Кешегә хыял кәрәк
– Йылдан-йыл кешегә күберәк техника кәрәк, инәй. Миксер тигән нәмәкәй бар, уның менән төрлө ризыҡты бутап та, болғап та, ваҡлап та була, ашханалағы апайҙар шуның менән бешерә. Элек ыҙалап ҡулдан туҡыған нәмәне биш минут эсендә эш итеп була. “Аристон” тигән һыу йылытҡыс бар, теләһәң, ваннаға ла эҫе һыу була, ҡашығаяҡ йыуам тиһәң дә ҡайнар һыу әҙер. Ток аша ла, газ аша ла эшләй. Микроволновка тигәне лә кәрәк. Ашты ла, һөттө лә көйҙөрмәй йылытырға була.
Әйҙә, тағы ла үтек, электр сәйнүк, мейес, башҡа кәрәк техниканы килтерәйек. Жаркентта ҙур баҙар бар, унда Ҡытайҙан алып килгән тауарҙарҙы һаталар. Чунджиҙан ҡиммәткә алғансы, һеҙ шунан тура барып ала алаһығыҙ. Иң мөһиме, килтерегеҙ, ә беҙ бында һатырбыҙ, — тип тәҡдим итте Йомарт.
Роза инәй менән Жанаркүлгә егеттең әйткәне оҡшаны. Дөрөҫө шул инде: ауыл халҡы техниканы районға барып ала, ниңә һуң ауылда һатмаҫҡа?
– Уларҙы кейем бүлеге эргәһенә ҡуйырбыҙ, үҙем һатырмын, — тип Жанаркүл әйткәндәрен хупланы.
– Әлегә шулайтырбыҙ. Көн йылынғас, буш урынға ҙур бина төҙөрбөҙ ҙә шунда техниканы күсерербеҙ. Ауыл тулы телевизорһыҙ, һыуытҡысһыҙ кешеләр, — тип Йомарт үҙ өҫтөнә тағы бер эш алды.
– Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, теләгәндәрең уң сығып тора, — тип ҡыуанды Роза инәй.
— Хыялдарға батып һөйләшеп ултырғандарҙың әңгәмәһен ниндәйҙер тауыш бүлдерҙе.
— Нимә булды ул? — Роза тертләне.
— Кисәнән бирле әллә нимә шатырлай шул, — тине Жанаркүл.
Йомарт, тауышты тыңлап, бөтә бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Шатырлау йәнә ҡабатланды.
— Батареянан сыға. Кабдеш ағай әпәт мейесте һүндерҙеме икән әллә? — тип, курткаһын кейеп тышҡа сыҡты. Магазинды урап мейеслеккә керҙе. Мейес тирәһендә Кабдеш сыуаланып йөрөй.
— Әссәләмәғәләйкүм! — тип иҫәнләште Йомарт.
— Вәғәләйкүмсәләм. — Күмер һалып торған Кабдеш эшенән айырылмай яуап ҡайтарҙы.
– Мейес һүндеме әллә? — тип, Йомарт алан-йолан ҡараш ташлап, һыу котелына ынтылып маташты.
— Юҡ инде! Туҡтауһыҙ яғам, кисәнән бирле әллә нәмәһе шатырлай, — тине мейессе.
— Нимәнән икән? — тип ҡыҙыҡһынды Йомарт.
– Мин ҡайҙан беләйем?! Эшем мейес яғыу ғына, — тине ҡоромға буялып бөткән, кәпәсе ҡырын ятҡан Кабдеш.
– Мин дә шуға аптырайым. Хәҙер Аҡылбекты алып киләм, күмер өҫтәмәй тороғоҙ, — тип, Йомарт уның йортона юлланды.
“СТО” тип яҙылған гараж эсендә Аҡылбек тағы бер егет менән машинаның тәгәрмәсен алмаштыра ине. Эшенән айырылмай ғына ул һаулыҡ алды. Йомарт ҡабаланып хәлде аңлатты. “Киттек, ҡарайыҡ”, — тип Аҡылбек машинаһын тоҡандырҙы ла магазинға юл тоттолар. Уларҙы урамда ултырған Кабдеш ҡаршы алды. Аҡылбек шунда уҡ мейеслеккә инеп, баҫҡыс алып, һыу котелын тикшерергә булды. Эсенә ҡараш ташланы ла “Ойбай!” тип ҡысҡырып битен тотто.
– Нимә булды? — тип аҫтағы икәү унан шунда уҡ һораны.
– Һыуы бөткән бит, битем бешә яҙҙы, — тине ул.
– Мин уны ҡайҙан беләйем! Ут ҡына яғам бит, – тип аҡланды Кабдеш.
– Ҡасан һуңғы тапҡыр күмер ташланың? — тип һораны Аҡылбек. — Котелдағы һыу парға әйләнгән. Батареялар эстән кипкән, шуға шатырлай. Тағы берәр көндән шартларҙар ине, — тип аңлатты.
Был ваҡытта Йомарт һыу алып килде. Уға Кабдеш та ҡушылды, Аҡылбек котелға ҡойоп торҙо. Тауышҡа Роза инәй ҙә йүгереп килеп еткәйне. Хәлдәрен белешкәс, ҡото осҡан инәй “Аллам һаҡлаһын!” — тине лә күнәктәр алып, һыу ташышырға кереште.
Котелға һыу тулғас, бөтәһе лә еңел тын алып ҡалды. Кабдеш мейесте йәнә тоҡандырҙы, Аҡылбек батареяларҙан эҫ һауаны сығарҙы. Батареялар шартлап өлгөрмәгәненә кәйефе күтәрелеп, Роза магазинға йүнәлде.
– Барс, аяҡ араһында буталып йөрөмә әле, — тип этте ҡыуып ебәреп, магазинға инде. “Йомартһыҙ нимә генә эшләр инемдер?” — тип уйлап һөйөндө.
Ҡышҡы һыуыҡтар бер аҙ йомшарғас, Роза инәй, Йомарттың тәҡдимдәрен тормошҡа ашырып, техника бүлеген асты — миксерҙар, микроволновкалар, электр сәйнүктәр, плойкалар, электр ҡырынғыстар килтерҙе. “Күҙ күрер, алырҙармы, юҡмы әле”, — тип икеләнеп асҡайнылар, бер аҙна эсендә тауарҙарын һыпырып алып бөттөләр.
Йомарт шунда уҡ Жанаркүлгә яңы эш ҡушты:
– Килгән кешеләрҙән һораш әле, һыуытҡыс, телевизор, музыкаль үҙәк кәрәкмәйме? Исемлек төҙөп бар.
– Аҙна аҙағына ун кеше заказ яһаны.
– Ну, инәй, хәҙер Жаркентҡа бараһығыҙ инде, кешеләрҙең заказдарын алырға кәрәк, — тип инәһен юлға оҙатты.
– Ҡайҙан башыңа килгәндер был уй?! — тип Роза һөйөнөп бөтә алманы.
– Һатыу итер өсөн кешегә нимә кәрәклеген белергә кәрәк, — тип Йомарт ике ҡулы менән уныҡын ҡыҫып һаубуллашты.
Өс көндән көплө “КамАЗ” магазин эргәһенә килеп туҡтаны. Йомарт дуҫтары менән тауарҙарҙы магазинға ташыны. Роза телевизор, һыуытҡыс алып килгән тигәнде ишеткәс тә, алдан алынған заказдарға ла иғтибар итмәй, тауарҙарҙы алып бөттөләр.
Әммә барыһы ла яҡшы ғына бара аламы ни? Кемдер һалым комитетына хәбәр еткергән, йәнәһе, ауылда Роза исемле ҡатын алдап һата. Ике йыл эсендә ике ҙур бина төҙөгән, имеш. Ә бер етем баланы ҡол һымаҡ эшләтә. Бер көн райондың һалым бүлегенән, санэпидстанциянан тип магазинға ике ир менән бер ҡатын килеп инде. “Ҡайҙа касса аппараты?”, “Фискаль чек ниңә юҡ?” — тип төпсөндө улар. “Бәлиғ булмағандарҙы эшләтергә хаҡығыҙ юҡ. Хеҙмәт кодексын белмәйһегеҙме? Ниңә ул төндә эшләй? Закон алдында яуап тоторға тура киләсәк!” — тип ҡурҡыттылар. “Өс хеҙмәткәрегеҙҙең, шул иҫәптән һеҙҙең дә, санитар кенәгәһе юҡ, ҙур штраф һалынасаҡ”, — тине санврач. Һөҙөмтәлә тикшереүселәр магазинды ябырға кәрәк тигән ҡарарға килде.
Розаның шарҙай асылған күҙҙәренә йәштәр килеп тығылды, ул ҡарашын бер тикшереүсенән икенсеһенә күсерҙе. Хоҙайҙан башҡа яҡлаусыһы юҡ шул уның. Йомарт Роза инәй уның туғаны икәнен, үҙ теләге, ризалығы менән эшләгәнен әйтеп ҡараны ул, файҙаһы булманы. Ахырҙа, уны ҡайтарып ебәрҙеләр. Тикшереүселәр Жанаркүлде күреп, уға ла бәйләнделәр.
Роза инәй тикшереүсе менән уртаҡ тел табып ҡарарға уйлап, кассала булған аҡсаны алды. Яңғыҙы ғына ҡалған ваҡытты файҙаланып:
– Магазиным өс етем баланы ашата. Минең хәлде аңлағыҙ инде... Бынан был яғына законлы итеп эшләрмен. Күпме кәрәк икәнен әйтегеҙ, аҡсаһын бирәм. Касса ла ҡуйырмын, — тине.
– Бында бер түләү менән генә эш бөтмәй. Ай һайын килермен, һин миңә айырым “һалым” түләрһең, — тип аңлатты тикшереүсе ҡатын. Башҡа юл күрмәгән Роза ризалашты.
Был ҡатын ике егет менән нимә тип һөйләшкәндер, һатыусы уныһын белмәй, “һалымын” бирҙе лә, тикшереүселәрҙе оҙатты.
Магазины өсөн былай ҙа ҡото осоп торған Роза был хәлдән һуң шаңҡып ҡалғандай булды. Сәстәре ҡойолдо, кеҫәһе йоҡарҙы. Бер-ике аҙна хатта магазинда күренмәй торҙо. Үҙ аңына килеп, бер аҙ тынысланғас, эшкә үҙгәрештәр индерергә кәрәклегенә тамам инанды. Йомарт был ваҡытта техника өсөн айырым магазин төҙөй башланы.
Үҙе мәктәптә саҡта ике эшсе магазинға стеналар һала торҙо. Йомарт көн дә уҡыуҙан ҡайтҡас та, сумкаһын мөйөшкә һелтәп, төҙөлөшкә юл тота. Юғарыраҡ класҡа етә барған һайын, уҡыу ҙа ауырлаша башланы.
Алгебра, геометрия, физика һәүетемсә бара ул былай. Ә бына ҡалған фәндәргә теше үтмәй. Етмәһә, әсәһе лә төрттөрә, “громата юҡ – рәйес тә юҡ”, йәнәһе. Һеңлеһе Камшат һәйбәт уҡый, грамоталар алып ҡайта, ә әсәһе уларҙы күренеп торған урынға ҡуя.
Бөгөн аҙнаның һуңғы көнө, тағы бер аҙнанан Йомарт унынсы класты тамамлай. Егет тиһәң дә була. Буйы, битенең түңәрәклеге, танауы, бүре йөнөләй сәстәре, күк күҙҙәре менән ул ҡойоп ҡуйған атаһы. Әсәһе шулай ти. Ә холҡо? Әсәһе һүҙҙәренсә, атаһы изге күңелле булған, туғандарына ла, күршеләренә лә ихтирам менән ҡараған, ныҡ йоморт булған, башҡаға һуңғы ыштанын бирергә әҙер торған. Хатта мохтаждарға бәрәсен, сабый тыуһа, кәзә йә быҙау бүләк иткән. Шуғалыр ҙа, бәлки, улар байып китә алмағандыр.
– Ә һин, киреһенсә, йомоҡһоң, кәрәкмәһә сығып та йөрөмәйһең. Һин минең кеүек үк тура һүҙлеһең, — тине әсәһе уның тураһында. Хаҡ һүҙгә яуап та юҡ. Йомоҡлоғо арҡаһында бер Мырҙагилде дуҫы ғына бар бит.
Көн булһынмы, төн булһынмы, Йомарттың уйында тик магазин. Былай тир түгеп Роза инәһендә эшләүенең бер генә сәбәбе — аҡса йыйыу. Ҡулына төшкәнен ул әсәһенең һандығына һалып бара. Был турала әсәһе генә белә.
Бер тапҡыр телевизорҙан бай кешеләр тураһында тапшырыу ҡарағайны. Өс миллионер уңыштары хаҡында һөйләне. Иғтибар менән ҡараны, һәр нәмәне хәтерләп ҡалырға тырышты. Беренсеһе шырпы һатыуҙан башлаған. Яп-ябай шырпынан! Бер ағас бөртөгөнән. Әммә уның осонда – ут. Утһыҙ кеше йәшәй алмай. Донъя тарихында был – иң кәрәкле лә, иң хәүефле лә әйбер.
“Баҙар иҡтисады ваҡыты еткәс, халыҡ нимәгә мохтаж икәнен өйрәнә башланым. Ябай кешегә шул бәләкәй генә ағас бөртөгө кәрәклеген асыҡлағас, һуңғы 250 долларымды йыйып алдым да Рәсәйҙән шырпы һатып алдым. Шулай мин үҙемдең тәүге бизнесымды астым. Ул ваҡытта университетты яңы тамамлаған инем”, — тип һөйләгәйне ул.
Икенсеһе бизнесты парфюмериянан һәм пудраларҙан башлап киткән. Эшһеҙ ҡалғас, ҡатыны менән Ҡытайға барып ике ҡумта тауар һатып алып эшен аса. Өсөнсөһө, Алматыға уҡырға ингәс, дуҫы менән емеш-еләк, йәшелсә һата. Уларҙы ауылда үҫтереп, ҡартатаһынан ҡалған иҫке генә марседеста ҡалаға ташығандар.
Хәҙер уларҙың өсөһө лә Ҡаҙағстандың беренсе миллионерҙары. Бөтәһе лә бәләкәйҙән байлыҡ тураһында хыялланғандарын һөйләне, өсөһөнөң дә теләктәре тормошҡа ашҡан. Был тапшырыу уңышҡа эшһөйәрлек ярҙамында өлгәшеп булыуы хаҡында. Ысынлап та, ҡарағас, Йомарттың күңелендә хыял тыуҙы: “Мин дә бай буласаҡмын. Әсәйемде батшабикәләй итәм”, —тип уйланы ул. Кешегә хыял кәрәк, был теләк Йомартты ҡанатландырҙы.
Каникулдар башланғас, егет магазиндан сыҡмаҫ булды. Роза инәһе менән Жаркентҡа барып, баҙар ниндәйерәк булғанын күреп ҡайтты. Инәһе һындыра-вата һөйләшеп, йә унда, йә бында, йә теге һатыусылар менән аралашып, тауарҙарға заказ яһап, яҙып ҡалдырҙы. Икәүләшеп төшкө аш ашанылар ҙа, ҙур арбалы кешене яллап, тауарҙарын барып алдылар. Баҙар эргәһендә торған бер “КамАЗ” менән һөйләштеләр. Роза тауарҙы ташып торҙо, Йомарт эскә рәтләп ултыртты. Техника баҙарына улар инде машина менән барып етте. Унда һатыусылар үҙҙәре тейәп бирҙе. Ҡара төнгә тиклем йөрөгәс, шунда уҡ йоҡларға ҡалдылар, ә иртәгеһенә Аҡтамда инеләр.
Йомарт юл буйы йоҡланы. Шуға ла ҡайтып еткәс, арығанлығы ла беленмәне. Улар “Хозтовары” тигән яҙыулы яңы бинаға тауарҙарын бушатып та ҡуйҙылар.
– Йомарт, беҙ әле бында рәтләп теҙгәнсе, асылғансыға тиклем ике-өс көн ял ит. Өйҙә әсәйеңдең дә эше йыйылып киткәндер, — тип Роза инәһе уны ҡайтарып ебәрҙе.
Йомарт булһын да, ял итеп тик ятһын ти! Ул Аҡылбек еҙнәһенә юлланды. Егетте күргәс, уныһы ҡыуанып ките.
Аҡылбек Дастанды руль артына ултыртып, моторҙа соҡона ине.
– Жайдарҙың маздаһы, — тип аңлатты Аҡылбек еҙнәһе. — Алып өлгөрмәгән, коробкаһы осҡан. Мин һине үҙем эҙләгәйнем, килеп шәп иттең.
– Өс көн бушмын. Теге юлы Сарсен бабайға бесәнен сабырмын тигәйнем.
– Үҙенең малайы бар түгелме, ниңә һинән саптыра ул?
– Улы кәләше менән ҡалаға күскән, ауылда эш юҡ, тиҙәр. Ә ҡартҡа ҡышҡылыҡҡа бесән сабырлыҡ кеше юҡ. Мин уға бер тюк өсөн 500 тенге түләһәң, эшләп бирәм тинем.
– Шулай тиер инең. Түләһә, эшлә, — тип йылмайҙы Аҡылбек.
– Шуға килгәйнем мин һеҙгә. Салғы менән арба биреп тороғоҙ әле?
– Иртәгә мин дә буш, эшләшәм, әйҙә.
– Ярай, — тип көлдө Йомарт.
Иртәгеһен таң менән тороп, әсәһе әҙерләгән икмәк менән ҡатыҡты һалып алып, күк ишәгенә атланып Аҡылбектең йортона килде. Ул аҡ ишәгенә сумкалар тейәп, әҙер торған. Икәүләшеп ишәктәргә ултырып, Ҡатартереккә юл тоттолар. Йәй ямғырлы булғас, үлән шәп үҫкән. Биленә етеп торған үлән араһына инеп, Аҡылбек:
– Әйҙә бөгөн ошо ярҙан башлайыҡ. Иртәгә бәйләп, бабайға алып барырбыҙ, — тине лә ишәген ебәреп, салғыһын осланы.
Йомарт та ишәген ебәрҙе. Көн уртаһына ҡарай улар ҡәҙимге генә саптылар. Төшкө ашҡа туҡтап, тамаҡ ялғарға ултырҙылар.
– Быйыл нисек тамамланың? — тип һораны Аҡылбек.
– Нимәне? — тип аптыраны егет.
– Уҡыуыңды әйтәм. Магазинда эшләп, мәктәпте онота башланыңмы? Башҡалар юҡҡа ғына үҙеңде “сауҙагәр” тимәй икән, — тип ул көлдө.
Йомарт башҡаларҙың уға улай ҡушамат тағыуына эстән ҡыуанды.
– Уҡыу элекке һымаҡ шәп түгел инде. Магазинда быйыл эш күп булды бит, — тип йәшереп торманы Йомарт.
– Йомарт, ул бит һинең магазин түгел. Нисек кенә тырышһаң да, Роза өсөн эшләйһең. Ә уҡыуың — үҙең өсөн. Хужабикәгә берәй нимә оҡшамаһа, ҡыуыуы ла бар.
– Яҡшы уҡыу мотлаҡ түгел бит. Кәрәк нәмәләрҙән мин һәйбәт уҡыйым.
– Ниндәй дәрестән?
– Алгебра, геометрия, физика...
– Киләһе йыл тамамлайһың. Шунан нимә эшләргә уйлайһың?
– Алматыға уҡырға барам.
– Кемгә?
– Берәй иҫәп-хисап менән бәйлегә инермен ул.
Йомарт быға тиклем ниндәй һөнәр һайлағыһы килгәне тураһында уйланғаны юҡ ине.
– Һөнәр һайларға кәрәк һиңә. Шунан сығып уҡыуыңда төп йүнәлеш билдәләрһең.
– Минең бай булғым килә! Бизнесмен булырға хыялланам, — тине ул, теге байҙар тураһындағы тапшырыуҙы иҫенә төшөрөп.
– Дөрөҫ, хыяллана белергә лә кәрәк. Бизнесмен булам тиһәң дә белем мотлаҡ. Нисек аҡса табырға, нисек уны арттырырға, нисек дөрөҫ ҡулланырға, — тип үҙе белгәнде аңлатты Аҡылбек.
– Магазинда ла мин күпте белдем. Үҙемдекен асһам, тәжрибәм кәрәк буласаҡ, — тине яуапҡа Йомарт.
– Дөрөҫ. Аҡтамда магазин асырға уйлайһыңмы? Һинең әле барыһы ла алда. Аҡыл һине ғүмер буйы туйындырасаҡ. Мин бына белем алмағаныма үкенәм. Хәҙер инде бер хыял — балаларҙы уҡытыу. Заманалар хәҙер башҡа. Аҡтамдағы бер магазин һине ғүмер буйы туйындырмаҫ. Яҡшы белем алһаң, Алматыла ла асырһың. Хәҙер бит йәштәр сит илгә барып уҡый, донъя күргәс, бизнесҡа тотона. Һин дә шуға ынтылырға тейешһең. Энергияңды дөрөҫ яҡҡа йүнәлт, — тине Аҡылбек.
– Әле мин аҡса йыям, ул аҡсаға Алматыға уҡырға барам. Әсәй тураһында ғына әҙерәк борсолам...
– Уның нимәһенә ҡайғырырға? Әсәйеңдең Олжосы бар, беҙ бар. Ҡарап торормон уны. Һин уҡып бөткәс, Дастан менән Камшат та бар бит әле, уларға ла белем алырға кәрәк.
Аҡылбек менән бесән сапҡан арала Йомарттың күҙҙәре асылғандай булды. Төндә башы уйланыуҙарҙан сыҡманы: “Алматыға уҡырға инеп ҡарарға кәрәк, тағы ла әҙерәк аҡса йыйһам, магазин һатып алам...”
Шулай ул хыялланып, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы, башҡа нимәгә иғтибар итмәй, бер нимәгә ҡарамай алға атларға булды.
Был йәйҙә Йомарттан бесән сабып биреүен һораусылар күп. Уңыш йыйыр ваҡыт еткәс, Аҡылбек комбайнға ултырҙы, шуға ла егеткә башҡаса ярҙам итә алмай. Йомарт Дастанды үҙе менән алып йөрөй башланы. Береһе аҡ, икенсеһе күк ишәккә атланып, шығыр-шығыр килгән арбаны егеп, ауылдаштарына бесән ташынылар. Дастанды ҡыҙыҡһындырыр өсөн ул аҡсаһын да түләп торҙо. Йәй буйы туп типкән, магазин эргәһендәге кәртәләргә менеп уйнаған балаларҙың ата-әсәләре Йомартты күреп, быларҙы әрләне: “Йомартҡа ҡара! Кеше бесән һатып аҡса эшләй, һин йөрөйһөң, эшһеҙ кәрим”. Әммә егетте яратып етмәгәндәр ҙә булды: “Жолдыбайҙың улын әйтәм, бөтә үләндәрҙе сабып бөттө, әйтерһең, был ерҙәр атаһынан ҡалған. Шул хәтлем һаран булырға кәрәк бит!”
Тағы ла:
– Ярлылыҡ кешене йүгертеп йөрөтөп эшләтә бит!
– Бала саҡтан шулай булғас, үҫкәс ҡалай булыр икән? — тип тә һүгеүселәр табылды.
Ҡалғандар:
– Эшлекле егет. Ҡалғандарға ҡара, бот күтәреп тик яталар. Әҙерҙә ятып, әҙерҙе ашап өйрәнгәндәр. Төнө буйы йөрөйҙәр ҙә, таңда ҡайтып, арттарына ҡояш төшкәнсе йоҡлайҙар, — тип Йомартты маҡтанылар.
– Бер ҙә эшһеҙ ултырғанын күргәнем булманы. Беҙҙекеләр шуға ҡарап өйрәнһен ине. Хәҙер заманалар башҡа. Дәүләт ашатыр тип ултырғандар астан үлеп бөтәсәк, — тиештеләр.
Элегерәк, ысынлап та, ауыл йәштәре “Романтик” магнитофонын аҡыртып алып йөрөнө. Кис йыйылышып, мәңге ҡартаймаҫ “Boney M” төркөмөнөң “Bahama Mama” йырын ҡуйып, бер һүҙен дә аңламаһалар ҙа, таңға тиклем һикереп бейештеләр.
–“Сауҙагәр”ҙе тотоп алып, йылға буйында типкеләйекме әллә? Үлән эргәһенә башҡаса яҡын да килмәҫ ине, — тиештеләр Йомарттың ҡайһы бер йәштәштәре.
Йомарттың тырышып эшләгәнен күреп, башҡаларҙың да ата-әсәһе балаларының мейеһен серетте. Аптырауҙан үҙҙәре лә каникулда бесән эшләй башланы. Шул мәлдә, ата-әсәһенең ҡыуаныстарын күреп, маҡтауҙарын ишеткәс, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тырыша башланылар. Эш уларҙың ҡараштарын бөтөнләй үҙгәртте. Йомартты яҡынданыраҡ белгеләре килә башланы, уның менән аралашыу теләге, тәжрибә алғылары килде. Әммә Йомарттың буш ваҡыты юҡ. Бесән сапмағанында магазинда була.
– Йомарт, беҙҙең магазинға ҡыҙҙар йыш инә башланы. Күпме ҡараһам да, Аймандан һине таптыралар, — тип шаярҙы бер тапҡыр Роза инәһе.
Айманды йәйге каникулдар ваҡытына эшкә алғайнылар. Тәүҙә ул тауар йүнләп йөрөй торғайны, әммә Йомарттың “бесән бизнесы” барлыҡҡа килгәс, һатыусы итеп алдылар.
– Ул ҡыҙҙарҙың башҡа эше юҡмы әллә? — тип Йомарт өлкән кешеләй һорап ҡуйҙы. Ҡайһы саҡ уның һүҙҙәре хатта тупаҫыраҡ яңғырай. Ул бала саҡтан өлкәндәрсә фекерләп өйрәнгәйне. Ябай булмаған холҡо арҡаһында ул хатта урынһыҙ көлөүҙе лә яратмай.
– Ярай, килһендәр! Хәҙер самай ҡыҙҙар күҙләй, ғашиҡ була торған ваҡыт бит, — тип Роза көлөп ебәрҙе.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Йомарт ҡыҙарҙы. Дүртенсе класта Айжаркын апаһына ғашиҡ булғанын иҫенә төшөрҙө. “Был ауылда унан матурыраҡтар барыбер юҡ, ниңә уларға ҡарарға? Алматыға барам да Айжаркын апайға оҡшағанды табам!” — тип уйлай-уйлай, дөгөнө шыптырҙарға бүлеп һалды. Бер аҙҙан ул телгә килде лә:
– Тик йөрөгәндәренсә был ҡыҙҙар печенье йә торттар бешерһәләр, беҙ уларҙы һатыуға ҡуйыр инек! Кемеһе нимәгә һәләтле икәнен үҙегеҙ баһалар инегеҙ, — тине ул, бер аҙ йылмайып.
– Шәп уй! Ысынлап та, ниңә үҙебеҙҙең ҡыҙҙар бешергән тәмлекәстәрҙе һатмаҫҡа? — Роза инәйҙең күҙҙәре янды.
– Магазинға килгән ҡыҙҙарға иртәгә шулай тип әйтеп сығарығыҙ, ҡарарбыҙ, кемеһе эшләргә ярата икән? — тип өҫтәне ул.
– Ярай, әйтермен, — тине Роза.
– Инәй, әйҙә магазинға исем ҡушайыҡ, — тине ҡапыл Йомарт.
– Нимәгә ул ауыл магазинына исем? Үрҙәге — “Кенжекан магазины”, түбәндәге — “Роза магазины”. Кешеләр өйрәнеп бөткән бит инде. – Инәһе бер аҙ аптыраны.
– Карапты нисек атайһың, шулай йөҙә, тиҙәр бит. Дөрөҫ исем тапһаҡ, уңыш та, килем дә килтерәсәк. Атамаһын элеп ҡуйһаҡ, кешеләр өйрәнә ул.
– Берәй атама уйлап та ҡуйҙыңмы әллә?
– Юҡ әле. Һеҙ ҙә уйлап йөрөгөҙ. Жанаркүл менән Айман да уйлаһындар... О! Әйҙә конкурс үткәрәйек! — тине Йомарт.
– Ой, Йомарт, нимә генә уйлап тапмайһың! — тине шатланып Роза.
– Ну, уйлағыҙ! Һеҙгә өс көн бирәм, — тине ул, ихлас ҡыуанып.
Магазинға исем уйлау конкурсы тураһында ишеткәс, Йомарттың әсәһе лә, дуҫтары ла, Аҡылбек та, Дастан да, Жанаркүл дә, Айман да ҡатнашты. “Ырыҫ”, “Бәхет”, “Табыш” кеүегерәк төрлө исемдәр тәҡдим ителде.
– Хәҙер берәйһен һайларға кәрәк, — тине Роза инәй. Йомарт бөтә исемдәрҙе ҡағыҙға яҙып йомарланы. Роза ул ҡағыҙҙарҙы банкаға һалып бутаны.
– Йомарт, һинең идеяң булды, шуға ла, әйҙә, һайла, — тип егеткә банканы һуҙҙы.
Жанаркүл менән Айман тын да алмай көттө.
Йомарт, бындай тәҡдимгә ихлас шатланып, ҡулын банкаға тығып бер ҡағыҙҙы сығарҙы.
Был ҡағыҙ халыҡ телендә “Роза магазины” булып киткән, биш йылдай инде исемһеҙ торған өс бүлмәле бинаның артабанғы яҙмышын хәл итергә тейеш.
Роза түҙмәй Йомарттың ҡулынан ҡағыҙҙы тартып алды ла аса һалды. Унда: “БЕРЕКЕ”* тип яҙылған ине. Роза:
– Ура! Хәҙер сәскә атасаҡбыҙ! – тине, ҡағыҙҙы өҫкә күтәреп.
– Кемдеке ул? — тип һораны Йомарт.
– Мин уйлаған исем! — Жанаркүл хатта урынынан ырғып торҙо.
– Һиңә минең бер бүләгем дә бар, — тине атама менән ҡәнәғәт ҡалған Роза инәй.
Шулай итеп, түбән яҡтағы магазин “Береке” булып китте. Тиҙҙән Йомарт Чунджиҙағы типографияға заказ яһап, исемде баҫтырып алғы яҡҡа, тәҙрәгә йәбештерҙе.
Балаһын хоҙайға тапшырған әсә
Йомарт имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы. Хәҙер аттестат алғанын көтә. Ҡуйы толомло, матур күҙле Камшат һеңлеһе етенсе класҡа күсте. Әсәһенең яратҡан малайы Олжос быйыл мәктәпкә бара.
Туҡтауһыҙ сапҡан, көндәлек мәшәҡәттәрҙән бушамаған әсә кеше балаларының ҡайһы арала буй еткергәнен дә күрмәй ҡалды, шикелле. Йомарт, инде ун һигеҙ йәшлек егет, бер тапҡыр ҙа туғандарын ҡалдырып, район үҙәгенән йырағыраҡ китмәгән кеше, ҙур ҡалала нисек яңғыҙы йәшәре тураһында борсола.
– Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, бер-бер хәл булып, урамда ҡалһаң, Чырай апайыңа барырһың, — тип әсәһе уға адрес яҙылған ҡағыҙ тотторҙо. Чырай — Розаның өлкән ҡыҙы, ҡала эргәһендәге ауылда йәшәй.
Роза инәһе ярҙамсыһын юғалтҡыһы килмәне, әлбиттә. Тик “Бында ҡал, бер ҡайҙа ла барма, ауылда ла эшләп була бит” тигәнерәк һүҙҙәр менән киләсәген боҙғоһо килмәне. Шулай ҙа әйтелмәгәне күңелен өйкәй. Йомарттың дәрте, етенсе кластан күрһәтә башлаған ныҡышмаллығы уны хайран итә. Тиҫтерҙәренә ҡарағанда етеҙерәк, маҡсатына ирешә белгән егет ул. Ошо йылдар эсендә магазинды ҙурайтып, “Береке” тип атап та өлгөрҙө. Бындай ярҙамсыны көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табып булмай.
“Был малайҙан кеше сыға. Ундай амбициялар менән белем алырға кәрәк шул. Йомарттың уҡырға инә алыуына тамсы ла шигем юҡ!” — тип Роза Жибеккә көҙ көнө үк әйтеп ҡуйғайны.
Бер ай элек Йомарт әсәһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп алды.
– Белеп торам, һин дә үҙеңдең магазиныңды аса алаһың, хәлеңдән килә. Ана, кешеләр, балаң Розаны байытты, тип һөйләп йөрөй.
– Был ауылда былай ҙа ике магазин бар, ниңә уларға ҡамасауларға? Башҡаса “балаң Розаны байытты” тип һөйләгәндәрен әйтеп йөрөмә. Улайтып тик дошмандар ғына әйтә ала. Роза инәйҙең алда уҡ магазины булды, унан күп нәмәгә өйрәндем. Ә мин Алматыға барып көсөмдө һынап ҡарайым. Быйыл уҡырға инә алмаһам, көҙ армияға барам.
– Китергә булдың инде, тимәк? — Әсәһенең тауышы ҡалтырап ҡуйҙы.
Бахыр әсә балаһының күптән үҫкәнен, яҙмышҡа ҡаршы көсһөҙ икәнен аңларға теләмәне. Ваҡыт уны еңде, әсәгә малайының үҙаллы тормош башларға йыйынғанын күҙәтергә генә ҡала.
– Яңғыҙың ҡалмайһың бит, әсәй. Камшат өйҙә эшләшер, сәйен дә яһар. Олжос та ярҙам итер. Аҡылбек еҙнәй менән Дастан да ярҙамлашып торор. Мин сит илгә бармайым бит, ҡайтып торормон, — тип ғәзизен ҡосаҡлап үбеп алды. Ул әсәһенең маңлайында, күҙ тирәһендә һырҙарҙы абайланы. Яулығы аҫтынан аҡ ҡунған сәстәре ялтыраны.
– Әсәй, йыйған “байлыҡ”ты ҡарайыҡ. Аҡсаны иҫәпләп, бүлергә кәрәк. Әҙерәген алырмын, ҡалғанын банкка һалырмын, – тип, күк ҡумта эргәһенә барҙы. “Асыл, аҡ ҡумтам, әйҙә байлыҡтарым ҡойолһон”, — тип эстән генә шаяртты.
Әсәһе кеҫәһенән асҡысын сығарып, ҡумтаны асты. Егет атаһының күлдәген алды. Был күлдәкте әсәһе: “Тир түгеп эшләгән байлығыңды ошоға төрөп һаҡла, уның рухы һине һаҡлаһын”, — тип биргәйне. Күлдәк төргәген асып, йыйғанын барларға тотондолар. Бында Роза инәһендә эшләй башлағандан алып һалып барған аҡсалары ята. Бер тапҡыр ғына телевизор алыуға тотонғаны булды, ҡалғандарын ул гел ошолай итеп атаһының күлдәгенә төрөп барҙы. Төргәк эсенән аҡсалар күренде. Икәүләшеп иҫәпләнеләр. Тир, хеҙмәт менән табылған аҡсаларҙы тотоу үҙе бер ләззәт ине. Был төҫлө ҡағыҙҙарҙан, әйтерһең, лайыҡлы башҡарылған эштең хуш еҫе килә. Тәүҙә улар купюраның ҙурлығына ҡарап бүлеп һалды, аҙаҡ Йомарт ҡайһыныһында нисә купюра икәнен яҙып сыҡты.
– Ҡәҙимге генә йыйғанһың бит, улым, — тине әсәһе ҡыуанып.
Иҫәпләп сыҡҡас, туғыҙ йөҙ мең тенге икәне асыҡланды.
– Был тиклем аҡсаны ғүмерҙә лә күргәнем булманы! – тип әсәһе аптырауын йәшермәне.
Шулай инде, улар ваҡытында эш хаҡы көндәр булып яҙылған да йыл аҙағында йә иген, йә мал булып бирелгән. Ҡағыҙ аҡсаны аҙаҡ, иреклек алғас ҡына, бирә башлағандар, уныһы ла айына етмеш һумдан артмаған.
– Ике йөҙ мең тенгене мин үҙем менән юлға алам. Ҡалғанын иртәгә почтаға барып, банкка һалайыҡ. Уҡырға инә алһам, кәрәк буласаҡ. Инмәһәм, ҡайтып, ҡабаттан эшләй башлармын, — тине Йомарт өлкәндәрсә.
Юлға сығыр көн етте. Йомарт дуҫы Мырҙагилде менән бергә барырға булдылар. Әсәһе менән Олжос егетте туҡталышҡа тиклем оҙатты. Автобус оҙаҡ көттөрмәй, геүләп килеп туҡтаны. Халыҡ шунда уҡ эсенә ағылды. Егет бөтәһе ултырып бөткәнсегә тиклем әсәһе янында торҙо. Мырҙагилде лә инеп юғалғас, Йомарт: “Үҙеңде һаҡла”, — тип әсәһен үпте, ә ҡустыһына: “Олжос, әсәйҙе ҡара”, — тип әйтте. Шунан уны күтәреп, танауынан үпте.
– Яңғыҙҙың терәге Аллаһ Тәғәлә! Һине Хоҙай ҡулына тапшырам! Һине изгеләр һаҡлаһын, — тип шыбырланы әсәһе.
Егет быны бик яҡшы ишетте. Әсәһе ҡылған был доғаны ул гел хәтерендә тота. Автобусҡа инеүе булды, артынан ишек ябылды. Мырҙагилде янына ултырғас, тәҙрә аша яҡындарына ҡараш ташланы. Олжос менән борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан әсәһенә ҡул болғаны. Әсәһенең ирендәре һаман ҡыбырлай ине: “Һине Хоҙайға тапшырам...”
Төндә әсә кеше төш күрҙе. Уның атаһы билдәле мулла, уҡымышлы кеше ине.
Улар ун ике яҡлы көмөш йортта тау башында йәшәй, имеш. Яндарына ап-аҡ атҡа атланған атаһы килеп туҡтаны. Жибек улы менән ишек төбөндә уны көтөп тора ине. Аттан төшмәй генә Йомартҡа ул сыбыртҡы һуҙҙы. Өндәшмәй. Малай сыбыртҡыны алып ҡулын күккә сөйә. Шунан һыбайлы атынан төшә лә дилбегәһен малайға тоттороп: “Быны мин һиңә килтерҙем. Алда һине оҙон юл көтә”, — тип әйтте лә артабан үҙе йәйәүләп китте. Был таңдағы төш булды. Әсә: “Улымдың ғүмере оҙон булһын. Көслө кеше, еңелеү белмәҫ ысын гражданин булыр! Юлы уның ҡалаға киткәс асылды”, – тип уйлап ҡуйҙы.
Был ваҡытта Йомарт менән Мырҙагилде Алматыға килеп еткәйне. Мырҙагилденең ағаһы кәләше менән ҡалала төҙөлөштә эшләй. Әсәһенең: “Дуҫтарһыҙ таныштар ҙа юҡ”, – тип әйткәнен иҫенән сығармай, Йомарт дуҫынан ҡалышманы, сөнки үҙенең барыр ере юҡ. Егеттәр 98-се автобусҡа ултырып Орбита микрорайонына табан ҡуҙғалды. Йомарт автобустың номерын да, микрорайондың исемен дә белмәй. Мырҙаш, ауылда Мырҙагилдене шулай тиҙәр, юлды күрһәтеп, аңлатып барҙы.
Мырҙаштың ағаһы менән еңгәһе изге кешеләр булып сыҡты. Ҡустылары әйтмәй-нитмәй дуҫын алып килгәнгә бер нимә лә тимәнеләр, хатта шатланып ҡаршы алып, һыйлап, йоҡларға урын әҙерләнеләр. Төнгө бергә тиклем егеттәрҙән пландарын һораштылар, кәңәштәрен бирҙеләр. Мырҙаштың аграр университетҡа инергә теләгәнен беләләр ине.
– Турар Ырыҫҡолов исемендәге иҡтисад университетына документтарҙы бирергә йыйынам, — тине Йомарт үҙ сиратында.
– Хәтәр! Ул бит элекке халыҡ хужалығы институты. Ниндәй факультетҡа? – Болат ағалары ихлас шатланып төпсөнә бирҙе.
– Финанстар һәм кредит.
– Математика менән нисек?
– Һәйбәт, шикелле, — тип бер аҙ уңайһыҙланып яуап бирҙе егет.
– Беҙгә яҡын ғына ул. Иртәгә документтарыңды биреп ҡуй.
– Ятаҡта бүлмә бирерҙәрме икән, ағай? — тип күңелен өйкәп торған һорауҙы бирҙе Йомарт.
– Әлбиттә. Бирмәһәләр, уҡыу башланғансыға тиклем беҙҙә ҡалырһың, Мырҙаш менән йәшәрһең, — тип яп-ябай итеп яуап ҡайтарҙы.
Кеше йортонда йоҡо һимертеп ятырға оялып, Йомарт таң менән уянып, балконға сығып ҡаланы күҙәтте. Болат ағаһы, уның уйҙарын бүлдереп, балкон ишеген асты:
– Йомарт, әйҙә, үҙем университетҡа тиклем алып барам, юлды өйрәтәм.
Болат уны Жандосов һәм Дөрөҫлөк урамдары киҫелешендә урынлашҡан ҡабул итеү комиссияһына тиклем оҙатып, документтарын тапшырыуҙа ярҙам итте.
Комиссияла ултырған ҡыҙҙар менән аралашҡас, Йомарт бер нисә файҙалы кәңәш алды. Мәҫәлән, атаһының үлеме хаҡында таныҡлыҡ, ауылдан икәнлеге хаҡында белешмә килтерһә, конкурсты еңелерәк үтергә була. Шунда уҡ ятаҡ мәсьәләһе лә хәл ителде. Университет эргәһендәге ятаҡҡа урынлашҡас, ауылға атаһының үлеме хаҡында таныҡлыҡ алырға ҡайтып китте.
Кискеһен өйгә килеп ингән улын күреп, әсәһенең ҡото осто:
– Бисмилла, шулай тиҙ әйләндеңме? Инә алманыңмы ни? – Итәгенә эләгә-эләгә улына атылды.
– Иҫәнмеһегеҙ? – тип улы һаулыҡ һорашты. Шунда уҡ таныш тауыш ишеткән Олжос йүгереп сығып уны ҡосаҡлап алды.
– Барыһы ла яҡшы. Белешмәләр алып килергә ҡуштылар, — тип аңлатты Йомарт.
– Документтарҙы бер юлы әҙерләп булманымы? Хәҙер улай-былай йөрөнәһең. Хәйерсегә ел ҡаршы, – тип әсәһе шелтәләп тә алды.
Иртәгеһенә егет ауыл хакимиәтенә барып, кәрәкле документтарҙы алды. Таныҡлыҡты уға Бекет, ҡасандыр ғашиҡ булып йөрөгән Айжаркандың ире, бирҙе. Егеткә ҡағыҙҙы тотторғас, Бекет балаларса ихласлыҡ менән йылмайып:
– Уңыштар, Йомарт! Әсәй гел һине, һәләтле, үҙенә ҡарата талапсан егет, тип маҡтай. Уҡырға инеүеңде теләйем, — тип уны ишеккәсә оҙатты.
Хушлашҡас, үҙенә Бекежан кеүек һәйбәт кешене күрә алмағанға оят булып китте.
– Ниндәй документ ул? – тип әсәһе хакимиәттән ҡайтҡан улынан һораны.
– Атайҙың үлеме тураһында таныҡлыҡ...
– Нимәгә кәрәк ул?
– Уҡырға инеүҙе еңеләйтә икән.
– Яратҡан власыбыҙҙың етемдәргә ярҙам итеүе бик яҡшы, — тине әсәһе ҡәнәғәтлек менән.
Иртәгеһенә автобусҡа оҙатҡанда ҡатын Аллаһ Тәғәләнән улының имен-һау йөрөүен, тырышлығы һүрелмәүен, бар юлдарҙың асыҡ булыуын һораны. “Яңғыҙҙың терәге Аллаһ Тәғәлә! Һине Хоҙай ҡулына тапшырам! Һине изгеләр һаҡлаһын”, — тип шыбырланы әсәһе, күҙҙән юғала барған автобусҡа ҡарап.
Әсәһе улын Аллаһ Тәғәлә ҡулына тапшырғанға ла уның юлдары асылды. Ҡабул итеү комиссияһында уның ауылдан килеүен, етемлеген, дүрт имтихандың өсөһөн “дүртле”гә, берәүһен “өслө”гә тапшырыуын күҙ уңында тотоп, инә алыуына инандырҙылар. Егет ялҡауланып та, ҡыуанып та йөрөй белмәй. Тәбиғәте менән тыныс булғас, түҙемле лә ул. Абитуриенттарҙы, ата-әсәләрҙе йырып, ул исемлеккә ҡараны. Йомарт Жолдыбай улы тигән яҙыуҙы күргәс тә ышанманы. Барыһы ла таралғанын сабырлыҡ менән көтөп, йәнә исемлеккә текәлде. Был юлы ул ҡәләм менән төртөп, ижекләп уҡыны. Исемлектең өҫтөнә ҙур итеп “Финанстар һәм кредит факультеты” тип яҙылған. Шул мәлдә генә ул ысын ҡыуаныс кисерҙе. Таҡта эргәһендә башҡалар ҙа үҙҙәренең фамилияһын эҙләй. Ҡайһы берәүҙәре шунда уҡ ҡысҡырып көлә йә илай, ҡыҙҙар ҡыуаныстарынан ҡосаҡлаша.
Егет тирә-яҡҡа ҡаранып алды, тик ғүмерҙә бер тапҡыр ғына була торған ҡыуаныс менән уртаҡлашырлыҡ кеше тапманы. Әлбиттә, ул хәҙер үк ҡайтып әсәһенә әйтәсәк! Ҡалай ул ҡыуанасаҡ! Бәлки, бер бәрәс салыр, байрам ойошторор, банкка һалған аҡсаһының аҙырағын тотонорға ла булыр! Әсәһе һәр ваҡыт: “Атайың менән беҙгә уҡыу эләкмәне, исмаһам, һин белем ал. Ҙур етәксе булырһың”, — ти ине. Бәлки, ул шулай әсәһенең теләген тормошҡа ашыралыр. Шундай күтәренке кәйеф менән ул Дөрөҫлөк урамында урынлашҡан Болат ағаһына барҙы. “Исмаһам, Мырҙаш менән шатлығымды уртаҡлашайым”, — тип уйланы ул.
Дауамы бар.