Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Март , 20:50

Әртис мине алданы

Унан һуң байтаҡ йылдар үтте. Оҙон йырсыны телевизорҙан күргән һайын шул үтәлмәгән бурысы иҫкә төшә. Хәҙер ул халыҡ артисы дәрәжәһенә етеп, теартҙа уңышлы эшләп йөрөй. Шөкөр, дин юлына баҫҡан тип тә беләм. Уңыштары өсөн, әлбиттә, ҡыуанам. Әгәр ҙә шул әртис яҙманы уҡыһа, минән күп сәләм. Исемен яҙып тормайым, маҡсатым уны рисауай итеү түгел”.

Әртис мине алданы
Әртис мине алданы

Редакцияға Әбйәлил районынан хат килеп төштө. “Ҡәҙерле редакция, – тип башланғайны был сәләм хаты. – Һеҙгә күптән күңелемде өйкәп йөрөгән хәл тураһында яҙырға булдым әле. Ул ваҡытта мин бер ауылда клуб мөдире булып эшләй инем. Көндәрҙең береһендә ауылға яңы популярлыҡ яулай башлаған эстрада йырсыһы, үҙе драма артисы концерт менән килде. Оҙон буйлы, үҙе ҡурайсы, үҙе алып барыусы, үҙе шаян актерҙы  ҡуш ҡуллап ҡаршы алдыҡ, хәлдән  килгәнсә концертты ойошторорға ярҙам иттем. Концерт шәп үтте, халыҡ гөрләтеп ҡул сапты. Тик бына әртис егеттең хәтере насар  булып сыҡты.  Мәғлүм булыуынса, әртистәр клубты ҡуртымға алған өсөн концерттан алған  килеменән  аҙ ғына бер өлөшөн клубҡа ла түләргә тейеш. Оҙон әртис: “Аҙаҡ түләрмен, аҙаҡ”, – тип йөрөнө лә онотто ла ҡуйҙы. Үҙенә әйткәйнем: “Ярай, ҡайтҡас, яйлап күсерермен”, – тине.  Аҙаҡ телефонын бөтөнләй алмай башланы. Әртис аҡсаһын түләмәне тип ултырып булмай бит инде. Тейешле сумманы районға үҙемдең кеҫәнән сығарырға тура килде.

   Унан һуң байтаҡ йылдар үтте. Оҙон йырсыны телевизорҙан күргән һайын шул үтәлмәгән бурысы иҫкә төшә. Хәҙер ул халыҡ артисы дәрәжәһенә етеп, теартҙа уңышлы эшләп йөрөй. Шөкөр, дин юлына баҫҡан тип тә беләм. Уңыштары өсөн, әлбиттә, ҡыуанам. Әгәр ҙә шул әртис яҙманы уҡыһа, минән күп сәләм. Исемен яҙып тормайым, маҡсатым уны рисауай итеү түгел”.

Фото: istockphoto.com

Автор:
Читайте нас