Байлыҡҡа юл
Көҙгөһөн уҡыу башланды. Ауыл балаһына руссанан тәржемә ителеп ҡаҙаҡса яҙылған китаптарҙы аңлауы ауыр. Ҡаҙаҡ бүлегендә уҡыуына ҡарамаҫтан, курсташтары ла, уҡытыусылары ла йыш ҡына русса һөйләшә. Был бүлектәге ауылдарҙан килгән егет-ҡыҙҙар башҡаларҙан нисектер ситләшеп йәшәй. Бөтәһе лә ятаҡта тора. Бүлмәләрҙә, ғәҙәттәгесә, тәртипһеҙлек — һауыт-һаба, ҡаралдылар, китаптар бәләкәй генә урында буталышып ята. Бер-ике айҙан ғына йәштәр бер-береһенә өйрәнеп, эҫенешә башланы, хәҙер йышыраҡ йыйылышалар, йөрөйҙәр, аралашалар.
Йомарт менән бер бүлмәлә йәшәгән ике егет, Жасын менән Серик, район үҙәгендәге рус-ҡаҙаҡ мәктәптәрен тамамлағас, теләһе кем менән рәхәтләнеп аралаша ала. Башта егеттәр Йомартты ла үҙҙәре менән алып йөрөргә теләгәйне, әммә ул гел баш тартты. Тора-бара Йомарттың тиҫкәрелегенән улар ҙа ялҡты, хәҙер бер ҡайҙа ла саҡырмайҙар. Ауыл егетен рус телендә һөйләшергә өйрәтергә теләп, русса китаптарын да биреп торҙолар.
Йомартҡа айырыуса юғары математика, макроэкономика, эконометрика, экономическая теория, финанстар кеүек дәрестәр оҡшай. Ул йыш ҡына китапханаға барып, ауыр фәндәр буйынса яңы китаптар уҡып, күсереп алып өйрәнергә ғәҙәтләнде. Боранбай Жусупбекович исемле профессор Йомартҡа үҙенең талапсанлығы менән оҡшаны, уның дәрестәренә егет ихлас йөрөй. Бер тапҡыр “Финанс дәрестәре” фәненән уҡытҡан һуғыш ветераны, хәҙер ил менән идара итеүселәрҙең уҡытыусыһы Йомарттан һорап ҡуйҙы:
– Йомарт Жолдыбай улы, ниңә фамилияғыҙ юҡ ул? Бауржан Момыш улы һымаҡ, “Жолдыбай улы” тип кенә яҙылған?
Башҡа студенттар пырх итеп көлөп ебәрҙе. Егет оялышынан ҡыҙарып:
– Атай шулайтып яҙыуҙы һораны, — тине.
– Һин тыуғанда Советтар Союзы әле булды, күрәһең, атайың ябай кеше түгел. Кем булып эшләй ул? — Профессор ҡаштарын төйөп егеткә ҡараны.
– Минең атай утыҙ йәшендә үлеп ҡалды, — тине Йомарт, һорау алыуға ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп.
Профессорға уңайһыҙ булып китте.
– Ғәфү итегеҙ! Ул ваҡытта “улы” тигән Бауржан Момыш улы ла ғына ине. Ул бик илһөйәр, ғорур булған. Һуғыш ваҡытында генералдың фамилияһы тураһында һорауға: “Ҡаҙаҡтарҙа фамилия булмай”, — тип ҡаты яуап биргән. Шуға ла мин “Жолдыбай улы” тигәнгә аптырап ҡуйғайным. Атайың улай йәшләй китеүе бик йәл. Шуға ла уның аманатын үтәп, һиңә лә герой булырға тура киләсәк! — тип профессор егет янына килеп, уның ҡулын ҡыҫты.
Көлөшөп ултырған студенттар шунда уҡ шымып ҡалды ла профессор менән егеткә текләнеләр. Йомарт профессорҙың ҡулын ҡыҫып:
– Ярай, Боранбай Жусупбекович! — тине.
Ошо ваҡиғанан һуң уны курсташтары “Батыр” тип атай башланы. Уҡытыусыһының әйткәндәре, курсташтары биргән исем Йомартты дәртләндереп ебәрҙе, ул тағы ла нығыраҡ тырышып уҡый башланы.
Бер тапҡыр баҫҡыстан төшөп барғанында уның юлына Боранбай Жусупбекович тап булды.
– О, батыр, хәлдәр нисек? — тип ул йылмайып һораны.
– Әссәләмәғәләйкүм, — тине егет, ауылдағыса ике ҡулын һуҙып.
– Ысын ҡаҙаҡ! Ҡалала улайтып һаулыҡ һорашҡандарын күптән күргән юҡ ине! Вәғәләйкүмсәләм! — тип профессор уның ҡулдарын ҡыҫты. Шунан:
– Был яҡҡараҡ кил әле, — тип Йомартты ситкәрәк алып китте. — Һин машина йөрөтә беләһеңме?
– Юҡ, — тине ул, йөрөтә белмәүенән оялып.
– Эх, йәл! — тине ҡарт. Күрәһең, берәй сетерекле хәлгә эләккәндер.
– Ярҙам кәрәкме әллә? — тине Йомарт, профессорҙың хәлен һүҙһеҙ ҙә аңлап.
– Эйе, кәрәк ине. Еңеү көнөнә һуғыш ветерандарына фатир бирҙеләр, күсенергә кәрәк ине. Улымдың машинаһы тора ла ул, йөрөтә белгән кеше тапмайым. Малайым үҙе сит илдә эшләй, — тип хәлен һөйләне профессор. Килеп тыуған мәсьәләне йәһәт кенә хәл итергә ғәҙәтләнгән Йомарт:
– Борсолмағыҙ, ярҙам итермен. Водителен табырбыҙ, — тине ул.
– Яҡшы! Ҡасанға әҙер булырға? — тип ҡыуанды профессор.
– Иртәгә әйтермен, — тине Йомарт.
Шул көндә уның башында мотлаҡ машина йөрөтөп өйрәнергә кәрәк тигән уй тыуҙы. Руль артында ултырырға өйрәтерлек атаһы булманы, етмәһә, автомобиле булмағас, был турала уйлап та бирмәне. Ул Розыбакиев урамындағы ДОСААФ мәктәбенә барып киске курстарға яҙылды. Хәҙер уҡыуҙан һуң ул шунда йүгерә.
Мырҙаштың ағаһы Болат профессорҙың машинаһын йөрөтөргә ризалашты. Йомарт Мырҙаш менән Жасынды алып профессорға күсенергә ярҙамлашырға килде. Бынан тыш, улар тағы бер йөк машинаһы менән һөйләшкәйнеләр. Боранбай Жусупбекович ҡатыны менән икәү генә тора. Улдары сит илдә эшләй, ә ҡыҙы кейәүгә сығып, икенсе өлкәгә күскән. Егеттәр һуңға тиклем ике ҡарттың әйберҙәрен яңы фатирға ташыны. Профессор рәхмәт йөҙөнән йәштәргә автографлы китап бүләк итте. Шунан алып Йомарт Боранбай Жусупбекович менән туғанлашты тиергә була. Өлкән кешегә ярҙам кәрәкһә, егет бер ваҡытта ла юҡ тимәне. Уның менән һөйләшеү ҙә Йомартҡа оҡшай. Ул үткән һуғыш юлын, ғүмере тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп бәйән итә. Профессор менән дуҫлығын егет “башланғыс” тип атай. Быны ул яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итте, изге эштәр, яҡшы тормош башланғысы кеүек хис итә. Уның бай тормош тураһындағы хыялы ошо кеше менән аралашыуҙа, уның кәңәштәренән тормошҡа аша башланы кеүек. Етмәгән белемен ул тап профессорҙан алды. Йомарт бизнес тураһында һөйләшеүҙәрҙе айырыуса ярата, шул мәлдәрҙә яңы идеялары тыуа. Егет уҡытыусыһынан үҙенең маҡсатын — үҙ эшен асырға теләгәнен йәшермәне. Тәүге тапҡыр бының тураһында ишеткәс, профессор:
– Эй, балалар, һеҙ бөтәгеҙ ҙә байлыҡта, муллыҡта йәшәргә теләйһегеҙ, — тип йылмайҙы.
– Юҡ, ағай. Мин үҙ хеҙмәтем менән күп аҡса эшләргә теләйем, — тип егет ауылда Роза инәһе менән алып барған бизнесы тураһында, күпме аҡса эшләй алыуы хаҡында һөйләне.
– Бәләкәй саҡтан аҡса ҡәҙерен беләһең икән. Бала булып та уйнап йөрөмәгәнһең, аҡса йыя алғанһың, сөнки һиндә эшһөйәрлек һәм ҡыйыулыҡ бар. Үҙеңә талапсан булыуың, маҡсаттарыңа ирешә аласағыңды күрһәтә.
Бөгөнгө көндә бер кем дә аҡсаға битараф була алмай. Бөтә һөйләшеүҙәр аҡсаға, кредиттарға бырып тоташа. “Нисек күберәк эшләргә икән?” тигән уй менән йоҡлап китәбеҙ. Аҡса ул насар түгел. Уның ярҙамында беҙ тауар менән хеҙмәтте баһалайбыҙ. Аҡса — ул илдең үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген билдәләү сараһы. Аҡыл эйәһе Авербах бер тапҡыр һинең кеүек үк байырға теләгәндәргә былай ти: “Күп итеп аҡса эшләү — ҡыйыулыҡ, һаҡлап ҡалыу — аҡыллылыҡ, дөрөҫ тотона белеү — сәнғәт”. Барыһы бәләкәй аҙымдан башлана, аҡса эшләү, уны дөрөҫ ҡулланыу, әлбиттә, һәйбәт, тик фанатизмға бирелергә ярамай, тирә-яҡта нимәләр барғанына анализ яһау мотлаҡ. Намыҫыңды байлыҡ өсөн һатма, юлыңдан яҙма. Атайың әйтмешләй, йомарт һәм бай булыу хәйерлерәк! — тине профессор.
Боранбай Жусупбекович уҡыусыларына: “Илегеҙгә хеҙмәт иткегеҙ килһә, егерменсе быуат башында ҡаҙаҡ халҡының ирке өсөн көрәшкән милли хәрәкәт лидеры Ахмет Байтурсыновтың әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: “Башҡаларҙан кәм булмайбыҙ тиһәк, беҙгә белемлерәк, байыраҡ, көслөрәк булырға кәрәк. Белемлерәк булыр өсөн уҡырға кәрәк. Байыр өсөн һөнәр кәрәк. Көслө булыр өсөн инде берҙәмлек мотлаҡ, шул турала онотмағыҙ!” Үҙ эшегеҙҙе асыр алдынан Алихан Бокейхановтың: “Мин тере саҡта ҡаҙаҡтарға хеҙмәт итеүҙән туҡтамам”, – тип әйткәндәрен дә иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Бөтә байлыҡтар – ер аҫтындағы ла, ерҙәге лә, һауалағы ла ҡаҙаҡ дәүләтенә хеҙмәт итергә тейеш. Һәр төймәгеҙ ҡаҙаҡ еренән алынған таштан яһалһын, ҡаҙаҡ ерендә үҫкән һәр төйөр йөн ҡаҙаҡ тәненә үрелһен, иҡтисади иреклек алыр өсөн шул бурысты үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ – илдең киләсәге”, – тип өйрәтте
Бизнес – сonstant
Уҡыуҙың икенсе йылы башланды.
Бөгөн Йомарт бүлмәлә дежур, шуға ул йәһәт кенә магазинға барып һөт менән икмәк алырға булды.
Юл аша сығып боролғас, бер йорттоң стенаһына йәбештерелгән иғлан күреп ҡалды. Быға тиклем ундай иғландарға иғтибар иткәне юҡ ине. Бәлки, тағы бер яҙмыш ҡушыуылыр?
Иғланда телефон һандары һәм текст яҙылған: “Емеш-еләк, йәшелсә, ваҡ-төйәк магазины һатыла”.
Телефон һандары яҙылған ҡағыҙҙы йыртып кәҫәһенә һалып, магазинға инде.
Кәрәкле аҙыҡ-түлекте алды ла кире ятаҡҡа йүгерҙе. Жасын менән Серик әле уҡыуҙа. Егет тиҙ генә ашарға бешерҙе, бүлмәне йыйыштырҙы, ә телефон һандары тураһында бөтөнләй онотто.
Иртәгеһенә дәрестәр бөткәс, ҡулын кәҫәһенә тыҡҡас ҡына был иғлан иҫенә килеп төштө. “Йыйған аҡсам был киоскка етһә, ниңә үҙемдең эште башламаҫҡа? Һатыусы яллайым да үҙем дәрестәрҙән һуң барыр инем. Ял көндәрендә тауарҙар алып киләсәкмен...” — тип уйланы егет. Дәрестә ултырһынмы, китапханала булһынмы, бүлмәлә ятһынмы — ошо уйҙар башынан сыҡманы.
“Жасынға әллә һөйләргәме икән?” — Уйҙарын кем менән уртаҡлашырға белмәне. Берәйһенә һөйләһәң, бала саҡ хыялы, маҡсаты тормошҡа ашмаҫ тип ҡурҡа ул. Шул саҡ хәтеренә ҡылт итеп Боранбай Жусупбекович лекцияһы иҫенә төштө: “Бизнес — ул килем алыу өсөн булдырылған иҡтисади эшмәкәрлек. Үҙ эшен башлар алдынан һәр эшҡыуар бизнес-план төҙөй. Был бизнес-план кредит алыу, инвесторҙар йәлеп итеү, урындағы йә сит ил партнерҙарын саҡырыу, яңы хеҙмәткәрҙәр яллау өсөн мотлаҡ кәрәк”.
Йомарт профессорҙың лекцияларын иҫенә төшөргәс, ҡабаттан дәфтәрҙәрен асып ҡараны. Яҙмаларҙа: “Тәүге тапҡыр үҙ эшен асырға йыйынған эшҡыуарға тәү сиратта нимә менән шөғөлләнгеһе килгәнен аныҡ итеп аңларға кәрәк, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, бизнес-идея уйлап табырға тейеш. Был – ауыр һәм яуаплы этап. Шунан сығып бизнестың нисек үҫешеүен күҙаллап була. Был этапта буласаҡ эшҡыуарға үҙенең белемдәрен, һәләттәрен, тәжрибәһен, ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай”, — тиелгән. Артабан: “Идеяларын тормошҡа ашырыр өсөн эшҡыуарға мөмкинлеген, ресурстарын аныҡ баһаларға кәрәк”, — тип өҫтәлгән.
Ошоларҙы ҡабаттан уҡып сығып, ата-бабаларының ҡарар ҡабул иткән әҙәмгә бер ни ҡурҡыныс түгел тигәндәрен иҫенә төшөрөп, ул үҙенә: “Эйе, был магазин — бөйөк маҡсаттарыма ирешер өсөн мөмкинлек. Нимә генә булһа ла, бизнесымды һатыу итеүҙән башлайым”, — тип әйтте.
Шунан ул, ҡулына телефонын алып, ҡағыҙ киҫәгендәге һандарҙы йыйҙы. Трубканың теге осонан ир тауышы ишетелде. Йомарт һаулыҡ һорашты ла:
– Иғлан буйынса шылтыратам. Һеҙ магазин һатаһығыҙмы? – тип һораны.
– Эйе, — тип яуапланы ир.
– Ҡайһы тирәлә ул?
– Жандосов менән Дөрөҫлөк урамдары киҫелешендә. Нархоз эргәһендә.
– Күпме тора? — тип Йоморт шунда уҡ һораны, ауылда йыйған аҡсаһы етәме икән?
– Сабата түгел, магазин һатам бит. Башта кил, күр, алырға теләгең булһа, хаҡын килешербеҙ, – тине магазин хужаһы.
Йомарт тиҙ генә йыйынды ла адрес буйынса китте. Тулҡынланыуын күрһәтмәҫкә тырышып, магазиндың эсен ҡарап сыҡты. Иркен генә былай. Бер мөйөшөндә көнкүреш әйберҙәре, тәмлекәстәр, икмәк, һөт, тәмәке һатылһа, икенсеһендә — емеш-еләк, йәшелсә. Тағы бер мөйөштә һуттар өсөн ике һыуытҡыс тора.
Йомарт ҡараған ваҡытта магазин хужаһы:
– Оҡшаймы, ҡустым? — тип һораны.
– Тәү ҡарашҡа бик тә һәйбәт. Хаҡын әйтһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, — тип яуап ҡайтарҙы Йомарт.
– Бер ярым лимон, — тип хужа коммерсанттар телендә яуап бирҙе.
Йомарт шунда уҡ бер миллион биш йөҙ мең тигәнде аңланы. Бер аҙ уйлағас:
– Минең ундай аҡсам юҡ, — тине.
– Алдан һатыулыҡ иткәнең булдымы? — тип ҡыҙыҡһынды магазин хужаһы.
– Ауылда эшләй торғайным, хәҙер мин – студент, уҡыйым, — тине егет.
– Исемең нисек?
– Йомарт.
– Мин – Каирбай. Студент ҡына булһаң да, тырышлығың бар икән, киләсәгең шәп булыр. Күпме аҡсаң бар һуң? — тине ул яҡынданыраҡ таншырға теләп.
– Миллион. Ауылда.
– Ике йөҙ меңгә төшөрәм, ҡалғанын туғандарыңдан алып тор, — тип магазин хужаһы кәңәш бирҙе.
– Минең туғандар юҡ, ағай. Етеммен, ауылда әсәйем генә бар.
– Миллион һумды ҡайҙан алдың һуң? — тип ул аптыраны.
– Ауылда магазинда эшләгәйнем. Уҡырға ингәс, вокзал баҙарында төрлө эштә йөрөнөм.
– Ҡайҙа уҡыйһың? — Каирбай ҡыҙыҡһынып һорау биреүен дауам итте.
– Анауында. — Егет юл аша булған бинаға төртөп күрһәтте.
– Нархоздамы?
– Эйе...
– Улай булғас, мотлаҡ ысын бизнесмен булып китерһең. Был магазин һиңә шәп старт буласаҡ, – тине ул.
Был ваҡытта Йомарт: “Ике йөҙ меңгә төшөргән хәлдә лә өс йөҙөн ҡайҙан табырға? Роза инәйҙән һорарғамы икән?” — тип уйланды.
Шул ваҡытта Каирбай:
– Амбицияларың бар икәнен күреп торам, Йомарт. Аҙаҡ байығас, моғайын, һиңә бизнес башларға ярҙам иткән мине онотмаҫһың. Өс йөҙ меңде өлөшләп, рассрочкаға түләй алаһыңмы? — тип һораны.
– Эйе, әлбиттә! Ҙур рәхмәт, ағай! Аҡса алғас та ҡайтарам, — тип ҡыуанып, Йомарт ҡулын һуҙҙы. Икәү араһында килешеү төҙөлдө.
Асылған яңы мөмкинлектәр, идеялар егетте тулҡынландырҙы. Йомарт ауылға ҡайтып килергә булды. Был турала ул әсәһе менән Роза инәһенә һөйләне. Бәләкәйҙән һатыулыҡ серҙәренә төшөндөргән Роза инәһе шатлығынан уға йөҙ мең тенге бүләк итте. Тағы ике йөҙ меңде, аҙаҡ ҡайтарырһың, тип бирҙе.
Шулай, мәҡәлдәгесә, һатыу – һаҡалды ҡырыу, тигәндәй, Каирбайҙың магазины студентҡа тапшырылды. Йомарт Жолдыбай улы Алматының үҙәгендә үҙ эшен асып, уңышлы бизнесҡа тәүге аҙымын яһаны. Буш ваҡыты килеп сыҡҡас та Боранбай Жусупбековичҡа барып үҙ эшен асыуы хаҡында һөйләне. Яратҡан уҡыусыһының уңышына ҡыуанып, Йомартҡа америка бизнесмены һәм инвесторы Роберт Тору Кийосакиҙың “Богатый папа, бедный папа” исемле бестселлерын бүләк итте.
– Джон Рокфеллер, донъялағы иң бай кешеләрҙең береһе, бәләкәй сағында ашарға тип бирелгән аҡсаны йыйып бара. Был аҡсаға ул кәнфит алып, ағаларына икеләтә хаҡҡа арттырып һатып, килемде үҙе теләгәнсә тотона. Ете йәшендә ул тәүге бәләкәй генә бизнесын асып, күркәләр үҫтерә. Ун ике йәшендә ул күршеһенә илле долларҙы ете процент менән бурысҡа бирә. Роберт Кийосаки, “Богатый папа, бедный папа” авторы, баланың киләсәге тәрбиәнән дә, белемдән дә түгел, ә бәләкәйҙән нисек аҡса тотона белеүенән тора, тип яҙа. Сөнки бала йәмғиәттәге урынын, ата-әсәһенең социаль хәлен, байлығын ашарға тип биргән аҡсаның суммаһына ҡарап билдәләй. Һин дә бит шуның һымаҡ, — тип йылмайып күҙ ҡыҫты профессор.
– Хәҙер һиңә бар көсөңдө һатыуға ғына түгел, үҙ тәрбиәгә, үҫешкә йүнәлтергә кәрәк. Бизнес та кеше һымаҡ бит. Йәшәй, аяҡта торорға өйрәнә, алға бара, үҫә, эләгеп, йығыла. Ошоларҙың бөтәһен дә һин бизнесың менән кисерәсәкһең. Роберт Кийосаки әйтмешләй, сабый абынып ҡоламайынса йөрөргә өйрәнмәй, сөнки ҡолағанда ғына торорға була. Был бизнесҡа ла ҡағыла. Шуға ла йәмғиәттә байҙар аҙ, күптәр еңелеүҙән ҡурҡа. Юғарыға менгәндәр генә еңелеүҙең тәмен белә. Уңышһыҙлыҡ — уңыштың бер өлөшө. Еңелергә теләмәгәндәр уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ.
Бизнесыңды үҫтерәм тиһәң, белемде арттырырға кәрәк. Тәүҙә университетты тамамла. Шунан магистратураға бар, сит телдәр өйрән, бизнес-мәктәптәрҙә ҡатнаш. Шул мәлдә һиңә Ҡаҙағстан ғына түгел, бөтә донъя асыласаҡ. Атайың, бөгөнгө көндә һинең уңыштарыңды күрмәһә лә, һинең күҙең алдында буласаҡ. Ул һәр аҙымыңа шат, һинең өсөн ғорур булыр ине, — тип профессор егеттең яурынынан ҡаҡты. Шунан бер аҙ уйланғас: – Математика менән физикала константа тигән термин бар. Ул бер ҙә үҙгәрмәй торған, тотороҡло тигәнде аңлата. Һинең маҡсатың, һинең бизнесың константа булһын. Ҙур бизнес алып барыуыңа, илгә күп файҙа килтереүеңә, бай һәм йомарт буласағыңа ышанам, — тип өҫтәне.
Эпилог
Йомарт остазы Боранбай Жусупбековичтың да, атаһының да ышанысын аҡланы. Ун йыл эсендә ул илдең иң бай кешеһе генә түгел, мохтаждарға һәм талантлы йәштәргә ярҙам итеүҙе бурысы тип иҫәпләүсегә әүерелде.
Руссанан Венер ИСХАҠОВ менән
Заһиҙә МУСИНА тәржемә итте.
Тамам.