Бабай ике урамды тоташтырған тыҡрыҡ кеүек урамда йәшәй икән. Уның ҡайтҡанын көтөп торғандар, ахыры. Ҡапҡаға яҡынайыуға ул асылып китте. Ике йәш кенә малай икән. Береһе йүгәненән тотоп атты аласыҡ эргәһенә үк алып килде. Йорт алдына эреле-ваҡлы тағы бер нисә бала килеп сыҡты. Тәүҙә сыр-сыу килеп йүгерешеп сыҡһалар ҙа, арбала сит кеше ултырғанын күреп, шым булдылар. Бабай:
– Бына ҡайтып еттек. Әйҙә, өйөбөҙгә рәхим ит.
Ринат, ни тип әйтергә белмәһә лә, ауыҙ эсенән:
– Рәхмәт... рәхмәт, – тип мығырлап алды һәм арбаға ҡарап: – Утындарҙы бушатып ҡуйһаҡ һәйбәтерәк булмаҫмы? – тине.
– Малайҙарға эшләргә лә эш ҡалһын. Ялҡаулыҡҡа өйрәнеп үҫмәһендәр, – тип әйтеп тә бөтмәне, теге ике малай арбалағы утындарға килеп тә йәбештеләр.
Ҡулдарын сайҡап, эскә үттеләр. Өй эсе матур ғына йыйыштырылған икән. Икенсе бүлмәлә, ҡыҫҡа ғына аяҡлы өҫтәл өҫтөндә, мул ғына ризыҡтар ҙа теҙгәндәр. Ашарға ултырҙылар. Пуштундарҙың бер аҙ ғәҙәтен белгәнгә, егет бабайҙың баяғы тәҡдименә өндәшмәйерәк торҙо. Тегеһен-быныһын аҙ-маҙ һөйләшкеләп ашап алдылар. Ринат нисек кенә ас булыуына ҡарамаҫтан, алдындағы ризыҡтарға йығылып төшмәне. Тыйылды. Уның күптән бындай тәмле итеп ашағаны юҡ ине. Сөнки ул ҡол итеп бирелгән “серек теш”тең ғаиләләре бик ярлы кешеләр булып, таҡы-тоҡо ғына йәшәнеләр. “Дух”тарҙың ризыҡтары ла шул сама. Бар ризыҡтары үҙҙәре ҡулға төшөргән Совет ғәскәрҙәренең ҡоро паектары ғына ине. Ни тиһәң дә, бындағы ризыҡҡа ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәнлеге күренеп тора. Бына сәй килтерҙеләр. “Шурави” сәйҙе рәхәтләнеп эсә-эсә шул уҡ ваҡытта йорт хужаһына үҙенең һүҙен әйтергә ваҡыт еткәнен аңлап алды. Сөнки сәйҙәр эселеп бөткәс, ҡуҡырайып ултырып булмай бит инде. Был ҡунаҡсыл бик ябай ғына йорттан йә сығып китергә кәрәк буласаҡ, йә хужа әйткән тәҡдимде ҡабул итергә. Ул, теге кем әйтмешләй, ҡунаҡтың килгәненән киткәне яҡшыраҡ тигән әйтемде иҫенә төшөрҙө. Эйе, табын тамам булыуға был йорттан китергә кәрәк буласаҡ. Ә ҡайҙа барһын ул? Хатта ҡайһы тарафҡа юл тоторға икәнен дә белмәй. Кемдән һәм нисек һорайһың? Мин шул-шул, әсирлектән ҡасып тыуған илгә ҡайтып барған совет һалдаты тип әйтһенме? Ә тотоп алып ябып ҡуйһалар? Унан да аламаһы, кире “дух”тар ҡулына илтеп тапшырһалар? Унда инде биғылый әсирҙе, “әйҙә хуш киләһең, иҫән-имен ҡайтып еттеңме”, тип ҡаршы алып тормаҫтар. Стенаға терәргә лә бик мөмкиндәр. Шуларҙы уйлап алды ла, әллә ни әһәмиәт тә бирмәгән кеүек:
– Бабай, мин һеҙҙең бая әйткән тәҡдимегеҙгә риза ла ул. Тик түләү яғы нисегерәк булыр? Ысынлап та, өҫ-башты нығытырға ла кәрәк шул, – тип ҡуйҙы.
Бабай ҙа кәсәләге сәйенә өрә-өрә:
– Һөйләшербеҙ. Ашау яғына килгәндә, минең ашағанды ашарһың. Үҙең күреп тораһың, ҡышлаҡта эштең иң ҡыҙған мәле. Эшсе ҡулдар етмәй. Риза булып, миңә ярҙамлашһаң, эш хаҡынан ҡәнәғәт булырһың.
Ринат барыһын да алдан уйлап, тағы өҫтәп ҡуйҙы:
– Шуныһы бар. Мин ҡасан китергә теләйем, шунда һеҙҙән китәм. Һәм эшләгән өсөн иҫәпләшеү шул көндә үк булһа ғына ҡалам. Аҡса иртәгә, берәй аҙнанан, йә булмаһа, берәй айҙан һуң булыр тип вәғәҙә итеү булһа, мин ҡала алмайым. Шуға һеҙ риза булһағыҙ, ҡалғанына мин риза, – тип, афғандарса килештек тигәнде аңлатып, бабайға ҡулын һуҙҙы.
Хужаға былай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү оҡшай ине. Ул да, бик ҡәнәғәт йылмайып, егеттең усына шапылдатып ҡулын һалды ла йылы ғына ҡыҫып ҡуйҙы. Шулай килештеләр.
Бына Ринаттың бында йәшәй башлағанына ла өс айҙан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Тәүге көндәрҙә үк асыҡлап, иң шатланғаны ул үҙенең Пакистан илендә икәнлеген белеү ине. Нисек кенә булмаһын, ул – ирекле! Ирекле йәшәүҙең тәмен һәм рәхәтлеген тик тотҡонлоҡтан азат ителгән кеше генә белә. Ул тәүге көндәрҙән үк бабайҙың ейәндәре менән дуҫлашып алды. Малайҙар бик асыҡ күңелле һәм эшсән ине. Ринат уларҙың ҡайҙа, нисек уҡығандары менән ҡыҙыҡһынған булды. Тегеһен-быныһын һорашты. Уҡыу әсбаптары араһынан географик карта табып бик шатланды. Малайҙарҙан һорашып, үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгәнлектәрен күрһәтергә ҡушты. Һәм үҙенең Афған сигенән әллә ни йыраҡ булмаған бер ҙур ғына ҡышлаҡҡа килеп эләккәнен белде. Шуны аңланы: уға Афғанстан аша тыуған илгә ҡайтыу тураһында уйларлыҡ та түгел. Уның тормошҡа ашмаҫтай хыял икәненә төшөндө. Иран иленә сығып та ҡайтырға булыр ине лә ул, тик уны билдәһеҙлек һәм картала төшөрөлгән ҡом сүлдәре аша үтергә кәрәклеге ҡурҡытты. Унан да бигерәк, яңынан ҡоллоҡка эләгеүҙән шикләнде. Ә был Пакистан тигән илдә уға әлегә бер кем бер һүҙ ҙә әйткәне булманы. Бына шулай йәшәп ята. Афғанда әсирлектән нисек ҡотолорға инде, тип бар уй-ҡайғыһы шул булһа, бында бар уй-зиһенен нисек һәм ҡайһылай итеп тыуған илгә, Уралға ҡайтырға тигән хыял биләп алды.
Бабай һәйбәт кеше булып сыҡты. Ул эшсән башҡорт егетен яратты. Ауылда үҫкән егет бит. Ә егет тегене эшлә, быны эшлә тип әйткәнде көтөп торманы. Тәүге көндәрҙә үк бындағы тормош-эштәрҙең сер-нескәлектәренә тиҙ төшөндө. Әсирлектә булған ваҡытта башҡарған эштәрҙең дә ярҙамы тейҙе. Бына бер көндө бабайҙың оло улы ҡайтып төштө. Кескәй генә байрам яһап алдылар. Ринатты уның менән таныштырҙылар. Ул Рахманғол исемле икән. Бабайҙың улы Ҡарачи ҡала портының ниндәйҙер бер бүлегендә йөк ташыусылар бригадаһының түрәһе ине. Йәштәр дуҫлашып киттеләр. Мамыҡ баҫыуынан мамыҡ сыбыҡтарын бергәләп ташынылар. Ринат үҙенең тауҙар араһындағы ҡышлаҡта үткән “бала сағы” менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып алды. Бар һәләтен егеп, үҙенең алдағын дөрөҫлөккә теүәл тура килтерергә тырышты. Әлбиттә, дөрөҫөн һөйләп бирмәне. Шул тауҙар араһында тыуып, шунда үҫтем тигән булды. Ә үҙе яйлап-яйлап Рахманғолдоң портта ниндәй эштәр менән шөғөлләнгәне тураһында белеште. Сауҙа караптарының ҡайһы илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙары һәм ниндәй тауарҙар алып барғанын да, кире ҡайтҡанда нимәләр алып ҡайтҡандарына тиклем яйлап-яйлап асыҡланы. Ул Рахманғолдан туранан-тура асыҡ итеп һораманы. Ә уратып-уратып ҡына белеште. Сөнки туранан-тура күп нимәләр һорашып, шик-маҙар тыуҙырыуҙан ҡурҡты. Эштең ауырмы-юҡмы икәнен һорашты. Тегеһе-быныһы тураһында асыҡлыҡ индерҙе. Шуныһы бик ҡулай булды: Рахманғол һүҙсән һәм бик асыҡ егет ине. Шуға ла тиҙ дуҫлаштылар.
Бына Рахманғол үҙенең киләһе дүшәмбе көндө кире Ҡарачи ҡалаһына китеүен әйтте. Шул ваҡытта Ринат та әллә ни әһәмиәт бирмәгән кеүек үҙенең дә ошо арала шул яҡҡа юлға сығырға йыйынғанын белдерҙе. Был хәбәрҙән хужаның улы бер аҙ аптырабыраҡ ҡалды. Ул бик тә уфтанып:
– Әле баҫыуҙа эштәр бөтмәгән. Һин дә, мин дә бер юлы ҡуҙғалһаҡ, атайға ҡыйын буласаҡ. Әллә әҙерәк эштәр аҙайғанын көтәһеңме? – тине.
Ринат барыһын да алдан уйлағайны, шуға ла бер аҙ икеләнеп торған кеүек өндәшмәйерәк торҙо ла:
– Бабайға бик ҙур рәхмәт! Тау араһында мин күреп үҫмәгән эштәргә өйрәтеп, күп нимәләргә төшөндөрҙө. Баштан-аяҡ кейендерҙе. Әгәр ҙә мине үҙең менән Ҡарачи ҡалаһына алып китһәң, мин атайыңдан эшләгән өсөн бер тин дә һорамайым. Ә ул ошо аҡсаға икенсе бер кешене эшкә яллай ала, – тине.
Хәҙер инде Рахманғол тотлоғоп ҡалды. Сөнки Ринатҡа дүрт ай самаһы эшләгән өсөн байтаҡ ҡына аҡса тейергә тейеш ине. Ул бит был бабайға бар көсөн йәлләмәй намыҫ менән эшләне. Күп осраҡта бабайҙың ҡулына эш тә ҡалмай ине. Был егет бик тә ымһындырғыс тәҡдим әйтте түгелме һуң? Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бабайҙың улы өндәшмәйерәк ҡалыуҙы ҡулай күрҙе.
Йылға буйынан ҡамыш киҫеп ташыйҙар ине. Өйгә ҡайтып еткәнсе Рахманғол да, Ринат та башҡаса был турала яңынан һүҙ ҡуйыртманылар. Һәр кем үҙ уйҙарына бирелеп барҙы. “Шурави” Урал тауҙары, урмандар араһында ҡалған ауылын, ата-әсәһен уйланы. Эйе, ҡотолоп Пакистан иленә сыҡҡас әсәләренә үҙенең иҫәнлеген белдереп хат яҙып һала ала ине. Тик әлеге шул ҡурҡыу тигән нәмә һәр кемдең баш осонда ауыр күҫәк булып аҫылынып тора. Аталарын, әлбиттә, милицияға саҡыртасаҡтар. Унда инде һорау алыу башланасаҡ. Улығыҙ ни эшләп иҫән ҡалған да, ни эшләп беҙгә дошман капиталистик илгә сыҡҡан? Шул ҡәҙәр ваҡыт эсендә ниңә бер хәбәр ҙә бирмәгән? Моғайын, “дух”тарға һатылып, СССР-ға ҡаршы һуғышып йөрөгәндер әле? Йә булмаһа, шпион-разведчиктар әҙерләй торған лагерҙарҙа уҡып, беҙҙең илгә ҡаршы берәй нимә эшләргә йыйыналыр? Һәм тегеһе, һәм быныһы. Ана Заһит-ҡыйыш башты бер-ике сәғәт дошман ҡулында булып, алты-ете сәғәт бикле торғаны өсөн ун биш йылға ябып ҡуймағандармы ни? Билдәле, уның да, иҫән-һау ҡайтҡанһың, бына афарин, тип башынан һыйпамаҫтар. Уға ла сикһеҙ себер киңлектәрендәге күп һанлы лагерҙарҙа урын әҙерләп ҡуйғандарҙыр инде...
Ринат шул уйҙарға бирелеп, үҙенең яҡындары, киләсәге хаҡында уйланы. Ә инде Рахманғол Ринат тураһында фекер йөрөттө. Ысынлап та, бик эшсән, тырыш егет. Ниндәй генә эш башҡарһа ла, көсөн йәлләмәй һәм ихласлыҡ менән үтәй. Атаһы ла тау араһындағы ҡышлаҡтан сыҡҡан был егетте маҡтап бөтөрә алмай. Рахманғол шуныһына иғтибар итте: тау араһында үҫкән булһа ла уҡыған. Белеме бар. Белеме ниндәй әле! Ҡайһы ғына темаға һөйләшһәләр ҙә, аң-белеме киң, ә инде фекерләү дәрәжәһе бик тәрән. Тауҙарҙағы ҡышлаҡтарҙың күбеһендә мәҙрәсә тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Булһа ла, дин дәрестәренән башҡаны уҡытмайҙар. Ҡайҙа ундай мәҙрәсәләр бар? Ундай мәҙрәсәләр бындағы тигеҙлектә урынлашҡан ҙур ҡышлаҡтарҙа ла юҡ дәрәжәһендә. Ә был үҙен Ринатулла тип йөрөткән егет бик белемле. Тик үҙенең, исмаһам, бер документ-ҡағыҙы булһа икән. Өйгә ҡайтып етәрәк Рахманғол:
– Ҡара әле, Ринатулла, аңлауым буйынса, һин миңә эйәреп Ҡарачиға китергә уйлайһың. Шулаймы?
– Эйе, эйәртһәң, һинең менән юлға сығырға ине. Ә инде үҙең эшләгән Ҡарачи портында берәй эш тә табып бирһәң, мин һиңә бик тә рәхмәтле булыр инем.
Рахманғол тағы һүҙһеҙ ҡалды. Әммә тиҙҙән:
– Ринатулла, бына һиңә ҡарап торам да уйлап ҡуям. Һинең бит ҡулыңда бер генә документ-ҡағыҙың юҡ. Тәүҙә документ кәрәк. Сөнки эшкә урынлашҡанда, һис шикһеҙ, документ һорайҙар. Документһыҙ тәүге полиция тикшереү пунктында уҡ һине тотоп алып кире борасаҡтар. Быныһы яҡшы осраҡта. Ә аламаһы инде, зинданға ябып ҡуйыуҙары ла бик мөмкин.
– Документтар кәрәген үҙем дә аңлайым. Беҙҙең өйҙә янғын сығып бар ҡағыҙҙар ҙа янып юҡҡа сыҡты. Уныһын юллау тураһында әллә ни башҡа ла килмәне. Башҡа килгәндә лә, ул документтарҙы булдырғансы әллә күпме аҡса кәрәк. Ә уны ҡайҙан алаһың? Бына шулай йәшәп йөрөгән булам.
– Ярай, һиңә документтар яһауҙы үҙ өҫтөмә алам. Тик һин беҙҙә тағы бер-ике ай эшләп тор. Ай ярымдан ҡустым, йәғни минән кесе булған туғаным ҡайта. Шулай уҡ Ҡарачи портында эшләй. Уның менән килерһең. Уға тиклем мин һиңә берәй ҡулай ғына эш тә табып ҡуйырмын. Риза булһаң, иртәгәнән документ артынан йөрөй башларбыҙ.
Шулай итеп, төрлө мәшәҡәт-мажаралар менән Ринатуллаға үҙенең кемлеге һәм ҡайҙатыуғанлығы тураһында документ эшләй алдылар.
Рахманғол китте. Ул Ринатуллаға ҡағылышлы бар ҡағыҙҙарҙы атаһына ҡалдырҙы. Хәҙер инде Ринатҡа бабайҙың икенсе улы Үмәрулла ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөргә генә ҡалды.
Бабайҙың ер биләмәһе матур, ҙур ғына булып, былҡышлаҡта ул етеш ғаиләләр иҫәбенә керә ине. Аты, ваҡ-төйәк эштәр өсөн ишәге һәм бер нисә һыйыры булып, башҡа ваҡ малдарын тауҙарҙа йәшәгән ниндәйҙер туғандарына илткән икән. Сөнки бында йәйҙәр бик эҫе. Шуға ла күп кенә малдарын тауҙар араһындағы ҡышлаҡта йәшәүсе туғандарында тота. Бына хәҙер шул малдарға ҡышын ашарға бесән әҙерләргә килделәр. Ҡыш тип, әллә ни һыуыҡтар ҙа булмай. Дөрөҫөрәге, ҡыш бындаюҡ. Әммә тауҙарҙа йәй көнө лә ҡар бүректәре иремәй.
Ә бындағы бесән әзерләүҙең “рәхәтлеген” Ринат үҙ елкәһендә татыны. Әйтәм, Рахманғол уны тағы ике айға ҡалырға ныҡлап өгөтләне. Юҡҡа түгел икән. Сөнки был эш, ысынлап та, ҡолдар эше. Бабайҙың ошо тауҙар араһында ла ере бар икән. Ер тимәһәң, хәтере ҡалыр. Ошо ерҙә уның малдарын көтәләр һәм ошо ер өлөшөндә бесәнен дә әҙерләйҙәр. Бесән саба торған ергә барыу ҙа үҙе бер мәшәҡәт кенә түгел, ә бер ғазап. Тауҙағы ҡышлаҡҡа барып етмәҫ элек ҡая-таштар араһынан бесәнлек урынлашҡан тарлауыҡҡа төшөргә кәрәк. Ә унда тик йәйәү генә төшөргә була. Бына шул тарлауыҡ төбөндә ҡуна ятып байтаҡ ҡына бесән әҙерләнеләр. Бесәнде сабыуын-саптылар, ә бына уны нисек бынан ҡышлаҡҡа алып ҡайтырҙар икән? Был турала әлегә ул белмәй. Бала саҡтан уҡ салғы, һәнәк тотҡан кешегә бесән әҙерләү бер уйын эш кеүек кенә ине...
Ә инде бындағы тәбиғәт матурлығын һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Иҫ киткес хозурлыҡ! Тағы ла аҫтараҡ һәм йылғаға яҡыныраҡ урында ҙур ғына урманы ла бар. Тау итәгендә йыраҡта ҡырағай кәзәләрҙең эреле-ваҡлы көтөүҙәре йөрөгәне лә күренеп китә. Һауала төрлө бейеклектә тау бөркөттәренең ҡанаттарын ҡағырға ла иренеп, ялҡау ғына осҡандары күренә. Улар ҡайһы бер ҙә бесәнселәр өҫтөнән дә ҡарап әйләнә-әйләнә осалар. Әйтерһең дә, “Һеҙ ни эшләп беҙҙең биләмәлә йөрөйһөгөҙ? Тиҙерәк китегеҙ бынан”, тигән кеүек ҡысҡырышып алалар ҙа, ситкәрәк китеп, тау-ҡаяларҙа урынлашҡан ояларына ултырып, уларҙы шунан ғына күҙәтергә тотоналар.
Эйе, бесән кибеп ваҡ-ваҡ күбәләргә өйөлдө. Һәм иң этлеге башланды. Сөнки бесәнлек юлдан аҫта өс-дүрт саҡрым йыраҡлыҡта ине. Бабай ярҙамға көтөүен көтөшкән үҙенең бер туғанын да алып килде. Юҡҡа ғына булмаған икән. Эштең иң ҡыйыны – әҙерләнгән бесәнде юлға сығарыу башланды. Бабай бауҙан махсус үреп эшләнгән яйланмаға бер-ике һәнәк бесәнде һалып бәйләп ҡуйҙы. Унан егеттәргә лә шундай уҡ йөктө әҙерләне. Бына шунан самалап күҙ алдығыҙға килтерегеҙ инде. Әҙер йөктәрҙе һәр кем үҙенең елкәһенә күтәреп, алға – тау башына, юлға табан ҡуҙғалып киттеләр. Тау-таш араһынан юлға еткәнсе бер нисә тапҡыр туҡтап хәл дә алдылар. Бабайға ауырға тура килә. Икенсе юллағанда Ринат бабайға үҙенә күберәк һалырға ҡушты. Миңә был йөктө күтәреп менеү бер ни ҙә түгел, күтәрә алам, тиһә лә, бабай уның йөгөн дә сама менән генә бәйләне лә һуңынан аңлатты. Был тау араһындағы тарлауыҡта ҡайһы саҡта иҫкәрмәҫтән генә бик көслө ел сығып ҡуя икән. Ваҡытында күтәргән бесәнеңде ергә ташлап өлгөрмәһәң, бесәнең-ниең менән тау аҫтына осорорға мөмкин, ти.
Тәүге көндө шулай елкәгә бесән күтәреп, саҡ алты тапҡыр юллай алдылар. Сығарылған бесәнде атҡа тейәп тауҙағы ҡышлаҡҡа алып ҡайттылар. Бына шулай бесән әҙерләнеләр. Ринаттың самалауы буйынса ике КамАЗ-ға яҡын бесәнде егерме көн ташынылар. Бына эш тек, эш. Ул үҙенең тыуған яҡтарындағы бесән әҙерләүҙе иҫенә төшөрҙө. Ундағы бесән әҙерләү бер байрам ғына булған икән шул. Эйе, бында әҙәмсә йәшәйем тиһәң, аттан да арыуыраҡ эшләргә, дөйә кеүек сыҙам булырға кәрәк. Шунһыҙ йәшәй алмайһың.
Бындағы халыҡ йә бик ярлы, йә бик бай. Ярлылар менән донъя тулы. Ҡышлаҡта булһа бер-ике генә кеше арыу хәлле йәшәй. Уртаса йәшәгәндәр ҙә байтаҡ ҡына күренә. Улар инде бабай кеүек иртә таңдан ҡараңғы төнгә саҡлы ат кеүек егелеп эшләйҙәр. Шуныһы ла бар, йылдың йәй тигән ҡыҙыу ваҡытында баҫыуҙа кинәнеп эшләй алмайһың, артыҡ ҡыҙыу. Төштән һуң сәғәт дүрттәр тирәһендә генә халыҡ баҫыуға сыға. Көнө буйы баҫыуҙа бил бөккәндәр ҙә бар. Тик улар ниндәй халыҡтыр, Ринат ундайҙарҙы аңлай алманы.
Бабайҙың ошо уҡ тауҙар араһындағы ерендә бәрәңге баҡсаһы ла бар икән. Уныһы тағы ла аҫтараҡ, йылға эргәһендә. Ҡояш һәм йылы етерлек булғас, йылына ике-өс тапҡыр уңыш алалар. Февраль баштарында уҡ бәрәңге ултырталар. Унан бәрәңге өлгөргәс, бүтәнен дә сәсеп үҫтерергә була. Кишер, сөгөлдөр һәм нут, йәки башҡа борсаҡ кеүек нәмәләр сәсәләр икән. Әммә барыһы ла ямғырҙар миҙгеленә бәйле. Дөрөҫ сәсмәһәң ҡоролоҡҡа ҡала, унда инде уңыш көтмә. Эйе, иренмәһәң һәм эшкәртергә ерең булһа, барыһын да үҫтерергә була, ти.
Бына вәғәҙәләшкән ваҡытҡа бабайҙың икенсе улы ла ҡайтты. Шулай аҙна-ун көн ҡунаҡ булып, байтаҡ ҡына эштәрен эшләшкәс, Ринатты эйәртеп Ҡарачиға алып китте. Юл ғазабы – гүр ғазабы, тигәндәй, юлда төрлөһө булды. Рахманғол уларҙы әҙерләнеп көтөп торған. Шуға ла торорға урын, ашарға ризыҡ эҙләп яфаланырға тура килмәне. Тик эшкә урынлашҡанда ғына бер аҙ тотҡарлыҡ булып алды. Тик уныһын да төрлө түрә-тикшереүселәрҙең ҡулдарын майлап, кеҫәләрен ҡалынайтып Ринатты ла эшкә урынлаштыра алдылар.
Ринат, Тыуған илем – Уралға, Башҡортостанға ҡайтырға тағы бер ҙур аҙым яһаным, тип уйланы. Шул уйҙар менән ҡанатланып, үҙенә йөкмәтелгән эштәрҙе тағы ла тырышыбыраҡ, ҙур теләк менән башҡарҙы. Унан да бигерәк, инглиз телен өйрәнер өсөн порттың үҙендә үк булған тел өйрәнеү курстарына яҙылды. Эштән бушаған ваҡыттарында портҡа килгән төрлө корабль һәм лайнерҙарҙы күҙәтергә тотондо. Иҫәбе буйынса был ҙур портҡа ҡасан да булһа СССР-ҙан килгән караптар ҙа керергә тейеш ине. Тик ниңәлер ундай кораблдәр бер ҙә күҙенә салынманы. Бер ял ваҡытында ҡалаға сығып география картаһы ла һатып алды. Шул картаға үҙенә генә билдәле тамғалар менән портҡа ниндәй илдәрҙән килгән караптарҙы билдәләгән булды.
Бер көндө Рахманғол уның картала нөктә-һыҙыҡтар ҡуйғанын күреп:
– Һин нимә, әллә берәй сит ил разведкаһына эшләйһеңме? Ниңә улай билдәләп бараһың? Әгәр ҙә был хәлде порт һаҡсылары белеп ҡалһа, үҙеңә төрмә янағанын белеп тор. Ташла был эшеңде. Берәйһе юрамал да хәбәр итергә мөмкин.
– Юҡ. Мин бер ниндәй сит ил разведкаһына эшләмәйем. Англияға уҡырға барғым килә. Шуға ла ул яҡҡа юл тотҡан караптарҙы билдәләгәйнем.
– Шуны алдан уҡ иҫкәртәм. Әгәр ҙә матростар менән килешмәйенсә, карапҡа йәшеренеп кереп ултырып китһәң, ҡайҙа һине табып алалар, шунда үҙеңде диңгеҙгә, акулаларға ризыҡ итеп осороп китергә мөмкиндәр. Был бигерәк тә Азия илдәренән бара торған судноларға ҡағыла. Европанан килгән караптарға ултырырға тырыш.
– Һин барыһын да беләһең. Ярҙам ит миңә. Үҙемдең һуңғы өс айҙа эшләгән эш хаҡын һиңә ҡалдырам. Миңә Польшаға, Норвегияға, йә булмаһа, Дания менән Бельгия илдәренә бара торған суднолар ҡулай булыр ине. Был илдәр бай һәм мин унда уҡырға керер өсөн әҙерәк аҡса ла эшләй алыр инем.
Ғәҙәтенсә Рахманғол бер ни ҙә өндәшмәне. Тик бер аҙ серле генә йылмайып:
– Һинең ниәттәр ҙур. Башҡарып сыға алырһыңмы икән?
– Ниәт – эштең яртыһы. Һинең ярҙамыңа ышанып инде барыһы ла.
Башҡаса был турала һөйләшмәнеләр. Сөнки бүлмәгә Ринат менән бергә эшләп, бер бүлмәлә йәшәгән ир ҡайтыпкерҙе.
Ринат һуңынан ҡурҡып та йөрөнө әле. Юҡҡа был Рахманғолға бар сер-пландарҙы асып һалды. Ярай ҙа бит порт хәүефһеҙлеге һағында торған хеҙмәткәрҙәргә еткермәһә. Юҡ, Рахманғол ундай кеше түгел ине. Һәм ул бер көндө:
– Нимә Ринатулла, ниәттәрең үҙгәрмәнеме? – тип һораны.
Тәүҙә Ринаттың башына һүҙҙең нимә тураһында барғаны барып етмәй торҙо. Һәм Рахманғолҡабатлап:
– Уҡырға барыу пландарың тураһында әйтәм.
– Ә һин ул турала икән. Юҡ, минең ниәттәр шул килеш. Тик бына барыһын да нисек башҡарырға?
– Яҡшы. Улайһа бик яҡшы.
Ринатулла портта йөк тейәү терминалында эшләй. Үҙе шулай теләне. Рахманғол ярҙамында ошо урынға урынлаша алды. Ниндәй генә эштәр башҡарырға тура килмәне уға. И...и...и...и, барыһын да һанай китһәң, аяҡ бармаҡтарыңды ҡушып һанаһаң да етмәҫ. Ул вагондар бушатыу тиһеңме, шул уҡ вагондарға башҡа сит илдәрҙән килгән сеймал-тауарҙарҙы тейәү тиһеңме? Барыһы ла булды инде. Самалап алды: улар эшләгән терминалдан күпселек осраҡта сәй, дөгө һәм ауыл хужалығы үҫтергән башҡа нәмәләрҙе ситкә оҙаталар. Сменаһы тура килгәндә инглизсә өйрәнеү курстарына йөрөп булашҡан булды, тик улай йөрөп уҡыу бик ауырға тура килә. Уны ташланы. Рахманғол да ҡурҡытып ҡуйҙы. Ҡарачи ҡалаһында иркенләп йөрөй алмайһың. Саҡ ҡына шикләнделәрме, бөттө. Тотоп алып китергә мөмкиндәр. Йә полиция, йә хәрбиҙәр. Унан бит әле порт тирәһендә махсус хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Улар ҡулына эләкһәң, бөтөнләй тере ҡалырмын тимә. Юҡ менән йөрөмә. Йәшәгән ятағыңда тыныс ҡына йәшәп, эшләп йөрө. Берәй яйы сыҡҡанын көтөрбөҙ. Минең башҡа бер уй килде лә ул, нисек башҡарып сығырбыҙ? Бына шуныһы бар.
Улар шулай һөйләшеп, Ринатулланы Европаға оҙатыу тураһында хыялланып, төрлө пландар ҡорҙолар. Бер көндө Рахманғол дуҫы эргәһенә килеп:
– Ошо көндәрҙә Норвегиянан килгән карапҡа тейәй башларға тейешбеҙ. Йөк – сәй һәм дөгө. Тағы ла төрлө емеш, йөҙөм. Судно әллә ни ҙур түгел. Бындағы егеттәр менән һөйләштем. Карапҡа сәй тултырылған тартмалар тейәй башлағас, һине шул тартмаларҙың берәйһенә урынлаштырып булһа ғына инде. Уйлап ҡара.
– Миңә уйлап торорға түгел. Мин риза.
– Уныһы шулайҙыр ҙа ул. Тик шуныһы бар бит, судно Норвегия тигән илгә сама менән айға яҡын барасаҡ. Кәм тигәндә егерме көн үтәсәк. Ошо ваҡыт эсендә ашарға-эсергә лә хәстәрләргә кәрәк буласаҡ.
– Мин ул егерме көндө ас ҡайтырға ла риза...
Шулай тине лә Ринат тотлоғоп ҡалды. Сөнки артығын ысҡындырҙы. Уға ҡайтырға тип түгел, барырға тип һөйләргә кәрәк ине. Һәм ул хатаһын төҙәтергә теләп: – Норвегия иленә барырға була, ас та торорға ризамын. Һыуһыҙ ҡыйын буласаҡ. Һыу хәстәрләргә кәрәк, – тип ҡуйҙы.
– Һыуға, егермешәр литрлы ике канистр хәстәрләнем-хәстәрләүен. Үҙеңде һәм ул ике канистрҙы нисек судноға индереү тураһында уйларға кәрәк. Әгәр һиҙеп ҡалһалар, үҙеңә төрмә, ә бригадағыҙҙа барығыҙҙы ла эштән ҡыуасаҡтар. Уларҙы ла әле зинданға илтеп тыҡмаһалар бик хуш. Контейнер эсенә кереп ултырһаң, бер кем һиҙмәҫ ине. Тик ул контейнерҙан сығыу яғын да ҡарарға кәрәк буласаҡ бит. Уларҙы тыштан бикләп, пломба һалалар. Шуныһы ла бар, Норвегия портында ул контейнерҙы әллә судноны бушатҡан көндө үк алалар, әллә ун көндән һуң. Ә ҡасан асалар? Бына шуныһын да уйларға кәрәк. Контейнер эсенә кереүен-керерһең, әммә инерҙән алда сығыуыңды уйла.
Улар шулай оҙаҡ баш ватты. Мамыҡ төргәк-тюгына кереп ултырырғамы? Әллә сәй тултырылған ҡап-йәшниккә йәшеренергәме? Оҙаҡлап пландар ҡорорға ваҡыт бик аҙ ине. Ринатулланы сауҙа судноһының трюмына тейәлергә тейешле ҙур ғына сәй тартмаһына индереп йәшерҙеләр. Шул уҡ тартма эргәһендәге икенсе тартмаға һыу һәм аҙыраҡ аҙыҡ-түлек тә урынлаштырҙылар. Кәрәк була ҡалһа тип үткер генә хәнйәр ҙә алды. Портта эшләүсе халыҡ бик берҙәм булһа ла, был эштәрҙе бик йәшерен эшләнеләр. Ринаттың буласаҡ сәйәхәте тураһында барлығы ике кеше генә белде. Рахманғол төрлө кәңәштәр бирҙе. Диңгеҙгә сығып биш-алты сәғәт үтмәйенсә тартманан сыҡмаҫҡа ҡушты. Һәм хәнйәрҙе ҡулына тоттороп:
– Тартманан сыҡҡанда ҡыйынлыҡ тыуһа, ошо хәнйәр менән тартманы тишеп сығырһың, – тине.
Шулай килештеләр. Шуныһы ла бар бит әле: Ринат ултырған тартма ҡайҙа эләгә? Аҫта ҡалһа, үлемең шунда икәнен көт тә тор. Алдан һөйләшелгәнсә, трюмға тейәлгән башҡа сәй тартмалары өйөмөнөң иң өҫтөнә урынлаштырҙылар.
Мең бәлә-мажаралар менән Норвегияның тейешле портына килеп еткәндә егерме биш көн ваҡыт үтте. Юлда Ринат әллә ни ашарға тырышманы. Кипкән йөҙөм һәм хөрмә емешенән генә ауыҙ иткеләне. Ас тороуға килгәндә ул инде Афған ҡоллоғонда өйрәнеп бөткәйне. Унда бит ҡайһы бер ваҡытта аҙна-ун көн ашарға бирмәйенсә интектергән саҡтары булды. Шуға ла ас тороуҙың нимә икәнен белә. Ашамағас, һыу эске лә килмәй.
Ринаттың бәхетенән, Норвегия портында йөктәрҙе бушатҡанда, өҫтә ятҡан яртылаш сәйе ҡойолоп өҫтө асыла яҙған тартманы кран менән ситкә алып ҡуйҙылар. Сөнки ватылған тартма аҫта ҡалһа, бөтөнләй иҙелеп, өҫтәге тартмаларҙы ишеп төшөрөргә мөмкин. Иртәгә комиссия менән ҡарап, тейешле документ тултырырға тейештәр.
Ҡараңғы төшкәнен самалап, Ринат йәшеренгән тартмаһынан сыҡты. Уңайһыҙ, кәкерәйеп ятыуҙан һушы алынып саҡ аяғына баҫты. Портта һалҡынса, еләҫ. Етмәһә, аҙыраҡ ямғыр ҙа һибәләп тора. Ринат портта төндә лә эш ҡайнап торғанлығын белә. Шуға ла төрлө прожектор-фонарҙар яҡтыртыуы арҡаһында яп-яҡты. Ни тиклем генә прожекторҙар яҡтыһына эләкмәҫкә тырышмаһын, был мөмкин түгел. Бар ерҙә лә эш ҡайнай. Әле бушатҡан йөктәрҙе бер урынға өйәләр, әле шундай уҡ йөктәрҙе икенсе урынға күсерәләр. Ринат аптырағас, туп-тура атлап, тейәлгән йөк машиналары киткән яҡҡа атланы. Күҙаллауы буйынса, порттан сығыу урыны шул яҡта булырға тейеш ине. Ләкин был ят кейем һәм күп көндәр ашамауҙан бөтөнләй хәлһеҙләнеп, саҡ атлап барған кешене бая уҡ күреп ҡалғайнылар. Тегеләй-былай үтеп-һүтеп киткән эшселәрҙән өсәү ике беләгенән килеп тотҡас, ул тертләп ҡуйҙы. Ләкин ҡасып китергә, йә булмаһа, ҡаршылыҡ күрһәтергә уның хәле лә, теләге лә юҡ ине.
Беләктән ҡыҫҡыс кеүек эләктергәндәрҙең береһе таныш түгел телдә нимәлер һораны. Тик ул бөтөнләй аңламағас, мәктәптә уҡыған немец телен иҫкә төшөрөп:
– Найн, – тигән булды.
Ҡарачи баҙарында европаса кейенергә тырышып арыу ғына салбар менән свитер ҙа алғайны ла бит. Сит-ят икәне әллә ҡайҙан күренеп тора, барыбер эләктерҙеләр. Тегеләрҙең береһе немец телендә бер юлы әллә нимәләр һорап ташланы. Былар әйткәндәрҙең береһен дә аңламағанға ул тағы:
– Но, но, – тине.
Хәҙер инде инглизсә нимәлер һораша башланылар. Тик ул тағы бер нимә лә аңламаны. Аптырағас ул, мин Россияға ҡайтып барам, тип урыҫса әйтергә мәжбүр булды. Хәҙер үҙен эләктергән әҙәмдәр бер ни ҙә аңламанылар. Шулай ҙа Ринат полиция тигән һүҙҙән үҙен полиция бүлегенә алып барасаҡтарын аңланы. Ярай әле ул бик йыраҡ булмайынса, тиҙ барып еттеләр. Тағы ла бер аҙ атлаһалар, уның хәле бөтөп, йығылырға мөмкин ине.
Бына йөк бушатыу һәм тейәү терминалынан ситтәрәк торған ике ҡатлы бинаға алып керҙеләр. Өҫтәл артында оло ғына йәштәге зәңгәр күк төҫөндәге күлдәк кейгән полиция хеҙмәткәре ултыра. Ул бер аҙ был өсәүҙән аяғында саҡ баҫып торған Ринат тураһында һорашып, һөйләшеп алды ла унан паспортын һораны. Ринат паспорт һүҙенән нимә һорағандарын аңланы. Уның кеҫәһендә тик Рахманғолдоң атаһы алышып биргән Пакистан паспорты ғына ине. Уны ла әле урындағы хакимиәт түрәһенең кеҫәһенә ҙур ғына күләмдә аҡса төртөп алдылар.
Аяғында саҡ баҫып торғанын күреп, уға ултырғыс тәҡдим иттеләр. Хәҙер инде ултырған килеш һораша, белешә башланылар. Һөйләшә торғас, уның урыҫса белгәнен аңлап, тәржемәсе алып килделәр. Ринат үҙенең Афған пленынан ҡасып ҡайтып барғанын саҡ-саҡ аңлата алды. Сөнки тылмас та урыҫса бик насар белә булып сыҡты. Тағы ҡайҙалыр шылтыратып, әллә кемдәр менән һөйләшеп алдылар. Ниндәйҙер журналға ҡабат-ҡабат исем-фамилияһын һорап яҙып ҡуйҙылар. Шунан был хәлһеҙ афған тотҡонона кофе менән тәмле генә печенье һәм ветчина ҡыҫтырылған бутерброд килтерҙеләр. Эргәлә генә торған бүлмәгә индереп һыйланылар. Эйе, нисәмә көндәр хөрмә, йөҙөм генә ҡапҡылаған кешегә был бик ҙур һый ине. Шул уҡ бүлмәләге диванда ял итеп алырға тәҡдим иттеләр.
Күп көндәр сәй йәшнигендә бөкләнеп-бөгәрләнеп ятҡан кешегә йомшаҡ диванға һуҙылып-кирелеп ятыу бик рәхәт ине. Тик уны йоҡо алманы. Тылмас һөйләгәндәрҙе тағы бер тапҡыр хәтерендә барлап ятты. Ул тәржемәсенән үҙен ни эшләтәсәктәрен һорағайны, тегеһе яурындарын һикертеп: “Иртәгә органдар барыһын да асыҡлар. Кире Пакистанға ебәрергә мөмкиндәр, йә булмаһа, бүтән берәй нимә тәҡдим итерҙәр. Ә иң яҡшыһы Ослолағы Совет илселегенә тапшырырҙар”, – тигән булды. Их, шулай ғына була күрһен инде. Посольствоға ғына илтеп тапшырһындар ине, тип хыялға бирелеп ятты. Кире Пакистанға ебәрергә уйлаһалар, һис унда бармаясаҡ. Көсләп карапҡа ултыртһалар, төндә барыбер һыуға һикерәсәк. Юҡ, кире ул яҡҡа уға юл ябыҡ. Үлһә лә тыуған яғы Башҡортостанға– Уралға ҡайтып үләсәк. Ҡурай тауышын ишетеп, тыуған яҡтарын күреп үләсәк. Бер нимәгә ҡарамай тыуған яғына ҡайтырға тейеш! Ул бит ата-әсәһенә иҫән-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙе лә инде. Бына нисәмә йылдар үткәс, инде ошо яҡты хыялдары тормошҡа аша тигәндә яңынан үлем ҡулсаһына эләккеһе килмәй. Ул шул үлем ҡулсаһына кире эләкмәҫ өсөн барыһын да эшләйәсәк. Ҡулдан килгәнен дә, килмәгәнен дә. Шулай уйланып ята һәм полиция бүлмәһендәге телефон шылтырауға һиҫкәнеп ята торғас, үҙе лә һиҙмәй йоҡлап китте.
Иртән, полиция бүлегендә смена алышынғанда, уянып китте. Уянғанын һиҙеп, уға туалет бүлмәһен күрһәттеләр. Иркенләп һәм рәхәтләнеп йыуынып алды. Их, мунса кереп сығырға кәрәк ине лә бит, ҡайҙан табаһың ундай тыуған яҡтағы кеүек ҡайын утыны яғылған мунсаларҙы. Иҙәнгә бер аҙ һыу түгелеп сәсрәгәйне, ҡағыҙ таҫтамал менән уны һөртөп маташҡанда, ишек асылып китте. Уның иҙәнде һөртөп йөрөгәнен күреп, кабинетта ултырғандар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙылар ҙа, үҙ-ара нимәлер һөйләшеп, бер аҙ ғына аптырап, унан көлөшөп алдылар. Тағы кофе менән ризыҡ тәҡдим иттеләр. Ринаттың кәйефе күтәрелеп китте. Тик ул һаман үҙенең Норвегия иленә килеп еткәненә ышанмай ине. Әйтерһең дә, былар барыһы ла тәмле төш кенә.
Бер аҙҙан телефон шылтыраны. Өҫтәл артында ултырған яңы полиция хеҙмәткәре Ринатҡа ҡарай-ҡарай нимәлер һөйләшеп алды. Күп тә үтмәне уңың артынан икенсе бер йәш кенә полиция хеҙмәткәре килеп етте. Бына уны машина менән ҡайҙалыр алып киттеләр. Юлда машина тәҙрәһенән ҡарап һәм полиция бүлегендәге стенала эленеп торған картанан уҡып, үҙенең Норвегияның баш ҡалаһы Ослоға килеп эләккәнен аңланы. Сауҙа судноһының ҡайҙа барырын Рахманғол дөрөҫ әйткән икән. Бына шулай элекке Совет һалдатын, Афғанстандағы “шурави”, унан “дух”тар тотҡоно һәм ергә күмелгән үлем миналарын үтә күреүсе ғәжәйеп әсир һәм элекке ҡол-ҡасҡынды Норвегия полиция машинаһында билдәһеҙлеккә алып китеп баралар. Их, белһә икән ул үҙенең ғәзиз башҡайҙары ниҙәр күрәһен! Тик кеше тигән Аллаһ ҡоло үҙенең маңлайына яҙылған тәҡдир-күрәсәген әлегә тиклем уҡырға өйрәнә алманы. Моғайын, шулай яҡшыраҡтыр ҙа әле. Уныһын инде шул Аллаһ тигән Илаһи-бар Ғаләмде юҡтан бар ҡылған Зат ҡына белә торғандыр.
Ринатты төрлө-төрлө ойошмаларға алып барып, фотоһүрәттәргә төшөрөп, махсус ҡағыҙға бармаҡ эҙҙәрен дә баҫтырып алдылар. Ниндәйҙер корреспонденттар ҙа килеп һораштырған булды. Нимәләрҙер яҙып алдылар. Тәржемәселәре бик шәп түгел ине. Мигранттар хоҡуғын яҡлап, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы ойошманан килгән берәү уны мунсаға алып барып эске кейемдәрен алыштырҙы. Унан ниндәйҙер бер магазин һымағыраҡ урында баштан-аяҡ кейендерҙеләр тиергә була. Сөнки Пакистандан кейеп килгән кейемдәре йәйге эҫелә генә кейә торған ине. Ә бында һауа шарттары шаҡтай һалҡынса һәм дымлы.
Полицияла уның кем икәнлеген тамам ныҡлап асыҡлағас, мигранттар һәм ҡасаҡтар менән шөғөлләнә торған бер ойошма ҡарамағына тапшырҙылар. Ҡунып һәм бер ашханаға кереп ашап йөрөр өсөн был бик тә ябыҡ егеттең ҡулына талон да тотторҙолар. Ринатты иң ныҡ ғәжәпләндергәне: был илдә тәртип һәм таҙалыҡ ине. Тағы ла кешеләр Ҡарачиҙағы кеүек әллә ҡайҙа ашыҡмайҙар. Үҙҙәренең баһаларын белеп кенә йөрөйҙәр. Ә инде теләнсе һәм хәйерселәргә килгәндә – улар бында бөтөнләй күренмәй. Юҡ.
Бер көндө Ринатты иртән үк психологка саҡырҙылар. Бер йәш кенә ҡатын икән. Пуштун телендә һөйләшә. Ҡатын унан төрлө-төрлө тест-һорауҙарға яуап бирҙерҙе. Шулай яйлап ҡына һөйләшә торғас, ҡатын уның ниндәй милләттән булыуын һораша башланы. Әлбиттә, егет үҙенең милләтен әйтте. Тик ҡатын ундай милләт тураһында белмәй ине, шикелле. Шкафтан бер китап алып шунан ҡараштырып ултырҙы. Тегенеһен-быныһын һораштырған булды һәм тағы ниндәй телдәрҙә иркен аңлашып һөйләшә алғанын асыҡларға тырышып:
– Тағы ниндәй телдәрҙә һөйләшеп, аңлаша алаһың? – тип һораны.
– Татарса һәм урыҫса.
– Урыҫсаны ҡайҙан беләһең?
– Беҙгә мәктәптә урыҫ телен дә өйрәттеләр.
– Ә татарсаны нисек өйрәндең?
– Беҙҙең телдәр бер үк тиергә була. Ҡайһы бер хәреф һәм һүҙҙәрҙә генә айырма бар.
Шунан был ҡатын ҡайҙалыр шылтыратып, инглиз телендәме, әллә урындағы норвег телендәме берәү менән һөйләшеп алды. Күп тә үтмәй бүлмәгә олораҡ йәштәге икенсе бер ҡатын килеп керҙе һәм иң тәүҙә:
– Әссәләмәғәләйкүм, – тип иҫәнләшеп алды.
Ринат та һәм уға тест үткәреп ултырған ҡатын да урындарынан тороп һәр береһе үҙенсә яуап бирҙе. Шунан был яңы кергән ҡатын Ринатты үҙе менән алып икенсе ҡаттағы бүлмәгә күтәрелде. Иң тәүҙә егеткә ултырырға йомшаҡ дивандан урын күрһәтте. Үҙе тиҙ генә егеткә кофе менән печеньелар тәҡдим итте. Быға тиклем Ринат менән урыҫса ғына һөйләшкән ҡатын, уны һиҫкәндереп, юҡ, һиҫкәндереп кенә түгел, бөтөнләй ғәжәпләндереп, башҡортса ҡатыш татарса:
– Йә һөйлә, туғаным, ниндәй яҙмыштар был яҡҡа килтереп ташланы? – тине.
Ринат, ни әйтергә лә белмәй аптырап, тотлоғоп ҡалды. Сөнки армияға алынғандан бирле, нисәмә йылдарҙан һуң, туған телендәге телмәрҙе беренсе тапҡыр ишетеүе ине. Егет ни әйтергә лә белмәй торҙо. Тамағына төйөн килеп ултырып, уның ихтыярынан башҡа, керпегенә йәш эленде. Йәшен тыйырға һәм тамағындағы төйөндө йоторға тырышып, тештәрен ҡыҫты һәм туҡтауһыҙ тамағындағы юҡ төкөрөгөн йота башланы. Аптырағас, тамағын ҡырғылап алды. Нәҡ шул мәлдә, егеттең бәхетенән, өҫтәлдәге телефон шылтыраны. Ҡатын телефондан кем менәндер тиҙ-тиҙ һөйләшеп алды. Ошо ваҡыт Ринатҡа үҙен ҡулға алып тынысланырға етте. Алдындағы сынаяҡтан бер нисә йотом кофе уртланы. Ҡатынға һиҙҙермәҫкә тырышып, керпегенә эленгән йәшен һыпырып төшөрә алды. Тик ҡатын бик һиҙгер ине шул, егеттең хәлен һиҙмәмеш булып ултырһа ла, барыһын да күреп, һиҙеп торҙо.
Телефондан һөйләшеү бөттө, ҡатын диван эргәһендәге креслоға килеп ултырҙы ла баяғынан да тынысыраҡ һәм яғымлы тауыш менән:
– Һөйлә, туғаным, һөйлә. Бында икебеҙҙән башҡа бүтән бер кем дә юҡ бит. Һис ҡыйынһынма, – тине.
Эйе, бына нисәмә йылдар үҙенең кем, ниндәй кеше икәнлеген ул кемдәрҙән генә йәшермәне. Үҙе тураһында бик һөйләгеһе килеп, эс серҙәрен үҙенә ярҙам иткән Рахманғол менән дә уртаҡлашырға ҡурҡты. Эйе, Ринатҡа үҙ башынан үткәргән ҡот осҡос ваҡиғаларҙы кемгәлер һөйләп, эсен бушатырға кәрәк ине. Һәм ул, күңеле, йөрәге менән һиҙҙе: ошо урта йәштәге, бер аҙ ғына башҡортса белгән апайға һөйләргә кәрәген аңланы. Тағы алдындағы кофены бер уртлап, тамағын ҡырғылап алды ла яй ғына һөйләп китте.
– Эйе, мин Урал тауы итәгендә урынлашҡан Таштүккән ауылында тыуҙым. Армияға ла шунан алдылар...
Ринат ни тиклем ҡыҫҡа һәм йомшартып һөйләргә тырышһа ла, һөйләгәне оҙон һәм ҡыҙғаныс ине. Бындай хәлдәрҙе үҙ башынан үткәрмәгән кеше бер нисек тә һауанан алып һөйләй алмаҫ.
– Ошолай сәй һала торған тартмала йәшеренеп, Норвегия иленә килеп етә алдым. Бына башымдан үткән хәлдәр, – тип егет үҙенең тормош юлын һөйләп бирҙе. Әйтерһең дә, бик ауыр йөктән ҡотолған кеүек, тәрән итеп тын алғандан һуң, еңел һулап ҡуйҙы.
Ваҡыт та арыу ғына үткән икән. Егет башын күтәреп ҡарағанда, теге апай тәҙрәнән тышты күҙәтә ине. Бына ул Ринатҡа боролоп ҡараны, уның күҙҙәренән дә йәш аға ине. Ҡатын өндәшмәй генә килеп егеттең башынан һыпырып, арҡаһынан яратып алды ла:
– Туғаным, Аллаһ ярҙам итеп, алдағы көндәреңдә бәхет бирһен үҙеңә! Ата-әсәйеңде иҫән-һау ҡайтып күрергә яҙһын. Бында сағыңда үҙем ярҙам итермен. Тыныслан, бер үк тыныслана күр, – тип, егетте тынысландырмаҡсы булды.
Был тынысландырыу, етмәһә, армияға оҙатҡанда әсәһе кеүек арҡаһынан һыпырып алыу киреһенсә генә тәьҫир итте. Ринат, әйтерһең дә, үҙ әсәһе алдында баҫып тороп, уны арҡаһынан яратып тынысландыра кеүек булып китте. Ул нисек кенә тештәрен ҡыҫып иламаҫҡа тырышһа ла, барып сыҡманы. Егет түҙмәне, тауышһыҙ ғына илап ебәрҙе. Эйе, уның әсирлектә үткән ҡоллоҡ тормошо артта ҡалды. Шул тормоштоң артта – йыраҡта ҡалғанына бына әле генә саҡ ышанып, күңеле бөтөнләй йомшарып китте шул. Ул бит әлеге мәлгә тиклем үҙенең тотҡонлоҡтан ҡотолоуына күңеле менән ышанмай ине. Хәҙер ул элекке плендан ҡасҡан ҡасҡалаҡ түгел, ә был Норвегия илендә мигрант ине.
Бер аҙҙан егет үҙен ҡулға алып тынысланды. Йәштәрен усы менән һөртөп төшөрҙө. Быны күргән ханым уға кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып биреп:
– Үҙеңә үк ал туғаным. Бер иҫтәлек булыр. Ваҡыт һуң инде. Әйҙә ошонда урам сатында ғына бер бәләкәй ресторан-кафе бар. Шунда кереп ҡапҡылап алайыҡ.
Ринат ризалығын белдереп башын ғына ҡаҡты. Һәм бына улар өҫтәл артында киске аш ашап ултыралар. Ринат тамам тынысланды. Ул инде был башҡортса һөйләшергә тырышҡан апайға үҙе лә һорауҙар бирергә батырсылыҡ итте.
– Фәриҙә апай, ә һеҙ беҙҙеңсә – башҡортса ҡайҙан беләһегеҙ?
– Минең атайым – Өфө татары. Финляндияға ҡаршы һуғыш башланғас, атайымды ла һуғышҡа алалар. Ул шунда ҡар өҫтөндә ятып аяҡ-ҡулдарын туңдыра. Был барыбер үлер инде тип, ташлап ҡалдыралар. Шунда фин һалдаттары уны табып алып тылға-госпиталгә оҙаталар. Ә әсәйем Финляндияла тыуып үҫкән татар ҡыҙы. Госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әсәйем атайымды ҡотҡара. Икеһе лә татарҙар. Атай һауыға һәм әсәйгә өйләнә. Бына шунан беләм татарсаны. Ә инде бер аҙ башҡортса һупалауым, мин Хельсинки университетында көнсығыш телдәр факультетында уҡыным.
– Унда башҡорт телен дә уҡыттылармы ни?
– Юҡ. Башҡорт телен татар теле диалекты рәүешендә өйрәндем. Көнсығыш телдәрен камил белеүемә туған татар теле ярҙам итте. Беҙ башҡорт телен айырым тел тип түгел, ә татар теленең бик яҡын диалекты рәүешендә өйрәндек. Ысынлап та, беҙҙең телдәр бик яҡын бит.
– Шулай шул, бер туған игеҙәктәр кеүек.
– Ярар, туғаным, бөгөн бик һуң инде. Ҡалғанын иртәгә һөйләшеп бөтөрбөҙ. Хәҙер һин мигранттар үҙәгендәге ятаҡҡа ҡайтып ял ит.
Ҡатын кафелағы телефондан такси саҡырҙы. Юл ыңғайында Ринатты ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Икенсе көндө Ринатты яңынан теге апай саҡыртып алды. Тағы оҙаҡ ҡына донъя хәлдәре, Ринаттың ғаиләһе, тыуған ауылы тураһында һорашып, һөйләшеп ултырҙылар.
Шуннан Фәриҙә ханым:
– Туғаным, онотоп торам, беҙгә сәғәт ун икеләргә шул-шул урамда урынлашҡан Совет илселегенә барырға кәрәк. Һинең исемдән ҡабул ителеүгә яҙылдым. Тыуған илеңә –Башҡортостанға шунһыҙ ҡайтыуҙары бик ҡыйын буласаҡ. Илселектә үҙ граждандарына ярҙам итергә тейештәр. Ул – Халыҡ-ара конвенцияла, кеше хоҡуҡтарын яҡлау параграфында яҙылған ҡағиҙә.
Улар илселеккә барып еткәндә ҡабул итеү башланмағайны әле. Фәриҙә апай Ринатҡа нисегерәк һөйләшергә, үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеген аҙыраҡ өйрәткән булды. Сөнки егет үҙен бик ышаныслы тоймай ине. Ҡыйыуыраҡ булырға ҡушып:
– Үҙеңдең әсирлектә булыуыңды, ҡасып, Пакистан иле аша Норвегияға килүеңде ҡыҫҡаса ғына һөйлә. Оҙаҡҡа һуҙма. Унда эш менән бик мәшғүл кешеләр ултыра. Шуға ла үҙеңә кәрәген генә һөйлә, ҡыйыуыраҡ бул, – тине.
Бына Ринаттың сираты етте. Уны илселектең эмигранттар һәм Ринат кеүек тыуған илдәренә ҡайтыусылар менән эшләүсе йәш кенә ир ҡабул итте.
Ниндәй һорау менән килгәнен һораны. Ринат ҡыҫҡаса үҙенең хәлен һөйләп, тыуған иле Башҡортостанға ҡайтырға теләүен әйтте. Бик таҙа итеп ҡырынған, ҡояш күрмәгәндәй ғәжәйеп ап-аҡ битле был бәндә тоҡан ғына:
– Ниндәй документ-ҡағыҙҙарың бар? – тип һорап, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек шыма һәм оҙон бармаҡлы ҡулын һуҙҙы.
Ринат Пакистан паспортын һәм мигранттар бүлегендә ваҡытлыса йәшәргә рөхсәт тигән Норвегия ҡағыҙын күрһәтте. Ринат урыҫса бик үк таҙа һөйләшмәй ине, шуға ла был бәндә уның ҡағыҙҙарын бер аҙ ҡараштырғас:
– Милләтең кем? Ниндәй диндәге кеше?
– Милләтем башҡорт, мосолман динендәмен, – тине.
– Ҡайҙа тыуҙың, ҡайһы ҡалала йәшәнең?
– Башкирияла тыуҙым. Шунда йәшәнем. Мин – ауыл егете.
– Ундай өлкәне белмәйем. Нимә мине алдап баҫып тораһың? Милләтем башҡорт тигән булаһың. Ундай милләт юҡ!
Хеҙмәткәр яйлап ҡына ҡыҙа башланы. Һүҙҙәре берәм-берәм мылтыҡтан атҡан кеүек: һәр әйткәне өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуҡҡандай яңғырай. Был бәндә Мәскәүҙәге бер ҙур ғына түрәнең килделе-киттеле уҡыған һәм бик иркәләп кенә үҫтергән берҙән-бер улы ине. Наҙанлығы сиктән ашҡан бер әҙәм инде. Төрлө дуҫ һәм аҡса ярҙамында атаһы ошо урынға урынлаштырҙы. Шуға ла ул Башҡортостандың ҡайҙа икәнен дә, башҡорттарҙың кем икәнен дә белмәй. Волга йылғаһының аръяғында йәшәгәндәр барыһы ла уның өсөн “чүчмек” һәм “чукча”. Ғөмүмән, ҡырағай халыҡтар.
Эштең былайға боролғанына бер аҙ юғалып ҡалған Ринат аптырағандан:
– Мин – Уфанан, татармын. Татар менән башҡорт – бер милләт, – тип әйтергә мәжбүр булды.
Егет үҙенең ябайлығы менән, был бәндә, моғайын, татарҙарҙы беләлер, тип уйланы. Тик “мин – татар” тип әйтеүе тегенең һарыуын ғына ҡайнатты. Утҡа кәрәсин һипкән кеүек булды. Сөнки илселеккә Мәскәүҙән төрлө хәбәрҙәр килә. Украиндар, белорустар СССР-ҙан айырым йәшәргә уйлайҙар. Прибалттар күптән боламыҡ бутап үҙҙәренә дәүләтселек талап итә. Етмәһә, хәҙер бынауы татарҙары суверенитет даулай. Ҡырым татарҙарына нимә етмәй? Автономия таптырып, Ҡырымға ҡайта башлағандар. Ҡара һин уларҙы, был татарҙар бөтөнләй бәйҙән ысҡынып шаша башланылар. Башҡорт тигәне лә шулдыр әле. Иван Грозный менән Сталин аҙ ҡырған һеҙҙе. Бөтөнләй бөтөрөп ташлаған булһалар, бындай проблемалар ҙа булмаҫ ине, тип илселек хеҙмәткәре эстән ҡайнап, тештәрен ҡыҫты. Урыҫтан башҡа аҙ милләттәргә булған бар асыуын алдында ултырған “мин – башҡорт” тип саҡ-саҡ урыҫса таҡылдаған егеттән алды.
Ҡулына алған ҡағыҙ-документтарҙы Ринат алдына тупаҫ ҡына ташлап:
– Һатлыҡ йәндәргә беҙҙә урын юҡ! Ана, унда һине Пакистан гражданины тип күрһәткәндәр. Шунда ҡайтып кит. Пошел отсюда, предатель хрен-х...о! Ишь һин уны, тыуған иленә ҡайтҡыһы килгән, һатлыҡ йән татар башҡорто. Һиңә төрмә менән Колыма таман!
Күпме яҡты өмөт-хыялдар менән илселектең ҡапҡаһын асып кергәйне бит. Бына хәҙер барыһы ла туҙан булып елгә осто. Ни тиклем үкенесле! Ирекһеҙҙән күҙенән йәштәре атылып сыҡты. Тыуған илгә, тыуған ауылға, ата-әсәй эргәһенә ҡайтып булмаҫмы икән ни тип уйлап алды. Һәм ни ғәжәп: күҙ алдына Ҡыйышбаш Заһит бабай килеп баҫты. Ул, әйтерһең дә, “Улым, һис ҡасан төшөнкөлөккә бирелмә! Алдыңда ниндәй генә ҡыйынлыҡ-кәртәләр осраһа ла, барыһын да ватып-емереп алға, үҙеңдең хыялыңа табан бар. Шунда ғына һин еңеп сығасаҡһың”, ти төҫлө ине.
Ринат ҡара янып илселек ҡапҡаһынан килеп сыҡҡас, Фәриҙә ханым барыһын да аңланы. Егет эргәһенә килеп тағы ла әсәләрсә:
– Һис паникаға бирелмә! Бөгөн булмаһа, иртәгә, бында булмаһа, икенсе урында булыр. Иң мөһиме, һин иҫән-һау Норвегия иленә килеп еттең. Ә бит күптәрегеҙ әсирлектән ҡотолоу түгел, һаман шунда ҡол хәлендә йәшәп яталар. Унан да бигерәк күпме Совет һалдаты Афғанстанда ятып ҡалды. Ә һин иҫән. Таҙа, һау-сәләмәтһең. Һәм йәшһең. Әле бар тормошоң алда.
Эмигранттар һәм күсенеүселәр эше менән шөғөлләнеүсе ойошмаға ҡайтып еткәс, Фәриҙә ханым Ринатты тағы үҙе эшләгән бүлмәгә саҡырҙы. Тиҙ генә кофе өлгөртөп, печенье, тәм-томдарҙы егет алдына ҡуйҙы. Үҙе лә егет ҡаршыһына ултырып, йыраҡтан ғына һүҙ башланы.
– Ярай, туғаным, барыһын да төҙәтеп була торған хәл. Һин Европаның иң бай, алдынғы һәм ирекле илендә икәнеңде белергә тейешһең. Алдыңда шундай юлдар, шундай йүнәлеш-тармаҡтар тора. Бында Афғанстан да, Пакистан да түгел. Был туғаным, Европа, Норвегия! Теләһәң, портта эшлә, теләһәң нефть сәнәғәтендә аҡса ҡайыр. Диңгеҙҙә балыҡсылыҡ тармағында эшләһәң дә, буш ҡалмаҫһың. Бына мин ирем менән Финляндия иленән килеп эшләп йөрөйөм. Әлеге ваҡытта һине СССР ҡабул итмәне. Һуңыраҡ ҡабул итер. Шуныһы ла бар бит әле, илеңә ҡайтҡас, хөкөм итеп, Себергә лә һөрөргә мөмкиндәр. Шуны ла уйла. Илселектә нимә әйттеләр? Күреп торам, һине ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманылар.
Ринат уйлана-уйлана кофе эсеп бер аҙ тынысланғайны. Ул инде был киң күңелле апайҙы тыңламаны ла тиерлек. Хәҙер нимә эшләргә инде? Ниндәй юлдар менән тыуған илгә, Уралыма ҡайтырға? Башындағы бер туҡтауһыҙ тирмән ташы кеүек әйләнгән һорауҙарға яуап эҙләй ине ул. Ханым тағы ла ҡабатланы:
– Илселектә нимә тип әйттеләр?
Шунда ғына Ринат апайҙың һорауын ишетеп:
– Мине ҡабул иткән ниндәйҙер бер ишәк, беҙгә һатлыҡ йән башҡорт-татар кәрәкмәй, тип әйтте.
– Ярай, уның өсөн янып-көймә. Киләһе аҙналарға посол үҙе ҡабул итергә тейеш тинеләр. Ниндәйҙер эш менән Мәскәүгә саҡырғандар икән. Әле күперҙәр янып бөтмәгән.
– Юҡ! Мин унда башҡаса бармайым. Бында саҡлы ҡайтып еткәс, тыуған илемә нисек тә ҡайтып етермен әле. Йәйәүләп булһа ла ҡайтасаҡмын.
– Былай ныҡышмал булыуың маҡтауға лайыҡ. Был илдә аҙыраҡ эшләп аҡса йыйып ҡайтһаң тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Бая һөйләнем дә инде, ҡайҙа эшсе ҡулдар етмәгәнен. Тик бының өсөн норвег һәм инглиз телен өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Телде өйрәнеү өсөн бушлай курстар бар. Тырышһаң, алты ай эсендә әпәй-тоҙлоҡ өйрәнергә була. Эшкә урынлашырға үҙем ярҙам итермен. Бер-ике йыл эшләһәң, ҡайтҡас, йәшәп китергә бынамын тигән мая буласаҡ.
– Булмай, мин атай менән әсәйемә байып түгел, ә иҫән-һау ҡайтырмын тип вәғәҙә бирҙем. Шулай булғас, миңә нисек тә тиҙерәк Башҡортостанға, Тыуған илемә ҡайтырға кәрәк. Һеҙ миңә ныҡ ярҙам иттегеҙ. Быныһы өсөн бик ҙур рәхмәт! Тағы ла был илдән нисегерәк тиҙ һәм тураға СССР-ға ҡайтып була?
– Итәм, туғаным, ярҙам итәм. Беҙ мосолмандар, бигерәк тә татар-башҡорт бер-беребеҙгә ярҙамлашырға тейешбеҙ. Ҡыйын саҡта ғына түгел, һәр көндө, һәр сәғәттә. Ә бөгөнгә ҡала менән таныш. Экскурсион автобустарға ултырырға мөмкин. Тик унда инглиз телендә һөйләйҙәр инде. Сөнки урыҫ туристары был илгә һирәк килә. Барыбер ҡарап, күреп сыҡ. Бик матур ил. Аҫтағы ҡатта кассала паспорт менән ваҡытлыса йәшәргә рөхсәт ҡағыҙыңды күрһәтеп аҡса һәм туристарҙы хеҙмәтләндерә торған автобусҡа билетты шунан алырһың. Ул автобус сәғәт һайын урам аша ғына булған туҡталышҡа туҡтап китә. Иртәгәгә тиклем һау булып тор!
Ринат, ханым ҡушыуынса, Норвегияның баш ҡалаһы Осло менән танышырға сәйәхәт автобусына ултырып китте. Уға бөгөнгө хәлдәрҙе зиһене аша тағы бер ҡат үткәреп һәм анализлап, киләсәккә ниндәйҙер пландар ҡорорға кәрәк ине. Тағы ла портҡа, йә булмаһа порт тирәһенәрәк эшкә урынлашырға кәрәк булыр. Бында саҡлы килеп етә алғанды, ҡул һуҙымы ғына, диңгеҙ аша торған тыуған илгә ҡайтыу әллә ни ҡыйын булмаҫ. Моғайын, Фәриҙә апай әйткәнсә, аҙыраҡ юллыҡ булһа ла аҡса эшләр. Ул шулай уйланы. Тик барыһы ла беҙ ҡорған пландар менән бармай шул.
Осло ҡалаһы әллә ни ҙур түгел. Шуға ла кире мигранттар үҙәгенә йәйәүләп ҡайтырға булды. Ҡайтышлай әллә нисә урында һаҡаллы ирҙәрҙең бер-береһен ҡосаҡлап, үбешеп торғандарын күреп хайран ҡалды. Һуш китмәле хәл. Хеҙмәттә саҡта ишеткеләп ҡалғайны шундай ирҙәр тураһында. Ышанманы. Ә бында көпә-көндөҙ урам сатында шундайҙар баҫып тора. Автобус туҡталышында ла икәү етәкләшеп автобус көтә. Кешеләре лә әллә ниндәй ҡараңғы сырай-ҡиәфәтлеләр. Ҡатын-ҡыҙҙары ла ул ҡәҙәр нәфис, наҙлы күренмәйҙәр. Әйтерһең дә, ҡулы эш белмәгән балта оҫтаһы шундай ҡатындарҙы әле генә балта менән юнып яһаған да урамға сығарып ебәргән. Ҡатындарының йөҙө ирҙәрҙеке кеүегерәк, һис айырма юҡ тиергә була. Юҡ, был илдә бер минут та ҡалырға ярамай. Тиҙерәк ысҡынырға кәрәк бынан. Шундай йәмғиәт буламы ни? Афғанстанда ла, Пакистанда ла бындай ирҙәрҙе таш менән бәргеләп үлтерерҙәр ине, ишәк ҡойроғона бәйләп сүлгә сығарып осорорҙар ине.
Эйе, Норвегия – бай һәм етеш тормошта йәшәүсе ил. Әммә Аллаһ һаҡлаһын бындай йәмғиәттә йәшәргә. Сираттағы осрашыуҙа Фәриҙә ханымдан һораны ла әле.
– Былар ниндәй ирҙәр? – тип.
– Аптырама, туғаным. Был бит Көнбайыш. Бында демократия бик көслө үҫешкән. Кем-кемгә оҡшай, кем-кемде ярата – бер кемдең дә быға ҡыҫылышы ла, эше лә юҡ.
– Эйе, һуш китмәле хәлдәр. Юҡ, Фәриҙә апай, мин бындай илдә ҡала алмайым. Мөмкин булһа, тиҙерәк миңә бынан ысҡынырға кәрәк. Берәй яйын табайыҡ инде.
– Туғаным, ашыҡма! Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Оҙаҡламай миңә ял бирәләр. Финляндияға ҡайтып килергә ине. Шунда бергә ҡуҙғалырбыҙ. Финляндиянан Рәсәйгә сығыу өсөн бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаясаҡ. Ҡайһы бер нимәләрҙе тиҙ генә эшләп тә, башҡарып та булмай. Һәм барыһын да һиңә асып та һала алмайым. Үҙең аңла. Ә әлегә шул эшеңде башҡарып тор. Эш улай ҡыйын түгелдер бит?
– Юҡ, мин эштең ауырлығынан ҡурҡып тора торған кеше түгел. Ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлаштырҙығыҙ. Рәхмәт! Ата-әсәйемде шул тиклем һағындым. Һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел. Башҡаса көтөргә тәҡәтем ҡалманы.
Ошо һөйләшеүҙән һуң бына бер нисә ай үтеп тә китте. Ә көндәр һуҙылды ла һуҙылды. Инде Ринат Фәриҙә ханымға ла шикләнеп ҡарай башланы. Күңелендә: “Мине юрый алдатып, төрлө вәғәҙәләр менән юхалап йөрөтмәйме икән? Инде был ваҡыт эсендә ул Финляндияға йәйәүләп тә барып етергә булыр ине. Моғайын, апайҙың алдаҡ вәғәҙәләренә ышанып тормаҫҡа кәрәктер. Киләһе айға ҡасам, тип, төрлө пландар ҙа ҡора башланы.
Аҙна аҙағында Фәриҙә ханым егетте саҡыртып алды ла:
– Дүшәмбе көндән минең ялым башлана. Йәкшәмбе кис менән юлға ҡуҙғалабыҙ, – тип шатландырҙы.
Был шатлыҡтан Ринат ике тәүлек йоҡламаны тиергә була. Йәкшәмбе көндө иртән үк апай менән магазиндарҙа юл кәрәк-яраҡтары һәм егеткә матур ғына капюшонлы куртка ла алдылар. Билдәле, барыһына ла Фәриҙә түләне.
Фәриҙә ханым Хельсинкиға тиклем паромға ике билет алғайны. Ошо паром менән әллә ни мажаралар күрмәй генә Финляндияның баш ҡалаһына килеп еттеләр. Ә инде шул аҙнаның йома көнөндә Ринат Финляндиялағы Совет илселегенә ҡабул ителеүгә инә алды. Бында Фәриҙә ханымдың бергә уҡыған курсташтары ярҙам итте. Курсташтарының ҡайһы берҙәре ҙур ғына урындарҙа эшләй икән. Шуларҙың ярҙамы менән бына ҡабул итеү бүлмәһендә үҙен саҡырғандарын көтөп ултыра.
Посолдың беренсе ярҙамсыһы үҙе ҡабул итте. Оло ғына йәштәге бер абзый. Ринат менән бик ипле генә һөйләште. Төрлө-төрлө һорауҙар бирҙе. Эргәһендә ултырған ярҙамсы ҡыҙ барыһын да яҙа барҙы. Ҡабул итеү әллә ни оҙаҡ булмаған кеүек тойолһа ла, сәғәт ярым ваҡыт үтеп тә киткән икән. Ринатҡа исем-шәрифтәре менән бик тә официаль рәүештә:
– Хөрмәтле, кем-кем улы! Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асыҡлағансы һәм Мәскәүҙән яуап килгәнсе, аҙыраҡ көтөргә тура килер. Бында тиклем ҡайтып етә алғас, ике көнгә генә түҙерһегеҙ инде. Дүшәмбе көнгә шул-шул ваҡытҡа килерһегеҙ. Ҡайҙа туҡтанығыҙ? Ашарға-эсергә һәм ҡунаҡханаға түләр өсөн финанс яҡтарығыҙ нисек?
– Норвегиянан бында тиклем паромға билетты бер апай алып бирҙе. Әле улар йортонда туҡтаным. Аҡса яғы юҡ инде, – тигәс, посол ярҙамсыһы кемгәлер шылтыратып егеткә финанс яҡтан ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Шулай итеп, Совет илселегенән аҙыраҡ ярҙам да алып урамға килеп сыҡты. Фәриҙә ханым урамда такси менән көтөп тора ине. Уларға киттеләр.
Әгәр ҙә илселектә “бар ҡайта тор, һине сик аша бер тотҡарлыҡһыҙ үткәрәсәктәр” тиһәләр, ул, моғайын, ҡайтыр яҡҡа йүгергән дә булыр ине.
Дүшәмбе көндө илселектә уның ҡулына төрлө белешмә ҡағыҙҙар тоттороп, хәйерле юл теләнеләр. Ринатты ныҡ аптыратҡаны эштең былай тиҙ үк башҡарылып сығыуы ине. Һаубуллашҡанда Фәриҙә ханым Ринатты ҡосаҡлап:
– Ринат, СССР-ҙа әлеге ваҡытта тәртип бөттө. Илегеҙ таралыр сиккә килеп етте, тип көнө-төнө һөйләйҙәр. Бик ауыр була башлаһа, кире кил. Үҙемә тура шылтыратырһың. Бына адресым һәм телефон номерым яҙылған визиткам. Урыҫ теле менән әллә ҡайҙа бара алмайһың. Тиҙерәк инглиз телен өйрәнергә тырыш!
Һәм Ринат шул көндө үк Хельсинки – Мәскәү поезына ултырып ҡайтып китте. Эйе, поезд тәгәрмәстәренең һәр әйләнеше уны тыуған иленә, Башҡортостанға, Уралға яҡынайта. Күршеләренең барыһы ла тиерлек вагон тәҙрәһенән тәбиғәтте күҙәтеп баралар. Ҡайһы берәүҙәр сәй эсергә әҙерләнә башланы. Өҫтәл өҫтөнә төрлө-төрлө ризыҡтарҙы теҙеп ашарға ултырҙылар. Ирҙәрҙең береһе Ринатты табынға саҡырҙы. Ул бик итәғәтле генә тәҡдимде кире ҡаҡты. Ундамы һуң ашау ҡайғыһы?! Бар уйҙары менән ул күптән Түңәрәк тау итәгендә үткән бала сағы тураһында, ауылдаштары эргәһендә ине. Инде бына нисәнсе тапҡыр ҡайһылай итеп ауылға ҡайтыуын, нисек итеп ҡапҡанан инеүе тураһында хыялланып, күҙ алдына килтерҙе. Мәскәүгә ҡайтып еткәнсе ауыҙына бер ризыҡ ҡапһа икән. Күршеләре күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа, сәйҙән башҡаны ҡапманы. Аптырағас, һорашып та ҡаранылар, кем-ҡайҙан тип. Ринат һаман да өйөнә ҡайтып барыуына ышанмайынса:
– Ҡайтып барған булам әле. Ҡайтып етеп булырмы? Ышана алмай торам, – тип кенә сикләнде.
Һәм бынан һигеҙ йыл элек нисек итеп хеҙмәткә киткән көнөнән башлап әлегәсә үткән тормошон күҙ алдына килтереп ятты. Нисек түҙҙе икән ул кәмһетеү, хурлыҡтарға? Нисек итеп ул миналар менән бергә шартлап һауаларға османы ла, эргәһендә күпме иптәштәре уның күҙ алдында шул миналар менән һәләк булғанда уға бер ни булмай иҫән ҡалды икән? Әле уйлап аптырай...
Дауамы бар.