Шоңҡар
+19 °С
Облачно
Мәҙәниәт
10 Июля , 08:35

Зәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Икенсе көнө Зәнзәбиләнең   хәле яҡшыра төштө. Әсәһе мунсаға алып барып йыуындырып, үлән сәйе эсергәс, ҡыҙыҡай тәрән йоҡоға  талды. Әммә оҙаҡ йоҡларға форсат теймәне.  Йән-фарман  өйгә Фәтих  ҡайтып инде.  Инеү менән ишек төбөндәге һыулы күнәкте тибеп осорҙо ла аҡырына башланы: – Мәһәҙей ҡасҡалаҡ бисәне кире барып алмайым тигән. Хәҙер инде  ир ҡуйынында ҡунып  сыҡҡан Зәнбейең берәүгә лә кәрәкмәйсәк. Бирнәгә  бер көтөү мал  ҡушып бирһәң дә алмаҫтар. Ояты ни тора! Беҙҙең турала һис уйламай иренән ҡасып ҡайтты.

Зәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВАЗәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

4

Әсәһенең күҙ йәштәре ҡыҙҙы аптыратты. “Әсәм дә мине йәлләр икән”, – тип уйлап ҡуйҙы.

– Йәмил, һыулы сепрәк бир әле, бите-ҡулын  һөртөштөрәйек Зәнбейҙең. Тәненең ҡыҙыулығы бөткән, һауыға башлар апаң. Тән яраһына ит үҫәр әле, – тип һөйләнә-һөйләнә Гөлғәйшә Зәнзәбиләне һөртөштөрөп кире урынына һалды.

– Әсәй, әсәй, – тип бышылданы Зәнзәбилә.

– Әү, нимә тиһең? – Гөлғәйшә ҡыҙына эйелде.

– Эҫе сәй, һөтлө сәй, – тип бышылданы ҡыҙыҡай.

Икенсе көнө Зәнзәбиләнең   хәле яҡшыра төштө. Әсәһе мунсаға алып барып йыуындырып, үлән сәйе эсергәс, ҡыҙыҡай тәрән йоҡоға  талды. Әммә оҙаҡ йоҡларға форсат теймәне.  Йән-фарман  өйгә Фәтих  ҡайтып инде.  Инеү менән ишек төбөндәге һыулы күнәкте тибеп осорҙо ла аҡырына башланы:

– Мәһәҙей ҡасҡалаҡ бисәне кире барып алмайым тигән. Хәҙер инде  ир ҡуйынында ҡунып  сыҡҡан Зәнбейең берәүгә лә кәрәкмәйсәк. Бирнәгә  бер көтөү мал  ҡушып бирһәң дә алмаҫтар. Ояты ни тора! Беҙҙең турала һис уйламай иренән ҡасып ҡайтты.

Фәтих,  Зәнзәбиләне сәсенән һөйрәп иҙәнгә ташланы ла, типкеләй башланы. Гөлғәйшә ҡурҡышынан ҡаҙанлыҡ яғына ҡасты. Зәнзәбиләнең танауынан ҡан китте. Шул саҡ Йәмил барлыҡ көсөн йыйып ҡысҡырып ебәрҙе:

– Туҡта, атай! Туҡтағыҙ! Нишләп ҡаныҡтығыҙ шул апайыма. Ул бит ауырый, саҡ-саҡ ҡына ҡыбырлай башланы.

Бәләкәй генә буйлы, ябыҡ ҡына Йәмил ҡулдарын һуҙып Зәнзәбиләне ҡапларға тырышты. Фәтих малайының елкәһенән алып, ишек яғына атып бәрҙе лә, ҡыҙҙы  типкеләүен дауам итте. Ирен нисек туҡтатырға белмәгән Гөлғәйшә бер сумес һалҡын һыу алып иренең битенә һипте. Бисәһенән ҡаршылыҡ көтмәгән Фәтих башта аптырап туҡтап ҡалды, аҙаҡ ҡыҙып китеп бисәһенә йәбеште:

– Әәә, кәнтәй, һин дә миңә ҡаршымы? Йәмилде лә миңә ҡаршы өйрәттеңме әле!  Хәҙер кәрәгеңде бирәм, кәнтәй! – тип  көрәк кеүек ҡаты ҡулдары менән Гөлғәйшәне дөмбәҫләй башланы. Нимә менән бөтөр ине был һуғыш, әммә ишек асылып, өйгә Нәғимә ҡарсыҡ килеп инде. Ул башта былай ҙа сипый күҙҙәрен тағы ла секерәйтеңкерәп  уңға-һулға ҡарап  алды ла,  телгә килде:

– Әле, һаумыһығыҙ! Аһ, аһ, нишләп шаулашаһығыҙ, ней булды? Әллә  һуғышып ятаһығыҙ инде  көпә-көндөҙ?

Фәтих  Гөлғәйшәне һуғырға күтәргән ҡулдарын төшөрҙө лә  Нәғимәгә табан боролдо:

– Мына, һинең ҡул артың ауыр булды бит, Нәғимә күрше!  Зәнзәбилә иренән ҡасып ҡайтты! Кәнтәй!

– Аһ, аһ, шулаааймы ней! Ыстағафируллаһи!

– Шулай, үлтерә һуҡһаң да үс ҡанмаҫ! Ояты ней тора бит әле. – Фәтих урындыҡ ситенә барып ултырҙы. – Үт, Нәғимә күрше,үт әйҙә! Кәңәшләшәйек! Ир ҡуйынынан ҡасып ҡайтты, мәһәре лә әле түләнмәгән ине. Мәһәҙей ҡасҡан бисәне кире килеп алмайым тигән. Нишләргә, нишләргә инде? Артыҡ тамаҡтарҙан ҡотолоп буламы инде.

Нәғимә уфтанлап килеп Фәтих янына үтеп ултырҙы:

– Туҡта, Фәтих, тыныслан. Мәһәҙейҙең хаҡы юҡ улай тип баш тартырға! Зәнзәбилә уның бата уҡытып  алған бисәһе. Ул хәҙер Алла Тәғәләһе алдында бурыслы һәм яуаплы бисәһе өсөн. Ҡыҙыңды апҡайтты, тотондо. Аһ, аһ, беҙгә лә тотолған ҡыҙ кәрәкмәй. Килеп алмаһа, апарып ташла! Борон иренән ҡасып ҡайтҡан бисәләрҙе аттың ялына бәйләп, ялан тәпәй кире илтеп биргәндәр. Башҡаса  ҡасмаһын өсөн үксәләрен ярып, аттың ҡылын һалғандар. Ана шулай, боронғоса атҡа бәйләп апарып ташла. Шунда уҡ мәһәрен  дә алып ҡайт!

– Ярай, Нәғимә, кәңәшең өсөн, рәхмәт инде! Килеп сыҡһа, минән бер күлдәклек! Хәҙер Хисмәттән барып ат һорайым иртәгәлеккә. Бисә, Нәғимә күршегә сәй эсерә тор, мин тиҙ генә барып-белешеп киләйем, – тип, Фәтих   йорттан сығып тайҙы.

Гөлғәйшә йәһәт кенә ашъяулыҡ йәйеп, сәй әҙерләне. Нәғимә ҡарсыҡ урындыҡтағы бәләкәй яҫтыҡҡа артын йәйеп ултырып, фәлсәфәләрен  һата-һата сәй һемерҙе. Һүҙ араһында Зәнзәбиләгә аҡыл да өйрәтеп алды:

– Зәнзәбилә балам, Һиңә  ниндәй ир кәрәк тағын? Мәһәҙейҙең  йорт-ҡураһы бар,ас-яланғас түгел. Мынауында Фәтихтән туҡмалып йәшәгәнсе, йәшә шул Мәһәҙей менән. Бик тыныс, йомшаҡ күңелле кеше,  тиҙәрсе уны ҡашҡарҙар. Етем башмаҡ булып, ғүмерең буйы  туҡмалып йәшәйһең бит. Буғыма кәрәкме һиңә йәш ир. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар.  Ҡалған ғүмереңде  ир ҡуйынында иркәләнеп, ҡалас ашап йәшәрһең. Шулай бит, Гөлғәйшә, дөрөҫ түгелме ни?

– Шулай, шулай Нәғимә апай! Бик дөрөҫ!

Зәнзәбилә иҙәндә ятҡан урынынан саҡ-саҡ башын  Нәғимә яғына  борҙо:

– Нәғимә инәй, ништәп үҙеңдең Таңсулпаныңды бирмәйһең әтеү шул бабайға, алай яҡшы булғас? Үҙеңдең ҡыҙыңды апарып бир!

– Әстәғәфирулла, ҡалай әсе телле был Зәнзәбиләң!  Үҙенең  теле арҡаһында туҡмалып йәшәй икән. Фәтихкә  хоҙай түҙемлек бирһен, “етем быҙау ҡараһаң  ауыҙ-мороноң аҡ булыр, етем бала ҡараһаң ауыҙың тулы ҡан булыр”, – тип  юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Тансулпанда эшең булмаһын, ул үҙенең атаһы тапҡанды ашап йәшәй, үгәй ата елкәһендә ултырмай һинең кеүек. Сығыр кейәүгә, ваҡыты еткәс! Етем башмаҡ, беҙҙең менән булыша тағын. Гөлғәйшә, ҡотол бынан тиҙерәк, иртәгә үк Мәһәҙейгә  апарып  ташлағыҙ, – тип Нәғимә һөйләнә- һөйләнә урынынан ҡуҙғалды.

Икенсе көндө, таң менән менән арба егелгән колхоз аты йорт янында тора ине. Фәтих   иҙәндә йоҡлап ятҡан Зәнзәбиләне  аяғының осо менән төртөп уятты:

– Тор, кейен, тиҙерәк ҡылан, иреңә апарып ташлайым! 

Тауышҡа башҡалар ҙа уянды. Гөлғәйшә, урынынан тора һалып,  тиҙ генә сәй әҙерләй башланы:

– Атаһы, юлға сәй эсеп сығырһың, йә асығырһың, арыуыҡ юл бит, – тип ярамһаҡланған тауыш менән һөйләнде.

Фәтих,  ризалығын белдергән кеүек, тамағын ҡырып алды ла:

– Әҙерлә сәйеңде! – тип тышҡа сығып китте.

Шуны  ғына көткән кеүек, Гөлғәйшә мейес артынан кипкән ҡорот, муйыл, еләктәрен, бер-ике төргәк майын сығарып иҫке яулыҡҡа төрҙө лә Зәнзәбиләгә тотторҙо:

– Мә, әҙ булһа ла тамаҡ ялғарһың,  һалып ал моҡсайыңа.

Зәнзәбилә бер һүҙһеҙ төргәкте моҡсайына йәшерҙе. Сәй эсеп алғас, урамға сыҡтылар. Фәтих арбанан йоҡараҡ арҡан алды ла, Зәнзәбиләнең ҡулдарын ҡайырып бәйләп,  арбаға нығытты:

– Нимә, кәнтәй, хан ҡыҙы кеүек атҡа ултырып бармаҡсы булаһыңмы?!  Юҡ инде, ҡасып ҡайткан кәнтәйҙәрҙе ат менән һөйрәтеп апарып ташлағандар. Арбаға бәйләйем, ат артынан йәйәү барасаҡһың Ҡашҡарға тиклем ат сапһа – сапаңлап, юртаҡлаһа – йүгереп үтерһең!  Ете  саҡрым күп ара түгел. Ана, бөтәһе лә    күрһен һинең хурлығыңды! – тип үҙе арбаға менеп ҡунаҡланы.

– Әйҙә, малҡай! – тип атты ҡыуып ебәрҙе Фәтих. Ат урынынан ҡуҙғалып киткәс, ҡулдары арбаға бәйләнгән  Зәнзәбилә тартылып арба артынан   йүгерҙе.

Иренең  яуызлығына   таң ҡалған Гөлғәйшә, ҡулдарын һуҙып, арба артынан йүгерҙе:

– Фәтииих, атаһы, туҡта, туҡтат атыңды! Ҡуйсы, хурлама баланы!

Фәтих  бисәһенә башын да бороп ҡараманы, киреһенсә, сыбыртҡы менән аттың һыртына һуҡҡылап, уны  тиҙләтте.

 Ат  урам буйлап сапты,   арбаның тимер тәгәрмәстәре  даңғыр-доңғор килде, тәгәрмәстән сәсрәгән таштар, күтәрелгән туҙандар Зәнзәбиләгә осто. Арба артынан йүгергән Гөлғәйшә, юлда нимәгәлер эләгеп ҡолап китте лә илай-илай   юл эсендә ятып ҡалды.  Урамдағы тауышҡа ихаталарҙан   бала-сағалар  йүгереп сыҡтылар ҙа бер өйөр булып арба артынан  йүгерҙеләр. Бала-сағаны яҡынлатмаҫ өсөн, Фәтих   сыбыртҡыһын шартлатты, уның һайын  ат тиҙерәк юртаҡланы. Ҡапҡа  тышына Нәғимә менән  Таңсулпан да сығып баҫтылар. Нәғимә,    ҡулдарын ҡашы өҫтөнә ҡуйып,  йыраҡтан уҡ  Фәтихте  ҡысҡырып ҡаршыланы:

– Һай, һай, Фәтих, бик дөрөҫ эшләйһең! Кире ҡайтып йөрөмәһен етем башмағың! Ҡайтыр юлың көл булһын! – тип   Зәнзәбиләнең артынан берәр  ус көл һибеп тороп ҡалдылар.

Һаҡмар аша сыҡҡанда, Зәнзәбиләнең аяғындағы бер калушы  ташҡа эләгеп төшөп ҡалды, ҡалған юлды ҡыҙыҡайҙың бер аяғы ялан тәпәй  үтте.  Ҡырсын ташҡа баҫҡан һайын ҡыҙҙың табаны ҡырҡылды, ҡырҡылған урынға кипкән үлән ҡатылары, бысраҡ тулды. Әммә Зәнзәбилә, ҡанһырап һыҙлаған яраның ауыртыуын да, әрнегән йөрәгенең һыҙланыуын да  һиҙмәне,  бер тауыш та сығармай,  һөйрәлә-һөйрәлә  юлын дауам итте...   Кәмһетелеүҙән һәм  һыҙланыуҙан уның күңеле ташҡа әйләнгән ине. Ҡашҡарға килеп ингәс, сельпо лавкаһы янында ҡаршыға    бер нисә ҡатын-ҡыҙ  осраны. Улар, арбаға бәйләнеп, ат артынан саҡ-саҡ атлаған  ҡыҙҙы күреп, аптырашып туҡтап  ҡалдылар. Аранан   аҡ йөҙлө,  сибек кенә ҡатын   атҡа ҡаршы сыҡты:

– Аһ, аһ, абзый, был ней эш? Нишләп меҫкен баланы  арбаға бәйләп алдың? Ысҡындыр хәҙер үк! – тип йоҙроҡтарын сөйә-сөйә ҡысҡыра башланы.

– Кит юлдан, күптән сыбыртҡы татығаның юҡмы әллә?! – тип екереп ебәрҙе Фәтих.

– Синең уҡытыучыларға  ҡычҡырырға хаҡың юҡ! – тип   икенсе  оҙонораҡ буйлы  ҡаҡса  ҡатын да аттың алдына килеп баҫты.  Татарсалап өндәшкән был  сая ҡатындан  Фәтих  әҙерәк ҡаушап китте.  Шул арала олораҡ йөҙлө өсөнсө ҡатын Зәнзәбиләне арбанан ысҡындыра башланы:

– Балаҡай,  аяғың ҡанға батып бөткән бит! Хайуан да улай булмаҫ! Ҡыҙҙар, күтәрешегеҙ әле, – тип ҡысҡырҙы.

Ҡатындар  Зәнзәбиләне күтәреп арбаға һалдылар. Шуны ғына көткәндәй, Фәтих  бар көсөнә сыбыртҡы менән атты һыҙыра һуҡты. Ат  урам буйлап сапты. Ҡатындар ҡысҡырыша-ҡысҡырыша урам буйында аптырашып тороп ҡалдылар. Ак күбеккә батҡан ат Мәһәҙейҙең йорто янына килеп туҡтаны. Фәтих һайғауға атты бәйләне лә йортҡа йүнәлде,  Зәнзәбилә һыҙланыуҙан һәм хәлһеҙлектән ҡуҙғала алмай  арбала ятып ҡалды. Оҙаҡ та үтмәй Мәһәҙей менән Фәтих  йорттан килеп сыҡтылар. Ҡанға, туҙанға, бысраҡҡа  батҡан  Зәнзәбиләне күреп Мәһәҙей аптырап китте:

– Аһ, аһ, әллә ҡыҙыңды  салып, ергә һөйрәтеп  килтергәнһең инде!

– Атҡа бәйләп йәйәү әпкилдем. Башҡа ҡасмаҫ иренән!  Теге ни, Мәҙәҙей,  мәһәргә әйткән һарыҡты ла алып ҡайтырмын тигәйнем бер юлы! Мәһәҙей кәртә яғына атланы:

– Бар, үҙең һайлап ал.

Фәтих, шатланып, Мәһәҙейҙән алда  кәртәгә инеп тә китте, оҙаҡ та үтмәй  оло аҡ һарыҡты һайлап, ҡулға эйәртеп алып та  сыҡты.  Тиҙ генә  Зәнзәбиләнән бушаған  арҡан менән һарыҡтың алғы-артҡы тояҡтарын бәйләп ҡуйҙы ла, йәмһеҙ тауыш менән  арбала ятҡан Зәнзәбиләгә екерҙе:

– Тор, кәнтәй,  бушат арбаны!

Ир ҡыҙҙың төйөнсөктәрен  арбанан алып ергә ташланы.

Быны күреп  торған Мәһәҙей, аҡһай-аҡһай арба янына килеп, Зәнзәбиләгә арбанан төшөргә ярҙам итте. Шуны ғына көткән Фәтих, һаубуллашып та тормай, атының артына  сыбыртҡы менән бирҙе лә  саптырып сығып та китте.

Зәнзәбилә күҙен асҡанда, урындыҡта ята ине. Уның аяҡтарына сепрәк-сапраҡ уралған, өҫтөнә тире тун ябылған. Уның эргәһендә тубыҡланып бәләкәй Әбдерәхмән ултыра ине. Малай, Зәнзәбиләнең һул ҡулын тотоп,   тауышһыҙ ғына илай,  уның эҫе  күҙ йәштәре Зәнзәбиләнең  устарына тамып ҡуя. Зәнзәбилә башын ҡалҡыта бирҙе лә сарсап кипкән ирендәрен саҡ-саҡ асып:

– Һыу, – тип һораны.

Усаҡ яғып йөрөгән Мәһәҙей улына кәсә менән һыу һондо:

– Ҡалаҡ менән ипләп кенә ауыҙына ҡой, ашыҡма. 

Әҙерәк һыу йотҡас, Зәнзәбилә тағы төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа сумды.  Күпме ваҡыт ятҡандыр, уны  яңғырауыҡлы ҡатын-ҡыҙ тауышы уятты.

– Ағай, аш беште, әйҙә еңгәмде уятып һурпа  ашатайыҡ!  Нисәнсе көн ята бит инде…

– Әллә инде, Ғәлимә, хәле юҡ бит торорға.

– Ашамаһа, хәле булмай инде. Еңгәм йәш бит әле, нығынып китәр әле, ағай.

Ҡыҙ тауыш килгән яҡҡа башын борҙо.  Ҡаҙан янында, тәү күргән матур, алһыу йөҙлө, бейек кәүҙәле күршеһе Ғәлимә туҫтаҡҡа  һурпа бушата, уның янында өҫтәлдә Мәһәҙей ит турай. Өй йылы, тәмле ит еҫе таралған, яңы бешкән аштың боҫо тәҙрәләргә ултырған.

Зәнзәбиләгә    рәхәт булып китте: йылы өй, йылы ҡараш, уны ашатырға уйлайҙар, уны хәстәрләйҙәр... Ҡыҙыҡай бындай йылы  мөнәсәбәтте ҡартәсәһе үлгәндән һуң  бер кемдән дә күргәне юҡ ине.

Зәнзәбилә,  саҡ-саҡ  урынынан тороп ултырҙы, тик уның башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте, һәм ул яңынан урынына кире ҡоланы. Быны күргән Ғәлимә туҫтағын мейес алдына ҡуйҙы ла Зәнзәбилә янына килеп етте.

– Аһ, аһ, еңгәй уянды бит! Ипләп, тора күрмә! Хәҙер һурпа ашатам.

Зәнзәбилә кипкән ирендәрен саҡ асып, тағы ла һыу һораны. Ғәлимә тиҙ генә еҙ тас менән ҡомған килтерҙе:

– Еңгәй, башта ауыҙ-мороноңдо сайып ал, ҡулы-битеңде йыуайыҡ, шунан ҡайнар сәй, һурпа ашарһың.

Ысынлап та, бит-ҡулын йыуып, ауыҙ-моронон сайғас, Зәнзәбиләгә    еңелерәк булып китте. Ул арала Ғәлимә көслө ҡулдары менән уны яҫтыҡтарға терәп ултыртты ла урындыҡҡа  ашъяулыҡ йәйҙе. Шуны ғына көткән һымаҡ, мейес артындағы өкәләктән ике малай ҙа күренде.  Ғәлимә ҡалаҡтан еңгәһенә ҡоротло һурпа  ашатты. Мәһәҙей ҙә  улдары менән өндәшмәй генә  итте, һурпаны  ауыҙ иттеләр. Өй эсендә Ғәлимәнән башҡа кеше юҡ һымаҡ, уның тауышы бер туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. Ул йә Мәһәҙейгә, йә малайҙарға йомоштарын ҡуша, кәңәштәрен бирә, әҙерәк уларҙы битәрләп  тә ала.

– Хөсәйен, анау ярған утындарыңды мунсаға күберәк индереп тултыр, кибеп ятһын. Ҡар аҫтында күмелеп бара бит әтеү. Әбдерәхмән, иҙәндәрҙе һепергәс, сүпте мейес эргәһенә өйөп ҡуйма, усаҡҡа ташла,  янып бөтә ул. Ағай, һарығыңдың итен уаҡлап бөттөңмө һуң? Бер бешерем итеп кенә ыуаҡла, шулай һәйбәт була, һалаһың да бешерәһең.

Мәһәҙей улдары менән өндәшмәй генә   Ғәлимәне тыңлай-тыңлай ашайҙар, кәрәкле урында ғына яуап бирәләр:

– Ғәлимә һеңлем, итте турап келәттәге  сөйгә элеп бөттөм инде, кәрәк булһа, һин дә инеп ал, бешереп аша...

Зәнзәбилә, уларҙың тыныс ҡына һөйләшеүен тыңлай-тыңлай, күҙҙәрен йомдо.

Ҡыҙ икенсе тапҡыр уянып киткәндә, өй апаруҡ  һалҡынса ине. Өй  эсендә бер тауыш та юҡ, тик мейес артында йәйҙән ҡасып ҡалған бер сиңерткә генә сирпаңлай.  Урамдан әҙ-мәҙ генә  яҡтылыҡ  төшә, Зәнзәбилә тәҙрәләргә күҙ һалды.  “Иртәме был, кисме был. Нишләп былай һыуыҡ икән?”

 Зәнзәбилә урынынан ҡуҙғалырға уйланы. Шул саҡ   уға  арҡаһын терәп тире тун аҫтында ятҡан  Әбдрехмән күҙенә салынды.   Малайҙың  яланғас аяҡтары тун аҫтынан     сығып торалар, уның  өшөгәне күренеп тора, Әбдрехмән ҡожорайып Зәнзәбиләгә һыйынған.

“Ҡалай һыуыҡ... Мәһәҙей ҡайҙа икән, нишләп мейескә яҡмаған?” Зәнзәбиләнең ҡыбырлауынан,  Әбдерәхмән дә уянып китте лә ҡара күҙҙәрен  Зәнзәбиләгә  төбәне.

– Әбдерәхмән, атайың менән ағайың ҡайҙа ул?

– Эээ, атай һунарға китте, ағай мәктәптә...

– Ништәп мейескә яҡмағандар ул? Өй һыуынған бит.

Өй һыуыҡ булғанға Әбдерәхмән үҙен ғәйепле һымаҡ хис итте, шикелле,  ҡурҡа-ҡурҡа ғына   яуап бирҙе:

– Әллә, миңә атай  ут менән булышырға ҡушмай бит!

– Юҡ, Әбдерәхмән, һин утҡа яҡын барма. Ярамай! Хәҙер үҙем тоҡандырам, һинең аяҡтарың боҙ кеүек, әйҙә  тун аҫтына тыҡ! – тип Зәнзәбилә малайҙың аяҡтарын төрөп, өҫтөнә толоп япты.

Зәнзәбилә саҡ-саҡ ҡыбырлап торҙо ла мейескә ут яғып ебәрҙе, самауыр ҡуйҙы. Һауыт эстәренән, өҫтәл аҫтынан теш араһына тығырлыҡ  аҙыҡ эҙләп ҡараны. Әммә бер нәмә лә тапманы. Шул саҡ күҙенә ишек төбөндә үҙе алып килгән төйөнсөктәр салынды.  Зәнзәбиләнең эсенә йылы йүгерҙе. Төйөнсөк эсенән кипкән муйыл, еләктән башҡа ҡорот, май һәм  тиҫтәгә яҡын шөкәрә килеп сыҡты.

Ул хуш еҫле еләктәрҙән сәй яһаны,  табынға шөкәрә менән май ҡуйғас, күңеле күтәрелеп китте.  Әбдерәхмән менән сәй эсергә улырғайнылар ғына, ишек асылып китте. Өйгә    башта ап-аҡ һалҡын боҫ тулды, уның артынан Хөсәйен күренде. Ул инеү менән иҙәнгә тайып ҡоланы. Аяҡтарына кейгән тишек быйманың  табанына бер иле  боҙ ҡатҡан, күрәһең. Зәнзәбилә етеҙ генә урынынан тороп, Хөсәйенде аяҡтарына баҫтырырға тырышты, әммә ул тайғаҡ быймалары менән  тағы ла тәгәрәп китте.

Аҙаҡ малай  ятҡан килеш кенә     быймаларын һелтәп осорҙо. Быйма эсенән уның  яланғас аяҡтары күренде, аяҡ бармағы зәңгәрле-күкле булып туңғандар. Аптыраған Зәнзәбилә  Хөсәйендең аяҡ бармаҡтарын  ышҡый-ышҡый һорауҙарын бирә  башланы:

– Һин ҡайҙа йөрөнөң ул, Хөсәйен? Атайың ҡайҙа булған? Нишләп мейескә яҡманығыҙ?

Әммә Хөсәйен яуап бирер хәлдә түгел ине, йылыға ингәс, уның аяҡ бармаҡтары   әрнеп һыҙлай башланы. Малай бергилке иҙәндә  өнһөҙ ултырҙы. Зәнзәбилә үҙенең  төйөнсөгөнән  бер пар йөн ойоҡбшын  сығарып  Хөсәйенгә кейҙерҙе лә  уға ҡайнар сәй ҡойҙо.  Бер-ике йотом сәй эскәс  Хөсәйен телгә килде:

– Атай кисә иртән үк һунарға киткәйне,  ҡайтып етмәне, тышта буран ҡотора ғына, бәлки, атай берәй ергә боҫҡандыр урманда. Кисә иртән мейескә яҡҡайныҡ, башҡаса яғылманы, утын ҡар аҫтында ҡалған,  иртән әҙерәк ҡаҙып индереп киткәйнем, мейескә яғырһығыҙ тип. Дәрестәр бөткәс, беҙҙе колхоз кәртәһенә юл ҡаҙырға  ебәрҙеләр, ғәләмәт өшөттө.

 – Ойоҡбашың ҡайҙа һуң? Ялан тәпәй йөрөйҙәрме ни ҡыш көнө?

Хөсәйен өндәшмәй генә сәйен  һемерҙе. Һүҙгә бәләкәй Әбдерәхмән ҡушылды:

– Уның ойоҡбасы юҡ, суға ялан тәпәс йөрөй ул.

Шунда ғына Зәнзәбиләгә барып етте. ”Был етемдәрҙең әсәләре үлгәндән бирле  берәү ҙә ойоҡбаш та бәйләп кейҙермәй, тәмле сәй ҙә яһап эсермәй. Малайҙар булдыра алғансы   үҙаллы   йәшәргә тырышалар. Улар ҙа Зәнзәбилә кеүек ҡола етемдәр шул. Һөйөүҙән дә,  йылы ҡараштан да, хәстәрлектән дә күптән мәхрүмдәр...”

Зәнзәбилә малайҙарҙың алдына шөкәрә менән майҙы этеңкерәп ҡуйҙы:

– Нишләп шөкәрә ашамайһығыҙ майлап? Әйҙә ашап алығыҙ, эҫе сәй эсеп йылынғас,  бергәләп  утын ҡаҙып ташыйыҡ, буран баҫылырға уйламай! Был ойоҡбаштар Хөсәйен һиңә. Сисмә. Минең ойоҡбаштарым тағы ла бар! Ҡыш һыуыҡ бит, тишек быйма менән йөрөп  үпкәңә һалҡын алдыра күрмә.

Малайҙар өндәшмәй генә шытырҙатып шөкәрә кимерә-кимерә туйғансы  сәй эстеләр.

Өй эсе йылынып киткән кеүек булды, самауырға мейестән тере ҡуҙ өҫтәгәс, тағы ла күңеллерәк итеп шыжлай башланы, өйгә йән дә йәм дә кереп киткән кеүек  булды.

Зәнзәбилә  төндәр буйы йүнләп йоҡлай алманы. Урамдағы бурандың торбаларға кереп олоуы, тәҙрәләргә услап-услап ҡар һибеүе, көслө елдең өй ҡыйығын   шатыр-шотор килтереүе лә, етмәһә, табандарының үҙәкте өҙҙөрөп һыҙлауы ла,   йоҡо бирмәне ҡыҙға. Уның башында  төндәр буйы төрлө уйҙар әйләнде лә әйләнде. “Әгәр Мәһәҙей ҡайтмаһа. мин был малайҙарҙы нисек ҡарармын икән. Ғәлимәнең үҙенең өс балаһы бар, унда һыймаҫтар  инде  был ике етем. Уларҙың башҡа ҡарар кешеһе лә юҡ инде.  Әгәр  минең ҡулда ҡалһалар,  уларға нимә ашатырмын икән? Нишләргә икән һуң?”

Аҡ буран өс көн ҡоторҙо: юлдарға, өй буйҙарына тауҙай көрттәр өйөп китте, тәҙрәләргә, ишеккә ҡалын боҙҙар ҡатырҙы, хатта өй менән кәртә араһына сығырлыҡ әмәл дә  ҡалманы, ҡалын көрт ятты. Хөсәйен түшенә тиклем көрттө саҡ-саҡ йырып   кәртәләге малдарға бесән ташлай.

Зәнзәбилә менән малайҙар  өйҙә генә ултырҙылар. Бәләкәй Әбдерәхмән берсә өкәләгенә ултырып  ағастан юнып яһалған аттары, һыу буйынан йыйылған төрлө-төрлө таштары менән уйнаны, берсә тәҙрә өлгөһөн йылы тыны менән өрөп иретеп, урам яғын күҙәтте. Хөсәйен дә үҙенә эш тапты:  атаһы өйрәткәнсә, үҙенең тишек быйма башына ямау һалды. Зәнзәбилә  һыҙлаған аяҡ табандарын дауаланы: йылы һыуға тоҙ, көл һалып тығып ултырҙы, кипкән тиреләрен бысаҡ менән ҡырҡҡылап алды.  Төнгөлөккә табанына тире йәбештереп бәйләп ятты.

Дүртенсе көнгә  буран тынып ҡалды. Зәнзәбилә ҡаҙанда  ҡар иретеп, иҙәндәрҙе йыуып алырға уйланы. Әммә табандары һыҙлағас, кире  урынына  барып ятты.

Бер аҙҙан ишеккә типкән һымаҡ тауыш ишетелде,  шунан ишек асылып китте лә, өйгә аҡ ҡар, ел, боҫ эйәртеп оҙон көпө кейгән, башына мамыҡ шәл ураған ҡатын килеп инде. Был ҡатынды күреү менән, Хөсәйен  мейес артына ҡасты, Әбдерәхмән ҡара күҙҙәрен тултырып, өнһөҙ генә килеп ингән кешене күҙәтте. Ҡатын  башта шәленә, көпөһөнә һырыған ҡарҙы һелкелләне лә, аҙаҡ:

– Саумысыз, – тип,     ашыҡмай ғына өйҙөң эсен  байҡап алды.

– Һаумыһығыҙ! –  Зәнзәбилә тиҙ генә  урынынан тороп ултырҙы.

– Мин мәктәптән килдем. Укытыучымын, исемем Фәриҙә Харисовна  була. Бурандар булгач укымадык, мин балаларның  торган урынларын, көн-күрешләре белән танышып йөримен.

– Әәә, үтеп ултырығыҙ! – тип аптыранған Зәнзәбилә баҫырға уйланы, әммә  табандары­ның ауыртыуына сыҙамай  “эһ” тип урынына кире сүгәләне.

– Батяш, син бит теге атҡа бәйләнгән ҡыз! –уҡытыусы,  быймаларын сисеп ташлап,  Зәнзәбиләгә    ярҙамға ашыҡты.

– Тыр әле, утыр! Нәрсә булды соң?

– Табандарым, табандарым ауырта, – тип   һыҙланыуға түҙә алмай, теш араһынан  яуап бирҙе Зәнзәбилә.

– Күрсәт әле табандарыңды? – тип ныҡышты уҡытыусы. Зәнзәбилә ҡыйынһынып ҡына табанында торған тире киҫәктәрен систе.

– Эй, апаҡайым! Ни хәлгә төшкәнсең бит! Дегет табырға кирәк, дегет! Бу тире кисәкләрен алып ҡуй, кирәкми! Ҡайда Мәһәдей абый?  Өйдә юкмы ни?

– Ул һунарға киткәндән ҡайтманы, – тип яуапланы Зәнзәбилә.

– Ниндәй сунар бу буранда! – тип аптырап китте  уҡытыусы.

– Ул  инде өс көн юҡ! – Зәнзәбиләнең тауышында төшөнкөлөк сағылды.

– Шулаймы ни! Тизерәк эзләргә кирәк! Ә Хөсәйен кайда, ул да  сунарга киттеме ни?

Мейес артынан башын эйгән Хөсәйен күренде.

– Хөсәйен, син мындамы ни? Бар тизерәк колхоз сарайына, анда малдар яраланса, дегет йәки солидол сөртәләр, сорап алып ҡайт. Фәридә апа сорый тигән, бирерләр.

Хөсәйен тиҙ-тиҙ кейемдәрен эләктереп сығып йүгерҙе.

Уҡытыусы һорашыуын дауам итте:

– Сез бу ғаиләгә кем буласыз соң?! Туғанларымы ни, нейә атҡа бәйләп йөрөттөләр соң сезне?

 Зәнзәбилә уңайһыҙланып башын түбәнерәк эйҙе, бер аҙ өндәшмәй торғас, телгә килде:

– Мин Мәһәҙейҙең  ҡатыны.

– Ә-ә-ә шулаймы ни! Икенче катыны буласызмы ни?

 “Эйе” тигәнде аңлатып Зәнзәбилә башын һелкте.

– Нигә сине атҡа бәйләп йөрөттөләр соң?

– Ҡасып ҡайтҡанға. – Зәнзәбиләнең тауышы ҡарлығып ишетелде,  күҙҙәренән  йәштәр күренде...

Уҡытыусы Фәриҙә Харисовна был йәш, сибәр ҡыҙҙы, йәлләп тағы  бер күҙ уңынан үткәрҙе. “Беҙҙең татар ҡыҙҙары кеүек  һары сәсле, күк күҙле ҡыҙыҡай, тик башҡортса һөйләшә. Һөйләшкән саҡта бит остары уйылып китә, оялыуҙан биттәренең осона  алһыулыҡ ҡуна.  Бик матур ҡыҙ, тик бигерәк  йәш кенә, тал  ағасы кеүек бик йоҡа, сибек кенә!”

– Исемегеҙ кем була, нисек өндәшергә һезгә? – тип һораны уҡытыусы.

 – Зәнзәбилә...

– Бик матур исемегез! Ярай,  яҡшы! Бу ике балаға әней бик кирәк. Инде ике йылдан ашыу  әнисез торалар. Әниләре булмагач, донъялары  ла тотҡасыз. Хөсәйеннең башы бар, тик уҡырға теләге юҡ, күңел торошо бик түбәнәйде әнисен жирләгәч. Сез бу балаларға бик кирәк. Ярдәм итегез инде. Табандарығызга башҡа тире урамагыз, дегет йәки солидол сөртөп урап ҡуйығыз төнгөлөккә. Ә үзегез мәктәптә уҡыдығызмы соң?

Зәнзәбилә “эйе” тигәнде аңлатып башын һелкте.

– Ничә класс уҡыдығыз, ҡайсы ауылда?

– Өс класс, Юлдыбайҙа.

– Ә Юлдыбайдамы ни, яхшы! Бу бәләкәй малай менән дә әзерәк булышыгыз. Гел уйнап ҡына ятмасын, ул   бит быйыл мәктәпкә барачак.

Уҡытыусы тағы бр аҙ хәлдәрен һорашып ултырғас, урынынан ҡуҙғалды, сөнки колхоз хужаларын һәм ауылдаштарҙы ойоштороп, Мәһәҙейҙе эҙләргә кәрәк ине. Әммә кискә табан Мәһәҙей үҙе ҡайтып инде.

Ул аҡ  буран башланғас, урманда эҙҙәрҙе юғалтып, таш ҡыуышына инеп йәшенгән, усаҡ яғып йылынған,  тотҡан йәнлектәрен көйҙөрөп ашаған икән.  Уның имен-һау ҡайтып инеүенә малайҙары ғына түгел, Зәнзәбилә лә бик шатланды.

 

* * *

 

Зәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (4) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас