Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Мәҙәниәт
18 Августа , 06:10

Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы  йәйге ялдан һуң эшкә сыҡты.  Артистарҙан баҡса “сәнғәте” тураһында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?

Баҡса – татлы тамаша

“Любите искусство в себе, а не себя в искусстве» (Үҙеңдә булған сәнғәтте яратырға кәрәк, сәнғәттәге үҙеңде түгел”) - тип әйтеп ҡалдырған бөйөк театр режиссеры Константин Станиславский.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары  йәйге ялдан һуң эшкә сыҡты.  Артистарҙан баҡса “сәнғәте” тураһында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Кем нимә үҫтерергә ярата, йәйҙең емешле, сәскәле тамашаһында ниндәй образда сығыш яһай? Һүҙ – актерҙарға.

 

Светлана Хәкимова

Башҡортостандың халыҡ артисы:

- Минең өсөн баҡса – ул гүзәллек донъяһы. Иртән тышҡа сығыуыма ҡояш нурына ҡойонған сәскәләрем йылмайышып ҡаршы ала, тирә-яҡты хуш еҫкә күмә. Баҡсам буйлап йөрөгәндә үҙем дә һиҙмәҫтән йырлап ебәрәм икән, сәскәләрем дә минең менән бер тулҡында сайҡала, хатта баштарын эйеп иҫәнләшә кеүек. Әлеге мәлдә тырышып емеш биреп ултырған еләктәремде нисек яратмайһың?! Беҙҙең хеҙмәт һәм улар биргән ниғмәт – үҙе бер сәнғәттер. Бәләкәй ағастар ҙа иркәләнеп, хас сабыйҙар һымаҡ наҙланып, көндән-көн нығынып ҡыуандыра. Ҡалаға килһәм, күңелемде тотошлай яулап алған сәскәләремде һағына һалам. Баҡсамды, һис һүҙһеҙ, йөрәгемә моң, һөйөү өләшкән, күркәм ял һәм рәхәтлек биргән донъяға тиңләйем.

 

Рәүис Заһитов

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы:-

-Баҡсабыҙҙа ике ҡатлы йорт һалып сыҡтыҡ, апрель йылыһы башланыу менән шунда китәбеҙ ҙә, ҡалаға фатирға октябрь аҙаҡтарында ғына ҡайтып инәбеҙ. Файҙалы йәшелсә-емештәрҙе шунда үҫтереп алабыҙ, һуңғы өс йылда картуф ҡына сәсмәйбеҙ. 8 сорт алма уңышы менән һыйланабыҙ, ҡарағатыбыҙ ҙа һәйбәт кенә. Баҡса менән сәнғәт бер-береһенә ныҡ оҡшаған ул, икеһендә лә ижад итәһең, йәй шул йәшеллекте тәрбиәләп, мунсаһын яғып, ҡышҡа ризыҡ әҙерләп, ижадтағылай тәмле, йылы хистәр кисереп йәшәйһең.

Гөлфиә Рафиҡова

Башҡортостандың халыҡ артисы:

  • - Баҡсала емеш-еләк, гөл-сәскәләр үҫтереү, улар менән булышыу, килешле урын тәғәйенләү, үрләп үҫер ҡулланмалар ҡуйыу айырым бер сәнғәткә тиң шөғөл, тип уйлайым. Күңелде имләүе, төшөнкөлөккә бирелеп киткән мәлдәрҙә әүрәтеүе, хәсрәттәрҙән арындырыуы, матурлығы аша дауалауы менән ҡәҙерле. Мәҫәлән, үҙең ултыртҡан гөлдөң сәскә атыуы – яңы тыуған баланы ҡулға алыу менән бер. Таңды нисек аттырыуына, көндө, ҡояшты нисек үткәреүенә, кис ни рәүешле “йоҡлап” киткәненә тиклем күҙәтәһең бит ул. Үҙ ҡулдарың, хеҙмәтең ярҙамында алынған уңыш менән яҡындарыңды һыйлау ғына ни тора?! Баҡса мәшәҡәттәре бер яҡтан сәнғәт булһа, икенсе яҡтан күңелде таҙартҡан, аҡлыҡҡа илткән матур юл ул. Баҡса эшен яратмаған, күңелен башҡа шөғөлдәр менән бөтәйткән кешеләр ҙә барҙыр, әлбиттә, әммә әлеге мәлдә мин үҙ баҡсамда хозурлыҡ булдырыуым, уны менән һоҡланыу менән бәхетлемен.

Сәғиҙулла Байегет

Башҡортостандың халыҡ артисы:Бәләкәй саҡтан баҡса, бесән, мал тип үҫкәс, был теманы ныҡ яратам. Быйыл емештәр ҙә, йыл да уңышлы булмаҡсы, сөнки ҡояш та бар, ямғыр ҙа яуып тора. Картуф быйыл төптән, һабаҡтары ҡалын сыҡты, тәпкеләү, утау кеүек мәшәҡәте булһа ла, миңә был эш ныҡ оҡшай. Үҙең күпме сәсеп, тәрбиәләп, көҙөн уңыштың кимәлен күҙәтеү, йәғни, ултыртҡаныңды урыу – үҙе ижад. Быйыл ҡабаҡ, ҡауындарға боронғоса итеп түтәлдәр эшләнем, ҡыяр-помидор, һуған кеүек йәшелсәләрҙе лә үҙебеҙ үҫтереп кинәнәбеҙ. Алма бар, грушалар ултырттыҡ, ҡарағаттарҙы күсерҙек, киләһе йыл һөҙөмтәһен күрелер. Быйыл сейә һирәк. Еләкте ныҡ яратам, уны ла ҙур ғына күләмдә күсереп ултырттыҡ. Ғөмүмән, баҡса эшенә мөкиббәнмен, сәсеү, сыҡҡан япраҡтарын күреү, артабан үҫтереү процессы күңелемә ята. Һағынып көткән йәйебеҙ тиҙ генә үтә лә китә, шуға үҙ көсөбөҙ менән тәрбиәләп алған хәләл ризыҡтарыбыҙ өҫтәлдәрҙе йәмләһен, сәләмәтлек өҫтәһен.

 

 Илсөйәр Ғәзетдинова,

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы:

  • - Һикһәненсе йылдарҙың башында театрҙа байрам булды – артистар, хеҙмәткәрҙәр араһынан кем теләй, шуларға баҡса бирҙеләр. Тәғәйен майҙандың бер өлөшө таулы, икенсеһе тигеҙ ине, йәрәбә ярҙамында бүлештек. Шул замандан алып 40 йыллап шул баҡсамда хеҙмәт һәм ижад итәм. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгән ауыр ваҡыттарымда баҡсабыҙ дауалай, йыуата, шифа бирә. Быйыл аҡ сәскә (ромашка) кәрәгенән дә күберәк сыҡты, егерме төптән ашыу раузаларым менән бергә үҫеп ултыралар, йолҡорға йәлләйем. Шулай уҡ баҡсала йәшелсә, сәй үләне, емеш-еләк, ҡыҙыл, аҡ, ҡара ҡарағат үҫтерәм, ҡайнатмалар әҙерләйем. Еребеҙ артыҡ ныҡ ҙур булмаһа ла, беҙгә етә, мунсабыҙ бар, туғандар килеп тора – иң ҡәҙерлеһе, матуры ошо осрашыуҙар бит!

 

Гөлсәсәк Мостаева яҙып алды.

 

Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Артистар сәскәле тамашала ниндәй образда сығыш яһай?
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас