡыған. Улай булғас, әсәһе үҙе кем?

Ул ауылға шундай күңелһеҙ уйҙар менән ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Автобус ҡапыл туҡтағас, хатта башы менән тәҙрәгә бәрелде. Роза инәй көс-хәлгә төрлө-төрлө сумкаһын һөйрәп сығара башланы. Балалар спорт сумкалары менән төрлө яҡҡа таралды. Роза инәй ике тәгәрмәсле бәләкәй ҡул арбаһын йәйеп ебәреп, уға бер сумкаһын һалды ла икенсеһенә тотонғас, Йомарт уны ерҙән алып арбаға һалды. Унан тағы бер тоҡто яурынына һалып, икенсе ҡулы менән арбаны этеп алып китте. Роза инәй ҡалған тоҡто, Йомарттың бәләкәй спорт сумкаһын алды.

– Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем. Баҡтиһәң, минең йөк күп икән. Быларҙың барыһы ла ауылда кәрәк. Бөтә заказдарҙы ҡағыҙға яҙып алам да аҙнаһына бер тапҡыр райондан килтерәм. Моғайын, һине әсәйең көтәлер. Боролошта ҡалдыр, мин үҙем алып барам, – тине ул бер аҙҙан.

Йомарт өндәшмәне. Ул алға төшөп, аҙымдарын шәбәйтте. Роза инәй ҙә, ауыр һулай-һулай, унан ҡалышмаҫҡа тырышты. Йомарт, боролошта ла туҡтап тормай, Роза инәйҙең бәләкәй генә магазинына килеп етте. Инәй:

– Һин инде егет булып еттең, Йомарт, һине саҡ ҡыуып еттем, – тине лә сумканы арҡаһынан төшөрөп, кеҫәһенән асҡыстар эҙләй башланы.

Улар бергә дүрт тоҡто эскә индергәс, Йомарт сумкаһын яурыны аша һалып китергә йыйынғанда:

– Йомарт, һин нисәнсе класта уҡыйһың? – тип һораны ул, һөйләштерергә тырышып.

– Етенселә.

– Һиңә ун дүрт йәш, Жибектең берҙән-бер улы. Мин – Жибектең килендәше, – тине ул йылмайып.

– Көҙгә буласаҡ…

– Йомарт, ултыр әле, мә, ошо эсемлекте эс, миңә һинең менән һөйләшергә кәрәк, – тине ул, кока-коланы сумкаһына соҡоп сығарып.

Әле ауылға бындай эсемлек килгәне юҡ ине, һирәк осрай. Йомарт уны өндәшмәй генә алды ла, нисек асырға белмәй аптырап торғандан һуң, ҡапҡасын күтәреп асты һәм ҡомһоҙланып эсә башланы. Бик сарсағайны шул. Роза инәй үҙенә сәйнүктән бер сынаяҡ сәй ҡойҙо ла:

– Йомарт, ултырғысҡа ултыр әле, – тине.

Йомарт, оялып, ул күрһәткән ултырғысҡа ҡунаҡланы. Роза инәй уға ҡаршы ултырҙы:

– Мин, әсәйең кеүек үк, бик иртә өс бала менән тол ҡалдым. Ике ҡыҙым хәҙер тормошта инде, Алматыла йәшәйҙәр. Улым да шунда, төҙөлөш колледжында уҡый. Улар тиҫтерҙәре алдында үҙҙәрен етем итеп тоймаһын тип, мин бына шулай йөрөйөм. Иген дә иктем, баҡса ла үҫтерҙем. Хәҙер һатыуға күстем. Элек бында келәт ине, колхоз тарҡатылғас, ул буш ҡалды. Ауыл советынан рөхсәт һорап, бер аҙ ремонт эшләп, магазинға әйләндерҙем. Районда патент алдым, һалымдар түләйем. Тәүҙә бер мөйөштә генә торҙом. Кешеләр әйберҙе күпләп ала башлағас, быйыл был өлөшөн дә ремонтланым. Сауҙа артты. Шулай итеп, Чунджиҙан тауар ташыйым. Мин бер үҙем генә һатам. Бөгөн һинең эшһөйәрлегеңә ҡарап, уйға ҡалдым. Бәлки, миңә буш ваҡытыңда ярҙам итерһең, ял көндәрендә тауар алырға киткәндә магазинда торорһоң? Мин һине һатырға өйрәтермен. Иң мөһиме, һин калькуляторҙағы иҫәпләүҙәрҙә яңылышма. Был совет осорондағы кеүек үк түгел. Һин нимә һатаһың, шуны яҙып алаһың. Мин килгәс, үҙем инвентаризация үткәрәм. Һиңә эш хаҡы түләйәсәкмен. Аҡса эшләп, әсәйеңә ярҙам итерһең, – тине ул, уны ҡыҙыҡһындырырға тырышып.

Йомарт ул төндә бөтөнләй йоҡлай алманы. Күҙҙәрен йомоп өлгөрмәй, магазин кәштәләрендәге тауарҙар күҙ алдына килә. Әйтерһең дә, уларҙы һанай. Аҡса эшләү уның күптәнге хыялы бит. Иң тәүҙә телевизор һатып алыр ине. Ул бының өсөн аҡса йыйыр. “Әсәйемә әйтмәйенсә генә Роза инәйгә ярҙам итермен, етерлек аҡса йыйғас аңлатырмын”, – тип үҙ алдына уйланы ул. Иртәгеһенә Йомарт мәктәптән һуң магазинға китте. Роза инәй уны күреүенә ҡыуанып бөтә алманы.

– Йомарт, килеп тә еткәнһең, ә мин кисәге тауарҙы тараттым. Әйҙә, эскә инәйек, – тип ул келәткә саҡырҙы.

Малай:

– Һаумыһығыҙ, – тип иҫәнләште лә сумкаһын ултырғысҡа ҡуйҙы.

– Һин минең ярҙамсым булырһыңмы? – Роза инәй уға өмөтләнеп ҡараны.

– Эйе.

– Бик яҡшы, ҡулыңды бир! – Инәйҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты. Ул үҫмерҙе ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты.

– Әйҙә, башлайыҡ! – тип эргәһенә Йомартты ултыртып, алдына журнал, калькулятор һалды. Шулай итеп, ул үҙенең ”беренсе дәресен” үткәрә башланы.

Тәүге эш көнө Йомартты шундай ҙур уңышҡа илтерен бер кем дә күҙ алдына килтермәгәндер. Ярыштың төп призын ала алмаһа ла, ул заман өсөн кешеләргә баҙар закондарын үҙләштереү мөһим дәрес булғандыр.

Хәҙер Йомарт мәктәптән сыға ла тура магазинға йүгерә. Өйгә эштәрен дә шундай, эшләй. Велосипеды ла шунда ғына тора. Ҡайһы ваҡыт велосипедында елдереп кенә өйгә ҡайтып, Олжосты күреп, Камшатҡа һыу ташып бирә. Әсәһенә мәктәптә иҙән йыуырға ла ярҙам итә. Ул хәҙер малайҙар менән футбол уйнамай. “Һин килгәне бирле еңел булып ҡалды”, – тип Роза инәй ҡыуанып бөтә алмай. Магазинда махсус журнал бар, Йомарт кемгә нимә кәрәклеген һорап, күпме аҡса ингәнен шунда яҙып бара. Ә Роза инәй ошо яҙыуға ҡарап урындағы баҙарҙан тауарҙар алып ҡайта. Уны Йомарт автобустан барып ҡаршы ала. Бер ваҡыт ул:

– Инәй, беҙҙән әйбер алырға теләүселәр артҡандан-арта. Әйҙә тауарҙы барып алыу өсөн берәй машина яллайыҡ. Автобус менән йөрөү өсөн дә шул уҡ аҡса китә бит. Ниңә Маҡсат ағай кеүек таксистарҙы ялламаҫҡа? – тине.

– Элек заказдар аҙ ваҡытта магазинды бикләй ҙә үҙем китә торғайным. Һин килгәне бирле алып ҡайтҡан тауар бер аҙнаға ла етмәй. Заказдар бигерәк күп. Хатта хәҙер магазинды ла бикләгәнем юҡ, ялһыҙ эшләй. Ҡара әле, һин бик дөрөҫ әйтәһең! Шулай итәйем әле, – тип бик ҡыуанды ул был фекер өсөн.

Йомарт әсәһенә магазинда эшләүе хаҡында әйтергә оҙаҡ ҡыймай йөрөнө. Бер көн ысынын әйтергә булды. Әсәһенең магазинға йөрөргә ваҡыты ла юҡ. Шулай ҙа берәй көн ҡапыл магазинға килеп инһә?! Унда калькулятор тотоп ултырған улын күрһә, нимә булыр? Ул әсәһенең холҡон яҡшы белә. Әгәр уның магазинда эшләүен оҡшатмаһа? Тетмәһен тетәсәк бит. Шуға ла әсәһенә мәктәптә иҙән йыуырға ярҙам иткәндән һуң, өйгә ҡайтып килешләй үҙенең серен асты.

– Әсәй, мин һинең ярҙамсың булдым, эйе бит? – тип башланы ул.

–Эйе, – тине ул ҡыҫҡа ғына итеп, ғәҙәттәгесә.

– Әсәй, әгәр бер нимә әйтһәм, һин мине әрләмәйәсәкһеңме? – Малай алға сыҡты ла әсәһенә боролдо һәм һораулы ҡарашы менән уның йөҙөнә текәлде.

– Яҡшы хәбәр булһа, ниңә асыуланайым ти. Ниндәйҙер насар эш ҡылһаң, ул сағында иманыңды уҡытырмын! – Уның тауышы шундай көслө сыҡты. ”Бәлки, әйтергә кәрәкмәйҙер?” – тип уйлап ҡуйҙы Йомарт ҡурҡышынан.

Улар йәнәш атлай бирҙе. Әсәһе улының өндәшмәүенә борсолдо:

– Йә, нимә теләгәнеңде әйт тә ҡуй.

Йомартҡа үҙенең эшкә урынлашыуы хаҡында әйтмәй сара юҡ ине:

– Әсәй, Роза инәй үҙенең магазинына мине ярҙамсы итеп саҡырҙы. Уға бер аҙ ярҙам итһәм буламы? Һин нисек уйлайһың?

– Ярай, саҡырған, ти. Һинән башҡа бер кемде лә тапмағанмы? Уҡыу менән нимә эшләрһең?

– Мин мәктәптән һуң йөрөйәсәкмен, ял көндәрендә генә ярҙам итәсәкмен.

– Һинең үҙ эшең юҡмы ни? Өйҙә малдар, һеңлең, ҡустың бар. Мин көн дә эштә йөрөйөм.

– Мин бөтәһенә өлгөрәсәкмен.

– Нимә, һин унда-бында йөрөйәсәкһеңме? Сөнки уға ҡол кәрәк бит...

– Ул миңә аҡса түләйәсәк.

– Нимә? Ниндәй аҡса? – Әсәһенең ғәжәп­лә­неүе сикһеҙ ине. Улының йөҙөнә ҡараны.

– Ул, эшең өсөн түләйәсәкмен, тине.

– Ул мине белә, берҙән-беремде бер кемгә лә ҡоллоҡҡа бирмәйәсәкмен. Әйҙә әле магазинға барайыҡ, – тине ул.

– Жибек һеңлем, һаумыһығыҙ, – тине Роза инәй, уларға ҡаршы сығып.

– Һаумы! Был малай нимәлер әйтте... – тине ул, тирә-яғына ҡарап. Магазинда бер кем дә булмағас, әсәһе һүҙен дауам итте: – Роза, ошо балаға ниндәй эш ҡушаһың ул?

– Буш ваҡытында уның ярҙам итеүен һорағайным. Йомарт үҙ эшен яҡшы белә, тиҙ иҫәпләй, – тине Роза инәй.

– Эйе, ул яҡшы уҡый, тиҙ иҫәпләй, – тип ғорурланып әйтте әсәһе. – Уға эшләгән өсөн аҡса ла түләйһеңме?

– Эйе, һеңлем! Йомартҡа айлыҡ килемдең ике процентын бирәсәкмен.

– Мин проценттарҙы аңламайым. Ул етем, иң мөһиме, һин уның хеҙмәтен баһала. Алда йәйге каникулдар тора, бөтә балалар ҙа аҡса эшләргә тырыша. Ул да аҡсаның нисек ауыр килеүен күрһен, – тине әсәһе.

– Процент – минең күпме аҡса эшләүемде ике өлөшкә бүлеүемде аңлата. Мин уны алдамаясаҡмын. Мин Йомартҡа ышанам, шуға ла уны саҡырҙым. Хәҙер бында эшләргә теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар күп. Йомарт ирҙәр кеүек көслө.

– Аллаға шөкөр! Атаһы ла таҙа, көслө ине. Йомарт спорт менән дә шөғөлләнә. Шуға күрә ул тиҫтерҙәренән ҙурыраҡ. Иҫән, сәләмәт кенә булһын балаҡайым, – тине әсәһе, Йомартты маҡтап.

Әсәһенең фатихаһын алып, Йомарт хәҙер ихластан магазинда эшләй башланы. Ул хатта Балҡыя инәйгә ярҙам итә, көн аша иҙәнен йыуып бирә. Өс кешенән торған команда үҙ-ара йыйылыш үткәрә, тауарҙы нисек һатыу, “бурыстар дәфтәренә” йыйылған аласаҡты нисек йыйыу, халыҡҡа нимә кәрәклеге, заказдар йыйыу, тауарҙы нисек урынлаштырыу тураһында фекер алыша.

Йомарттың шул тиклем йомробаш булыуына иҫе китә Роза инәйҙең. “Һин ниндәй аҡыллы малайһың, әллә нимәләр уйлап сығараһың”, – тип маҡтап бөтә алмай. Бер ваҡыт улар тауар эҙләп районға барғанда төрлө кешеләрҙең һүрәттәре төшөрөлгән календарҙар күрҙе. Бигерәк матурҙар! Бәләкәй генә, кухняға, балалар бүлмәһенә элеп ҡуйырға мөмкин.

– Фотоларын ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән бергә ҡуйып эшләгәндә бик яҡшы булыр ине. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шундай календарҙар эшләп һатайыҡ. Мин уҡыусыларҙың исемлеген төҙөйөм, фотолар йыям. Бының өсөн барыһы ла шат буласаҡ, – тип ул үҙенең уйҙарын Роза инәйгә әйтте.

Улар календарҙы эшләй торған урынды эҙләй башланы. Баҡтиһәң, уны “Типография” тип яҙылған бинала эшләйҙәр икән. Типография етәксеһе уларҙы ихлас ҡаршы алды, тәҡдимдәренә шатланып риза булды. Мәктәпкә килгәс, Йомарт был хаҡта класташтарына әйткәйне, улар ҙа ҡыуанып бөтә алманы. Тиҙҙән башҡа класс уҡыусылары араһында шундай календарь эшләтергә теләүселәр табылды. Ял көндәрендә Йомарт үҙе типографияға барып, календарҙарҙы эшләтеп алып килә башланы. Хәҙер кешеләр магазинға килеп тә шундай уҡ календарға заказ бирергә тотондо. Тиҙҙән бындай фотолы календарҙар бөтә ауылдың һәр йортонда бар ине.

Был эштең килеме лә мул ғына. Роза инәй әйтеүенсә, ярты йыл эсендә алынған табышты улар бер айҙа алған. Һуңынан ул Йомарттың өлөшө итеп йөҙ мең тенге бирҙе. Бына телевизор һатып алырлыҡ аҡса ла булды. Ул аҡсаһын алып ҡайтып, әсәһенә телевизор һатып аласағын әйткәс:

– Эх, Йомарт, миңә бындай аҡсаны табыу өсөн өс ай эшләргә кәрәк. Роза инәйең ысын күңелдән бирҙеме? – тине ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса.

– Әсәй, был аҡсаны минең хеҙмәтем өсөн түләне, – тине ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан малай.

– Мәрхүм атайың һинең бай, йомарт бай булыуыңды теләне. Был һинең байлығыңдың башы булһын, телевизор һатып ал. – Ҡыуаныстан әсәһенең күҙҙәре йәшләнде.

Тиҙҙән Йомарт магазиндан “Горизонт” маркалы төҫлө телевизор һатып алды ла уны өйөнә такси менән алып ҡайтты. Был уларҙың йортонда Йомарттың хеҙмәте менән алынған беренсе ҡиммәтле әйбер ине. Хәҙер әсәһе Бразилияның “Байҙар ҙа илай” сериалын рәхәтләнеп ҡарай, геройҙар өсөн борсола. Дастандың да, Камшаттың да, хатта Олжостың да үҙҙәре генә ҡараған мультиктары бар. Хәҙер улар бөтә донъяның яңылыҡтарын белеп тора. Шәп бит!

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас