Мәҙәниәт
9 Апреля , 11:20

Туйсиндар ғаиләһендә ауыр ҡайғы

Туйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! Айнурҙың йәне йәннәт түрендә булһын! 

Туйсиндар ғаиләһендә ауыр ҡайғыТуйсиндар ғаиләһендә ауыр ҡайғы
Туйсиндар ғаиләһендә ауыр ҡайғы

Республикала ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә Туйсиндарҙы белмәгәндәр һирәктер. 11 балалы Туйсиндарҙың йыр-моңға ғашиҡ, ҙур, татыу ғаиләһенән бихисап таланттар сыҡҡан. Ғөмүмән, был ғаиләлә йырламаған кеше юҡ, тип белә яҡташтары. Был көндәрҙә Туйсиндар ауыр ҡайғы кисерә. "Иң бәләкәйебеҙ, 1982 йылғы ҡустыбыҙ,  Айнурыбыҙ ҡапыл вафат булды, - ти уларҙың иң өлкән апайҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә ТУЙСИНА. Уға 43 кенә йәш ине. Матур донъяларға ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине. Ике балаһы етем  ҡалды. Ваҡытында Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына ҙур конкурстан үтеп уҡырға ла ингәйне. Тыуған яғын һағыныуҙан үҙебеҙгә ҡайтып, Сибай сәнғәт училищеһын тамамланы, таланты егет ине..." 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас