Ринат блокпосты ташлап киткәндә кемдеңдер бушлатын эләктергәйне. Бушлатын һалып ҡыҙҙың иңенә япҡан булды. Үҙенә лә һыуыҡ ине. Ҡыҙ быны һиҙеп бушлаттың яртыһын егет өҫтөнә япты. Былай йылыраҡ булып китте. Икеһе бер бушлат эсендә бер-береһен йылытып ултырҙылар. Егеткә лә, ҡыҙға ла рәхәт ине. Бына шулай тәндәре тәнгә тейеп ниндәйҙер ләззәт-рәхәтлек хисендә йөҙҙөләр. Егет батырайып китеп ҡыҙҙың муйынына һаҡ ҡына ирендәрен тейҙереп үбеп алды. Ҡыҙ ҡарышманы. Егеткә нығыраҡ һырышты һәм ҡалтыранған тауышы менән әкрен генә:
– Ниңә мине – дошман чечен ҡыҙын ҡотҡарырға булдың? – тип һорап ҡуйҙы.
Ринат бер аҙ һүҙһеҙ генә торҙо ла:
– Дөрөҫөн әйтергәме?
– Эйе.
– Беренсенән, чечендар миңә дошман түгел икәнен күптән аңланым. Ә икенсенән...
Ринат тағы һүҙһеҙ ҡалды. Ҡыҙ уның беләгенән ҡыҫып тота биреп:
– Икенсенән, нимә?
– Икенсенән шул, шишмәгә һыуға йөрөмәҫкә ине. Унан да бигерәк теге көндө, шишмә эргәһендә осрағандан һуң, яр башына менеп еткәс артыңа боролоп ҡарамаҫҡа ине. Бына шул көндө һин минең йөрәгемде үҙең менән алып киттең. Иртәгә һине тағы осратам тип хыяллана инем. Ә бына нисек килеп сыҡты. Чечен ҡыҙҙарын енле, ҡырағайҙар тип һөйләйҙәр. Ә һин бер ҙә ундайға оҡшамағанһың. Һәм минең эргәлә, үҙең әйтмешләй, дошманың эргәһендә ултыраһың. Ә ниңә?
Ҡыҙ бер ни ҙә өндәшмәне, тик егеткә тағы ла һырышыбыраҡ ултырҙы. Был егет менән уға рәхәт һәм хәүефһеҙ ине. Башынан үткән бөгөнгө ҡот осҡос хәлдәр Хәҙисәнең күҙҙәрен асты тиһәң дә була. Ул бар яҡты донъяға, ғөмүмән, тормошҡа икенсе төрлө ҡарай башланы. Нисә сәғәт элек кенә уның ғүмере ҡыл өҫтөндә ине бит. Әлбиттә, күмәкләп көсләгәндән һуң уны үлтереп, упҡынға осорорҙар ине. Ярай әле үҙен Ринат тигән ошо һалдат ҡотҡарып ҡалды. Ҡыҙҙың үҙенең дә оҡшатып йөрөгән егете барлыҡҡа-бар. Йылдан артыҡ унан хәбәр-хәтер юҡ та юҡ. Ә был егет арыу ғына күренә. Башҡалар кеүек әрһеҙләнеп, итәк аҫтына үрелмәй. Һуғыш рәхимһеҙ! Бер кемде лә аямай. Ана, үткән аҙнала, бергә уҡыған иптәш ҡыҙҙарының ауылдарын самолеттар бөтөнләй ер менән тигеҙләп китте. Унда күпме ябай ауыл кешеләре һәләк булды. Ҡыҙ шуларҙы уйлап, егетте тағы ла нығыраҡ ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Был сит булһа ла, үҙе лә мосолман егет, уға сикһеҙ яҡын булып тойолдо. Теге вәхшиҙәрҙән ҡотҡарыусы егет уның яҡлаусыһы, әлеге минутта уны үҙ йылыһы менән йылытып ултыра.
Ринат әллә ни уйлап тормай, ҡыҙҙың битен үҙенә бороп ирендәренән үбеп алды. Ҡыҙ ҡарышманы. Яуап итеп ҡайнар ирендәре менән үҙе үк егетте үбә башланы. Эйе, һуғыштағы киҫкен хәлдәр бар ваҡиғалар ағышын тиҙләтә генә. Әле генә булып үткән ҡурҡыныс ваҡиғалар арҡаһында тәндә сикһеҙ күп тупланған адреналин тигән гормон сығырға юл эҙләне.
Хәҙисә Ринатҡа үҙе теләп бирелде. Әллә ниндәй йыртҡыс һалдаттарҙан боҙолғансы, ошо нескә күңелле, кешене йәлләй белә торған, үҙен мин башҡорт тигән һалдатҡа бирелеүең мең артыҡ, тип уйланы.
Шулай таң аттырҙылар. Кеше-ҡара күренгәнсе тип Хәҙисәнең апаларына ҡараңғылы-яҡтылынан барып керҙеләр. Хәҙисә үҙенең туғандарына нимә һөйләгәндер, егет аңламаны. Сөнки һөйләшеү чечен телендә барҙы. Бына шулай итеп егеттең хәле ҡырҡа үҙгәреп, ул хәҙер ҡасҡын-дезертир булып ошо кескәй чечен ауылында көн күреп ята.
Бер көндө федералдар килеп, тирә-яҡ юлдарға мина ҡуйып киттеләр. Боевиктар был яҡ тылдан үҙҙәренә һөжүм ойоштормаһындар типтер инде. Ринат уларға күренмәне. Ҡасып ҡалды. Тағы бер өс көндән көтмәгәндә тауҙан ауылға боевиктар килеп төштө. Күрәһең, күршеләрҙең берәйһе әйткәндер инде. Хәҙисәнең туғандарына кафыр һалдатын күрһәтергә ҡуштылар. Хәлде аңлағас, Ринат үҙе үк тегеләр алдына сығып баҫты. Китте һорау алыу. Кем, нисек, ҡайҙан? Ниңә ҡастың? Ринат та әллә ни борғоланып тормай ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе. Кеше үлтерҙем. Ун ике йылды сәпәнеләр. Бер нисә йыл ултырғас һуғышҡа саҡырҙылар. Төрмәлә ултырыу туйҙырҙы. Ризалаштым инде. Шунда боевиктарҙың командиры:
– Ә бит дезертир-ҡурҡаҡтарҙы бер ҡайҙа ла яратмайҙар. Һатлыҡ йәндәрҙе аталар, – тине.
– Мин һатлыҡ йән дә, дезертир-ҡурҡаҡ та түгел! Кем өсөн һуғышҡанымды ла белмәйем.
– Һин беҙгә ҡаршы һуғышҡанһың.
– Юҡ, һуғышманым. Хатта бер һалдатығыҙға ла атманым. Һеҙҙең яҡҡа бер пуля ла осорманым.
– Ә ни эшләп бында беҙгә ҡаршы һуғышҡа килдең һуң?
– Әйтәм бит, төрмәлә ултырыу туйҙырҙы. Шуға килдем.
Был бик тә иркен һәм дорфараҡ һөйләшкән федералдар һалдаты командирҙы туйҙырҙы шикелле, әллә һынап ҡарарға булдымы?
– Стенаға терәйбеҙ! – тип, эргәһендәге һаҡсыһына тағы кемделер саҡырырға ҡушты. Үҙе был ҡасҡалаҡты аҫтан ғына күҙәтә башланы. Ә егеттең уйҙары Хәҙисә тураһында ине. Иртәгә уның эргәһенә килергә вәғәҙә биргәйне. Ата-нитә ҡалһалар, күреп булмаҫмы икән ни, тип уйлап ҡуйҙы. Юҡ. Хәҙисәне күрмәйенсә ярамай. Егетте күҙәтеүенән туҡтамай боевик ҡайҙалыр кеҫә телефонынан шылтыратырға тотондо. Шул мәлдә Ринаттың зиһененә келт итеп: “Ә федералдар ул килгән һуҡмаҡты ла миналап ҡуйған булһалар? Ҡыҙ, һис шикһеҙ, һәләк буласаҡ”. Нисек тәүҙә үк был башына килмәгән? Ә былары ҡайҙан килеп төштөләр? Ниңә миналарға эләкмәнеләр? Былай булғас, был ауылға килер өсөн тағы берәй йәшерен юл барҙыр?
Хужа ҡатын сығып, егет яғына ҡарап, боевикка нимәлер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләп бирҙе. Күрәһең, һүҙ Хәҙисә тураһында ла барҙы. Боевик, егеткә ҡарап:
– Әй, ҡурҡаҡ, яҡыныраҡ кил! Һине бер чечен ҡыҙын ҡотҡарып ҡалған тип һөйләйҙәр, шул дөрөҫмө, – тип һораны.
– Мин ҡурҡаҡ түгел! Эйе, булды ундай хәл. Дүртенсе блокпоста.
– Ә ул ҡыҙҙан һораһаҡ, һинең һүҙҙәрҙе дөрөҫләрме?
– Юҡ, дөрөҫләй алмаҫ. Сөнки ул килә алмай. Ауылға төшә торған юл-һуҡмаҡтар барыһы ла миналанған.
Боевиктың күҙҙәре ялтырап китте. Ул ҡыҙыҡһынып:
– Ҡайҙан беләһең?
– Беләм инде. Хәҙисә килә торған һуҡмаҡты минанан таҙартырға кәрәк. Әле уйлап аптырайым, һеҙ үҙегеҙ ни эшләп минаға эләкмәнегеҙ?
Шул ваҡыт ауылдың теге осонда мина шартлаған тауыш ишетелде. Был Ринатҡа таныш тауыш ине. Шуға ла ул:
– Башланды. Ауыл халҡын иҫкәртергә кәрәк, бер ҡайҙа ла барырға уйламаһындар, тине.
Боевик егеткә уҫал ҡарап:
– Бына һин беҙгә миналарҙан юлды таҙартып бирәсәкһең. Һеҙҙекеләр ҡуйҙы бит миналарҙы.
– Таҙартам. Тик иң тәүҙә шул-шул яҡтағы һуҡмаҡты таҙартырға кәрәк буласаҡ. Юғиһә, унан килгән кеше минаға эләгергә мөмкин.
Шулай килештеләр. Миналарҙы эҙләр алдынан егет афғандағыса үҙен үҙенә генә билдәле ниндәйҙер бер көсөргәнешле халәткә индерҙе. Бер ҡыйынлыҡһыҙ Хәҙисә киләсәк һуҡмаҡтан дүрт мина алды. Ер ташлы ине. Шуға ла тәжрибәле кеше күҙенә яңы ғына урынлаштырылған миналар урыны күренеп үк тора. Бер растяжка ла ҡуйған булғандар. Һуҡмаҡ таҙарҙы. Һуңынан инде ауылдың теге башындағы ҙур юлға урынлаштырылған мина-растяжкаларҙан таҙартып сыҡты.
Боевиктар Ринаттың оҫталығына һуштары китеп ҡарап торҙо. Ә ул юлдан бер-ике аҙым атлай ҙа, нимәлер тыңлаған кеүек, уңға-һулға, алдына ҡарап, туҡтап тора. Шунан миналарҙың ҡайҙа йәшерелгәнен сыбыҡ ҡуйып билдәләп сыға. Унан ырғаҡлы ауыр тимер менән тегеләрҙе ерҙән аҡтарып алалар. Иң аламаһы –зарарһыҙландырып булмай торған миналар. Ундай минаны бер нисек тә алып булмай. Етмәһә, ҡаҙып ала башлаһаң, ергә бәргән туп шикелле, өҫкә берәй метр самаһы һикереп шартлай. Һис ҡотолормон тимә. Ринат федералдарҙың әпен-төпөн ҡуйылған растяжкаларын да алып ташланы. Бер һыйыр минаға эләккән икән –шартлау тауышы шунан булған.
Ринат йоҡлай алмай әллә күпме уйланып ятты. Барыһы ла яңынан ҡабатлана. Әйтерһең дә, уның яҙмышы бер һуҡмаҡ-эҙгә төшөп алған да яңынан шул һуҡмаҡтан бара ла бара. Афғанда ла баҫыуҙарҙы минанан таҙартты, бында тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Быларҙан күптән ҡасып киткән булыр ине, Хәҙисәне күрергә кәрәк. Ризалашһа, уны эйәртеп берәй баш һуҡҡан яҡҡа сығып ысҡынырға кәрәк булыр. Икенсе көндө Хәҙисә килде. Ул инде үҙҙәренең ауылында булған хәлде һөйләне. Федералдар һәр өйгә кереп, боевиктарҙы эҙләп йөрөгәндәр икән. Ярай әле егет ул ауылда ҡалманы. Һис шикһеҙ, табырҙар ине. Ринат шуны һиҙҙе: бындағы боевиктар бик әүҙемлек күрһәтмәйенсә, нимәлер көтөп яталар. Шул уҡ көндө Хәҙисәнең өләсәһен дә бында күсереп алып килделәр. Хәҙисәнең ата-әсәләре Грозный ҡалаһында тороп ҡалған. Уларҙан бер хәбәр-хәтер ҙә юҡ. Ярай әле әбейҙең был ауылдағы һеңлеһе хәлле генә тора. Ашау яғына бик интекмәйҙәр. Тик бар ризыҡты боевиктар алып китмәһә ярар ине тигән шиктә торалар. Хәҙер Хәҙисә менән Ринат йәшеренеп кенә ир менән ҡатын кеүек йәшәйҙәр. Апаһы һиҙҙе-һиҙеүен, тик улай-былай тауыш күтәрмәне. Бына шулай мыштым ғына йәшәйҙәр.
Юл, баҡса, баҫыуҙағы миналарҙы таҙартҡас, ауылдағылар ҙа, ситтән килгән боевиктар ҙа Ринатты ихтирам итә башланы. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр уға булған шик-шөбһәләрен йәшермәй. Ситләтеп ҡарайҙар. Сөнки Ринат уларға ҡушылманы. Үҙҙәре менән ниндәйҙер ауылға барып федералдарҙы юҡ итеп ҡайтырға саҡырҙылар, ҡырҡа баш тартты, барманы. Бына бер көндө был бәләкәй генә ауылға тағы байтаҡ боевиктар килеп төштө. Барыһы ла ғәләмәт ҙур һаҡаллылар. Ҡайһы берҙәре тамаҡ төбө менән ҡаты итеп һөйләшәләр. Араларында пуштун телендә һөйләшкәндәре лә бар. Ғәрәпсә һүҙҙәр ҙә яңғырап китә.
Ҡайһы саҡта Ринат үҙен яңынан Афғандағы кеүек итеп тоя башлай. Шул уҡ текә-текә ҡая ташлы, баштары аҡ ҡарға мансылған тауҙар. Аҫҡа ҡараһаң да шул уҡ башың әйләнеп китерҙәй упҡындар. Урмандағы төпһәгә йәбешеп үҫкән бәшмәктәр кеүек, тау-ҡая итәктәрендәге береһе өҫтөнә береһе терәп һалынған өйҙәр – барыһы ла Афғандағы кеүек. Айырма шунда: Афғанда халыҡ бик тә ярлы һәм наҙан. Ә бындағылар аҡты ҡаранан айырып, уҡый-яҙа беләләр. Ярлы һәм байҙар араһындағы айырма ла аҙ. Әммә бик бай йорттар ҙа күренә. Был йорттар, әйтерһең дә, ҙур бер ҡәлғә. Ихаталары ғына ла икешәр метрҙан бейегерәк һәм бик ныҡлы һалынған.
Ринатты иртән иртүк яңы килгән отрядтың башлығына – Әмир тип йөрөтөлгән боевик эргәһенә алып киттеләр. Йорт уртаһында үҫкән алма, груша күләгәһе аҫтына урынлаштырылған өҫтәл артында ултыра ине был бәндә. Егетте уның ҡаршыһына килтереп баҫтырҙылар. Боевиктарҙың был отряды бик ҙур ғына булып, Ринатҡа таныш чечендар күренмәне. Күрәһең, улары икенсе урынға күскән. Бүтән күп кенә ваҡ төркөмдәр уға буйһонғанға, уны командир тип түгел, ә Әмир тип йөрөтәләр. Шуға ла ул үҙен башҡа боевик командирҙарына ҡарағанда күпкә һауалы тота. Командирҙың ярҙамсыһы бик етди генә:
– Иртәгә беҙ шул-шул район үҙәгенә барырға йыйынабыҙ. Һин шул йылға аша һалынған күперҙе төндә минанан таҙартырға тейеш. Ана, һиңә ярҙамға егеттәр әҙерләнеп көтөп торалар. Үҙеңә ҡорал һайла!
Ринат ваҡиғаның былай боролоуынан бер аҙ ғына аптырап ҡалды. Күрәһең, уның оҫта минер икәнен быға ла еткергәндәр, тип уйланы. Ул теге көндәге чечен командирына: “Үҙебеҙҙекеләргә ҡаршы ҡорал күтәрмәйем”, – тигәйне бит инде. Бөгөн дә быларға шул һүҙҙәрҙе ҡабатларға мәжбүр булды.
– Мин федералдарға ҡаршы бармайым.
– Ниңә?
– Беренсенән, һуғыштан туйҙым. Икенсенән, унда яҡташтар һәм башҡорт-татар егеттәре күп. Уларға ҡорал күтәреп ата алмайым.
– Ә бит, барыбер барырға тура киләсәк, – тип был ҡыҙа башланы. – Һине мәжбүр итәсәкбеҙ! Нимә, бында курортҡа ялға килдеңме әллә? Тыныс ҡына һуғыш бөткәнде көтөп ятырға уйлайһыңмы? Бараһыңмы, юҡмы?
Ринат өндәшмәне. Чечен, егеттең өндәшмәй тороуына асыуы ҡабарып, унан да бигерәк, башҡалар алдында үҙен күрһәтергә теләп, урынынан тороп, егет алдына килеп баҫты. Киҙәнеп, яңағына һуғырға теләне. Ләкин тейҙерә алманы. Афғанда бындай һуғыуҙарҙы үҙендә күп татыған “шурави” барыһына ла әҙер булып, янтайып ҡалды. Ғәҙәттәгесә, ул ҡурҡыныс янағанда йәйә кереше кеүек кирелде. Был минутта унан әллә нимәләр ҙә көтөргә була. Тик егеттең бындай һәләтен боевиктар әлегә белмәй ине. Алдында торған кафырға тейҙерә алмауынан, унан да бигерәк, был хәлде күҙәтеп торған чечендарҙың йылмайыуын шәйләп, тегенең тамам асыуы ҡабарҙы. Тағы киҙәнде. Был юлы ла уның йоҙроғо һауаны ғына ҡыйнаны. Ринат эске һиҙемләүе менән уның ниндәй хәрәкәт яһарға тейешлеген алдан уҡ самалап торҙо. Юҡ, был булдыра алманы. Өҫтәл артында ултырғандарҙың икенсеһе:
– Һинән булманы! Әйҙә әле, һин, – тип таҙа ғына икенсе чечен боевигына ымланы.
Бында шундай шөғөл ғәҙәткә кергән. Әсир төшкән һалдаттарҙы кем тиҙерәк һуғып йыға?! Әсирҙе ҡыйнауҙан ләззәт табып күңел асалар һәм ҡул һуғышы алымдарына өйрәнәләр ине. Ринатҡа ҡаршы сығасаҡ боевик билендәге ҡоралдары эленеп торған ҡайышын һалып эргәһендәге иптәшенә тотторҙо. Бар халыҡ, ҡыҙыҡ ҡарарға теләп, түңәрәк яһап баҫты. Ринат та үҙенең ниндәй хәлгә тарығанын аңлап һәм бер аҙ ситуацияны йомшартырға теләп, өҫтәл артында ултырыусыға ҡарап:
– Ә миңә һуғырға буламы?
Командир дәртләндереп:
– Әлбиттә, әлбиттә. Булдыра алһаң, хет өҫтөнә менеп атлан. Бына бит кафырҙың да теле асыла башланы, – тип ҡуйҙы.
Ул үҙенең боевиктарының һуғышсан һәләттәренә ышана ине. Хатта чечендарҙың ҡайһы берҙәре кем еңәсәк тип үҙ-ара бәхәсләшә лә башланы. Ә Ринат эстән генә: “Моғайын, былар менән барырға тура килер. Булдырып булһа, Афған ҡоллоғонан ҡасҡандағы кеүек, быларҙан да йылға аша ҡасырмын”, – тип уйлап ҡуйҙы.
Яңы боец түңәрәккә сығышлай уҡ Ринаттың тубыҡ аҫтына тибеп йығырға уйланы. Барып сыҡманы. Ҡулдарын бутап “кафыр”ҙың уяулығын ситкә йүнәлтеп ҡаҫығына тибергә самаланы. Тик бындай алымды алдан уҡ һиҙеп торған Ринат, тегенең аяғынан эләктереп, үҙенә тартты. Боевик тигеҙлеген һаҡлай алмай гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ә тигәнсе аяғына тороп баҫты ла Ринатҡа ҡаршы яңынан килә башланы. Тик өҫтәл артында ултырыусы был йығылғанды туҡтатып, эргәһендә торған икенсе берәүгә күрһәтте.
Быныһы алдан уҡ ырғый-һикерә, йоҙроғон уйнатып килә башланы. Тирә-яҡтағылар Ринатҡа ҡаршы түңәрәккә сыҡҡанды дәртләндереп, ҡысҡыра, һыҙғыра башланылар:
– Әйҙә, әйҙә, ҡыйыуыраҡ!
– Күрһәт үҙеңдең оҫталығыңды!
Тауышҡа өй эсенән сатанлап тағы бер һаҡалтай сығып, тупһаның күтәрмә бағанаһына һөйәлде. Күрәһең, был алыш уға ла ҡыҙыҡ булып китте, титаҡлай-титаҡлай тупһанан төшөп, өҫтәл артында ултырған командир эргәһенә килеп баҫты. Тегеһе тиҙ үк тороп уға урын бирҙе. Ринаттың күҙ алдында бала башы ҙурлығындағы йоҙроҡ уйнаһа ла, ул барыһын да иғтибарлап өлгөрҙө. Сатан һаҡалтай, былар араһында ҙур һәм ихтирамға лайыҡлы ҙур командир икәнен аңлап алды. Ошомо икән ни Әмир тигәндәре, тип уйлап ҡуйҙы. Күрәһең, Ринат тәүҙә Әмир тип уйлаған бандит был сатандың ярҙамсыһы ғына ине. Сатан түрә өҫтәл артына килеп ултырғас, барыһы ла тынып ҡалды. Шул тынлыҡта Ринат ап-асыҡ итеп тегеләрҙең пуштунса һөйләшкәндәрен ишетте. Теге сатанға тағы ла нығыраҡ иғтибар итте. Бар уй-зиһене шул һаҡалтайға күсте. Ҡайҙа күрҙе һуң әле был сатанды? Ҡайҙа күрҙе?
“Кафыр”ҙың, үҙенә бик иғтибар ҙа итмәй, ҡайҙалыр үҙенән артҡа ҡарағанын самалап, чечен да ирекһеҙҙән ҡарашын шул яҡҡа күсерҙе. Ринатҡа ошо мәл етә ҡалды. Йәшен тиҙлегендә тегене аяҡ салып бәреп йыҡты. Барыһы ла “ах” итеп тынып ҡалды. Был тиҫкәре “кафыр” һалдатынан бындай ҡыйыулыҡты көтмәгәйнеләр. Өҫтәл артына әле генә барып ултырған сатан да егеттең был ҡыйыулығына таң ҡалды. Ә боевик бесәй етеҙлеге менән яңынан аяғына баҫты һәм Ринаттың яңағына ҡундырырға теләп, нығыраҡ киҙәнеп һуҡты. Тағы шул уҡ хәл, уның йоҙроғо һауаны ғына ярып үтте. Чечен, ни тиклем тырышһа ла, егеттең битенә тейҙерә алманы. Ринат та етеҙлек буйынса чечендан ҡалышырлыҡ түгел ине. Бөтәһе лә ҡысҡырып-ҡысҡырып тегене дәртләндерҙеләр. Тик өҫтәл артында ултырған сатан тап-таҙа пуштун телендә:
– Ашыҡмай тор! Һораш әле, ҡайһы частан ҡасҡан? Кем булып хеҙмәт иткән? Минерлыҡ һөнәренә ҡайҙа уҡыған? – тине.
Быны ишетеп, һуғышҡан чечен туҡтап ҡалып, өҫтәл яғына ҡараны. Тегеһе һорауын яңынан пуштун телендә ҡабатланы. Сатан чеченса ла, урыҫса ла белмәй ине. Асыуын һаман баҫа алмаған боец, күҙҙәрен алартып, бер нимә лә аңламай, командирына ҡараны. Күрәһең, өҫтәл артында ултырыусы һаҡалтай тылмастыр. Ул һорауҙы урыҫсаға әйләндереп Ринатҡа еткергәнсе, егеттең был пуштун кешеһенә яуабы әҙер ине. Тик ул яуап бирергә ашыҡманы. Сөнки башында бүтән һорау һәм тағы әллә ниндәй хәтирәләр ташып сығыр сиккә етеп ҡайнай башланы. Сатандың тауышын ҡайҙа ишетте һуң? Был бандит боевикты ҡайҙа күрҙе ул? Тылмас, уның өндәшмәй сатанға ҡарап торғанын күреп, йәһәт кенә өҫтәл артынан тороп, егет эргәһенә килеп баҫты. Чеченға нимәлер әйткәс, тегеһе туҙанланған салбарын ҡаға-ҡаға иптәштәре эргәһенә барып баҫты. Ә тылмас Ринаттың артынан тупаҫ этәреп:
– Яҡыныраҡ барып яуап бир! – тине.
Ринат һаман өндәшмәне. Шунда тылмас билендәге хәнйәрен алып, уның эйәк аҫтына килтереп терәне. Егет таныны: бындай биҙәкле хәнйәрҙәрҙе тик афған “дух”тары ғына тағып йөрөй.
– Нимә, кафыр, үлгең киләме әллә? Һорауға яуап бир! – тип бысаҡты тағы ла ҡатыраҡ егеттең боғаҙына терәне. Ныҡ ауыртыуҙан зиһенендә кинәт кенә афғандағы Хайрулло образы сағылып китте, һәм ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, тап-таҙа пуштун телендә:
– Командир-Әмиргә әйт! Бөгөн мине үлтерһә, иртәгә Хайрулло ла үлә! – тине.
Кафыр һалдатының ауыҙынан пуштун телендәге һүҙҙәрҙе ишетеп:
– Ниндәй Хайрулло? Кемде әйтәһең? – тип тылмас бөтөнләй ҡотора уҡ башланы һәм аңына кафырҙың пуштунса һөйләгәне барып еткәс, бер секундҡа юғалып ҡалды, унан өҫтәл артында ултырған сатанға боролдо.
Ринат ошо мәлдә тылмас ҡулындағы хәнйәрҙе шаҡарып алды ла аҙбар ишегенә табан осорҙо. Хәнйәр, барыһын да шаҡ ҡатырып, зыр түңәрәк әйләнеп ишеккә барып ҡаҙалды. Быны Ринат үҙе лә көтмәгәйне һәм ул тағы ап-асыҡ итеп:
– Әйт командирыңа! Бөгөн мине үлтерһәгеҙ, иртәгә үҙе лә һәләк буласаҡ! – тине.
Тылмас бөтөнләй аптыраны:
– Ниндәй командир? Кемде әйтәһең?
Бөтөн ишек алды тынып ҡалды. Өҫтәл артында ултырған Афғанстандан килгән командир был һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡолаҡтарын торғоҙҙо. Уның ысын исеме Хайрулло ине. Тик бында килер алдынан боевиктарҙы әҙерләй торған лагерҙа исемен Хаттапҡа алыштырҙы. Шуға ла уны Хайрулло тип түгел, ә Хаттап тип йөрөтәләр. Бында чечен боевиктары араһында үҙен Әмир тип таныштырҙы.
Ринат бер нисә аҙым алға атланы ла ҡарашын сатанға төбәне. “Кафыр”ҙың үткер ҡарашынан өҫтәл артында ултырғандың зиһене икегә бүленде. “Кем был? Пуштунса ҡайҙан белә? Ниндәй провокация булырға мөмкин?” тигән фекере араһынан: “Ҡара һин уны, минең исемемде лә белә түгелме һуң? Кем һуң был?” Сатандың да асыуы ҡабара башланы. “Кафыр” һаман өндәшмәй һәм ҡарашы менән Әмирҙе үтә бырауларға тотондо.
Ғәҙәттә, барыһы ла уның күҙенә ҡарарға ҡурҡып торалар. Ә был, кереп китерҙәй булып, уның күҙенә текәлгән. Сатан асыуынан ҡайнап, унан да бигерәк егеттең күҙ ҡарашына түҙә алмай, урынынан тороп уҡ баҫты. Ул инде был тамашаны ситтән генә ҡарап торғандарға үҙенең уҫаллығын күрһәтеп, баһаһын күтәреп, абруйын арттырырға теләне. Инструктор Хаттап-Әмир шулай үҙенең эйәрсендәрен һәм ҡул аҫтындағы һуғышсыларҙы ҡурҡытып алырға өйрәнгән. Ҡурҡалар, тимәк, хөрмәт итәләр, тип уйлай ине. Тылмасы булдыра алмағанды үҙе башҡарырға теләне. Күҙен секерәйтеп ҡарарға баҙнат иткән “кафыр” һалдатын ғәҙәтенсә һуғып йығып ергә теҙләндерергә тип, титаҡлай-титаҡлай Ринатҡа табан килә башланы.
Ринат ҡапыл үҙенә табан килеүсене ныҡлап танып алды. Уны һуйырға килгән һаҡалтай урынында ниндәй генә бандитты күрһә лә был ҡәҙәр аптырамаҫ ине. Әллә ҡасанғы хәтирәләр, әле кисә генә булған кеүек, йәшен утылай сытырҙап-ялтырап, мейеһен ярып, күҙ алдына килеп баҫты. Шунлыҡтан да ул күҙ ҡарашын ала алмай ине. Бөтөнләй ажғырып, бандит үҙенә һаман ҡарап торған “кафыр”ҙың алдына килеп баҫты. Билендәге пистолетына йәбеште. Тик ни ғәжәп, кобураның ҡапҡасын аса алмай... Ринаттың зиһене ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Алдындағы бандиттың һул яҡ яңағы эргәһендәге миңе лә һаҡалы аша күренеп китте. Бәй, был... был бит теге кем һуң? Был бит... был... Хәҙер ул берәй һүҙ өндәшмәһә, уны ошо минутта атып үлтерергә мөмкин бит. Ринат саҡ иҫенә төшөрөп, тотлоға-тотлоға көскә:
– Хай...хай...рулло! Һин мине бөгөн үлтерһәң, иртәгә үҙең дә үләһең. Тәҡдир дәфтәрендә шулай яҙылған, – тине.
Хәҙер боевик ғәжәпләнеп ҡалды. Туҡта... алдында күҙен секерәйтеп баҫып торған “кафыр” һалдаты уға сеп-сей итеп пуштун телендә нимәлер әйтте түгелме һуң?! Тик “кафыр” әйткән һүҙҙәр уның аңына барып етмәгәйне әле. Шуға ла теш араһынан ғына:
– Нимә? – тип һорарға мәжбүр булды.
Ринат, инде был һаҡалтайҙың ысынлап та Хайрулло икәненә шиге ҡалмайынса, уның юғалып ҡалғанынан файҙаланып, бышылдап ҡына тап-таҙа пуштун телендә:
– Ашыҡма! Мине бөгөн үлтерһәң, иртәгә Хайрулло һин үҙең дә үлергә мөмкинһең. Тәҡдир дәфтәренә шулай яҙылған, – тине.
Егеттең был һүҙҙәренән, тегенең кобураға тотонған ҡулы һәленеп төшөп ҡалтырай уҡ башланы. Һаҡалтай, элеккенән дә нығыраҡ титаҡлай-титаҡлай, бер яҡҡа янтая биреп, үҙ урынына барып ултырҙы. Бөтөнләй тынып, йыуашланып ҡалды. Хәҙер бар хәрәкәте һүлпәнәйеп, хатта әле генә уҫал ялтырап ут сәскән ҡарашы ла һүнеп тоноҡланды.
Тағы Ринатҡа күҙ һирпеп алды. Бер арауыҡ ҡарашып алғас, ниһайәт, командир, күкрәгенән сыҡҡан әллә ниндәй тоноҡ тауыш менән:
– Һин кем? Ҡайҙан? Яҡыныраҡ кил, - тине.
Ринат теге чечендарға һөйләгәнде ҡабатлап һөйләп бирҙе.
– Пуштун телен ҡайҙан беләһең?
– Өйрәндем.
– Хайрулло кем ул? Һин үлһәң, нишләп ул да үлергә тейеш?
Ринат тәрән итеп тын алды ла, бер арауыҡ өндәшмәй торғас, һауаға ҡарап яңы ғына һайрай башлаған, күҙгә лә күренмәгән турғайҙы эҙләне. Юҡ, турғай күренмәне. Хайрулло ла уға эйәреп күккә ҡараны. Ул да бер ни шәйләмәне. Шунан Ринат һүҙҙе әллә ҡайҙан башлап:
– Хайрулло – көтөүсе малай. Ул ике тапҡыр үлә яҙҙы. Мин дә үлә яҙҙым. Беҙҙең тәҡдир-яҙмыштар бергә үрелеп, бер япраҡҡа яҙылған. Әгәр ҙә минең тәҡдирем яҙылған япраҡ өҙөлһә, Хайрулло ла үлә. Бына шул!
Инде “кафыр”ҙың әйткәндәренән бөтөнләй телһеҙ ҡалған Хайрулло-Хаттап көсөргәнештән ҡата башлаған яңаҡтарын көскә ҡуҙғатып, тамаҡ төбө менән:
– Ҡайҙан быларҙы беләһең? – тип һораны.
– Миңә фәрештәләр әшкәртә, – тигән булды Ринат.
Быныһын инде ул бер аҙ арттырҙы. Ни эшләйһең бит, йәшәгең килһә, борғоланырға тура килә. Унан да бигерәк, иҫән ҡалғың килһә, эс серҙәреңде бүтәнгә һөйләмә, тигән ҡанунды белә ине. Шуға ла Хайруллоға үҙенең кем икәнлеген асып һалманы. Үҙен танытманы. Инде аҙыраҡ айнып, уйлай алырлыҡ хәлгә килгән командир төпсөнөп:
– Ә ниңә бында килдең? Ниңә беҙгә-мосолмандарға ҡаршы һуғыштың?
– Чечендарға ҡаршы һуғышманым. Бер генә чечендың да ҡанын ҡойманым. Төрмәлә ултырыуҙан туйҙым, шуға бында килдем. Икенсенән, һуғышҡа бармағандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн килдем.
– Ғүмерҙәрен нисек һаҡлайһың?
– Миналанған баҫыу-һуҡмаҡтарҙы таҙартып, күптәрҙең ғүмерен кем һаҡлап ҡалды? Мин түгелме ни?
Хайрулло өндәшмәне. Сөнки алдында ниндәйҙер бик тә сәйер, мөғжизәгә һәләтле, барыһын да үтә күреп белә торған ғәжәйеп кеше баҫып торғанына инанды. Үҙенең отрядындағыларға башҡаса был кешене бимазаламаҫҡа ҡушты. Тик бөтөн ерҙә һуғыш барғанда Ринатты тыныс ҡына ҡалдыралармы һуң. Юҡ инде.
Бер көндө бындағы боевиктарҙы бик ныҡлап теткеләп ҡайтарҙылар. Засадаға эләккәндәр икән. Хайрулло-Хаттап уны үҙ янына саҡырып:
– Нисек федералдарҙан танк, йә булмаһа, БТР ҡулға төшөрөп була? – тип кәңәшләшкән булды.
Ринаттың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ысынлап та, нисек быны эшләп була? Һәм ул Хаттапҡа:
– Бронетехникалары ҡайҙа урынлашҡан? Ниндәй юлдарҙан йөрөйҙәр, шуны асыҡларға кәрәк. Ә ҡулға төшөрөүгә килгәндә уныһы әллә ҡайҙаҡасмаҫ, – тине.
– Йөрөгән юлдары ла, ҡайҙаурынлашҡандары ла билдәле.
– Мин үҙем күрергә тейеш. Унан әйтермен ни эшләргә икәнен, – тине.
Боевиктар Ринатты тау һуҡмаҡтары, урман-соҡорҙар аша танк һәм БТР-ҙар урынлашҡан ауылға алып барҙылар. Барыһын да тауҙан бинокль менән күҙәттеләр. Унан инде тегеләрҙең ниндәй маршрут менән ҡайтып-китеп йөрөгән юлдарын да билдәләнеләр, һәм ике тау араһындағы тарлауыҡты һайланылар. Танкты ҡулға төшөрөргә бик ентекле әҙерләнделәр. Иң мөһиме – танк, йә булмаһа, БТР-ҙарҙы бер егерме-утыҙ минут юлда туҡтатып торорға кәрәк. Ун биш минутҡа булһа ла. Унан уйланылған планды тормошҡа ашырырға мөмкин. Көн ҡыҙыу булһа, тағы ла һәйбәтерәк. Бына юлда ике танк оҙатыуында өс БТР күренде. Алдан уйланылғанса, танк килеп етәрәк, оло ташты тау юлына тәгәрәп төшөрлөк итеп, аҫтына шартлатҡыс ҡуйылған. Нәҡ танктар килеп етәрәк ташты шартлаттылар. Танктар саҡ юлдан үтеп өлгөрҙөләр, ә БТР-ҙар бүленеп артта ҡалды. Танктар бер аҙ барҙылар ҙа туҡтанылар. Тау юлында боролорлоҡ түгел. Бына шул мәлдә ике боевик, Ринат ҡушыуы буйынса, арттағы танк өҫтөнә һикереп, экипажды һауа менән тәьмин итә торған фильтр өҫтөнә одеял ябып, шунда кер йыуа торған белизна ағыҙҙылар. Эффект боевиктар көткәндән дә тиҙерәк булды. Ун минут үттеме, юҡмы, танк эсенән еҫкә сәсәп, барыһы өҫкә килеп сыҡты. Арттағы танкта нимә булғанын аңларға өлгөрмәгән икенсе танк та шул уҡ ысул менән боевиктар ҡулына эләкте. БТР-ҙар танкка ярҙамға килә алманы. Уларҙы тотҡарланылар. Был боевиктарҙың бик тә ҙур уңыштары ине. Танктарҙы ҡулға төшөрҙөләр төшөрөүен, тик әлегә уларҙы бит ҡайҙалыр ҡуйып торорға ла кәрәк. Тауҙағы элекке колхоздан ҡалған ниндәйҙер һарыҡ аҙбарына керетеп йәшерҙеләр. Иң мөһиме – һауанан осҡан самолет-вертушкалар күрерлек булмаһын. Чечендар – ҡыҙыу халыҡ. Хәҙер үк танктарға ултырып, техникалар торған часте тар-мар итергә тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Тик кире базаға ҡайтырға мөмкинлек ҡалмағайны. Юлда теге ғәләмәт ҙур таш ята. Юғиһә, федералдар айнығансы, бөгөн үк иҫәптәре бар ине. БТР-ҙағылар менән ҡыҫҡа ғына ҡаты һуғыш булып алды. Уларға ҡая өҫтөнән һөжүм ойошторҙолар. БТР-ға урынлаштырылған ҡорал өҫкә алтмыш-алтмыш биш градусҡа ғына атырға һәләтле. Ә бында пушка-пулеметтарҙы һикһән градусҡа саҡлы өҫкә төбәргә кәрәк. БТР-ҙар өҫтөнә гранатометтарҙан ут асҡас, улар, бер машинаны ҡалдырып, артҡа сигенеп ҡасыу яғын ҡараны.
Шулай итеп, һуғыш тигән яуыз тирмән ҡуласаһы яйлап Ринатты тағы үҙ эсенә тартып алды. Үҙе лә һиҙмәҫтән федералдарға ҡаршы һуғыша башланы...
Хәҙисә бер көндө уны эргәһенә ятҡырманы. Ҡырҡа ҡаршы килеп:
– Никах уҡытҡандан һуң ғына, – тине.
– Ярай. Тик ҡасан? Һәм кем уҡый?
– Моғайын, киләһе йома көндө булыр. Апай менән өләсәйҙән йолаһына тура килтереп һорарға кәрәк буласаҡ. Мулла менән улар үҙҙәре һөйләшерҙәр.
Әммә ваҡиғалар ҡатмарланып китте. Уларҙың отрядын күрше районға ебәрҙеләр. Унда федералдарҙың ҙур көстәре килеп тупланырға тейеш икән. Шуларҙы алға үткәрмәҫкә тигән бойороҡ алынды. Тау һуҡмаҡтары аша барырға тура килгәнгә, танктар, һаман үҙ сәғәттәрен көтөп, йәшерелгән урында ҡала бирҙеләр. Ә инде әсир төшкән һалдаттарҙы тауҙар араһына йыраҡҡараҡ оҙаттылар. Бер нисә контрактныйҙы шул көндө үк аттылар. Уларға “кеше ҡаны ҡойоп, аҡса эшләп йөрөмәгеҙ!” тинеләр. Шулай итеп, Ринаттың Хәҙисә менән буласаҡ никахы билдәһеҙ ваҡытҡа саҡлы кисектерелде.
Бындағы һуғыштың ҡайһылай икәнен дә белмәҫһең. Фронт юҡ. Ҡайҙа федералдар, ҡайҙа чечен боевиктары – аңларлыҡ түгел. Бөгөн был ауыл, был биләмә Һамар десантсылары ҡулында булһа, иртәгә, киреһенсә – бында чечен һуғышсылары хужа булып йөрөй. Рәсәй Армияһы яйлап-яйлап боевиктарҙы тауҙарға ҡыҫырыҡлай башланы.
Ринатҡа бик тә күңелһеҙ хәбәр еткерҙеләр. Хәҙисәләр йәшәгән ауылды федералдар бомбаға тотоп, бөтөнләй ер менән тигеҙләне, тинеләр. Шул тирәләрҙән үткәндә барып ҡарап та килде. Ҡайҙа инде унда иҫән ҡалаһың. Йорттар урынында таш һәм кирбестәр генә таралып ята. Ҡәберлекте лә ҡарап сыҡты. Үлгәндәрҙе йыйып, туғандар ҡәберлегенә күмгәндәр. Бер ниндәй яҙыу ҙа юҡ. Егеттең бар уй-хыялдары селпәрәмә килде. Улар Хәҙисә менән яйы сыҡҡанда берәй яҡҡа ҡасырға күптән һөйләшеп ҡуйғайнылар. Йә Грузияға, йә булмаһа, Дағстанға сығып китергә иҫәптәре бар ине. Тик бер ҡағыҙ-документһыҙ ҡайҙа бараһың? Оло юлдар барыһы ла федераль һалдаттар ҡулында. Блокпостар аша үтермен тимә. Булһа, шул Грузия, йәки Дағстанға ғына китергә ҡала.
Бер көндө Ринаттар йәшеренеп ятҡан ауылға өс федераль һалдатты алып килделәр. Барыһы ла яңы ғына әсирлеккә эләккән. Йәш кенә егеттәр. Ринатҡа һаҡларға ҡушып, тегеләрҙе таш келәткә ябып ҡуйҙылар. Был отрядта күпселеге ғәрәптәр булып, чечендар бик аҙ ине. Ғәрәптәр уҫаллыҡ буйынса бер кемдән дә ҡалышмайҙар. Иртәгә был йәш кенә егеттәрҙе атырға ла күп һорап тормаҫтар. Йә булмаһа, ҡоллоҡҡа һатасаҡтар. Боевиктар киткәс, Ринат әсирҙәр менән һөйләшеп тә алды. Төрлөһө төрлө яҡтан икән. Икеһен милиционер булып эшләгән ерҙәренән бында командировкаға ебәргәндәр. Йүнләп дары ла еҫкәргә өлгөрмәгәндәр.
Ринат ныҡлы бер ҡарарға килеп, кис еткәс, келәт ишеген асты ла әсирҙәргә ҡасырға ҡушты. Ҡайһылайыраҡ барып, ниндәй юлдан федераль ғәскәрҙәр ҡулындағы күрше ауылға сығырға була икәнен өйрәтте. Тегеләр рәхмәт әйтә-әйтә ул өйрәткән яҡҡа ашығып йүгерҙеләр. Ринат үҙе лә улар менән китер ине, әлеге шул Хәҙисәнән ҡош телендәй генә хатта: “Мин иҫән. Аяғым яраланды. Шул-шул ауылдағы бер апайҙарҙа ятам”, – тиелгәйне.
Тотҡондар китте. Ринат та, ниндәйҙер еңеллек кисереп, иркен һулап ҡуйҙы. Иртәнгә боевиктар ауылға ҡайтты. Ә тотҡондар юҡ. Ринатты: “Һин федералдарға һатылдың. Ниңә әсирҙәрҙе ныҡлап һаҡламаның? Беҙ улар өсөн арыу ғына аҡса эшләй ала инек. Хәҙер үҙеңде һатыуға ҡуябыҙ”, – тип, бик ҡаты ҡыйнап, үҙен шул уҡ келәткә ҡул-аяҡтарын бәйләп ябып ҡуйҙылар. Икенсе көндө күҙҙәрен бәйләп, тауҙар араһындағы башҡа ауылға күсерҙеләр. Ринат, Хайрулло-Хаттап осрар әле тип көтһә лә, барып сыҡманы. Уны ошо ауыл кешеһенең зиндан ролен үтәгән һыуһыҙ ҡойо төбөнә килтереп һалдылар. Ул боевиктарға:
– Мин Хаттап кешеһе булам. Сығарығыҙ мине, – тип ялынһа ла, барып сыҡманы.
Былары икенсе төркөмдәгеләр ине. Улар инде:
– Бына Хаттап үҙе килгәс, үҙенә әйтерһең. Уға тиклем ят ошонда! – тинеләр.
Был зинданға тағы ике әсирҙе килтереп яптылар. Ашау яғы бик самалы. Тағы берәй аҙна ошо ризыҡта ғына тотһалар, ҡасыу тураһында уйларлыҡ та булмай. Аслыҡтан хәлһеҙләнеп, атларлыҡ рәте лә ҡалмаҫҡа мөмкин. Ә Хаттап ҡасан килә әле? Һуғыш бит. Ике яҡ та ныҡ ҡоторона. Килмәҫкә лә бик мөмкин. Ринат яңы килгән әсирҙәр ярҙамында, зиндан эсендәге бар ташты ҡапшап сыҡты. Бәләкәй генә таш киҫәге менән шаҡып тыңлап та ҡараны. Өҫтәге таштар араһында бер буш урын барлығын шәйләп, шул таштарҙы билдәләп ҡуйҙы. Шул ташты ҡуптарып ҡаҙып ҡасырға план ҡорҙолар. Әммә ҡотолоу көтмәгәндә килеп сыҡты. Уларға көн дә кис һыу менән ҡабартманы бер үҫмер бау менән бәйләп кенә төшөрә. Малай, баҙ ауыҙын асып, һыу төшөрә башланы. Ашарға төшөргән бау ҡулынан шыуып базға төшөп китмәһен өсөн, бауҙың икенсе осон ҡулына ныҡҡына ураған. Быны Ринат шәйләп алды. Күп уйлап тормай, үрелеп шул бауҙы ныҡ ҡына аҫҡа тартты. Һәм малай баҙға килеп төшкәнен үҙе лә һиҙмәйҡалды. Башы менән ҡаҙала ине, Ринат ҡосағын йәйеп тотоп алды. Ҡысҡырмаһын өсөн ауыҙын ҡапланы. Бындай ваҡытта бик тиҙ уйлап эшләргә кәрәк. Башҡа әсирҙәр ҙә эште аңлап алды. Малайҙың ауыҙына сепрәк тыҡтылар. Әсирҙәр, береһе өҫтөнә береһе баҫып, Ринатты өҫкә сығара алдылар. Киске яҡ булһа ла, уның күҙҙәре сағылып китте. Тик ул бындай киҫкен хәлдәрҙә юғалып-икеләнеп ҡала торған кеше түгел, Афғанстан мәктәбен үткән “шурави”. Бау менән тартып, икенсе әсирҙе лә өҫкә сығара алдылар. Әсирҙәрҙең күҙҙәрен бәйләп алып килгәнгә уларға был йорт таныш түгел. Ҡайҙа нимә икәнен дә белмәҫһең. Ишек алдында ишектәре асыҡ бер УАЗ машинаһы тора. Хужалары күренмәй. Ринат, ҡырағай етеҙлек менән машина эргәһенә килеп, эсенә күҙ һалды. Артҡы ултырғысында магазиндары менән әҙер калашка күренде. Машинаның асҡысы ла урынында. Иң мөһиме – тауыш-ғауға ҡуптармаҫҡа. Сөнки тауышҡа башҡа бандиттар ярҙамға килеп етергә мөмкин. УАЗ-иктың арттағы буш урынында тартмаһы менән әҙер лимонкалар ҙа ята. Ринат бер нисәһен алып кеҫәһенә тыҡты, иптәшенә лә һуҙҙы.
Өй эсенән әкрен генә һөйләшкән тауыштар ҙа ишетелә. Ринат икенсе әсиргә башы менән генә үҙенә эйәрергә ҡушты. Һәм, бер кемде лә сығармаҫҡа ҡушып, ишектә һаҡта уны ҡалдырҙы. Ишекте асыҡ ҡалдырып, үҙе һаҡ ҡына эскә үтте. Эстәге ҡунаҡ бүлмәһендә өс ир, донъяларын онотоп һөйләшә-һөйләшә, иҙәнгә урынлаштырылған тәпәш кенә өҫтәл артында тәмләп ашап ултыралар. Ринат инешләй үк тыныс ҡына тауыш менән:
– Рәхим итеп, тауышланмаҫҡа тырышығыҙ! Ҡулдар өҫтәл өҫтөндә! Юғиһә, барығыҙға ла каюк! – тип калашкаға һәм ҡулындағы лимонкаға ымланы. Ялт-йолт бүлмә эсен күҙе менән ялмап алды. Ишек төбөндәге сөйҙә тағы ике автомат эленеп тора. Ринат әкрен генә һыҙғырып ҡуйҙы. Ишектән икенсе әсир килеп керҙе. “Шурави” уға күҙе менән генә автоматтарға күрһәтте. Теге тиҙ үк аңлап, ике автоматты ла алып, затворҙарын тартып ике ҡулына тотто. Ринат эстән генә тегене, афарин, тип маҡтап ҡуйҙы.
Табын артындағыларҙың береһе, ҡуҙғала биреп:
– Һеҙгә нимә кәрәк? Был спектаклдән башҡа ла һөйләшеп булыр ине, – ти әйтеүгә, Ринат тағы:
– Мин әйттем бит, шым ғына ултырабыҙ һәм урыҫса һөйләшәбеҙ. Иҫән ҡалғығыҙ килһә, мин әйткәндәрҙе генә тыңлайһығыҙ! Кем йорт хужаһы? Кем командир?
Оло йәштәге ир:
– Мин – йорт хужаһы, – тине лә, эргәһендә ултырған һаҡалтайға ялт итеп ҡарап алып: – Шулай уҡ мин – командир, – тигән булды.
“Шурави”ҙымы һуң алдап була. Ул барыһын да аңланы һәм һүҙен дауам итеп:
– Бына шулай, егеттәр, беҙ үлемдән ҡурҡҡан кешеләр түгел. Тағы бер ҡат ҡабатлайым, иҫән ҡалғығыҙ килһә, ҡаршылыҡ күрһәтмәйбеҙ һәм шым ғына ултырабыҙ.
Асыуҙан тамырҙарын бейетеп, урттарын сәйнәгән ирҙәрҙең иң таҙа һәм көслө күренгәненә, тештәрен ҡыҫып, ыҫылдай-ыҫылдай:
– Урыныңдан тормай ғына, шыуышып ҡына мүкәйләп былайыраҡ кил! – тине.
Теге әллә аңлап бөтмәне, әллә бүтән иҫәбе бар ине. Тороп баҫырға уйланы. Етмәһә, ҡулын биленә табан шыуҙыра биреп ҡуйҙы. “Шурави”, бесәй нисек сысҡан өҫтөнә һикерә, шундай етеҙлек менән тегенең өҫтөнә һикереп, башына автомат төйҙәһе менән тондорҙо. Һаҡалтай ауып төштө. Ринат тағы ла уҫалыраҡ итеп:
– Мин әйттем бит, киҫкен хәрәкәт яһамаҫҡа! – тине.
Иҙәнгә йәйелеп төшкән чечендың уң ҡул һыртына шундай итеп автомат төйҙәһе эләкте. Хатта шытырҙап һөйәктәре һынғаны ла ишетелде. Быныһы әҙер инде. Был башҡаса, ҡулына ҡорал тота алмаҫлыҡ хәлгә килде. Тентеп тегенең билендәге пистолетын алып, үҙенең биленә ҡыҫтырҙы. Шулай уҡ хәнйәре лә бар икән, уныһын да алды. Уның салбар ҡайышын сисеп, ҡулдарын артҡа ҡайырып бәйләп ҡуйҙы. Әле генә үҙе бәйләп ташлаған бандит урынына өҫтәл артына сүгәләне лә тыныс ҡына:
– Ҡайһығыҙҙа тағы ҡорал бар? – тип һораны.
Икенсе йәш һаҡалтай һиҙелер-һиҙелмәҫ һелкенеп ҡуйҙы. Ринат уның да муйын тамырына автомат төйҙәһе менән тондорҙо. Теге ауып төштө. Уны ла, беренсе бандит кеүек, салбар ҡайышын сисеп бәйләп ташланылар. Етмәһә, Ринат тегеләрҙең салбарҙағы бар төймә-һәҙәптәрен киҫеп ташланы. Йорт хужаһына уйларға ирек бирмәйенсә психологик баҫым яһар өсөн шулай эшләне.
– Йә, абзый кеше, йорт-ерең иҫән-имен торһон, улың иҫән ҡалһын тиһәң, беҙҙе федералдар торған ергә саҡлы оҙатып ҡуйырға тура киләсәк. Ризамы?
Хужа көсөргәнештән тамағына килеп ултырған төйөндө йоторға тырышып көскә:
– Р..р..из. Р... Риза – тине.
“Шурави” ишекте һаҡлаған иптәшенә: – Баҙҙағыларға сығырға ярҙам ит. Ҡара уны, малайҙы һаҡлағыҙ! Ҡаса күрмәһен. Тауышы сыҡмаһын! – тине.
Малайҙы һаҡлағыҙ тигәндә, хужаның тертләп ҡуйыуын күреп:
– Улығыҙмы?
– Эйе, – тип башын ҡағып ҡуйҙы.
– Ә пистолетыңды өҫтәлгә ҡуйырға кәрәк!
– Эйе, эйе, – тип, ашыға-ашыға билендәге пистолетын өҫтәлгә ҡуйырға әҙерлеген күрһәтте.
Ҡартлас яңылыш саҡ ҡына шикле хәрәкәт яһаһа ла тегеләр кеүек иҙәнгә ауырын һиҙә ине. Шуға ла салбар ҡайышына ҡыҫтырылған ҡоралын күрһәтеп, свитерын ғына күтәрҙе. Ринат үрелеп уның да ҡоралын алды. Ул арала булмай, зиндан эсендәге тотҡон да килеп керҙе.
– Йортта тағы кемдәр бар?
– Киленем менән ҡыҙым һәм ҡатыным менән әсәйем.
– Улар ҡайҙа?
– Әсәйҙе йыуындыралар, ашарға бешерәләр.
Ринат башҡаса һүҙ бутҡаһы бешереп торманы, ваҡыты ул түгел. Йәһәт кенә иҙәндә ятҡан һаҡалтайҙарҙы УАЗ машинаһына сығарып һалдылар. Ышаныслыраҡ булһын өсөн, икеһен бергә тағы ҡуша бәйләп ҡуйҙылар. Малай менән ҡартласты ла машинаға ултыртып, юлға ҡуҙғалдылар. Ҡартлас алғы ултырғыста юл өйрәтеп барырға тейеш ине. Ринат ҡушыуы буйынса, юлда осраған чечен постарына ҡулын күтәреп, бабай сәләм биргеләне. Ҡартлас барыһын да ул ҡушҡанса үтәне. Юғиһә, был үҙ-үҙен аямаған бәндә, ике лә уйлап тормай, үҙе менән барыһын да шартлатырға мөмкин. Берәй сәғәттән тигеҙлеккә килеп сыҡтылар. Шуны ғына көткән кеүек, ҡояш та тауҙар артына кереп йәшеренде.
Ринат, нимәлер иҫенә төшөрөп:
– Был бандиттар ниңә килгәйне? – тип һорап ҡуйҙы.
Ҡартлас ниҙер уйланып бара ине. Бер ара өндәшмәй ултырҙы. Шунан уянып киткән кеүек:
– Һинең артыңдан килгәйнеләр. Хаттап ебәргән, – тип ҡуйҙы.
Эйе, ҡайһы саҡта ваҡиғалар үҙ яйына ғына аҡмай шул. Шул ваҡиғалар эсендә ҡайнаған кеше үҙе лә хәлдәрҙе кинәт генә икенсе яҡҡа бороп ебәрергә һәләтле. Беҙ шулай уйлайбыҙ ҙа ул. Имеш, бына минең арҡала барыһы ла икенсе яҡҡа боролоп китте тип. Ваҡиғалар ағышын үҙгәрттек тип, шатланабыҙ. Уңышһыҙ барып сыҡһа, ҡайғырған булабыҙ. Кем белә, әллә беҙҙең яҙмыштарҙы фәрештәләр шулай үҙгәртәме? Әллә, юғиһә, шайтан-иблистәр, туп уйнағандағы кеүек, беҙҙең тәҡдир йомғағы менән шулай уҫал тибешеп уйнайҙармы? Һис аңламаҫһың!.. Ринат шундай уйҙарға бирелеп барҙы. Алда ниндәйҙер ҙур ғына йылға. Йылғаның теге яҡ ярында бик ҙур ауылдыңмы, әллә район үҙәгенеңме, киске уттары күренде. Юл боролошонда ныҡлы нығытылған блокпост та тора икән. Ринат шлагбаум эргәһенә сығып баҫҡан кешеләрҙең үҙебеҙҙең һалдаттар икәнен шәйләп алды.
Ниһайәт, азатлыҡ. Ринаттың иптәштәре шул тиклем шатландылар. Тик ул ғына шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәне. Үҙҙәрен уратып алған һалдаттарға:
– Бына һеҙгә күстәнәс, – тип, машинала ятҡандарға күрһәтте һәм чечен йортондағы табындан алған бер табаҡ ит менән бәрәңгене тегеләрҙең береһенә тотторҙо. Машиналағы һаҡалтайҙарҙы бушатҡас, чечен ҡартына:
– Машина йөрөтә белһәң, машинаңды алып һыпырт бынан! Йөрөтә белмәһәң, йәйәүләп ҡайтырға тура килә. Ысҡын тиҙерәк! Телеңде теш артында ғына тот. Һүҙ һағыҙы сәйнәп йөрөмә!
Ҡарт, элекке шофер, машина йөрөтә белә ине. Машинаға ултырып тиҙерәк шылыу яғын ҡараны. Бер аҙ киткәс, туҡтап, Ринатты саҡырҙы:
– Эй, яҡшы кеше! Бер минутҡа мөмкинме?
Егет уның эргәһенә ғәҙәте буйынса автоматын әҙер тотоп барҙы. Белеп булмай ҡарттың башында ниндәй уй икәнен. Ҡарт кабина ишеген асып:
– Быныһы малайымдың һиңә бүләге. Улым, бир хәнйәреңде! Ашығып, ҡоралһыҙландырырға онотҡанһың. Ал, ал, яҡшы кеше. Ал!
Чечен ҡарты Ринатҡа улының бик тә зауыҡ менән биҙәлгән чечен кинжалын бүләк итеп ҡалдырҙы. Шулай ҡотолоп, үҙебеҙҙекеләр яғына ҡайттылар. Ринат бындай эштәрҙә шымарып бөткәнлектән, юлда үҙе менән зинданда ултырғандарға кем, нимә һәм ҡайһылай һөйләргә өйрәтеп ҡуйғайны. Әсирҙәр тик шуны ғына ҡабатланы.
Ринат үҙе, дүртенсе поста һаҡта торғанда һыуға барған ерҙә минаға шартлап контузия алдым, башҡаһын хәтерләмәйем дә инде, тигән легенданы ҡабатланы. Уның һүҙҙәрен тикшереп, төбөнә тоҙ ҡойорлоҡ түгел ине. Сөнки дүртенсе блокпостағыларҙан берәү ҙә иҫән ҡалмаған булып сыҡты. Егет ауыр контузиянан һуң хәтерен юйып, ара-тирә яңылышып китеүсе кешене оҫта итеп уйнаны. Госпиталгә оҙаттылар, унда ун биш көнләп тотҡас, ҡулына төрлө белешмә-ҡағыҙҙар тоттороп комиссовать иттеләр. Чечен һуғышында булған ваҡыты бына шулай тамамланды.
Госпиталдә алған белешмәләр һәм военкомат ярҙамында паспорт, башҡа документтар ала алды. Ринаттың яҙмыш йомғағы тыныс тормош юлынан үҙ яйына һүтелеп, әкрен генә тәгәрәй башланы. Өйләнде. Ғәҙәттәгесә, аҡса етмәү ауыр йөк булып йәш ғаиләнең тормош арбаһына менеп ултырҙы. Ауыр ине. Шул аҡса етмәгәнлектән Себергә сығып китте. Ҡайтҡан саҡтарында Өфөләге элекке Афған һәм Чечен һуғышында ҡатнашҡандар ойошмаһында ҡайһы бер яугирҙар менән дә дуҫлашып алды. Бер нисәһе менән йыл һайын кемдә лә булһа йыйылышып, үҙҙәренең һуғышта иҫән ҡалыуҙарын байрам итеп, үлгәндәрҙе иҫкә алып, табын ҡорорға вәғәҙәләштеләр. Ринат үҙе лә ике-өс тапҡыр йәй көнө иптәштәренең өйҙәренә барып, шул иҫкә алыу мәжлестәрендә ҡатнашты. Сират буйынса быйыл уларҙа – Таштүккәндә ултырырға тейештәр ине...
Өйҙә йәш ҡатын әҙерләнеп ҡунаҡтарҙы көтә. Ә Ринат юлда тотҡарланды. Эшенән уларҙы килеп алырға тейешле вертушка ваҡытында килмәне. Әле бына Өфөгә саҡ килеп төштө. Юлда саҡта ла әллә нисә тапҡыр ҡатыны ла, дуҫтары ла шылтыратып хәлен белделәр. Етмәһә, бер шуғы, яуыз шаярып:
– Ярай, ҡайтып тормаһаң да була инде, беҙгә бында һинең йәш ҡатының менән былай ҙа күңелле, – тип шылтыратып алды.
Юлда арып, алйып ҡайтып килгән Ринаттың бөтөнләй кәйефе юҡ ине. Инде былары тупаҫ шаяртып, нимә тип шылтыратҡан булалар бит? Эйе, һуңлап булһа ла ҡайтып етте ул был мәжлескә. Табын мул ғына әҙерләнгән. Күрәһең, ҡунаҡтар ҙа күстәнәстәр менән килгән. Бына шашлыҡ ҡыҙҙырырға ишек алдына сыҡтылар. Ҡыҙып алған ҡунаҡтарҙың береһе Ринаттың күңелен күтәрергә буламы, әллә башҡа ниәт менәнме:
– Ҡайтып етмәһәң, беҙ, күмәкләшеп, йәш кәләш менән мунсаға барырға уҡ әҙерләнгәйнек, – тип, ҡатындың биленә ҡулын һалды.
Ҡатыны ҡунаҡтың ҡулын биленән алып ташламаҡсы булып тегенең ҡулына һуҡты. Бына ҡунаҡ ҡатындың ҡулынан тотоп алды ла, икенсе ҡулы менән биленән ҡосаҡлап, артына баҫты һәм “ламбада” бейегәндәге кеүек хәрәкәттәр яһай башланы. Ҡатын ысҡынып китмәксе булып тартылды. Тик ҡунаҡ уны ныҡ тотҡайны. Шул ваҡыт Ринатҡа әллә нимә булды. Дүртенсе блокпостағы “Бармалей” ҡушаматлы урка хеҙмәттәше күҙ алдына килеп баҫты. Ул да бит уның Хәҙисәһен шулай артынан килеп тотоп, Ринатҡа мәсхәрәләргә ҡушҡайны. Әле лә шул уҡ хәл ҡабатлана түгелме һуң?! Ринат пантера тиҙлеге менән усаҡтан иттәр теҙелгән шампурҙы алып, тегенең ҡорһағына батырҙы. Был тамашаны ауыҙ йырып ҡарап торған икенсе ҡунаҡ Ринатты ҡосаҡлап алып тынысландырырға уйлағайны, усы менән уның боғаҙына яманы. Былай һуғыуҙы көтмәгән ҡунаҡ, салғы менән сабып ташлаған үлән шикелле, баҫҡан урынында гөрһөлдәп ергә ауҙы. Ҡунаҡ ҡосағынан ысҡынырға өлгөргән ҡатын нимә булғанын да аңлай алманы. Әле генә ҡатынын ҡосаҡлаған ҡунаҡ сайҡала-сайҡала Ринатҡа ҡаршы атлап:
– Һин нимә, братан? Шаярғанды ла белмәйһең? – тип килә башланы.
Ринат ул һүҙҙәрҙе ишетмәне лә. Үҙенә ҡаршы килгәнгә тағы бер ҡаҙарға әҙерләнде. Быны күреп, йәш ҡатын, ике араға кереп, ирен туҡтатмаҡсы булды. Тик һуң ине инде, шампур ҡатынға килеп ҡаҙалды. Ҡатын:
– Иҫәр! Ниңә улай эшләйһең? Улар шаяртмаҡсы ғына бит, – тип ирен ҡосаҡлап, ауыртыуға түҙә алмайынса, уның алдына теҙләнде.
Тағы бер нисә ҡунаҡ, был күренештән һуштары алынып, тиҙерәк өйгә кереп шылдылар. Юғиһә, уларға ла эләгә ине. Түҙеп торғоһоҙ ауыртыуҙан бөгәрләнеп, борғоланып ятҡан ҡатынын күреп, “шурави” айнып киткән кеүек булды. Бер аҙ ғына ҡатынына һәм ерҙә хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫтарына ҡарап торҙо һәм барыһын да аңланы!.. Ҡулындағы шампурҙы ситкә атып бәрҙе. Зиһене асылып: “Барыһы ла тағы яңынан ҡабатлана башланы...” – тигән уй һыҙылып үтте. Сыйылған патефон тәрилкәһендә бер үк һүҙҙәр нисек ҡабатланһа, уның да яҙмышы шулай ҡабатлана ла ҡабатлана. Шуны аңлап, баҡса артынан ғына башланған урманға табан яй ғына баҫып, көскә атлап китте. Башында тик бер уй: “Был гел ҡабатланған яуыз һәм аяуһыҙ сихырлы ҡулсанан нисек ҡотолорға? Ҡара яҙмышының туҡтауһыҙ әленән-әле бер һуҡмаҡтан әйләнеүен нисек туҡтатырға?” Аҙашҡан кеше лә бит әйләнә лә шул бер урынға килеп сыға, әйләнә лә шул бер урында бутала. Бар уларҙың урманында шундай урын. Бесән сабырға барғанда, шул тау эргәһенән үткән юлда нисек кенә яңылышмаҫҡа тырышһаң да, ошо шайтан тауын бер өс тапҡыр урамайынса, тау кешене үҙенең эргәһенән ебәрмәй. Ниндәй генә тәжрибәле кеше булмаһын, һәр ваҡыт шулай кешенең зиһене буталып, тауҙы бер нисә тапҡыр урап сыға. Енле, сихырлы урын...
Юҡ, яҙмыштың бер ҡулса кеүек әйләнеүен нисек тә туҡтатырға кәрәк! Икенсе юл, икенсе һуҡмаҡҡа нисек баҫырға? Был серле шайтан тауы эргәһендәге юлда буталған кеүек, бер туҡтауһыҙ урап йөрөү булырға тейеш түгел бит инде! Юғиһә, кешеләргә тағы ла әллә ниндәй ҡот осҡос бәлә-ҡайғылар алып килеүең бар. Бер кемгә лә үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнеңде иҫбатлай алмайһың. Барыһына ла ошо ҡәһәр һуҡҡан һуғыш-контузия ғәйепле. Кемдәр, ниндәй ҡомһоҙҙар уйлап сығара һуң уны?!
Их, шул Афған һуғышы булмаһа! Нисә тапҡыр үлемдән ҡалып, нисә тапҡыр контузия алды бит. “Шурави” шуларҙы уйлай-уйлай, алдында ҡуйыра барған томанға урала башланы. Үҙе атлай, үҙе ҡуйы томанға урала...
Нәҡ ошо минутта мәңге тотолмаҫ тип иҫәпләнгән Хайрулло-Хаттап та үлемесле яраланып, әжәл менән яғалаша ине. Әле аңын юғалта, әле иҫенә килеп, бер туҡтауһыҙ һаташа башланы. Шул миҙгелдә уның күҙ алдына теге үҙен Ринатулла тип атаған әсир бар булмышы менән килеп баҫты.
“Мин үлһәм, һин дә үләһең”, – тигән һүҙҙәре, әле генә әйтелгән кеүек ҡолағында туҡтауһыҙ яңғырап, ҡабатлана башланы. Һәм ул, үҙенең көтөү көткән сағында яраланып йығылғас, кафыр һалдаттың береһе маңлайына калашкаһын төбәп атырға йыйынғанда уны ҡотҡарып ҡалған “шурави” – Ринатулланы иҫенә төшөрөп уны таныны. Эйе, ул Ринатулла ине. Улар менән Пакистан сигенә ҡорал һатып алырға барғанда бергә барҙылар. Бына кем булған икән ул! “Шурави” барыһын да белгән. Әллә булмаһа, ул да йәрәхәтләнеп, үлем менән тартҡылашамы? Моғайын, шулайҙыр...
Хайрулло-Хаттап үҙен-үҙе белмәй:
– Шурави, үлмә! – тип аҡырып ебәрҙе. Ауыр тын ала-ала:
– Һин үлһәң, миңә лә яҡты донъя менән һаубуллашырға тура киләсәк бит. Үлмә! Әйҙә бергә йәшәйек! Бергә булайыҡ! – тип үҙенең пуштун телендә ҡысҡырырға тотондо. – Ринатулло, үлмә! Мин дә өйгә ҡайтырға булдым. Үлмә!!!
Эргәһендәге чечен боевиктары Хаттаптың нимә ҡысҡырғанын аңламанылар. Улар һораулы ҡараштарын тылмасҡа төбәне. Ул инде елкәһен генә һикертеп ҡуйҙы ла:
– Һеҙҙең менән һаубуллаша, – тине.
Хаттап тағы һаташыуға күсеп:
– Мин башҡаса һуғышмаҫҡа ант итәм! Шурави үлмә! Үл..м..мә! Бүтәнсә һуғышмайыҡ. Шурави! Шура...ав..ии!..
Ә Ринат был ваҡытта алдында ҡуйыра барған йәбешкәк томан эсенә бөтөнләй инеп киткәйне...
Аҙағы.
Өфөлә йәшәүсе Ғафури егете В.Р. һөйләгәндәргә таянып яҙылды.
Татарсанан Луиза Кирәева тәржемәһе.