Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт
7 Августа , 10:42

"Үҙһүҙле ҡыҙ..."

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берекмәһе актеры Әлиә Зарипова үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Уға һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге, сағыу һәм матур ролдәр теләйбеҙ!  

"Үҙһүҙле ҡыҙ...""Үҙһүҙле ҡыҙ..."
"Үҙһүҙле ҡыҙ..."

Бала саҡтан ике һөнәр әсир итә уны: артист һәм табип. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләгән әсәһе Лилиә Әхәт ҡыҙы ойошторған концерттарҙы, спектаклдәрҙе сәхнә артынан ҡарап, өлкәндәр артынан үҙ алдына ҡабатлап йөрөргә ярата. Тик атаһы Ғиндулла Фәйзулла улы, инженер-механик һөнәренә эйә ир-азамат, балаларының сәнғәт юлынан китеүенә ҡырҡа ҡаршы була. Хәләл ефетенең эше ни хәтлем тынғыһыҙ икәнен белгәс, балаларына бындай яҙмышты теләмәгәндер, бәлки. Шуға ла ул ҡыҙына укол яһарға өйрәтә, Әлиә бәләкәстән һыйырҙарҙы ла дауалай, күҙҙәре лә асылмаған килеш инәһеҙ ҡалған бесәй балаларын да үҙенсә ҡурсалап, шприц менән һөт эсереп «кеше итә». Мәктәптән һуң ашҡынып килгән Өфө бик ҙур, шыҡһыҙ тойола. Атаһы уны тарих факультетына уҡырға инергә тип ҡалдырып ҡайтып китә. Тик ҡыҙ, был һөнәргә күңеле тартмағанын аңлап, кире өйөнә, Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһына юллана. Һис кемгә әйтеп тормай, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына документтарын тапшыра. Уҡырға ингәнлеге хаҡында хат килеп төшкәс, кем ҡаршы торһон – атаһы ла күнә. Шулай итеп, ҡыҙ үҙһүҙлелек күрһәтеп, хыялын тормошҡа ашырыу өсөн тәүге аҙымды яһай. Ә бер йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына бара. Буласаҡ тормош иптәше менән дә ошонда таныша ул, хеҙмәт юлын да Стәрлетамаҡта бергә башлайҙар. Бөгөн Айҙар Зарипов – Туймазы дәүләт татар драма театры режиссеры.

Әлиә Зарипова - Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ театрының әйҙәүсе артисы. Ул тамашасыларға "Ятҡа бирер йәрем юҡ", "Рядовойҙар", "Өлкән улым", "Минең ҡатынымдың исеме Морис", "Ҡоҙаса" һәм башҡа бик күп спектаклдәге ролдәре аша яҡшы таныш. Артист шулай уҡ үҙен кинола ла һынап ҡараған - Рөстәм Шәйхетдиновтың "Етем" фильмында әсә ролен башҡарған. 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас