

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров “Февраль. Буран” спектаклендәге Рәми, “Хыялға ҡаршы”ла – Ильяс, “Ҡара йөҙҙәр”ҙә – Закир һәм башҡа сағыу, бер-береһенә оҡшамаған ролдәре аша, әле саҡ утыҙ бише тулыуға ҡарамаҫтан, күптән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән. Улай ғына түгел, Артурҙы күптәр йырсы булараҡ та белә. Үҙе яҙған йырҙарын гитарала өҙҙөрөп башҡарған ижадсы үҙенсәлекле концерттарында зал тултырып тамашасы йыя.
– Һинең тап әлеге Артур Кәбиров булыуыңда нимәләр, кемдәр, ниндәй ваҡиғалар сәбәпсе?
– Бала саҡтан сәхнәлә үҫтем. Бейенем, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнаным, етенсе класта гитара сиртергә лә өйрәндем. Яҡын дуҫтарым ҡырға уҡырға китеп бөткәс, миндә лә ситтә белем алыу теләге уянды. Әмәлгә ҡалғандай, ауылға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатынан уҡыусылар йыйыу маҡсаты менән комиссия килеп төштө.
Һынауҙарҙы уңышлы үткәс, әсәйем менән атайыма әйтәм: “Мин уҡырға индем!” “Ярай, улым, маладис!” – тинеләр ҙә шуның менән бөттө. Улар, баҡтиһәң, мине ошолай йөрөр ҙә яйлап ҡырға уҡырға китеү теләгенән һүрелер, ауылда ҡалыр, тип уйлаған. Ниәтемдән баш тартманым. Шулай итеп, мине Өфө ҡаршы алды. Гимназияла уҡыған ваҡытта гитара менән мауығыуым артты, “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин менән интернатта коридорҙа йыш уйнап йырлар инек, концерттар ҙа ҡуйҙыҡ.
11-се класта уҡыған осорҙа актер булараҡ гимназия сәхнәһенә сыҡтым. Рәми Ғариповты уйнаным, әммә ул ваҡытта актер булам тигән уй ике ятып бер төшөмә лә инмәй ине.
Гимназияны тамамларға ваҡыт еткәс, Мәскәүҙәге М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһынан комиссия килеп төштө.
“Барып үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!” – тинеләр. Хәтеремдә, унда “Дәрүишхан” төркөмөнөң “Урал байлығы” йырын гитарала уйнап башҡарҙым һәм Рәми Ғариповтың “Надяға” шиғырын һөйләнем. Беҙҙең әле сығарылыш имтихандары ла булмаған, ә мин юғары уҡыу йортона уҡырға индем, атай-әсәйем белмәй ҙә ҡалды.
Ауылға ҡайттым, әсәйем һорай: “Улым, аттестатың ҡайҙа?” Имтихандарҙы бирә алмай ҡайтҡан икән, тип ҡурҡҡандар. “Мин Мәскәүгә уҡырға китәм”, – тигәйнем, ултыра төштөләр (көлә – авт.). Минең үҙһүҙле икәнемде белһәләр ҙә, атай ипләп кенә: “Улым, бәлки, бармаҫһың”, – тип әйтеп ҡараны. “Нисек инде, Мәскәү һынлы Мәскәүгә уҡырға ин дә, барма”, – тип яуапланым.
2002 йыл. Юлдар мине Мәскәүгә илтте, беренсе тапҡыр поезда барыуҙар, баш ҡала урамдарынан үтеүебеҙ, уҡытыусыбыҙ Рәсимә Ураҡсинаның беҙҙе себештәре кеүек ҡанаты аҫтында ғына өйөрөп алып йөрөтөүе... Беҙҙең башҡорт курсын ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Башҡалар инеп, беҙгә кире тәьҫир итмәһен өсөн, тимер ишек ҡуйҙылар. Башта унда ағас ишек тора ине, параллель курстан бер егет килеп уны емерҙе лә: “Башкиры! Вы свободны!” – тип ҡысҡырҙы. Беҙгә, башҡорттарға, ауырыраҡ тура киләсәк, милләт-ара аңлашылмаусылыҡтар тыуасаҡ тигән шиктәр башта булһа ла, аҙаҡ улар юҡҡа сыҡты – бер ҡасан да үҙ-ара ыҙғышып йөрөмәнек, дуҫлыҡ тантана итте.
Рок-музыкаға һөйөүем тап Мәскәүҙә яралғандыр, тип уйлайым. “Бункер” исемле клубта төрлө төркөмдәрҙең сығышын ҡарарға бара, “Наше радио”ны тыңлай торғайным.
– Рок йүнәлешендәге тәүге тапҡыр тыңлаған төркөмдәрең?
– “Ҡышҡы йәйғор”, “Рух”, “Дәрүишхан”, рус рок-музыкаһынан “Крематорий”.
– Щепкин исемендәге училищены тамамлап, Өфөгә ҡайттың, тура Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына эшкә алдылар...
– Эйе. Мәҙәниәт министрлығына саҡыртып, беҙҙе театрҙарға тәғәйенләнеләр.
– Академия драма театры республикала төп театр һанала, шуға күрә маҡсатлы рәүештә уға эләгергә ынтылдыңмы?
– Шулайҙыр ул. Мәскәүгә китер алдынан бер туған апайым, минең менән шул театр алдына барып тороп, доға ҡылғайны. Үҙем дә ер аҫты юлдарында торған теләнселәргә ошо ниәтем тормошҡа ашһын, тип хәйер бирә инем.
– Шәхсән үҙем һине башта актер булараҡ астым. Ә үҙеңде күберәк кем тип ҡабул итәһең – актермы, әллә йырсымы?
– Ниңәлер үҙемде бөтөнләй йырсы тип һанамайым. Мин – актер, ә актер кеше барыһын да эшләй белергә тейеш. Йырҙарым – үҙ фекерем менән уртаҡлашыу сараһы. Сәхнәлә йырҙар менән сығыш яһаһам да, концерт ҡуйһам да, актер булып ҡалам, сөнки ниндәйҙер тарихты үҙем аша үткәрәм.
– Театр сәхнәһендә актер булараҡ тәғәйен ролде башҡараһың. Әйтәйек, шул уҡ театр сәхнәһендә концерт менән сығыш яһағанда, үҙ-үҙеңде уйнайһың, тарихыңды һөйләйһең... Ҡайһыһы еңелерәк, ҡайһыһы ауырыраҡ?
– Сәхнәлә үҙ асылыңды ярып һалыу рәхәтерәк, әлбиттә.
– Был осраҡта “Мине аңламаҫтар, ҡабул итмәҫтәр” тигән ҡурҡыу булмаймы? Күңелеңде асып һалыу, күңел менән шәрә тороп ҡалыу ҡыйын булырға тейештер ул...
– Киреһенсә, миңә үҙем тураһында бәйән итеүе еңел. Тамашасы мине нисек бар, шулай ҡабул итә. Яңылышып киткән мәлдәр ҙә була, ә спектаклдә хаталанырға ярамай бит.
Күңелеңде асып һалаһың – быға яуапҡа тамашасы үҙ хис-тойғоһон бүләк итә.
– “О, ниһайәт!” тип сәхнәгә сығып, күңелеңә ятҡан тәғәйен ролең бармы?
– Ғөмүмән алғанда, барлыҡ ролдәремде лә яратам. Улар араһында ыңғайҙары ла, киреләре лә осрай. Актер – үҙ образының адвокаты, ул кире ролдәрен дә аҡларға тейеш. Насар тип һаналған кеше үҙе хаҡында “ҡырын юлдан барам” тип уйламай бит, үҙен хаҡлы тип һанай.
– Һуңғы йылдарҙа һин “Ҡош юлы” фестивалендә күренмәйһең. Ваҡытың юҡлыҡҡа бәйлеме был? Барып сығыш яһарға йыйынаһыңмы?
– Эйе, ваҡыт етмәйерәк тора. Әлбиттә, барырға теләк бар. Унда бит бөтөнләй икенсе донъя – тәбиғәт, иркенлек, рух...
– Йырсы булараҡ ижадыңа күҙ ташлағанда, уны шиғриәтле моң тип атағы килә. Концерттарыңда йырҙар араһында шиғырҙар уҡыйһың, һәр йырыңдың һүҙҙәре – әҙер шиғыр, шағирҙарҙың ижад емештәренә лә көйҙәр яҙаһың. Йырҙарҙа үҙәккә үткес, моңло, һәйбәт көй булып та, һүҙҙәрендә мәғәнә тойолмаҫҡа мөмкин, ә бында – айырым тарих, айырым шатлыҡ, айырым ғазап... Шулай булғас, яратҡан шағирҙарың етерлектер. Кемдәр улар?
– Башҡорт әҙәбиәтендә – Рәми Ғарипов, рус әҙәбиәтендә – Сергей Есенин. Рәми ағайҙың шиғырҙарына йырҙар яҙыуы ауыр миңә.
– Ә бармы улар?
– Эйе, “Ҡаҙҙар” тигән шиғырына көй яҙҙым, бер ҡайҙа ла сыҡмаһа ла, “Именлек һөрәне”нә лә йыр яҙылған.
– Башҡорт рок-музыкаһына ҡарашың нисек?
– Мине был өлкәлә бер һорау борсой: ниңә беҙҙекеләргә Рәсәй кимәленә сығып ҡарамаҫҡа икән? “Мгзавреби” тигән грузин төркөмөнөң концерты булды Өфөлә, бөтә программанан рус телендә ике йыр йырланылар, ҡалғаны – туған телдәрендә. Ә күңелгә ята бит! Беҙҙекеләр ҙә был йәһәттән булдыра алыр ине.
– Ә бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Ижадты дөрөҫ, кәрәкле йүнәлештә тәҡдим итергә, радиостанцияларға йырҙар ебәреү менән шөғөлләнергә кәрәк.
Айгөл ҒӘБИТОВА.