Яңы йылдың тәүге һанында тышлыҡты Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бейеүсеһе Лилиә Усманова биҙәй. Талантлы ҡыҙ хаҡында “Бейеү өсөн генә яралған ул...” тигән әңгәмәлә танышырға мөмкин. Баҫманың был һанында ла өлгөлө йәштәр хаҡында фәһемле мәҡәләләр, мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр бар. Рәзинә Зәйнетдинованың “Вахтовик Наҙгөл”, Венер Исхаҡовтың бөгөн МХО-ла батырҙарса алышҡан Илнур Ғөбәйҙуллин хаҡында “Ҡурайҙы ҡоралаға алмаштырып” тигән яҙмалары донъя күргән. Гөлдәр Ғәбитованың “Шәрифә” исемле повесын да тетрәнеп уҡымау мөмкин түгел. Фәриха Вәлиуллинаның “ Йәйғорло күпер” хикәйәһе лә уйға һала... Йә, ярай, бөтәһен дә һанап тормайыҡ. Тағы ла нимәләр барлығын журналды ҡулығыҙға алғас үҙегеҙ күрерһегеҙ.