Шоңҡар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ғинуар , 17:25

"Беҙ урман башҡорто булабыҙ...”

Тәтешлелә республикала билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға  арналған саралар уҙҙы.

"Беҙ урман башҡорто булабыҙ...”
"Беҙ урман башҡорто булабыҙ...”

Тәтешлелә республикала билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға  арналған саралар уҙҙы.

Ғәли Соҡорой 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйөҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Шаҡтай бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә ундан артыҡ баҫма китабы һәм бер нисә тиҫтә кулъяҙма әҫәре килеп еткән.
Ғ. Соҡоройҙоң ижад позицияһы, нигеҙҙә, Урта Азияның дини-мистик йүнәлештәге поэзияһы йоғонтаһонда формалашһа ла, әҫәрҙәрендә демократик идеялар һәм донъяуи мотивтар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, шиғриәтенең төп жанрҙарынан булған мәдхиәләрендә һәм мәрҫиәләрендә әҙип, теге йәки был шәхестең биографияһын һәм эшмәкәрлеген һүрәтләп, тормоштоң конкрет, йәнле картиналарын тыуҙыра. 

Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе  Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина ҡатнашты. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас