

Ҙур күҙле, етди генә өс йәшлек ҡыҙсыҡтың сәхнәләге тәүге аҙымдарын иҫләйһегеҙме? Ошо баланың Башҡортостандың сағыу йырсыларының береһе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, хатта донъя кимәлендә башҡорт мәҙәниәте илсеһе булып үҫеүенә шаһитбыҙ. Гәлсәр Байғусҡарова үҙенсәлекле стиле, сафлығы, милләтебеҙгә хас тыйнаҡлығы, көслө моңо менән танылды. Мәскәүҙә ижад итһә лә, һәр саҡ тыуған яҡтарына ашҡына. Йырлы-моңло күстәнәстәре менән яҡташтарына талпынған йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гәлсәр, һине кескәй сағыңдан беләбеҙ. Йылдар уҙған һайын яңы сифаттарың асыла, шул өс йәшлек бала бөтөнләй икенсе кешегә әүерелдеме?
– Әлбиттә, ижади һәм һөнәри яҡтан үҫтем, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылам. Әммә икенсе яҡтан, эйе, миндә һаман шул бәләкәс ҡыҙ йәшәй һәм ул әле лә Тыуған иленә оло һөйөүе тураһында йырлай. Башҡортостан-илгенәәм... (йырлап та ебәрҙе).
– Мәскәү, Санкт-Петербург, Прага, Женева тамашасылары йөрәген яулағанһың. Оло сәхнәләр, ҡайнар алҡыштар, мәртәбәле конкурстарҙа еңеү... Ә хәҙер - Башҡортостандың район-ҡалалары буйлап «Ҡайтам» туры. «Ҡайтам» был һүҙ һинең өсөн нимәне аңлата?
– Башҡортостаным һәр саҡ күңелем түрендә. Ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаһам да, үҙ халҡым өсөн йырлау минең өсөн иң яуаплы һәм тулҡынландырғас илаһи мәл. Ҡайтыу, тимәк, тамырҙарыңды хәтерләү, тәүге аҙымдарыңды онотмау, атай-әсәй тыуған тупраҡтан көс алыу. Шул тиклем яҡташтарымды һағындым! Ижадымды гел ҡеүәтләп торған, йырҙарымды яратып тыңлаған, социаль селтәрҙәрҙә йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыма ошо концерттар аша рәхмәт әйткем килде. Шуға ла концертҡа инеү бушлай.
Тамашала халыҡ яратҡан билдәле йырҙар ҙа, яңы композициялар ҙа яңғыраясаҡ. Ҡурай, гитара, барабандар, саксофон оҙатыуында йырлаясаҡмын. Билдәле ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов һәр кемдең йөрәгенә үтеп ингән халыҡ көйҙәрен башҡарасаҡ. Концертта тик күңел түренән сыҡҡан йырҙар ғына яңғыраясаҡ.
– 6 июлдә Аҡъяр ауылында сығыш яһаясаҡһың. Ниндәй хис-тойғолар менән киләһең?
– Хәйбулла районына беренсе тапҡыр барасаҡмын. Өфөгә иң йыраҡ район, дала яғы икәнен бәләкәйҙән атайым һөйләгәненән беләм.
Хәйбулла — данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаевтың атайсалы. Сәхнәлә ҡурай эшләп уйнап, Париж тамашасыларын шаҡ ҡатырған виртуоз музыканттың тыуған ерендә сығыш яһау минең өсөн бик яуаплы мәл буласаҡ. Аҡъярҙа барлыҡҡа килгән "Дәрүиш-Хан", "Рух" рок-төркөмдәре йырҙарын яратып тыңлайым.
– Социаль селтәрҙәреңде асһаң - һәр ваҡыт эш менән мәшғүлһең. Концерттар, фестивалдәр, йырҙар ижад итеү, вокал буйынса дәрестәр һ.б. Тынғыһыҙһың, үҙеңә талапсанһың. Хатта бер көндәлек яҙмаңда: «Һәр көнөм мотлаҡ файҙалы эшкә бағышланырға тейеш, юғиһә күңел төшөнкөлөгөнә биреләм», тигәнһең. Был эшһөйәрлек ҡайҙан килә?
– Атайым (Зариф Закир улы Байғусҡаров – ред.) мине һәр ваҡыт тырышып эшләргә, бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәтте. Бала саҡтан буш ваҡытым булманы. Йә съемкаларҙа, йә концертта, йә уҡыуҙа булыуыма күнеккәнмен. Шул ғәҙәт ҡаныма һеңгән, эшһеҙ тора алмайым! (көлә).
– Илһам сығанағың?
– Мине уратҡан бар донъяла – тәбиғәттә лә, сәнғәттә лә, кешеләрҙә лә! Айырыуса үҙ эшенә тотош бирелгән, туҡтамай камиллашҡан, яңылыҡтарға ынтылған кешеләр ныҡ илһамландыра. Ижад тере хис-тойғолар тыуған ерҙә генә барлыҡҡа килә. Ваҡытында шул мәлде тоторға, уны ноталарға һалып өлгөрөргә кәрәк. Шуға ла һәр йырымда күңелемдең бер өлөшө һаҡлана.
– Тамашасыларҙы бер мөһим һорау ҡыҙыҡтыра: «Гәлсәрҙең йөрәге иреклеме?» Мөхәббәт тураһындағы йырҙарыңда кемдең образы сағыла?
– Йөрәгемде яулар кешене тап итмәнем әле (оялсан йылмая). Яҡын киләсәктә осратырға өмөтләнгән яратҡаныма бағышлайым...
– Ун йылдан үҙеңде ниндәй итеп күрәһең? Киләсәккә маҡсаттарың?
– Үҙемде Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙә һәм унан ситтә лә танылған артист итеп күрергә теләйем. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ бәхетен татығым килә. Үҙ ғаиләмде ҡорорға, балалар үҫтерергә өмөтләнәм.
– Гәлсәр һылыуҡай, йылы әңгәмә өсөн рәхмәт! Яҡты хыялдарың тормошҡа мотлаҡ ашһын! Ҡайҙарҙа ғына йөрөһәң дә, онотма – иң көслө алҡыштар, иң тоғро тамашасылар Башҡортостанда көтә! 6 июлдә Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда осрашҡанға тиклем!
Фото:Йырсының шәхси архивынан
Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.