

"Гөлназ Асаева һеҙҙең барығыҙҙы ла алданы, бер ниндәй ҙә ярҙам булманы".
Йырсы ғәйебе менән аварияла зыян күргән бейеүсе ҡыҙ шулай һөйләгән. Был хаҡта ул "Честный репортаж" порталына белдергән. Юл-транспорт һәләкәте 28 февралдә үк булған ине. Ул Гөлназ Асаева ғәйебе менән теркәләр. Кешеләр зыян күрҙе. Артистар үҙҙәре лә, башҡа машинала килгән өлкән йәштәге пар ҙа. Әгәр ҙә пенсионерҙарға ниндәйҙер ярҙам булһа, Асаева үҙҙәре тураһында онотҡан булып сыға. Был йырсы төркөмөндәге бейеүсе ҡыҙға ҡағыла. "Мин оса һөйәктәре һәм күкрәк ситлеге имгәнгән хәлдә дауаханаларҙа 3 айға яҡын яттым, башта Бәләбәйҙә, унан һуң Ҡазанда РКБ-ла һәм хәрби госпиталдә. Дауахананан 13 майҙа ғына сыҡтым. Ике ай йөрөй һәм ултыра алманым. Шул ваҡыт эсендә Асаева ханым бер ниндәй ҙә ярҙам тәҡдим итмәне. Ул эшләгән берҙән-бер нәмә - төркөмдән алып ташланы. Мин бер нисә тапҡыр аҡса мәсьәләһен тыныс ҡына хәл итергә тырышып ҡараным, ләкин Гөлназ баш тартты һәм судҡа мөрәжәғәт итеүҙе һораны, сөнки уның минең өсөн аҡсаһы юҡ. Дауахананан сыҡҡандан һуң беҙ Бәләбәйгә барҙыҡ һәм зыян күреүселәр исемлегендә минең юҡлығым асыҡланды - мин шаһит булып һаналам", - тип белдергән зыян күреүсе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул башта был хаҡта һөйләргә теләмәгән. Ләкин Асаева яғынан ошо хәл килеп сыҡҡас, ахырғаса барырға ҡарар иткән.