

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы Илсөйәр Ғәзетдинова. Уның яҙмышы – сәнғәт донъяһына хеҙмәт итеү, яратҡаны – Театр ғали йәнәптәре, теләгәне – сәхнә, үҙенә әйләнеп ҡайтҡаны – тамашасылар рәхмәте, ҡайнар алҡыштары. Матур ҡатын-ҡыҙ, наҙлы Әсә, театрҙа бәхетле яҙмышын тапҡан ижадсы ла ул Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы. Йәмле майҙа актриса ҙур юбилейын – 75 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан сәхнә оҫтаһы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Мин гүзәл тәбиғәтле, уңған халыҡ йәшәгән Дүртөйлө районы Исмаил ауылында тыуып үҫтем. Үҙемде белгәндән алып актриса булырға хыялландым. Әнейем Өфөлә рабфакта Кәтибә Кинйәбулатова, Мостай Кәрим менән бергә уҡыған. Кистәрен күренекле актер һәм режиссер Рифғәт Фәйзи етәкләгән театр түңәрәгендә шөғөлләнгән, костюмдарҙы Башҡорт драма театрынан алғандар. Ул ваҡытта әнейем ҡыҙының ошо театрҙа эшләрен күҙ алдына ла килтермәгәндер. Рабфактан һуң ул педагогия институтының немец теле факультетына уҡырға инә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хеҙмәт юлын 22 йәшендә Исмаилда немец теленән уҡытыусы булып башлай, һуғыш бөткәс, уҡыуын тамамлап ҡуя.
Әтейем, һуғыштан ҡайтҡас, пенсияға тиклем бригадир, ферма мөдире булып эшләне. Дүрт класс ҡына белеме булһа ла, бик башлы ине. Кешелекле, йор һүҙле булды, йырларға яратты, тормош күренештәрен юморға әйләндереп һөйләп, кешенең күңелен күтәрә белде. Әсәйем үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнашып, мәктәптә лә ижади сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәне. Әтейем менән әнейем беҙҙе тормошто яратырға, эшһөйәр булырға, тирә-яҡтағыларҙың яҙмышына битараф булмаҫҡа, кешенең ҡайғыһын ғына түгел, шатлығын да уртаҡлаша белергә өйрәтте. Йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, ғүмер буйы уларҙың: “Таш менән атһалар ҙа, аш менән атығыҙ”, – тигәндәрен иҫтә тотоп йәшәйбеҙ.
– Тимәк, һеҙ әсәйегеҙҙең хыялын тормошҡа ашырғанһығыҙ?
– Шулай тиһәң дә була. Әнейемдең дә артислыҡҡа барырға теләге ҙур була, әммә дәү әнейем, дини кеше булараҡ, ҡаршы булып, уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлай. Мине лә үҙе һымаҡ уҡытыусы йә табип булыр тип өмөт итә ине.
– Әсәйегеҙ актриса булырығыҙға фатиха бирҙеме һуң?
– Ҡайҙан инде! “Артистар гел юлда, гастролдә, күбеһенең ғаиләләре юҡ”, – тип, ул мине был һөнәрҙән ҡурсалай торғайны. Рәссам булам, тип уны ышандырҙым. Бәләкәй кластарҙан уҡ мин бик ҡыйыу һәм шуҡ инем. Бар яҡлап та активист булдым һәм мәктәпте тамамлағанда үҙаллы тормошҡа әҙер инем, сөнки уҡығанда мин староста ла, отряд, дружина советы рәйесе лә, мәктәп стена гәзитенең рәссамы ла, мөхәррире лә, ә өлкән кластарҙа пионервожатый, комсомол эштәрендә лә актив булдым. Уҡыуҙар тамамланмаҫ элек, һуңлап ҡуйырмын тип ҡурҡып, документтарымды алдан Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә тапшырһам да, өйҙәгеләр мине рәссамлыҡҡа уҡырға бара тип уйланы. Һуңынан ғына, уҡырға ингәс, дөрөҫөн әйттем.
– Өфө сәнғәт училищеһына һеҙ татар мәктәбен бөтөп килгәнһегеҙ, башҡортса өйрәнеү ҡыйын булдымы?
– Бер тапҡыр “һамауыр” тип, икенсе тапҡыр “һыйырсыҡ” тип әйткәндән һуң, бөтә курс гөр килеп көлгәс, үҙемде ҡулға алып, ике аҙна эсендә арыу ғына һөйләшергә өйрәндем. Һуңынан хатта Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем – телде тәрәндән өйрәнеү теләге көслө ине.
– Тамашасылар алдына ҡасан сыҡтығыҙ?
– Училищела уҡығанда төрлө ижади кисәләрҙә шиғырҙар уҡый инем, шунда күреп ҡалдылар ҙа инде: икенсе курста уҡығанда уҡ әҙәби кисәләргә, концерттарға алып барыусы итеп саҡыра башланылар, һуңынан хөкүмәт концерттарында конферансье булараҡ Мәскәүгә, Ҡарағалпаҡ Республикаһына, Екатеринбургка, башҡа тарафтарға делегация составында барҙым.
– Башҡорт академия драма театры менән тормошоғоҙ ҡасан бәйләнде?
– Студент булып киткәс, икенсе курста күмәк сәхнәләргә лә индерә башланылар. Икенсе курсты бөткәс, 1970 йылдың йәйендә С. Поварисовтың “Кәрлә йондоҙ” спектакле менән гастролгә сығарҙылар. 1971 йылдың көҙөндә, дүртенсе курста уҡығанда Р.В. Исрафилов Ғәлиәбаныу роленә саҡырҙы. Уҡыуымды ла дауам иттем, театрға репетицияларға ла йөрөнөм. Бөгөн дә хәтерҙә – тәүге тапҡыр 1972 йылдың 5 апрелендә Ғәлиәбаныу булып сәхнәгә сыҡтым. Спектакль 20 йыллап сәхнәлә барҙы, артабан да 50 йәшемә еткәнсе концерттарҙа һәм осрашыуҙарҙа айырым сәхнәләрен уйнап йөрөнөм.
– Ғәлимәгеҙҙе лә оҙаҡ йылдар уйнағанһығыҙ…
– Оҙаҡ йылдар тип әйтә алмайым, дүрт-биш йыл репертуарҙа барҙы. Әммә был образ да яҙмышымда ҙур роль уйнаны. Һуңғы тапҡыр 60 йәшемдә М. Ғафури музейында уҙған сарала уйнаным. 1980 йылда мин БДУ-ны тамамлағанда, Ғ. Әмири һәм В. Ғәлимовтың М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”енә яҙған инсценировкаһына нигеҙләнеп, профессор М. Ғәйнуллин етәкселегендә “Инсценировка-жанр” тигән темаға диплом эшен яҙҙым. Шул уҡ йылда ошо драмала Ғәлимәне уйнаным – былар миңә яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем.
2014 йылда “Ҡара йөҙҙәр” йәнә сәхнәгә сыҡты, был юлы инсценировкаһын Айрат Абушахманов менән Шәүрә Ғилманова яҙҙы, режиссер миңә Ғәлимәнең әсәһе – Хәмиҙә ролен бирҙе. 34 йыл үткәс, йәнә ошо әҫәр менән осраштым. Йәшлегемдә уйнаған героиняларға бәйле спектаклдә йәнә бер тапҡыр ҡатнашыу ҡанаттар ҡуя, илһамландыра, көс-дәрт өҫтәй.
– Яратып уйнаған сиған ҡыҙы Маша һеҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөй, тиһәк тә була… Биш йыл элек юбилей кисәгеҙҙә лә ошо ролегеҙ менән сәхнәгә сыҡтығыҙ бит.
– Маша роле – тамашасыларҙың миңә булған иғтибарын, ихтирамын көсәйткән ижади эшем. Л. Толстой әҫәре буйынса “Тере мәйет” спектаклен 1984 йылда В. Сәйфуллин ҡуйҙы. Бына була икән шундай образдар: “Мин – һинеке!” тип ҡысҡырып торған һымаҡтар. Ролде биргәс, баҙап та ҡалдым, сөнки тормошта романстар йырламайым. Был образды эшләгәндә, моғайын, “ҡара тырышлығым” еңеп сыҡҡандыр: баҙарға барып сиғандарҙан һүҙҙәр яҙып алып, бейеүсе Гүзәл Маминанан бейеү хәрәкәттәрен өйрәнеп йөрөгәндә, филармонияға сиғандар төркөмө килде. Улар менән танышып, концерттарын ҡарап, баҙарҙа уларса яҙып алған һүҙҙәрҙе дөрөҫләп әйтергә өйрәнеп, рәхәтләнеп эшләнем һәм уйнаным ошо спектаклдә. Был ролем миңә ҙур уңыштар килтерҙе. Матур-матур ролдәр уйнатҡаны өсөн Вәзих Кашап улына бик рәхмәтлемен.
– Артистың яҙмышы режиссер ҡулында, тиҙәр?
– Әлбиттә! Илле йылға яҡын эшләү дәүеремдә бихисап режиссер менән эшләнем, уларҙың һәр ҡайһыһының – үҙ йөҙө, эшләү алымы һәм ҡарашы. Вәли Ғәлимов, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов, Шамил Рәхмәтуллин, Вәзих Сәйфуллин, Ғабдулла Ғиләжев, Азат Нәҙерғолов, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Михаил Рабинович, Айрат Абушахманов, Рөстәм Хәкимов, Илнур Муллабаев, Азат Йыһаншин, Илдар Вәлиев, Олег Ханов ҡуйған спектаклдәрҙә уйнаным.
– Һеҙ – бәхетле актриса, Илсөйәр Ибраһим ҡыҙы, йөҙҙән ашыу роль башҡарғанһығыҙ! Бөгөн уларҙың ҡайһыһын яңынан уйнар инегеҙ?
– Барыһын да тиерлек! Бөгөнгө ҡайһы бер ролдәремде онотоп ебәрһәм дә (йәш үҙенекен итә, шуға ике көн алдан ҡабатлайым), йәшлектә яратып уйнағандарын ете төн уртаһында уятып һораһалар ҙа, түкмәй-сәсмәй һөйләрмен кеүек…
– Ә оҡшамаған ролегеҙ бар инеме?
– Ибраһим Абдуллиндың “Төштәр оҙон булмай” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә иркә, эш рәте белмәгән ҡала ҡыҙы образы бирелде. Колхозсы ғаиләһендә тыуып, ауыр эштәрҙе лә эшләп үҫкән алаптай (ҙур) кәүҙәле булғас, был ролде тәбиғәтем ҡабул итә алманы. Һәр сәхнәгә тамашасы алдына ҡыйынһынып сыға инем – “был ролгә һин бармайһың” тип бармаҡ төртөп күрһәтерҙәр кеүек тойолдо… Аллаға шөкөр, ул ролде оҙаҡ уйнаманым.
– Йәш героиняларҙы башҡарып йөрөгәндән һуң әсәйҙәргә, оло йәштәге образдарға күсеү ҡыйын булманымы?
– Ул осорҙо актрисалар ауырыраҡ кисерә. Ә мин “майланған ҡоймаҡ һымаҡ” күстем. Режиссер А. Нәҙерғолов ҡуйған М. Кәримдең “Киске табын”ында – әсә образы Йәннәт, студент саҡтан уҡ хыялланған “Айгөл иле”ндә Зөлхәбирә һәм С. Латиповтың “Көнләш, Америка, көнләш!”ендә Нәфисә кеүек ролдәрем менән әсәйҙәр, оло йәштәгеләр образына индем. Һуңынан режиссер Айрат Абушахманов мине ошо йәштәге образдарға “нығытып” ҡуйҙы. Шуныһын әйтергә кәрәк, роль уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, беҙҙең быуын – “65+”тәге ҡыҙҙар сәхнәлә “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡара!
– Ә шулай ҙа артистарға ролде күпме бирһәң дә, уларға аҙ һымаҡ, тип тә әйтәләр бит. Хыялда ғына ҡалған ролдәр бармы?
– Бар, әлбиттә. Мин Кручининаны (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”) уйнарға хыялландым, Анна Каренинаны… “Ай тотолған төндә”лә Зөбәржәт менән Шәфәҡте башҡарғандан һуң, Тәңкәбикәне лә ижад иткем килә… Беҙ режиссер ҡулына ҡарап торабыҙ, артистар үҙ яҙмышын үҙе яҙа алмай. Әммә шулай ҙа миңә бәхет йылмайҙы: хыялымда йөрөткән К. Тинчуриндың “Зәңгәр шәл”ендәге Мәйсәрәне, М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендә Аҡйондоҙҙо уйнаным. Бер нисә йыл элек Хоҙайым тағы бүләк ебәрҙе – 2012 йылда сәхнәбеҙ түренә Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ы күтәрелде. Огудалованың миңә бирелгәнен аяҙ көндә йәшен йәшнәгән кеүек ҡабул иттем. Классикаларҙа күп уйнаным тип маҡтана алмайым, уйнарға өмөтөм дә бик үк юҡ ине. Был ролде ышанып тапшырғаны өсөн спектаклдең режиссеры Олег Хановҡа рәхмәт.
– Илсөйәр апай, биш йыл элек һеҙҙең ижадығыҙға арналған китабығыҙ донъя күрҙе, ул “Ағиҙел ҡыҙы” тип атала…
– Эйе, мәктәп йылдарынан уҡ мине “Ағиҙел ҡыҙы” тип йөрөттөләр. Бала сағым Ағиҙел буйҙарында үтте. Яр буйына баҫып, йөҙөп үткән кәмә, баржа, пароходтарға яулығымды болғап, сәләмләп ҡаршы алып-оҙатып ҡала инем. Бер мәл баржа аҫтына эләгә яҙҙым. Ярҙа торғандар ҡысҡыра, йүгерешә башлағас, аңғарып ҡалып, йәһәт кенә ситкә йөҙҙөм…
– Ғаиләгеҙ тураһында ла ишетке килер ине.
– Тормош иптәшем Рәйес менән дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәс ҡауыштыҡ. Икебеҙ ике һөнәр кешеһе булһаҡ та, бер-беребеҙҙе аңларға тырыштыҡ. Рәйесемдең яҡшы яҡтары минекенә ҡарағанда ла күберәк. Театр мөхитенән бөтөнләй йыраҡ урында эшләгәненә ҡарамаҫтан, һөнәремде ихтирам итте. Бергә йәшәүебеҙгә сентябрҙә 45 йыл тула – күҙ асып йомғандай ҙа булманы кеүек.
Иҫ китмәле татыу ғаиләгә килен булып төштөм, миңә әнкәй менән әткәй һәр ваҡыт үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡараны. Уларға татыу йәшәгәнебеҙ, йөрәк йылыһын йәлләмәгәндәре өсөн ғүмерем буйы рәхмәтле булдым. Алдарында мин килен вазифаһын 200 процентҡа үтәнем, тип ғорурланып әйтә алам. Әнием менән әнкәй: “Үҙең кеүек уңған килен тура килһә ярар ине”, – тип теләнеләр. Теләктәре тормошҡа ашты – киленем үҙемдән дә уңған һәм етеҙ. Рәйесем менән улыбыҙ Илгизгә, киленебеҙ Лилиәгә, ейәнебеҙ Илнар менән ейәнсәребеҙ Лианаға терәк булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын ине.